Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы (ҠҠХЛ) (рус. Женская хоккейная лига, ингл. Women's Hockey League) — Рәсәй менән Ҡытай ҡатын-ҡыҙҙар клубтары араһында хоккей лигаһы. ҠҠХЛ 2015 йылда барлыҡҡа килә һәм уға тиклем булған ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатын алмаштыра. Лигала ике илдең 10 ҡалаһынан 10 команда ҡатнаша.

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы
ҠҠХЛ 2021/22 йылдар миҙгелендә
Logo of WHL.jpg
Шайбалы хоккей
Нигеҙләнгән:

2015 йыл

Ил:

Рәсәй флагы Рәсәй (9)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ҡытай (1)

Регион:

Евразия

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

10

Ғәмәлдәге еңеүсе:

«Ағиҙел» (Өфө)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

«Ағиҙел» (3 еңеү)

Рәсми сайт:

http://www.whl.khl.ru/

Өфөнән «Ағиҙел» хоккей клубы өс тапҡыр ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай, шулай уҡ Башҡортостан командаһы — ғәмәлдәге чемпион.

ТарихыҮҙгәртергә

2014 йылдың 12 сентябрендә КХЛ һәм РХФ президенттарының Александр Медведевтың һәм Владислав Третьяктың эш осрашыуында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын төҙөһө тураһында тәү тапҡыр иғлан ителә. Яҡтар бергә ҠҠХЛ-ды нигеҙләргә һәм Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҫеше буйынса яңы кимәлгә күтәрергә килешәләр[1]. Әммә РХФ Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын үҙ-аллы ойоштора. Был хәл 2014 йылдың 2 июлендә үткән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаларының вәкилдәре осрашыуында була[2]. Шул уҡ көндө Лига президенты итеп атҡаҙанған спорт мастеры Алексей Яшин һайлана, ә башҡарма директоры булып Евгений Чижмин ҡуйыла.

Әммә лиганы төҙөү КХЛ менән килешмәйенсә РХФ лиганы ойоштороуо менән КХЛ килешмәгәне арҡаһында туҡталып тора. 2014 йылдың 22 декабрендә Алексей Яшин «Чемпионат.com» сайтына интервьюһында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын ойоштороу процессы туҡталып тороу тураһында әйтә[3].

КХЛ менән РХФ ҠҠХЛ тураһында һорауға 2015 йылда кире ҡайталар. 2015 йылдың 23 апрелендә РХФ башҡарма комитеты КХЛ-ға ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡутарын тапшырыу өсөн тауыш бирә[4]. 2015 йылдың 18 июнендә КХЛ Рәсәй спорт министрлығында яңы лиганың презентацияһын үткәреп Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын ойоштора. 28 августа ҠҠХЛ логотипы ҡабул ителә[5]. Тәүге миҙгел 4 сентябрҙә башлана һәм шунда 7 ҡаланан ете команда ҡатнаша.

2016 йылдың 20 июнендә Мәскәүҙә үткән кәңәшмәлә Курск ҡалаһынан «Динамо» хоккей клубының инеүе тураһында билдәле була. Шулай уҡ командалар бер-береһе менән алты уйын уҙғарасаҡ. Тик миҙгел башланыуынан бер көн генә үткәс, Курск командаһының етәксеһе КХЛ-ға хат яҙа һәм шунда команданы ҠҠХЛ ярыштарынан төшөрөп ҡалдырырға һорай. Сәбәбе — әҙер булмаған инфраструктура һәм финанс мәсьәләләре[6]. Шуға күрә был миҙгелдә үткән миҙгел менән сағыштырғанда командалар һаны үҙгәрмәй, тик уйындар һаны ғына күбәйә. 3 сентябрҙә КХЛ-ТВ каналы тәү тапҡыр ҠҠХЛ уйынын күрһәтә һәм Рәсәй тарихында беренсегә команданы ҡатын-ҡыҙ етәкләй.

2017/2018 йылдар миҙгеленән башлап ҠҠХЛ чемпионатында плей-офф уйнатыла башлай[7]. Был миҙгелдә ҠҠХЛ йондоҙҙары уйынында Астананан «Томирис» хоккей клубының уйынсылары ҡатнашасаҡ, ә 2018/2019 йылдар миҙгеленән башлап был клуб Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының составын тулыландырасаҡ тип көтөлә ине[8]. Тик ысынында шул уҡ ете команда дүртенсе миҙгелдә ҡатнаша. Ухта ҡалаһынан «Арктик-Университет» командаһы 2018 йылда исемен «Горный» тигәнгә үҙгәртә һәм 2018/19 йылдар миҙгеле барышында Санкт-Петербург ҡалаһына күсә.

2019 йылдың июль айында Лига тәүгегә ҙурая: ҠҠХЛ составына тәүге сит ил вакиле — Ҡытайҙың Шэньчжень ҡалаһынан «Куньлунь Ред Стар Ванке Рэйз» хоккей клубы инә[9]. 2020/21 йылдар миҙгеле алдынан Лига составынан Санкт-Петербургтан булған ике команда ла — «Динамо» һәм «Горный» сыға. Шуларҙың уйынсылары нигеҙендә Санкт-Петербургта «Динамо-Нева» командаһы төҙөлә[10]. Шулай уҡ был миҙгелдән башлап Воскресенск ҡалаһынан «МСМО 7.62» командаһы чемпионатта ҡатнаша башлай[11]. «КРС Ванке Рэйз» коронавирус пандемияһы арҡаһында үҙенең өйҙәге уйындарын Мәскәү өлкәһендәге Ступино ҡалаһында уҙғара.

