Ағиҙел (хоккей клубы)
«Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы — Өфө ҡалаһының шайбалы хоккей командаһы. Клуб Башҡортостандың төп йылғаһы булған Ағиҙел исеме менән аталған. Ул 2010 йылда ойошторола. Дүрт тапҡыр ҠҠХЛ кубогын еңә һәм биш тапҡыр Рәсәй чемпионы була. Рәсәй чемпионатының биш бронза миҙалын һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының өс көмөш миҙалын еңеүсе.
Ағиҙел | ||
Ил: | Башҡортостан | |
---|---|---|
Ҡала: | Өфө | |
Нигеҙләнгән: | 2010 | |
Өй аренаһы: | Салауат Юлаев спорт һарайы (3 501 урын) | |
Төҫтәр: | ||
Хоккей лигаһы: | ҠҠХЛ | |
Баш тренеры: | Валерий Дәүләтшин | |
Капитан: | Мария Печникова | |
Трофейҙар: | ҠҠХЛ чемпионы (2017/18, 2018/19, 2020/21, 2022/23) | |
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: | 5 (2017/18, 2018/19, 2019/20, 2022/23, 2023/24) | |
Рәсми сайт: | hcsalavat.ru | |
Аффилир КМС: | БЮТ | |
|
Тарихы
үҙгәртергәКоманда 2010 йылда «Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккейҙы үҫтереү» программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килә. Башҡортостан республикаһының төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы исеме менән аталған. Мортаза Рәхимов һәм Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк араһында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 2010 Йылдың 31 авгусында команда булдырыу тураһында приказ ҡабул ителә, ә шул йылдың сентябрь айында команда йыйыла. 23 сентябрҙә «Ағиҙел» командаһы Рәсәй чемпионатында ҡатнаша башлай.
Тәүге состав тулыһынса элек туп менән хоккей уйнаған спортсмендар менән йыйылған була. Тәүге миҙгелдә «Ағиҙел» бөтә уйындарында еңелә, бер мәрәй ҙә йыймай һәм Рәсәй чемпионатында һуңғы урынға төшә. 2011/2012 йылдар миҙгеле алдынан составтың яртыһы яңыртыла. Шул миҙгелдә «Ағиҙел» бронза миҙалдарын еңә. Артабан команда 2012/2013, 2013/2014 һәм 2014/2015 йылдар миҙгелдәрендә бронза миҙалын тағы ла еңә.
«Ағиҙел» Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһына 2015 йылда күскән ете командаларҙың береһе була. Яңы лигала сығыш яһауын «Ағиҙел» яҡшы башлай. 22 декабрҙә команданың баш тренеры Владимир Малмыгин эшенән китергә була. 2016 йылдың 11 ғинуарына тиклем Сергей Трудаков команданың ваҡытлыса баш тренеры була. 11 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке хоккейсыһы Денис Афиногенов команданы етәкләй[1]. Шул миҙгелдә команда үҙ тарихында дүрт миҙгел дауамында бронза отҡас, тәүгегә көмөш миҙалдарын еңә. Киләһе йылда команда шул уҡ күрһәткесте яңынан ҡабатлай.
2017/2018 йылдар миҙгеленең тәүге уйынында «Ағиҙел» Салауат Юлаев исемендәге спорт һарайында 3 350 тамашасы йыя һәм лиганың был күрһәткесе буйынса үткән рекордын ике меңгә уҙа[2]. Өфө хоккейсылары тәүге тапҡыр даими миҙгелде беренсе урында тамамлай. Артабан плей-оффтың ярымфиналында «СКИФ» (2-0) һәм финалда «Торнадо» (3-0) хоккей клубтарын ота һәм беренсегә ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай.
2018/2019 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» тағы ла даими миҙгелдә беренсе була. ҠҠХЛ ярымфиналында «СКИФ» командаһын ота (2-1), ә финалда Санкт-Петербургтан «Динамо» клубынан көслөрәк була (3-0). Шулай итеп, Өфө ҡыҙҙары икенсе йыл рәттән ҠҠХЛ чемпиондары була. 2019/2020 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» өсөнчө йыл рәттән даими миҙгелдә беренсе урынды яулай. ҠҠХЛ плей-офф ярымфиналында Красноярскиҙан «Бирюса» хоккей клубын серияла 2-0 иҫәбе менән ота. Финалда иһә Ҡытайҙан «КРС Ванке Рэйз» хоккей клубына отола, өсөнсөгә ҠҠХЛ көмөш һәм Рәсәй чемпионатының алтын миҙалдарын яулай. 2020/21 йылдар миҙгеленең даими чемпионатында «Ағиҙел» икенсе урын яулай, ярымфиналда «СКИФ» командаһын ота (2-1), ә финал серияһы 2021 йылдың сентябрендә үтә. Шунда Өфө ҡыҙҙары «КРС Ванке Рэйз» клубын серияла 2-1 иҫәбе менән отоп өсөнсө тапҡыр ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай.
2021/22 йылдар миҙгелендә Өфө клубы даими чемпионатты өсөнсө урында тамамлай. «Ағиҙел» ҠҠХЛ кубогының сирекфиналында Санкт-Петербургтан «Динамо-Нева» командаһына серияла 1-2 иҫәбе менән еңелә һәм 2011 йылдан тәүгегә миҙалдарһыҙ ҡала. Шул һөҙөмтә өсөн команданың баш тренеры Денис Афиногенов һәм спорт директоры Александр Семак менән хушлашалар. Яңы тренер итеп Валерий Дәүләтшин тәғәйенләнә. 2022/23 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» дүртенсе тапҡыр даими чемпионатта беренсе урынды яулай, плей-оффта бер-бер артлы «7.62» (2-0), «Торпедо» (2-1) һәм «Динамо-Нева» (3-2) командаларын отоп дүртенсегә ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай. 2023/24 йылдар миҙгеленең даими беренселегендә Өфө ҡыҙҙары тағы ла беренсе урынға менәләр, ҠҠХЛ тарихында 100 артыҡ мәрәй йыйған тәүге клуб була. Плей-оффтың сирекфиналында СӨЙК командаһын үтәләр (3-0), ә ярымфиналда буласаҡ чемпионға «Динамо-Нева» хоккейсыларына еңеләләр һәм беренсегә ҠҠХЛ бронза миҙалдарын яулайҙар.
Стадион
үҙгәртергә«Салауат Юлаев» спорт һарайы Өфө ҡалаһында, Зорге урамында 41 адресы буйынса урынлашкан. «Салауат Юлаев» спорт һарайы беренсе тамашасыларҙы 1967 йылдың 28 ноябрҙә аренаны асыу матчы Салауат Юлаев менән Торпедо-Усть-Каменогорск командалары осрошҡанда ҡабул итә. (3 501 урын)
Команданың ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының чемпионы (2017/18, 2018/19, 2020/21, 2023/24).
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионы (2017/18, 2018/19, 2019/20, 2020/21, 2022/23).
- «EURO WOMEN'S HOCKEY CHALLENGE - 2017» турнирында беренсе урын (2017)
- «Ағиҙел» кубогы (2015, 2016)
- Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көсләтеүҙе бөтөрөү өсөн көрәшеү халыҡ-ара көнөнә бағышланған турнирҙа беренсе урын (2011)
- ҠҠХЛ асыҡ кубогын еңеүсе (2019)
- Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы көмөш миҙалсыһы (2015/16, 2016/17, 2019/20)
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының көмөш миҙалһысы – 2015/16, 2016/17
- Czech Womens Cup турнирында икенсе урын (2011, 2013)
- Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы бронза миҙалсыһы (2023/24)
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының бронза миҙалын алыусы (2011/2012, 2012/2013, 2013/2014, 2014/2015, 2023/24).
- Ҡытайҙа миҙгел алдынан үткән турнирҙа бронза миҙалын алыусы (2019)
Шәхси еңеүҙәр
үҙгәртергә- ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы тренеры — Денис Афиногенов (2017/18[3], 2020/21), Валерий Дәүләтшин (2022/23[4])
- ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы уйынсыһы — Ольга Сосина (2017/18[5]), Анна Пругова (2018/19[6], 2022/23[7]).
- ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы ҡапҡасыһы — Анна Пругова (2019/20[8], 2022/23).
- ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы һаҡсыһы — Мария Баталова (2019/20[9], 2022/23, 2023/24), Анна Шибанова (2020/21)
- ҠҠХЛ плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһы — Ольга Сосина (2021, 2023)
- ҠҠХЛ даими миҙгеленең иң яҡшы бомбардиры — Ольга Сосина (2015/16, 2022/23)
- ҠҠХЛ даими миҙгеленең иң мәргән уйынсыһы — Елизавета Роднова (2022/23)
Статистика
үҙгәртергәМиҙгел | Урын | У | Е | ЕО | ЕБ | БО | ОО | О | ШИ | ШҮ | М |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2010/11 | 6 | 30 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 30 | 22 | 288 | 0 |
2011/12 | 30 | 13 | 0 | 2 | 0 | 0 | 15 | 95 | 114 | 43 | |
2012/13 | 48 | 30 | 1 | 0 | 0 | 1 | 16 | 182 | 107 | 93 | |
2013/14 | 40 | 32 | 2 | 0 | 0 | 0 | 6 | 215 | 75 | 100 | |
2014/15 | 32 | 18 | 2 | 2 | 0 | 1 | 9 | 117 | 95 | 63 | |
Бөтәһе | 180 | 93 | 5 | 4 | 0 | 2 | 76 | 631 | 679 | 299 |
Миҙгел | Урын | У | Е | ЕО | ЕБ | БО | ОО | О | ШИ | ШҮ | М |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2015/16 | 24 | 16 | 1 | 1 | 1 | 1 | 4 | 117 | 61 | 54 | |
2016/17 | 36 | 24 | 2 | 2 | 1 | 1 | 6 | 184 | 80 | 82 | |
2017/18 | 24 | 18 | 3 | 0 | 1 | 0 | 2 | 105 | 39 | 61 | |
2018/19 | 36 | 26 | 1 | 1 | 0 | 2 | 6 | 164 | 61 | 84 | |
2019/20 | 28 | 22 | 1 | 0 | 0 | 0 | 5 | 95 | 33 | 68 | |
2020/21 | 28 | 19 | 0 | 1 | 0 | 1 | 7 | 127 | 47 | 60 | |
2021/22 | 36 | 24 | 2 | 1 | 1 | 2 | 6 | 171 | 60 | 81 | |
2022/23 | 32 | 24 | 2 | 1 | 2 | 1 | 2 | 136 | 54 | 81 | |
2023/24 | 42 | 33 | 0 | 0 | 3 | 0 | 6 | 184 | 68 | 102 | |
Бөтәһе | 286 | 206 | 12 | 7 | 9 | 8 | 44 | 1283 | 503 | 673 |
Иҫкәрмә: У — уйындар, Е — төп ваҡытта еңеү, ЕО — овертаймда еңеү, ЕБ —буллитта еңеү, ОО — овертаймда отолош, БО — буллитта отолош, О — төп ваҡытта отолош, ШИ — шайба индергән, ШҮ — шайба үткәргән, М — мәрәйҙәр.
|
|
Баш тренерҙар
үҙгәртергә«Ағиҙел» командаһының бөтә тренерҙары:
- Малмыгин Владимир Александрович (2010 — 2015)
- Трудаков Сергей Николаевич (22 декабрь 2015 — 11 ғинуар 2016)
- Афиногенов Денис Александрович (2016 — 30 апрель 2022)
- Дәүләтшин Валерий Рафикович (25 июнь 2022[10] — ә.в.)
Составы
үҙгәртергәҠапҡасылар | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
# | Ил | Уйынсы | Тыуған йыл | Тыуған урыны | ||
31 | Анна Пругова | 20 ноябрь 1993 | Хабаровск, Рәсәй | |||
61 | Александра Берестова | 31 июль 2005 | Өфө, Рәсәй | |||
Валерия Тараканова | 20 июнь 1998 | Заволжье, Рәсәй |
Һаҡсылар | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
# | Ил | Уйынсы | Тыуған йыл | Тыуған урыны | ||
2 | Мария Баталова | 3 май 1996 | Междуречье, Рәсәй | |||
12 | Мария Печникова | 8 июнь 1992 | Ижевск, Рәсәй | |||
15 | Ангелина Махмутова | 2 август 2004 | Силәбе, Рәсәй | |||
19 | Анна Свиридова | 20 октябрь 2004 | Воскресенск, Рәсәй | |||
70 | Анна Шибанова | 10 ноябрь 1994 | Омск, Рәсәй | |||
96 | Александра Козырь | 9 октябрь 2007 | Белгород, Рәсәй |
Һөжүмселәр | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
# | Ил | Уйынсы | Тыуған йыл | Тыуған урыны | ||
9 | Элина Митрофанова | 28 ғинуар 1992 | Большой Исток, Рәсәй | |||
10 | Камилла Ғәлиханова | 22 ноябрь 2006 | Өфө, Рәсәй | |||
13 | Ксения Тюрина | 28 декабрь 2004 | Серов, Рәсәй | |||
16 | Илона Маркова | 18 ғинуар 2002 | Киров, Рәсәй | |||
18 | Ольга Сосина | 19 декабрь 1972 | Әлмәт, Рәсәй | |||
27 | Вероника Коржакова | 9 июнь 2003 | Силәбе, Рәсәй | |||
44 | Алена Зубкова | 5 февраль 2000 | Тверь, Рәсәй | |||
71 | Елизавета Дубей | 11 февраль 2007 | Красновишерск, Рәсәй | |||
87 | Полина Лучникова | 30 ғинуар 2002 | Серов, Рәсәй | |||
88 | Камилә Сафина | 16 апрель 2005 | Сирмешән, Рәсәй | |||
91 | Алена Миллс | 9 июнь 1990 | Часлав, Чехия | |||
93 | Елизавета Роднова | 12 июль 1999 | Силәбе, Рәсәй | |||
Карина Верховцева | 9 ноябрь 1997 | Ҡазан, Рәсәй |
Капитандар
үҙгәртергә«Ағиҙел» командаһының ҠҠХЛ-да бөтә капитандары:
- Эмма Ганеева (2010—2011)
- Юлия Карпова (2011—2013)
- Екатерина Пашкевич (2013—2014)
- Татьяна Шибанова (2014—2015)
- Анна Шибанова (2015—2016)
- Екатерина Смоленцева (2016—2017)
- Екатерина Лебедева (2017—2020)
- Мария Печникова (2020—ә.в.)
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
үҙгәртергә- Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 15:0 «Ледяные Крылья» Ярославль (2021/22).
- Иң ҙур айырма менән еңеү: 18:1 «Ледяные Крылья» Ярославль (2021/22).
- Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 18:1 «Ледяные Крылья» Ярославль (2021/22).
- Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
- Иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
- Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
- Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 17. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 33
Уйынсылар рекордтары
үҙгәртергә- Иң куп уйын үткәргән уйынсылар — Элина Митрофанова (471) һәм Анна Шибанова (470)[11].
- Иң күп мәрәй йыйған уйынсы — Ольга Сосина (548)[12].
- Иң куп гол индергән уйынсы — Ольга Сосина (224).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Денис Афиногенов «Ағиҙелде» етәкләне!(недоступная ссылка)
- ↑ Триумф при переполненных трибунах! 2017 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Денис Афиногенов – лучший тренер ЖХЛ сезона 2017-2018
- ↑ Сосина − MVP плей-офф ЖХЛ, Давлетшин − лучший тренер чемпионата
- ↑ Ольга Сосина - лучший игрок ЖХЛ
- ↑ Анна Пругова – Лучший игрок ЖХЛ 2018/2019
- ↑ Анна Пругова – лучшая хоккеистка сезона 2022/2023
- ↑ Анна Пругова — лучший вратарь сезона
- ↑ Мария Баталова - ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы һаҡсыһы тип танылды
- ↑ Валерий Давлетшин возглавил «Агидель»
- ↑ Ҙур юбилейҙар
- ↑ Клуб рекордтары
Һылтанмалар
үҙгәртергәМиҙгелдәр | Йондоҙҙар уйындары | Плей-офф | |
---|---|---|---|
2023/24 миҙгел клубтары | |||
Ағиҙел (Өфө) | Бирюса (Красноярск) | Динамо-Нева (Санкт-Петербург) | Белые Медведицы (Силәбе) |
МСМО 7.62 (Воскресенск) | Торпедо (Түбәнге Новгород) | СӨЙК (Екатеринбург) | Торнадо (Дмитров) |
ҠҠХЛ боҙ ареналары | |||
Башҡа хоккей лигалары |