Монгол теле (Монгол хэл) — Монголия монголдарының теле һәм монгол төркөмө телдәре мәғәнәһендә ҡулланыла. Шулай уҡ «Монгол теле» төшөнсәһе боронғо дөйөм Монгол теленә, иҫке Монгол яҙмаһына ҡарата ла ҡулланыла.

Монгол теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

Монгол хэл
ᠮᠤᠨᠭᠭᠤᠯ ᠬᠡᠯᠡ

Илдәр

Монголия Монголия, Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Афғанстан Афғанстан, Ҡытай Республикаһы Ҡытай Республикаһы, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Рәсми статусы

Монголия Монголия
Төбәк теле:
Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР (Эске Монголия)

Был телдә һөйләшеүселәр

5,7 млн.

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре

Монгол тармағы
Төньяҡ монгол төркөмө
Үҙәк монгол төркөмө
Әлифба

монгол яҙмаһы, шул иҫәптән:
Монгол кириллицаһы (монгол алфавиты)
ҠХР-ҙа боронғо монгол яҙмаһы

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

мон 463

ISO 639-1

mn

ISO 639-2

mon

ISO 639-3

mon

Был телдә Википедия

Монгол теле тар мәғәнәлә

үҙгәртергә

Монголияла йәшәгән төп халыҡ — монголдарҙың, Ҡытайҙағы Эске Монголия һәм башка төбәктәрҙә йәшәүсе монголдарҙың төп аралашыу теле. Рәсмиләштерелгән диалектҡа ҡарата халха-монгол йәки халха тигән атама нығынған. Халха-монгол теленең әҙәби нормаһы ҡабул ителгән һәм Монголияның дәүләт теле статусына эйә. Был телдә һөйләшеүселәр һаны һаны 2,3 млн кеше самаһы (1995). Халха диалекты монгол теле диалекттарының үзәк төркөмөнә инә. Көнсығыш һәм көнбайыш төркөмдәр үҙ-ара айырыла. Был һөйләштәрҙең айырмаһы фонетик кимәлдә генә. Монгол халыҡ революцияһынан һуң (1921) һуң халха диалекты нигеҙендә милли тел үҫештерелә башлай. 1943 йылдан кирил әлифбаһы нигеҙендә алфавит ҡабул ителә.

Монгол телдәре төркөмө

үҙгәртергә

Халха-монгол теле менән монгол яҙма теле монгол телдәре ғаиләһенә инә. Был ғаилә түбәндәге төркөмдәргә бүленә: Төньяҡ-Монгол телдәре: бүрәт, ҡалмыҡ, ордос, хамниган, ойрат; Көньяҡ-Монгол телдәре: дагур, шира-югур, дунсян, баоань, ту; Әфғанстандағы могол теле башҡаларҙан бик ныҡ айырыла. Башҡа һөйләштәр бер-береһенә бик яҡын. Бөгөнгө монгол телендә (диалекттары менән) 5-6 миллионлап кеше һөйләшә тип һанала. Төҙөлөштәре буйынса агглютинатив телдәргә инәләр.

Тарихи монгол телдәре

үҙгәртергә

Киңерәк итеп алғанда «монгол теле» төшөнсәһе географик яҡтан ғына түгел, тарихи йәһәттән дә ҙур урын ала, уға XII быуатҡа тиклемге һәм XIII—XVII быуаттар арауығындағы барлыҡ монгол ырыу-ҡәбиләләре файҙаланған дөйөм монгол теле лә инә. Яҙма телдә боронғо (XIII—XV бб.), классикаға тиклемге (XV—XVII бб.) һәм классик (XVII—XX б. башы) этаптар инә. «Боронғо монгол теле» һәм «урта монгол теле» төшөнсәһе XIII быуатҡа һәм ярашлы рәүештә XIII—XV бб. ҡарата ҡулланыла. Боронғо монгол теле яҙмаһы бөгөнгә мәғлүм булған барса диалекттарҙан күпкә алда барлыҡҡа килгәндер тип фаразлайҙар. Шуға күрә монгол телдәрен тарих киҫелешендә сағыштырып өйрәнгәндә кәрәк тип табалар. Яҙма тел тел тарихын 3 киҫемгә бүләләр: боронғо (XIII—XV б., классик телгә тиклемге (XV—XVII бб.), классик (XVII — XX быуатбашы). Йыш осраған «боронғо монгол теле» һәм «урта монгол теле» тигән терминдар һөйләштәргә бүленгән булһа ла, монгол ҡәбиләләренең ярашлы рәүештә XIII быуат һәм XIII—XV бб. ҡулланылған дөйөм телен билдәләү өсөн ҡулланыла.

XVII быуаттан Зая-Пандита тарафынан ойрат диалекттарына яраҡлаштырылыуы һәм ойрат әҙәби телен барлыҡҡа килтерелеүе сәбәпле аныҡ яҙма (тодо-бичиг) ҡабул ителә. Классик боронғо монгол яҙмаһы монгол төбәктәренең көнсығыш яғында — Халхала (тышҡы Монголия) һәм Эске Монголияла ҡулланыла башлай; Рәсәй империяһында ҡалған буряттарҙа яйлап боронғо яҙма монгол теленең урындағы тармағы барлыҡҡа килә.

Эске Монголияла боронғо яҙма тел әлегәсә ҡулланыла. Бурятияла башта латин (1931), һуңғараҡ кириллица нигеҙендә алфавит булдырыла (1939); МХР-ҙа кирилл алфавиты 1945 йылда ҡабул ителә; унда яңы әҙәби телдәр барлыҡҡа килә. Коммунистик ҡоролош бөткәндән һуң Монголияла, бер тиклем Бурятияла ла иҫке яҙма телгә ҡыҙыҡһыныу арта; уны уҡытыу киң йәйелдерелә.

XIII—XIV быуаттарҙа ҡулланылған һынташтар теле — «дүрткел яҙма» ҡайҙы саҡ структура үҙенсәлектәре арҡаһында киң мәғәнәлә ҡулланылған монгол теленең айырым бер төрө булараҡ өйрәнелә.

Монгол теле һәм кириллица

үҙгәртергә

Монгол теле алфавитында 35 хәреф бар.

Урыны Кириллица Атамаһы IPA[1] ISO 9 Стандарт
романизация
Тибет һәм гималай китапханаһы (THL) Конгресс
китапханаһы
1 Аа а a a a a a
2 Бб бэ p, pʲ, b b b b b
3 Вв вэ w, wʲ v v w v
4 Гг гэ ɡ, ɡʲ, k, ɢ g g g g
5 Дд дэ t, tʲ, d d d d d
6 Ее е jɛ~jɜ, e e ye, yë ye, yö e
7 Ёё ё ë yo, yö yo ë
8 Жж жэ tʃ, dʒ ž j j zh
9 Зз зэ ts, dz z z z z
10 Ии и i i i i i
11 Йй хагас и i j ĭ i ĭ
12 (Кк) ка (, kʰʲ) k k k k
13 Лл эл ɮ, ɮʲ l l l l
14 Мм эм m, m m m m
15 Нн эн n, , ŋ n n n n
16 Оо о ɔ o o o o
17 Өө ө o ô ö ö ö
18 (Пп) пэ (, pʰʲ) p p p p
19 Рр эр r, r r r r
20 Сс эс s s s s s
21 Тт тэ , tʰʲ t t t t
22 Уу у ʊ u u u u
23 Үү ү u ù ü ü ü
24 (Фф) фэ, фа, эф (f) f f f f
25 Хх хэ, ха x, h x kh kh
26 Цц цэ tsʰ c c ts ts
27 Чч чэ tʃʰ č č ch ch
28 Шш ша, эш ʃ š š sh sh
29 (Щщ) ща, эшчэ (stʃ) ŝ šč shch shch
30 Ъъ хатуугийн тэмдэг ʺ ı ʺ ı
31 Ыы эр үгийн ы i y y î y
32 Ьь зөөлний тэмдэг ʲ ʹ ʹ ĭ i
33 Ээ э e è e e ê
34 Юю ю , ju û yu, yü yu, yü iu
35 Яя я ja, j â ya ya ia

Монгол һәм башҡорт телдәрендә уртаҡлыҡ

үҙгәртергә

Монгол теле лә, төрки телдәр кеүек үк, алтай телдәре ҙур ғаиләһенә инә. Шуға күрә башҡорт теле менән уртаҡлыҡтар байтаҡ. Был грамматикала, лексикала һ. б. сағыла. Саҡ ҡына фонетик айырма йә бөтөнләй айырмаһыҙ һүҙмә-һүҙ тап килгән төшөнсәләр ҙә осрай. Мәҫәлән, мал-мал, малчин — малсы, мойл — муйыл, баатарлаг — батырлыҡ, маанаг — мәғәнәһеҙ, мэргэн — мәргән, баян — бай, буга — болан (башҡортса «буға» — үгеҙ), будаа — бутҡа, ярма; будаг — буяу, бүүрал — сал (башҡортса бурыл һүҙенә яҡын); бэлэг — бүләк һ.б.

Әлеге көндә Википедия инкубаторында ҡыҫҡа монголса-башҡортса һүҙлек төҙөлөү өҫтөндә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Svantesson, Jan-Olof, Anna Tsendina, Anastasia Karlsson, Vivan Franzén. 2005. The Phonology of Mongolian. New York: Oxford University Press: 30-40.
  • Большой академический монгольско-русский словарь, в 4 томах. Под ред.: А. Лувсандэндэв, Ц. Цэдэндамб, Г. Пюрбеев. Издательство: Academia, 2001—2004. ISBN 5-87444-047-X, 5-87444-141-7, 5-87444-143-3
  • Ҡалып:Mn icon Amaržargal, B. 1988. BNMAU dah' mongol helnij nutgijn ajalguuny tol' bichig: halh ajalguu. Ulaanbaatar: ŠUA.
  • Apatóczky, Ákos Bertalan. 2005. On the problem of the subject markers of the Mongolian language. In Wú Xīnyīng, Chén Gānglóng (eds.), Miànxiàng xīn shìjìde ménggǔxué [The Mongolian studies in the new century : review and prospect]. Běijīng: Mínzú Chūbǎnshè. 334—343. ISBN 7-105-07208-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә