Салауат Юлаев спорт һарайы

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300083000№ 0300083000

«Салауат Юлаев» спорт һарайы
Салауат Юлаев спорт һарайы, 2014
Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Өфө Өфө

Төҙөлгән

28 октябрь, 1967

Һыйҙырылышлығы

3 500[1]

Өйҙәге команда

Толпар (ЙХЛ)
Ағиҙел (ҠҠХЛ)

Майҙан размеры

61×30 м

 «Салауат Юлаев» спорт һарайы Викимилектә

«Салауат Юлаев» спорт һарайы (рус. Дворец спорта «Салават Юлаев») — Өфө ҡалаһының боҙло спорт һарайы, 2007 йылдың декабренә тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубының өй аренаһы була. 2009 йылдың сентябренән «Толпар» (Йәштәр хоккей лигаһы), ә 2010 йылдан башлап бында «Ағиҙел» (Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы) хоккей клубтары үҙенең уйындарын үткәрә.

2007 йылда Өфө-Арена асылғанға тиклем спорт һарайы Башҡортостанда иң ҙур ябыҡ спорт ҡоролмаһы була, республикала яһалма боҙ менән тәүге спорт объекты. Өфө прибор яһау-етештереү берлеге заказы буйынса «Төҙөү тресты №3» менән 1967 йылда төҙөлә. Салауат Юлаев спорт һарайы Өфө-Аренан 40 йылға олораҡ.

 
Спорт һарайы реконструкцияға тиклем

Спорт һарайы 1967 йылдың 28 октябрендә асыла. Тәүге рәсми уйын — шул йылдың 20 ноябрендә «Салауат Юлаев» һәм Усть-Каменогорскиҙан «Торпедо» командалары араһында осрашыу. Һарайҙы асыу ваҡытына трибуналарҙың дөйөм һыйҙырырлығы 3 949 кеше кеше тәшкил итә. 1993 йылда төп бинаға 1500 кеше өсөн трибуналар һәм яһалма боҙ менән икенсе спорт майҙансығы төҙөлөп ҡуйыла. Икенсе ҡатта теннис корты киилеп сыға, һарайҙы яҡтыртыу системаһа һәм һыуытҡыс ҡорамалдар алмаштырыла. Төп майҙансыҡта яңы мәғлүмәт таблоһы ҡуйыла.

2012 йылда Йәштәр донъя чемпионатына әҙерлек барышында спорт һарайының масштаблы реконструкцияһы уҙғарыла. Шулай итеп, түбәне алмаштыралар, фасад реконструкциялана, яңы хәүефһеҙлек, вентиляциялау һәм кондиционерлау системалары ҡуйыла, трансляциялар һәм комментаторҙар эше өсөн яңы ҡорамалдар йыһазлау менән төп боҙ майҙансығы реконструкциялана. Реконструкция барышында спорт һарайының һыйҙырырлыға 3 949-ҙан 3 500-гә тиклем әҙәйә, Һарай алдындағы бер-береһенә үрелгән биш олимпия сыңғаларынан торған монумент алына.

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының 2017/2018 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» тәүге уйынына 3 350 кеше килә. Был ҠҠХЛ-дың яңы рекорды була[2].

Стадион тураһында төп мәғлүмәт

үҙгәртергә

Спорт һарайында ҙурлығы 61х30 м булған яһалма боҙ менән ике боҙ майҙансығы бар, ауыр атлетика залы, атыу өсөн тир, еңел атлетика юлы бар. Төп майҙансыҡта трибуналар һыйҙырырлығы — 3 500 кеше. Әлеге ваҡытта спорт һарайы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы стандарттарына тәшкил итә. Яңы технологияларҙы һәм материалдарҙы ҡулланыу «трибуналарҙа йылы — боҙҙа һыуыҡ» форматына етергә ярҙам итә.

Ҙур спорт саралары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Үткән:
«Салауат Юлаев» хоккей клубының өй аренаһы:
Спорт һарайы
Киләһе:
Өфө-Арена