Башҡортостан Алтын Урҙа составында
Башҡортостан Алтын Урҙа составында — Алтын Урҙа (Жуси улусы)[1][2][3] дәүерендә — Тарихи Башҡортостан территорияһында башҡорттарҙың тарихы.
Башҡортостан Алтын Урҙа составында | |
Нигеҙләү датаһы | 1266 |
---|
Монголдар ябырылыуы һәм Алтын Урҙа составына инеүе
үҙгәртергәXI быуат уртаһынан монгол яуына тиклем Евразияның дала бүлкәтендәге Дәште Ҡыпсаҡтың, үҙ сиратында, уғыҙҙы, бәшнәкте ҡыҫырыҡлап сығарған ҡыпсаҡтар хакимдары булған. Әммә ҡыпсаҡтар башҡорттарҙы буйһондора алмаған, был хаҡта бар Әбү әл-Ғази шулай тип яҙған: «Урус (урыҫтар), Маджар (мадьярҙар), Башкирд (башҡорттар) (ҡыпсаҡтарға ҡаршы) ҡаршы сыҡҡан». Башҡорттар ҡыпсаҡтарҙың үҙҙәре өҫтөнән власын танымаған, шулай уҡ башҡорттарҙың ҡыпсаҡтарға ниндәй ҙә булһа яһаҡ түләгәнлеген раҫлаған сығанаҡар юҡ[4]. Был осорҙа ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләре Волга буйы болғарҙары менән союздашлыҡ мөнәсәбәттәрендә торған.
1207 йылда батша улы Жүси етәкселегендәге монгол армияһы Төп йорттан (Монголия) төньяҡ-көнбайышта йәшәгән «урман халыҡтарына» ебәрелгән. "Монголдарҙың серле хикәйәте"нә (1240) ярашлы, «Жүси (Джучи) … бажигидтарға (башҡорттар) тиклем бик күп урман ҡәбиләләрен яулаған», һәм был башҡорттарҙың монголдар менән беренсе тапҡыр осрашыуын күрһәтә[5].
1216 йылда Уйыл йылғаһы (йәки Жарлы һәм Оло Кумак йылға араһында) ҡыпсаҡтарҙың (половцы) һәм Сүбәҙәй етәкселегендәге тәүге алыштары үтә[6]. Башҡорттарҙың был һуғышта ҡатнашыуы хаҡында туранан-тура мәғлүмәт юҡ.
1219 йылдың йәйен Монголдар империяһының хакимы Сыңғыҙхан үҙ ғәскәре менән Себерҙең көньяғында Иртыш йылғаһы үҙәнендә үткәргән Был "Монголдарҙың серле хикәйәте"нә Сыңғыҙхандың түбәндәге ҡарары индерелгән: «Ә Сүбәҙәй Баһатурҙы… ул, мул һыулы Иҙел (Ағиҙел-Волга) һәм Аях (Яйыҡ) йылғаларын кисеп, ун бер ил һәм халыҡҡа: ҡаңлы, кибчаут, бачжигит (башҡорт) оросут, мачжарат (мадьяр), асут, сасут, саркесут, кәшимир, болар, раралға, шулай уҡ Кивамен-ҡәрмән ҡалаһына барып етеү маҡсаты ҡуйып, төньяҡҡа походҡа ебәрә. Шундай яуаплы әмер биреп, ул Сүбәҙәй Баһатурҙы походҡа ебәрә». 1220 йылдың йәйенә татар-монголдар Себер, Урта Азия һәм Ҡаҙағстан территорияларын баҫып алған [7].
Ибн әл-Асир буйынса, 1223 йылда монголдар Волга буйы Болғарына һөжүм иткән һәм унда еңелеүгә дусар булған[8]. Шул уҡ ваҡытта ҡытай йылъяҙмаларында («Юань династияһының Рәсми хроникаһы») монголдар болғарҙы еңгән тип яҙылған. Башҡорттар һәм фин-уғыр халыҡтары болғарҙарҙың союздашы булған[9].
1224 йылда монгол юғары ҡатламының съезында Алтын Урҙа (Жүси улусы) дәүләте иғлан ителгән, уның составына "Төркиҙәр шәжәрәһе"ндә («әл Шаджарат әл-атрак») һанап үтелгән түбәндәге өлкәләр һәм илдәр ингән йә инергә тейеш булған: Хорезмды яулап алғандан һуң, Сыңғыҙхан әмере менән «…Хорезм һәм монгол аты тояғы барып етерлек, Ҡаялыҡ сиктәренән алып Саксин, Хазар, Болғар, алан, башҡорттар, урыҫ һәм черкестар кеүек Дәште Ҡыпсаҡтың алыҫ ерҙәренә тиклем, Жүси хандыҡы, һәм ул был илдәрҙә ханлыҡ тәхетенә раҫланды һәм хакимлыҡ тәхетенә ултырҙы».
1224—1225 йылдарҙа татар-монголар Яйыҡтың түбәнге өлөшөнән алып урта ағымына тиклем уң яҡ ярын яулап ала, шулай итеп Монгол империяһының сиктәре башҡорт ерҙәренә тоташып ята. Урал арты башҡорттарын Ҡаратабын (ирәкте) ырыуының юлбашсыһы Майҡы бей ҡулы аҫтына буйһондороу мөмкинлеге ҡарай. Табын ҡәбиләһенең Ҡара-табын (ирәкте) ырыуы шәжәрәһендә был ваҡиға тураһында былай тиелә: «Ҡаратабын ырыуы Майҡы бейҙән килә. Сыңғыҙхан осоронда Майҡы бей, Урал тауҙарының Миндәк тигән ерендә йәшәгән, Мейәс йылғаһы үҙәнендә күсмә тормош алып барған; Ул Сыңғыҙханға бүләктәр ташыған; уға юлдаш булып, Сыңғыҙхан менән бер арбала ултырып йөрөгән. Уға Уйшин Майҡы-бей исеме бирелгән». Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Табын ханлығының хакимы Майҡы бей Сыңғыҙхандың власын 1207 йылда уҡ таныуы мөмкин булған[10]. Төп ғәскәре көнсығышҡа киткәндән һуң, монголдың көнбайышҡа хәрәкәте көсһөҙләнгән. 1227 йылда Джучи вафат була һәм уның биләмәләре улы Батыйға мираҫ булып күсә.
