Салауат районының почётлы граждандары

Салауат районының почётлы граждандары — райондың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә, йәш быуынды тәрбиәләүгә, мәғарифты үҫтереүгә һәм халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһенә ҙур өлөш индергән, оҙаҡ йылдар производствола, йәмәғәт, хәйриә эшмәкәрлегендә һәм башҡа өлкәләрҙә әүҙем эшләгән, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған граждандарҙы дәртләндереү сараһы.

Тарихы үҙгәртергә

«Салауат районының почетлы гражданы» исеме район Советының 2010 йылдың 24 июнендәге 156-сы ҡарары менән булдырыла. Ошо йылдар эсендә был маҡтаулы исемгә 15 кеше лайыҡ була.

Дөйөм исемлек
Фамилия, исем, атаһының исеме Йәшәү йылдары Ҡасан бирелгән
1 Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы[1] 1928 — 2020 2010 йыл, 2 декабрь
2 Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы[1] 1935 — 2015 2010 йыл, 2 декабрь
3 Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы[2] 1936 йыл, 2 май 2010 йыл, 2 декабрь
4 Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы 1933 — 2015 2012 йыл, 22 май
5 Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы 1962 — 2019 2012 йыл, 22 май
6 Вәхитов Риф Хәйрулла улы 1940 йыл, 4 сентябрь 2012 йыл, 22 май
7 Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы[3] 1932 — 1977 2012 йыл, 22 май
8 Йосопов Харис Монасип улы 1929 — 2009 2012 йыл, 22 май
9 Чванов Михаил Андреевич 1944 йыл, 25 июль 2014 йыл, 29 август
10 Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы 1951 йыл, 1 октябрь 2015 йыл, 30 ноябрь
11 Әлибаев Сафуан Әфтәх улы 1941 — 2014 2015 йыл, 30 ноябрь
12 Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы 1931 йыл, 1 июль 2015 йыл, 30 ноябрь
13 Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы 1934 - 2015 йыл, 30 ноябрь
14 Яруллин Хәмит Ғатаулла улы 1935 — 2015 2015 йыл, 30 ноябрь
15 Ғәниева Лиза Ибраһим ҡыҙы 1942 йыл, 14 март 2017 йыл, 27 март

Өҫтөнлөктәре үҙгәртергә

Салауат районының почетлы граждандары исеменә лайыҡ булыусылар: район территорияһында үткәрелгән барлыҡ мәҙәни-киң күләмле сараларға бушлай инә ала; урындағы үҙидара органдары, муниципаль предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә сиратһыҙ инеү хоҡуғына эйә; ай һайын 200 һум аҡсалата түләү ала[4].


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә