Аҫыл таштар
Аҫыл таштар - зәргәрлек эшендә ҡулланылыусы, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған минерадар.Улар шулай уҡ техник маҡсаттарҙа ла файҙаланыла: аныҡ приборҙар эшләүҙә, оптика, сәғәт, радиоэлектроника сәнәғәтендә, быраулау эше техникаһында һ.б.
Аҫыл таштар төркөмдәре
үҙгәртергәКүпселеге үтә күренмәле, ялтыр, юғары ҡатылыҡта, көслө яҡтылыҡты таратыу, ҡырлауҙы ҡабул итеү һәләте булыуы менән айырылһа; матур саф төҫтә йә төҫһөҙ була. А.Е. Ферсман һәм М. Бауэр классификацияһына ярашлы, берләштерелеүсе таштарҙың сағыштырмаса ҡиммәттәренә бәйле төркөмдәренә бүленә.
1-се төркөм аҫыл таштар
үҙгәртергә1-се төркөм аҫыл таштар: алмас, Сапфир, рубин, зөбәржәт, александрит, затлы шпинель; уларға шулай уҡ органик сығышлы аҫыл таш - ынйы инә.
2-се төркөм аҫыл таштар
үҙгәртергә2-се төркөм аҫыл таштарға топаз, берилл (аквамарин, воробьевит, гемодар), алһыу турмалин (рубеллит), аметист, алмандин, уваровит, циркон (гиацинт, һары һәм йәшел циркон), затлы аҡ аҡыҡ инә.
3-сө төркөм аҫыл таштар
үҙгәртергә3-сө төркөм аҫыл таштарға фирүзә, йәшел һәм күп төрлө турмалиндар, кордиерит, диоптаз, эпидот, тау гәлсәре, күкһел кварц (раухтопаз), яҡты аметист, гелиотроп, хирзопраз, ярым аҡ аҡыҡ, аҡыҡ, ҡыр шпаты (ҡояш ташы, айташ), содалит, пренит, андалузит, диопсид, гематит (кровавик), пирит инә.
Башҡортостандың аҫыл таштары
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы территорияһында Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдыҡтарының аллювиаль ултырмаларында алмас бөртөктәренең (ҙурлығы 2,5 мм тиклем) күп табылыуы билдәле: һирәк кенә рубин бөртөктәре (0,5 мм кәмерәк) осрай. Тау гәлсәре ятҡылыҡтары (хәҙер эшкәртелгән) мәҡсүт метаморфик комплексына һәм белорет метаморфик комплексына тура килә, һуңһыһында Теплое күкһел кварц сығанағы (Белорет районы)бар.
Аҫыл таштар
үҙгәртергә- Алмас
- Сапфир, Зәңгәр яҡут
- Рубин, Ҡыҙыл яҡут, Ҡыҙыл йәүһәр
- Зөбәржәт
- Александрит
- Затлы шпинель
- Ынйы
- Топаз, Һары яҡут
- Берилл
- Алһыу турмалин
- Аметист
- Альмандин
- Уваровит
- Циркон
- Затлы аҡ аҡыҡ
- Фирүзә
- Кордиерит
- Диоптаз
- Эпидот
- Тау гәлсәре
- Күкһел кварц
- Яҡты аметист
- Гелиотроп
- Хирзопраз
- Ярым аҡ аҡыҡ
- Аҡыҡ
- Ҡыр шпаты
- Содалит
- Пренит
- Андалузит
- Диопсид
- Гематит
- Пирит