1229 йылда Үгәҙәй дөйөм монгол тәхетенә ултырғандан һуң, Батыйға атаһының эшен дауам итергә — «барса төньяҡ өлкәләрҙе: Ибир-Себер, Бүләр, Дәште Ҡыпсаҡ, Башғурд, Русты баҫып алырға…» бойорған[11]. 1229 йылда ҙур ғәскәрҙе етәкләгән Сүбәҙәй, һиҙерлек ҡаршылыҡ күрһәтмәй, ҡайһы бер өлөшө тарихи Башҡортостанда ҡасып ҡотолған саҡсин һәм ҡыпсаҡтарҙың күсеп йөрөү урындарын баҫып алған. Монголдар киң фронт менән Иҙел һәм Яйыҡ араһынан йылғалар ағымына ҡаршы болғарҙар һәм башҡортар еренә, Һамар (Волганың ҡушылдығы), Яйыҡ, Һаҡмар ылғаларын аша сығып, юл тотҡан, Кинель һәм Суҡ йылғаларының уң яғындағы «сик һыҙығын»а бәреп инеп, һүҙмә-һүҙ әйткәндә, ер йөҙөнән юҡ иткән. Н. Г. Апполоваға ярашлы, 1229—1230 йй. поход һөҙөмтәһендә монголдар был тирәләге күп ҡәбиләләрҙе яулаған, һәм Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөн үҙенең төп базаһына әйләндереп, артабанғы баҫып инеүҙәр маҡсатында, шунда төпләнгән. 1230 йыл башында чжурчжэндар монголдарҙы ҡыйратҡан һәм Үгәҙәй Сүбәҙәйҙе ғәскәре менән Ҡытайға кире саҡыртып алыу тураһында әмер биргән. 1230 йылдың йәйендә Сүбәҙәй башҡорт-болғар сиктәренән Монголияға ҡайтып киткән[12].
Башҡорттарҙың тарихи риүәйәттәрендә («Бошман-Ҡыпсаҡ батыр», «Мәргән һәм Маянһылыу», «Хандар заманында бөрйәндәр» һ. б.) урындағы халыҡтың баҫҡынсыларға ҡаршылыҡ күрһәтеүе сағылған. Башҡорт риүәйәте "Биксура"ла 1232 йылда булып үткән ваҡиғалар һүрәтләнә[13]: «Сыңғыҙ һәм Батый яуына тиклем Ағиҙел, Ыҡ, Мәллә һәм Миңзәлә йылғалары мул һыулы, балыҡҡа бай, ә үҙәндәре ҡуйы урман менән ҡапланған булған. Был урындарҙа байлар һәм бүләр тигән башҡорт ырыуҙары күсенеп йөрөгән. Улар иркенлектә йәшәгән. Малдар, табылған ризыҡ барыһына ла уртаҡ булған. Уларҙың ерҙәренән Батыйхан ғәскәре менән уҙғандан һуң, башҡорт ырыуҙарының тыныс тормошо юҡҡа сыға. Хан болғарҙар илен яуларға ынтылған һәм юл ыңғайы башҡорт ҡәбиләләрен талаған, бөлгөнлөккә төшөргән… Был хәл Ҡарағай атайҙың улы Биксура юҡ саҡта булған. Биксура һунарҙан ҡайтып баҫҡынсыларҙың ҡанһыҙ эштәрен үҙ күҙҙәре менән күргәс, ҡайғыһынан тетрәнгән ир нәфрәт хистәрен кисергән. Әсәһенең һөйләгәнен тыңлағандан һуң, туғандары, сәңгелдәктә ятҡан улы менән һау буллашҡан, арғымағына атланған да сабып күрше: байлар, ыласын, бүре ырыуҙарына киткән. Унда ул ут-һыуҙы кисерлек егеттәрҙе йыйған һәм Батый хан ғәскәренә ҡаршы сыҡҡан. Арттарынан төшөп, уларҙы ҡыйратҡан. Батый хандың болғарҙарға тәүге һөжүме өҙөлгән. Өс йыл үтеүгә Батый хан болғар иленә яңынан ҙур ғәскәр ебәргән. Биксура егеттәре менән тағы ла көрәшкә күтәрелгән»[14].
Ваҡиғалары 1230—1232 йылдарҙа Көньяҡ Урал үҙәгендә барған «Аҙанташ» тигән башҡорт легендаһында: «Борон замандарҙа башҡорттарға… монголдар һөжүм иткән, һәм уларҙың ғәскәре иҫәпһеҙ-хисапһыҙ булған. Башҡорттар, үҙ ерҙәрен һаҡлап, үтә саялыҡ менән һуғышҡандар, әммә, дошмандың күп һанлы ғәскәренә ҡаршы тора алмайса, еңелгәндәр. Һуғыш яланында тар-мар ителгән ғәскәрҙең ҡалдыҡтары ҡуйы урман шырлыҡтары төпкөлөнә һәм тау тарлауыҡтарына ҡасҡан. Бында бер уҡымышлы батыр йәшеренеп йәшәгән. Ул үҙе эргәһенә бөтә тере ҡалған ырыуҙаштарын йыйырға һәм дошмандан еңелеү үсен алырға ҡарар иткән. Тау-урмандарға таралып киткән халыҡ бер урынға тупланған. Был кешеләрҙән батыр ғәскәр туплаған, бөтә Башҡортостан буйынса, баҫҡынсыларға көслө яу асырға кәрәклеген хәбәр итеүсе сапҡындар ебәргән. Ҡыш үҙғансы башҡорттар баҫҡынсыларҙың көслө ғәскәрен ҡыйратҡан һәм үҙ еренән ҡыуып ебәргән»[15]. «Үҫәргәндәр» легендаһында ла шулай уҡ башҡорттарҙың монголдарға ҡаршы күп йыллыҡ көрәше хаҡында бәйән ителә: «Һарыҡташ менән Ҡыуандыҡ араһында Һаҡмар үренә тау һырттары һуҙыла. Шунда айырыуса ҡан ҡойошло һуғыштар барған. Шайтантау йәғни „Яутүбә“ тиҙәр был тау теҙемдәрен. Атама шул осорҙарҙан һаҡланып ҡалған… Бер ваҡыт үҫәргәндәргә… ҡара сиңерткә яуылай монгол ҡәбиләләре һөжүм иткән. Яйыҡ һәм Һаҡмар үҙәндәре өҫтөндә үҫәргәндәрҙең һаҡсы постары һәм ҡәлғәләре булған. Ошо урында улар монголдарҙы ҡаршы алған да инде. Бик күп аяуһыҙ ҡаты алыштар булып үткән. Ике яҡтан да бик күп кеше үлтерелгән. Дөрөҫөрәге, нығытылған һаҡлаулы ерҙә алышҡан үҫәргәндәр дошманына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ яугирын юғалтҡан… Ҙур ҡыйынлыҡ менән ҡәлғә кеүек һаҡлау постары нығытмаларҙы баҫып алған монголдар өс сиктә туҡтап ҡалған…». Ә икенсе башҡорт риүәйәтендә был нығытмаларҙың һүрәтләнеше килтерелгән: «Борон беҙҙең ата-бабалар ҡытайҙар (монголдар) менән һуғышҡан. Ҙур бер соҡор ҡаҙғандар, уны тирә-яғына өйөм булдырғандар, өҫтөнән ҡолғалар һәм бүрәнәләр теҙгәндәр, шунан туҙ һәм ер менән ҡаплағандар — һәм ышаныслы нығытма килеп сыҡҡан. Ә ҡалдырылған тар тишектәрҙән дошманға атырға мөмкин булған. Башҡортса был ҡәлғә маса тип аталған»[16].
1235 йылда бөйөк ҡаған Үгәҙәй монголдарҙың көнбайышҡа дөйөм империя походы тураһында хәбәр иткән һәм сыңғыҙ батша улдарын, «унда уҫал халыҡ», тип киҫәткән. "Монголдарҙың серле хикәйәте"ндә башҡорттар Сүбәҙәй еткселегендәге татар-монголдарға иң көслө ҡаршылыҡ күрһәткән халыҡтар иҫәбенә индерелгән: «Сыңғыҙхан Сүбәҙәйгә баҫып алырға ҡушҡан халыҡтар, атап әйткәндә, Ҡаңлы, Кибсаут, Бачжиат (башҡорттар), Орусут, Асут һәм шулай уҡ мул һыулы Адиль (Ағиҙел-Волга) һәм Чжая (Яйыҡ) йылғалары аръяғындағы ҡалалары яғынан көслө ҡаршылыҡҡа осраған»[17]. В. А. Злыгостев фекеренсә, был осраҡта Үгәҙәй һәм Сүбәҙәй беренсе сиратта башҡорттарҙы һәм болғарҙары күҙ уңында тотҡан, сөнки 1234—1235 йылдарҙа был төбәктә агрессорға ысын мәғәнәһендә башҡа етди ҡаршылашырлыҡ көс булмаған[18]. "Мең ырыуы шәжәрәһе"ндә поход башланыуы тураһында былай тиелгән: «…Үгәҙәй хан… Жучи хан улына (Батый), үҙенең улы Гөйөккә, Толуйхандың улына, Мүнкә хан һәм Сағатай хандың улдарына урыҫ, черкес, болғар, туран, башҡорт һ. б. йорттарҙы яуларға ҡушҡан. Был осорҙа… Алаҡым бәк башҡорт бәге (хаким) булған»[19].
Рәшид әд-Дингә ярашлы, «Ҡыпсаҡ далаһын баҫып алырға тәғәйенләнгән батша улдары… барыһы ла бергә… 633 һижрә йылының (б. э. 1236 йылының 11 февраль — 11 марты) йәғни бичин-йыл, маймыл йылы яҙында юлға сыҡҡан; йәйҙе улар юлда үткәргән, ә көҙ көнө Болғар биләмәләре сиктәрендә шулай уҡ ошо яҡтарға тәғәйенләнгән Жучи ырыуы: Батый, Ордой, Шәйбан һәм Танғутҡа ҡушылған. Шунан Батый Шәйбан, Буралдай һәм ғәскәре менән бүләрҙәргә (булғар) һәм башҡорттарға һөжүм иткән һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларҙы яулаған»[20].
Башҡорт риүәйәте "Аҡман-Тоҡман"да ошо осор ваҡиғалары былай һүрәтләнә: «Борон был урындарҙың хужаһы башҡорттар булған. Был ерҙең һәм һыуҙарҙың матурлығын һүҙ менән һөйләп бөтөрөрлөк түгел… Башҡорттар үҙҙәренең көтөүе һәм йылҡы өйөрҙәре менән бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгәндәр. Һәр ырыуҙың, аймаҡтың яҙғы, ҡышҡы һәм көҙгө торағы булған. Әммә 1236 йылдың йәйендә көнсығыштан ҡурҡыныс ҡара сиреү ябырылған. Был осорҙа бөтә кеше, бөтә мал йәйләүҙә, урмандарҙа, тауҙарҙа, йылғалар үҙәнендә булған. Башҡорт ерҙәре буйлап дошман сиреүенең тик бер өлөшө генә уҙған. Төп көстәре көньяҡтаныраҡ, яйыҡ буйы ерҙәренән үткән. Һуңғараҡ монгол ханы башҡорттарға үҙенең нөкәрҙәрен — яугирҙарын — ебәргән һәм халыҡты буйһондорған». Башҡорттарҙың бөрйән ҡәбиләһе риүәйәтенә ярашлы: «Батый заманында ҡанһыҙ алыштар… булған. Халыҡ үҙенең ерҙәрен һаҡлаған, хан ғәскәрҙәрен урмандарға һәм тауҙарға ебәрергә тырышмаған. Тимер тау һырттарында урынлашҡан Тимер ауылы (Бөрйән районы) яныдағы яу айырыуса аяуһыҙ булған… Ҡойолған ҡандан эргәлә аҡҡан йылғаның һыуы ҡыҙарған. Шул ваҡиғаларҙан һуң был йылғаны Буҙарған тип атай башлағандар. Шунда уҡ, һырт башында, ун туғыҙ ҡорған бар. Был ошо яуҙа һәләк булған ун туғыҙ батырҙың ҡәбере тиҙәр. Урындағы халыҡ хан һуғышсыларынан тау тарлауыҡтарында ҡасып йәшәгән». Икенсе легендала былай тиелә: «Монголдар беҙҙең ерҙәргә яҡынлағас, башҡорттарҙың барыһы ла бер булып килмешәктәргә ҡаршы ҡалҡҡан. Әммә көстәр тиң булмағанлыҡтан, ата-бабаларыбыҙ урмандарға китергә тейеш булған. Һәм улар бик оҙаҡ партизан кеүек һуғышҡан. Шунан бирле башҡорттар тураһында сая яугирҙар тигән дан таралған»[21].
Монголдарҙың Бөйөк көнбайыш походы башланғандан һуң, башҡорт ҡәбиләләре конфедерацияһы Монгол империяһының берләшкән көстәренә ҡаршы тора алмаған һәм баҫҡынсылар менән килешеүгә барырға мәжбүр булған. Башҡорттарҙың сыҙам булыуы һәм ныҡлығын белгән монголдар уның менән компромисҡа барырға әҙер булған[22]. 1236 йылда башҡорттар авраһында булған сәйәхәтсе Юлиан Венгерский Рим Папаһы Григорий IX-ға үҙенең докладында бер нисә тел белгән монгол илсеһен осратҡан. В. А. Злагостевтың фаразлауынса, был илсе 1215 йылда король Ерһеҙ Иоаннға ҡаршы ихтилалда ҡатнашҡан, һуңынан монголдарға хеҙмәт иткән Роберт исемле инглиз илсеһе булыуы мөмкин[23]. Артабан Юлиан былай тип яҙған: «Татар халҡы (монголдар) улар (башҡорттар) эргәһендә йәшәй. Әммә ошо татарҙар, улар менән бәрелешкәндә, яуҙаы еңеү менән тамамлай алмаған, киреһенсә, башҡорттар менән тәүге ҡаты алышта уҡ ҡыйратылғандар». Юлиан буйынса, башҡорттар татар-монголдар менән 14 йыл [7]. В период 1221/1223—1235/1237 годов[24] дауамында бер туҡтауһыҙ һуғышҡандар, шуның менән монголдарҙың көнсығышҡа һөжүмен тотҡарлаған. Башҡорттар күп тапҡырҙар яуҙарҙа еңеп сыҡҡан һәм, ахырҙа, дуҫлыҡ килешеүен төҙөгән[25].
Магамет Ғариф улы Сафарғәлиев буйынса, тарихи мәғлүмәттәр «Алтын Урҙа барлыҡҡа килгән ваҡытта монголдар етерлек кимәлдә урыҫтарҙың, черкестарҙың, алан, мордва, башҡорттарҙың элекке династияларын һаҡлау факттарын раҫлай». «Үҫәргән ырыуы шәжәрәһенә» һәм "Үҫәргәндәр тарихы"на ярашлы, башҡорттарҙың вәкиле булараҡ Мөйтән бейҙе Сыңғыҙхан ҡабул иткән[26][27]. Мөйтән бей алтын урҙалыларҙан беренсе булып Ҡама ҡушылдығы Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртышҡа саҡлы), Яйыҡ йылғаһы үрендәге бассейндары улус ерҙәренә ярлыҡ («мисәт менән нығытылған бүләк ҡағыҙы — битич») алған. Мөйтән бейҙең улус ерҙәре тулыһынса IX—XIII бб. башындағы Тарихи Башҡортостан территорияһы менән тап килә[27]. И. В. Антонов фаразлауынса, Мөйтән бей ставкаһы Ханҡала тауында урынлашҡан (Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Батыйға ярлыҡ алырға барған, һәм үҙенең яугирҙары менән 1237—1238 йылдарҙа Рускә йүнәлтелгән походтарында ҡатнашҡан[22][28]. Башҡортостан территорияһының Алтын Урҙа (Жучи улусы) составына инеүе Мөйтән бейҙең монголдар менән вассал килешеү төҙөүенең һөҙөмтәһе булған, ә Мөйтән бей бөтә башҡорт ерҙәренең аталған номиналь хакимы итеп тәғәйенләнгән[28].
"Юрматы ҡәбиләһе шәжәрәһе"ндә былай тиелгән: «Ул дәүерҙә беҙҙең олатайыбыҙ Юрматы һәм башҡа ырыуҙар ҙа Сыңғыҙханға тоғролоҡҡа ант иткән, тип әйтелә». «Сыңғыҙхан ҡиссаһы» («Дафтар-и Чингиз-наме» йыйынтығы) хикәйәтенә ярашлы, түбәндәге башҡорт ырыуҙары юлбашсылары Ҡыят бей, Һанаҡлы — Ҡоңрат бей улы, Үйшин Майҡы бей (табын), Урҙас бей (Мең ырыуынан), Тамъян-бей (Тамъян), Ҡыпсаҡ бей (Ҡыпсаҡ), Юрматы бей (Юрматы), Кәрәйет бей (Гәрәй), Мөйтән бей (Үҫәргән), Бөрйән бей (Бөрйән), Ҡалдар бей (Ҡырғыҙ), Һалйот бей (Һалйот), Ҡатай бей (Ҡатай), Бөркөт бей (Уран һәм Ғәйнә) үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен һәм власть символдарын (оран, онгон, тамға) Сыңғыҙхандың үҙенән алған.
Идара итеү системаһы
үҙгәртергәБашҡорттар бейлеккә хоҡуҡ алған (ярлыҡ — грамота), йәғни ысынында Башҡорт улусы билдәләнгән автономлыҡ хоҡуғы нигеҙендә тулыһынса Монгол империяһы составына ингән һәм Жучи Улусының (Алтын Урҙа) бер өлөшө булып китә. Башҡорт улусының үҙәге (баш ҡалаһы) Өфө II ҡаласығына тиңләштерелә һәм хәҙерге Өфө сиктәрендә урынлашҡан Башкерти (Башҡорт) ҡалаһы булыуы мөмкин. Был ҡаланы беренсе тапҡыр XIV быуатта Ибн Хәлдун телгә алған, һәм артабан XIV—XVI быуат көнбайыш европа авторҙарының картографик хеҙмәттәрендә (шул иҫәптән Башкерти (Башҡорт) ҡалаһы Герард Меркатор картаһында Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы тамағында билдәләнгән)[29].
Монгол дәүләтегең хоҡуҡи иерархияһында башҡорттар урҙа хандарына тәү сиратта хәрби хеҙмәт итергә тейешле һәм үҙенең ырыу-ҡәбилә системаһын һәм идаралығын һаҡлаусы өҫтөнлөктәр менән файҙаланған халыҡ, хоҡуҡи яҡтан ҡарағанда, улар араһында «союз» мөнәсәбәттәре түгел, сюзеренлыҡ-вассаллыҡ мөнәсәбәттәре булған[30]. Был ваҡытта башҡорттарҙың үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы рәсми раҫланған. Тәүге монгол хандарының Сыңғыҙхан нигеҙләгән сәйәсәтенә ярашлы, әгәр дәүләт үҙ ирке менән ҡушыла икән, монголдар яңы подданныйҙарына эске үҙидарала киң хоҡуҡтар биргән. Хан исеменән ер биләмәләре раҫланған һәм хәрби ҡоролош һаҡланған, әммә артабан башҡорттарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары ла хатта Алтын Урҙа хакимдары тарафынан раҫланған[31]. Ярлыки гарантировали сохранение вотчинных земель отдельных башкирских племён и родов[32].
Өфө II ҡаласығында, Яҡтыкүл, Петровский, Берек-Алға ауыл тораҡтарында һ. б. археологик комплекстарҙа табылған археологик ҡаҙылмалар, шул иҫәптән алтын урҙа көмөш тәңкәләренең табылыуы урта быуат башҡорттарының Алтын Урҙа осоронда үҫешкән сауҙа-иҡтисад мөнәсәбәттәренә йәлеп ителгәнлеген күрһәтә[33].
XIII—XIV быуаттарҙа башҡорттарҙа башында урҙа ханы торған феодал, ҡатлам-иерархик йәмғиәт формалашҡан. Плано Карпиниға ярашлы, «хан юлбашсыларға ҡайҙа булырға икәнен, юлбашсылар меңбаштарына, меңбаштары — йөҙбаштарына, йөҙбаштары — унбаштарына урынын күрһәткән». Хан исеменән Башҡортостан менән төрлө башҡорт ҡәбиләләренең бейҙәре идара иткән. Бейҙәр ҡәбиләләр араһында ер бүлеү, халыҡтан һалым йыйыу менән шөғөлләнгән, һәм шулай уҡ үҙенә хеҙмәт иткән нөгәрҙәргә йәғни меңбаштарына урҙа ғәскәрен яугирҙар менән тәьмин итеү бурысын һ. б. ҡуйған[34]
Күтәрә алмаҫлыҡ йөкләмәләр һәм һалымдар йәки монголдарҙың талау баҫҡынсылығы арҡаһында Башҡортостанда шулай уҡ ихтилалдар тоҡанған. Рәшит әд-Дин хәбәр итеүенсә, «Болғар һәм Башғирд ҙур ил, барып етә алмалыҡ урында урынлашҡан. Монголдар яулап алыуына ҡарамаҫтан, ундағы халыҡ яңынан баш күтәргән, һәм ул әлегә саҡлы тулыһынса буйһондоролмаған». "Мең ҡәбиләһе шәжәрәһе"нә ярашлы, «(баҫып алғандан һуң) өс быуын ғүмерендә бары тик талау ғына булды»[35]. Башҡорт риүәйәте «Аҡман-Тоҡман» былай тип бәйән итә: "Башҡорттар, сыҙай алмаҫлыҡ хәлгә еткерелгәнлектән, ханға ҡаршы баш күтәргән. Улар араһында батыр егет Сураман булған. Ул ҙур ғына ғәскәр йыйған һәм һәм яһаҡ йыйған хн нөгәрҙәрен үлтергән. Ҡайһы берҙәре ҡасып ҡотолған. Хан Сураманға ҡаршы ғәскәр ебәргән, ләкин батырҙар көрәште лдауам иткән. Уның менән бергә ҡатыны ла алышҡан. Ваҡыт үткән һайын, халыҡ хәл-торошҡа яраҡлашып алған. Урмандарҙа һәм тауҙарҙа йәшенеп ятҡан баш күтәреүселәр, хан яһаҡ йыйыусыларын ҡарауыллап тороп, көтмәгәндә һөжүм иткәндәр. Алыш башланған. Мал алдан уҡ урман, тау төпкөлөнә ҡыуып ебәрелгән. Шулай итеп йәй үткән. Юлһыҙ ҡыш айҙарында, урман-тауҙарҙы ҡар ҡаплағанлыҡтан, хан отрядтары ҡара урман эсенә үтеп инә алмаған. Ҡыш тынысыраҡ булған. Йәй етһә, тағы ла яуҙар башланған. Ханға ҡаршы көрәш бик оҙаҡ дауам иткән. Көрәш бер аҙ тынып торған да тағы көсәйгән. Йәш кенә көйө көрәш юлын һайлаған Сураман да ҡартая башлаған. Бер ҡаты һуғышта ул һәләк булған, артабан көрәш башында уның ҡатыны торған. Бер ваҡыт ул ҡаты яраланған. Үлер алдынан ул улдарын саҡырып алған да (улар икәү булған: өлкәне — Аҡман, кесеһе — Тоҡман) былай тигән: «Балаҡайҙарым минең, минең сәғәтем етте, атайығыҙ артынан китәм. Ул һәләк булғанда, һеҙ бәләкәй инегеҙ. Бәхилләшкәндә, атайығыҙ былай тигәйне: „Тубыҡланып йәшәгәнсе, аяғөҫтө үлер кәрәк“. Улдарым минең, һеҙ хәҙер үҫеп буй еткерҙегеҙ, егет булдығыҙ, атайығыҙ васыятын онотмағыҙ». Аҡман менән Тоҡман көрәште дауам иткән, һәм уның осо-ҡырыйы булмаған. Бер ваҡыт улар иң ышаныслы йөҙләп егет менән Урал тауҙары шырлығына ҡышларға юлланған. Әммә улар араһында хыянатсы булған. Бер төндә ул, ҡасып китеп, хан ҡуштандарына, әжергә һатылып, Аҡман менән Тоҡмандың ҡышлау урынын күрһәткән. Хан унда күп һанлы ғәскәр ебәргән. Батырҙарҙы тауҙарға һырыҡтырғандар. Бик ҡыйынлыҡ менән эҙ яҙлыҡтырып, улар Урал артына барып сыға алған. Әммә унда ла батыр егеттәрҙе дошмандар көтөп торған. Был ҡар бер иреп, бер туңып торған иртә яҙ көндәре булған. Ҡаты бурандар башланған. Ҡасаҡтарҙың ризыҡтары бөткән, йәшеренеп, ял итерлек бер урын да булмаған. Яланғас дала, күҙ асҡыһыҙ буран. Аҡман, Тоҡман һәм уларҙың яуҙаш дуҫтары, аслыҡтан һәм бик талсыҡҡанлыҡтан, туңып үлгән. Бәғзеләренә генә яҡындағы ауылға барып етеү бәхете тейгән. Әммә унда ла хан ғәскәрҙәре торған. Егеттәр, аҡтыҡ ҡандары тамғансы, алышҡан. Улар араһында бик ҡыйыу ике ҡыҙ ҙа булған. Улар ҡулға алынған һәм дошмандың аяуһыҙ язаларына дусар ителгән."[36] К середине XIII века часть башкирской знати была готова отстаивать свои права, в данном случае Сураман и его жена, а также их сыновья Акман и Токман вели неравную борьбу уже не против завоевателей, но против суверенов[37].
Батый (Саин-хан) үҙ биләмәләрен өс улусҡа: Урҙа, Батый һәм Шибанға бүлгән. Батый һәм Шибан улустары араһындағы сик проходила по нижнему течению реки Яйыҡтың түбәнге ағымынан уҙған, үрге һәм урта ағымында ул Башҡорт улусын Шибан улусынан айырған. Башҡорттар ҡанаттар һәм унлы системаларға бүленмәгән булған. Шибан улусы составына урал арты башҡорттарының ерҙәре инеүе мөмкин[38]. Шибан улусы составына ингән урал арты башҡорттарының ерҙәрендә урындағы башҡорт бейҙәре, шулай уҡ алтын урҙа чиновниктары вәкилдәре идара иткән[39]. Шулай итеп, Тарихи Башҡортостан территорияһында ике «ил» — үҙ кенәздәре — бейҙәре хакимлыҡ иткән Башҡорт һәм Табын илдәре булған[40].
Башҡорт улусы ул — Батый улдарына яһаҡ түләгән үҙ хакимы булған вассал биләмә, ә урал башҡорттары — Шибаниҙар. Яйлап Башҡортостанда власть тулыһынса Шибаниҙарға күскән. Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, хандарҙың ставкаһы хәҙерге Өфө ҡалаһы ([[Өфө II ҡаласығы]]) һәм Ырымбур (Аҡтүбә ҡаласығы) урынлашҡан булған[41]. Әбү әл-Ғазиға ярашлы[42], Шибан улусы хакимдарының йылъяҙмаһы түбәндәгесә булған:
- Шибан (1243 йылдан)
- Баһадуроғлан (1266—1280)
- Жучибүкә (1280—1310)
- Бадаҡулоғлан (1310 йылдан һуң)
- Мәнгүтимер (1359 йылға тиклем)
- Булаттимер (1359—1367)
- Ибраһим һәм Ғәрәпшах икеһе бергәләп
- Тоғлоҡхажи
- Тимершәйех
- Йәдгәр
Башҡорт фольклорында Башҡортостан һәм Көнбайыш Себерҙә идара иткән Шибани хандар Турахандар тип аталған. Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов фаразы буйынса, Турахан кәшәнәһендә 1482 йылда Мәхмүдәк-оғлан — себер ханы Күсемдең ҡарт ҡарттаһы күмелгән булған. С. У. Таймасов фаразлағанса, Себер ханлығында тәхетте Әбелхәйер хан (Үзбәк ханлығы) биләгәндән һуң һәм себер ханы Хажимөхәмәт вафат булғандан һуң, Хажимөхәмәттеъң улы — Мәхмүдәк хәҙерге Өфө территорияһында йәшәгән[43].
1310-сы йылдарҙа инглиз Вильгельм менән бергә «6 йыл буйына бер туҡтауһыҙ» Башҡортостанда йәшәгән Иоганка Венгр үҙенең 1320 йылда ордендың генералына яҙған хатында былай тип хәбәр иткән «бөтә Баскардия хакимы» Себер (Sibur) иле менән килешеү төҙөгән ти, һәм был Тайбуғалар идара иткән Тайбуға йортона тап килә. Хатта шулай уҡ башҡорт хакимының бирелгәнлеген һәм һалымды теүәл түләүҙе күҙәтеүсе ниндәйҙер «татар судьяһы» телгә алына, ул баскак наместнигы булған.
Вениамин Петрович Юдин, Үтәмеш хажиҙың «Сыңғыҙнамә» әҫәрен өйрәнеп, Алтын Урҙала власты ҡулына алған Бажир Тоғбуға әмир башҡорт булған тип фаразлай. Тиҙҙән Сыңғыҙлылар яҡлылар тарафынан ул үлтерелгән, ә Үзбәк хан хаким булып киткән. Алтын Урҙаның үҫеше Үзбәк хан хаким иткән осорға (1313—1341) тап килә, шулай уҡ ошо дәүергә Башҡортостанда урындағы хакимды йәки хакимлыҡ итеүсе династияны юҡҡа сығарыу тура килгән. XIV быуатта, Алтын Урҙаны үҙәкләштереү сәбәпле, элекке улустарҙы башында әмирҙәр торған өлкәләр тип йөрөтә башлағандар[44].
XIV быуаттың икенсе яртыһында Алтын Урҙала тарханлыҡ институты үҫеш алған. Тархандар һалым һәм административ иммунитетына эйә булған[45]. 1355—1380 йылдарҙағы «Бөйөк солғаныш» йылдарында Алтын Урҙа тәхетендә 25 хан алмашынған. Үҙ-ара низағ Башҡортостанға ла ҡвғылған, һәм ул хәрби хәрәкәттәр аренаһына әйләнгән[46].
Шәрәф әт-Дин Йездиға ярашлы, Туҡтамыш хан, Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы сығыу маҡсатында, «Жучи улусында ҙур ғәскәр йыйған. Урыҫтар, черкестар, болғарҙар, ҡыпсаҡтар, аландар, Ҡырым менән Ҡаф һәм Аҙаҡ, башҡорттар … (халҡынан) бик ҙур ғәскәр йыйылған». Әммә дошман ҡыҫымында Туҡтамыш ғәскәре төньяҡҡа сигенергә мәжбүр була, уның «Ҡырҡкүл» (Ҡандракүл) буйында ваҡытлыса туҡталғаны билдәле. Туҡтамыш хакимлығы осоронда үҙенең пожалованиелары менән Башҡортостанда башҡорттар йөҙөндә хәрби-сәйәси таянысҡа эйә булған һәм шуның өсөн сигенергә уның территорияһын һайлаған. Әммә Тимер был осраҡты дошманының көсһөҙлөгө тип атаған һәм эҙәрлекләүен дауам иткән, уның ғәскәренең маршруты Тубыл, артабан Яйыҡ, Һаҡмар һәм Ыҡ йылғаларының үрге ағымы аша уҙған[47]. 1391 йылдың июнендә Ҡондорса йылғаһы эргәһендәге "Халыҡтар ҡаты алышы"нда шул осорҙоң ике донъя: Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың һәм Сәмәрҡәнд әмире Аҡһаҡ Тимер армияларының ҡан ҡойошло һуғышы булған. Ҡаты алыш алтын урҙалыларҙың еңелеүе, бик күп ҡалаларҙың емерелеүе менән тамамланған[48]. «Һуңғы һартай» башҡорт эпик хикәйәтенә ярашлы, Ялыҡ бей башҡорттарҙың отрядтары төбәктең төрлө ерҙәренә һибелеп, урындағы халыҡты талаусы һәм үлтереүсе Тимер ярандарына ҡаршы көрәшен етәкләгән.
Әбд әл-Ғаффар Ҡырымиҙың хәбәр итеүенсә, 1419 йылғы яуҙа хан Ҡәҙербирҙенең Иҙеүкәйға ҡаршы яуында һуңғыһы үлтерелгән, уның улдары Кейҡыуат һәм Нуретдин «Тура виләйәтенә киткән һәм унда башкурд тигән халыҡ араһында йәшәргә ҡалған». Башҡорт риүәйәттәре буйынса, Нуретдин (башҡ. Мораҙым ?—1440) Дим йылғаһы үҙәнендә ерләнгән.
"Үҫәргән тарихы"нда, башҡаларынан тыш, Олоғмөхәмәт менән Барак хандың 1422—1423 йылдарҙағы ҡаршы тороуына бәйлнгән ваҡиғалар теркәлгән: «Турахан. Ағиҙел йылғаһы буйында Торатау тигән тау билдәле. Был уның ставкаһы урыны. Ул башҡорт халҡының сикләнмәгән хакимиәтле ханы булған. Уның улы Күсем хан булған. Шул осорҙа Һарай ҡалаһында Барак хан менән алыш булған, йәғни ер-һыу өсөн ҡаты алыштар барған. Һуңынан Күсем хан үҙенең кесе туғаны Бирҙебәкте көслө ғәскәр менән төньяҡтан ебәргән. Бураҡ уң яҡтан с правой Мансур бейҙе ебәргән. Артабан ике яҡтан (бер-береһенә) ҡаршы торған, ҡаты алышҡа әҙерләнгән. Һөйләшеүҙәр алып барғанда, түбәндәге килешеү төҙөгәндәр: Волга ҡушылдығы Һамар йылғаһының уң яры Бураҡ ханға бирелгән, нуғайҙар уның подданныйы булған; Һамар йылғаһының төньяҡ яғы Күсем ханға тейгән, уның подданныйы башҡорттар булған. Артабан килешелгәндән һуң, Бирҙебәк солтан (һәм) Мансур Ағиҙел йылғаһының ике (ҡапма-ҡаршы) ярынан уҡтан атыуҙа ярышҡандар. Уларҙың һәр ҡайһыһы бына тигән уҡсы һәм әмир булған, һәм икеһенең дә уҡтары Ағиҙелдең ике яҡ яры буйлап һуҙылған юлдарҙы аша осоп үткән. Шундай Прожив с Шундай мул һыйлы табын һәм күңел асыу менән бер ай ваҡыт үткән, кире киткәндәр, йәғни үҙ илдәренә ҡайтып киткәндәр. Башҡорт һәм нуғай халыҡтары күпмелер ваҡытҡа тыныслыҡта (йәшәргә), Ураҡ мырҙа (Ураҡ Мамай) заманына тиклем ҡалғандар»[49][50].
Алтын Урҙала власть көрсөгө менән бәйле, күп кенә төбәктәр яйлап айырымлана һәм үҙаллылыҡ ала. Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң, тарихи Башҡортостан территорияһы Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан ханлығы һәм Себер ханлығы хакимлығында булған.
Дине
үҙгәртергәКөньяҡ Уралға Урта Азия ҡала үҙәктәренән, бигерәк тә Бохаранан килгән Йәсәүиә һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәттәренең суфый миссионерҙары башҡорттарҙы иртә осорҙа ислам диненә ылыҡтырыуҙа ҙур роль уйнаған. Башҡортостандың Учалы районындағы Әүештау башына күмелгән шәйех Мөхәммәд Рамаҙан әл-Әүеш эшмәкәрлеге XIII быуатҡа, ә «Башҡортостандың тәүге имамы» Хөсәйенбәктең эшмәкәрлеге XIV быуатҡа ҡарай[51], уның хөрмәтенә Хөсәйенбәк кәшәнәһе төҙөлгән. "Хажи мәсете"н төҙөүҙе имам Хөсәйенбәк эшмәкәрлеге менән бәйләйҙәр[52][53]. Хажи мәсетендә бөтә башҡорт эске үҙидаралығының юғары власы булған башҡорт халыҡ йыйындары үткәрелгән. Был йыйындарҙа төбәктең артабанғы киләсәген билдәләгән бик мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән. Йыйындарҙа башҡорт ырыуҙары вәкилдәре бөтә ырыуҙарҙың дөйөм хәрәкәте тураһында килешкәндәр, батша хөкүмәтенең теге йәки был берҙәм позицияһын булдырғандар, ихтилал башлау йәки һуғышты йә баш күтәреүҙе туҡтатыу хаҡында ҡарар ҡабул иткәндәр, ғәскәрҙәрҙең хәрби подразделениелары етәкселәрен һайлағандар. Шулай уҡ был йыйындарҙа хан тәғәйенләгәндәр йә төшөргәндәр, сөнки бында уларҙы ихтилал йә һуғыш барышында ғына кәрәкле хәрби начальник тип һанағандар. Йыйында ҡабул ителгән ҡарарҙар һәр башҡорт өсөн мотлаҡ тип иҫәпләнгән, уны раҫлау Ҡөрьәнгә таянып, мосолман дини әһелдәре ҡатнашлығында, ант итеү формаһында ойошторолған[54].
1310-сө йылдарҙа инглиз Вильгельм менән «6 йыл буйына өҙлөкһөҙ» Башҡортостанда йәшәгән минориттар ордены динлеһе Иоганка Венгр үҙенең 1320 йылда орден генералына яҙған хатында: «Мин, динле (брат) Иоганка, ике венгр һәм бер инглиз динлеһе менән Баскардияға, татарҙарға (монголдарға) буйһонған ҙур халыҡ йәшәгән ерҙәргә, барып еттек, ике венгр динлеһе дин мәсьәләләре буйынса беҙҙән ситләштеләр, ә мин һәм инглиз Вильгельм бында 6 йыл буйы бер туҡтауһыҙ йәшәнек. Унда башҡорттарҙың хөкөмдарҙары, суҡындырылмаған несториан сафсатаһы менән ағыуланмаған татарҙар бар ине; беҙ динебеҙ тәғлимәтен еткергәйнек, улар уны шатланып ҡабул итте. Бөтә Баскардия хакимы һәм уның ғаиләһендәге күпселек кеше бөтөнләйе менән сарацин хаталаныуын (ислам) йоҡторғайны… Беҙ динебеҙ тураһында тәғлимәтте йышыраҡ ҡабатлай башлағайныҡ һәм сарацин ғалимдарына бөтә мөмкин булған саралар, һәм изге китап, һәм билдәләр, һәм дәлил һәм миҫалдар, менән ҡанундарығыҙ ялған һәм мәжүси, тип раҫларға тотонғайныҡ…, улар, бик ныҡ ярһып, беҙҙе үлтерергә ынтылдылар. Беҙҙе тотоп һәм, аяуһыҙлыҡ менән, бығаулап, төрмәгә ташланылар һәм беҙ… шатланып үлемебеҙҙе көттөк, әммә улар татарҙарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, бындай эшкә баҙнат итмәнеләр. Татарҙар христиандарҙы яраталар, ә башҡорттарҙы күрә алмайҙар һәм эҙәрлекләйҙәр» тип хәбәр иткән[55].
Үзбәк хан (1313—1341) осоронда ислам Алтын Урҙа ханлығының рәсми диненә әүерелгән. Ул хакимлыҡ иткән йылдарҙа башҡорттарға, миссионерлыҡ маҡсаты менән, Болғарҙа дини белем алған мосолман дингә өндәүселәре йыш килгән. Башҡортостан йылғалары — Ағиҙел, Өршәк, Дим, Сәрмәсән, Ыҡ үҙәндәрендә 20-нән артыҡ мосолман миссионерҙары ҡәбере билдәле. Әл-Үмәри хәбәр иткәнсә, «Башҡорттар ерҙәрендә ҙур ихтирам менән файҙаланған мосолман ҡазыйы [булған]»[56].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История Башкортостана, 2005
- ↑ История башкирского народа, 2012
- ↑ Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010
- ↑ Иванов В. А., Злыгостев В. А., 2017, с. 69—70
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 7—9
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 14
- ↑ 7,0 7,1 История Башкортостана, 2005, с. 40—41
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 27
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 29
- ↑ История государства и права Башкортостана, 2007, с. 135
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 55
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 61—62
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 65
- ↑ Башкирские предания и легенды, 1985, с. 95
- ↑ Башкирские предания и легенды, 1985, с. 23
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 68
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем. — Т. II. — С. 175. — 400 с. — ISBN 978-5-91608-100-8.
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 71
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 73
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 105
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 80
- ↑ 22,0 22,1 Антонов И. В. Новый источник по истории Башкирии эпохи монгольского нашествия (легенда из архива Р. Г. Кузеева и её интерпретация) // Вестник Челябинского государственного университета. — 2012. — № 25 (279). — С. 15—20.
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 82
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 37
- ↑ Гумилёв Л. Н. Древняя Русь и Великая степь. — М.: Айрис-пресс, 2003. — 768 с.
- ↑ Хусаинов Г. Б. «Шежере племени усерган» // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 27,0 27,1 Мажитов Н. А. Муйтен-бий // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 28,0 28,1 Гарустович Г. Н., Злыгостев В. А. К вопросу о древнейшем документальном источнике, связанном с историей средневекового Башкортостана // Проблемы востоковедения. — 2015. — № 1 (67). — С. 60—68.
- ↑ Мажитов Н. А. Средневековый Башкортостан — страна городов // Вестник Башкирского университета. — 2012. — Т. 17. — № 1. — С. 764—766. — ISSN 1998—4812.
- ↑ Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана с древнейших времен до XVI в. — Уфа, 1994.
- ↑ Буляков И. И. Истоки формирования башкирской вотчины в XIII веке // Вестник Челябинского государственного университета. — 2011. — № 9 (224). — С. 5—9. — ISSN 1994—2796.
- ↑ Акманов А. И. Вотчинное право башкир // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Акбулатов И. М., Гарустович Г. Н., Сунгатов Ф. А. Клад серебряных дирхемов золотоордынского времени с территории городища Уфа-II в Республике Башкортостан // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2016. — № 3 (83). — С. 42—46. — ISSN 1728-5283.
- ↑ История Башкортостана, 2005, с. 46
- ↑ Иванов В. А., Злыгостев В. А., 2017, с. 91
- ↑ Башкирские предания и легенды, 1985, с. 96—98
- ↑ Злыгостев В. А., 2015, с. 109
- ↑ Антонов И. В. О месте Южного Урала в административно-территориальной системе улуса Джучи // Вестник Челябинского государственного университета. — 2015. — № 2 (357). — С. 8—17. — ISSN 1994—2796.
- ↑ Гарустович Г. Н., 2015, с. 195
- ↑ Зарипов А. Б. Об истории башкирской государственности. 2007.
- ↑ Башкортостан и Золотая Орда, 2010, с. 43
- ↑ Абулгази. Часть Осьмая, Содержащая историю о Шейбани-Хане, сыне Чучи-Хановом, и о его потомках, которые государствовали в земле Ма-Уреннерской, в Крыме, и в земле Туране // Родословная история о татарах. — СПб.: Императорская Академия Наук, 1768. — Т. 2. — С. 121—142. — 480 с. — 1,512 экз.
- ↑ Башкортостан и Золотая Орда, 2010, с. 46
- ↑ Гарустович Г. Н., 2015, с. 203
- ↑ Юсупов Ю. М., 2009, с. 43
- ↑ История государства и права Башкортостана, 2007, с. 137—138
- ↑ Юсупов Ю. М., 2009, с. 44—45
- ↑ Битва на реке Кондурче 1391 года 2020 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Юсупов Ю. М., 2009, с. 48—50
- ↑ Хамидуллин С. И. Пути ислама на Южный Урал // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Таймасов С. У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. — Стерлитамак, 2006. — С. 52. — 246 с.
- ↑ Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — С. 39. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
- ↑ Азнабаев Б. А. Чесноковская гора и речка Чесноковка // Уфа : журнал.
- ↑ Антонов И. В., 2012, с. 41
- ↑ Иванов В. А., Злыгостев В. А., 2017, с. 100
Әҙбиәт
үҙгәртергә- Антонов И. В. Башкиры и Башкортостан в письменных источниках XIII—XIV вв // Ватандаш. — 2010. — № 1. — ISSN 1683-3554.
- Антонов И. В. Башкиры в эпоху средневековья (очерки этнической и политической истории). — Уфа, 2012. — 308 с.
- Ахметзаки Валиди Тоган. История башкир / Перевод с турецк. А. М. Юлдашбаева; авт. вступ. статей А. М. Юлдашбаев, И. Тоган. — Уфа: Китап, 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
- Баимов Р. Н. Тайная история монголов и следы их завоеваний // Ватандаш. — 2010. — № 7, 8. — ISSN 1683-3554.
- Башкирские предания и легенды. Составление, вступительная статья, комментарии Фанузы Надршиной. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985. — С. 95—98. — 288 с.
- Гарустович Г. Н. Башкирские земли в составе улуса Джучи // Проблемы истории, филологии, культуры. — 2015. — № 4. — С. 195—205. — ISSN 1992-0431.
- Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- Злыгостев В. А. И нагрянула черная рать... — Уфа: Китап, 2015. — 132 с. — ISBN 978-5-295-06164-6.
- Иванов В. А., Злыгостев В. А. Это были башкиры... — Уфа: Китап, 2017. — 128 с. — ISBN 978-5-295-06619-1.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. II. — 400 с. — ISBN 978-5-91608-100-8.
- История Башкортостана: С древнейших времен до конца XIX в. Учебник для 8 кл. / Отв. ред. И. Г. Акманов. — Уфа: Китап, 2005. — 248 с. — ISBN 5-295-03503-4.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 528 с. — ISBN 978-5-295-05078-7.
- Надршина Ф. А. Башкирские предания о татаро-монгольском нашествии // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
- Таймасов С. У. Башкортостан и Золотая Орда // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2010. — № 2. — С. 42—46. — ISSN 1728-5283.
- Юсупов Ю. М. История Башкортостана XV—XVI вв. (социально-политический аспект). — Уфа: Гилем, 2009. — 192 с. — ISBN 978-5-7501-1014-8.