2021/22 йылдар миҙгеле алдынан ҠҠХЛ составына Ярославлдән яңы төҙөлгән «Ледяные Крылья» һәм Силәбенән «Белые Медведицы» хоккей клубтары керә[12]. Силәбелә ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 1997 йылдан 2015 йылда ҠҠХЛ төҙөлгәнгә тиклем була.

КомандаларҮҙгәртергә

Бындағы мәғлүмәт 2020/2021 йылдар миҙгеленә ҡарата күрһәтелгән
Команда Ҡала Арена (ҙурлығы) Нигеҙләнгән Лигала Баш тренер Капитан
Ағиҙел   Өфө «Салауат Юлаев» СҺ (3 500) 2010 2015   Денис Афиногенов   Мария Печникова
Бирюса   Красноярск «Первомайский» ЯҺ (200) 1987 2015   Александр Ведерников   Валерия Павлова
Динамо-Нева   Санкт-Петербург «Юбилейный» СК БА (1 700) 2020 2020   Евгений Бобарико   Алёна Андрющенко
КРС Ванке Рэйз   Шэньчжэнь
  Ступино
В.Бобров ис. БСК (4 000) 2017 2019   Брайан Идальски   Александра Карпентер
МСМО 7.62   Воскресенск «Подмосковье» БҺ (4 000) 2020 2020   Александр Сырцов   Анна Свиридова
СКИФ   Түбәнге Новгород «Нагорный» МКАК (5 600) 2000 2015   Владимир Голубович   Ангелина Гончаренко
СӨЙК   Екатеринбург А. Козицын ис. БҺ (1 100) 2015 2015   Сергей Чистяков   Екатерина Лебедева
Торнадо   Дмитров «Дмитров» СК (2 000) 2003 2015   Алексей Чистяков   Анна Шохина

Миҙгел форматыҮҙгәртергә

Һәр команда ҡалған командалар менән бер миҙгел эсендә алтышар осрашыу үткәрә. 2016/2017 йылдар миҙгелендә һәр команда 36 уйын үткәрә. Ҡалған Рәсәй хоккей лигаларындағы кеүек даими миҙгелдән һуң был лигала плей-офф уйындары юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими чемпионат ҡына бар. Даими чемпионат бөткәс Рәсәй чемпионы, вице-чемпион һәм бронза миҙалы яулаусы билдәләнә.

2017 йылдан башлап ҠҠХЛ чемпионын билдәләр өсөн плей-офф индерелә. Даими чемпионатта һәр команда башҡалар менән алтышар уйын үткәрә, бөтәһе — 36 осрашыу. Һөҙөмтәләр буйынса дүрт иң яҡшы команда плей-оффҡа эләгә, шунда ярымфиналдар ике еңеүгә һәм финал өс еңеүгә тиклем дауам итә. Шулай уҡ календарҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар уйыны һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей ял көндәре кеүек ХАХФ махсус проектарына урын ҡаралған[13].

2019/2020 йылдар миҙгеленән алып лигала 8 команда сығыш яһай, һәр коллектив башҡа дәғүәселәр менән өйҙә һәм ҡунаҡта икешәр уйын үткәрә. Тимәк бөтә клубтар даими чемпионатта 28 осрашыу уҙғара.

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләреҮҙгәртергә

2015 йылда барлыҡҡа килгәндән бирле лигала 10 команда ҡатнашҡан була. Таблицала һәр команданың даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса урындары һандар менән күрһәтелгән. 2017 йылда индерелгән плей-офф һөҙөмтәләре төҫ менән билдәләнгән.

Команда 2016 2017 2018 2019 2020 2021
КРС Ванке Рэйз 2
Ағиҙел 2 2 1 1 1
Торнадо 1 1 2 5 3
Бирюса 3 4 5 3 4
СКИФ 5 5 4 4 6
СӨЙК 7 7 7 7 8
Динамо-Нева
МСМО 7.62
Динамо СПб 4 3 3 2 7
Горный* 6 6 6 6 5
Төҫ Аңлатмаһы
Ҡыҙыл ҠҠХЛ чемпионы
Һары Финалсы
Йәшел Ярымфиналсылар
Күк Миҙгелдә ҡатнаша
Һоро Миҙгелдә ҡатнашмай
Иҫкәрмәләр: тәүге ике миҙгелдә плей-офф булмай. Шуға күрә күрһәтелгән һандар йомғаҡ урындары ла була

* Элекке исеме «Арктик-Университет»

Бөтә йондоҙҙар уйыныҮҙгәртергә

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙары уйыны тәүге миҙгелдә үк Мытищи ҡалаһында булырға тейеш ине. Тик улай барып сыҡмай. Икенсе миҙгелдә йондоҙҙар уйыны Өфө ҡалаһында 2017 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостанда хоккей аҙнаһы сиктәрендә үтә[14]. Уйын Көнсығыш—Көнбайыш командалары араһында уйын форматында үтә. 2018 йылда Астанала үткән йондоҙҙар уйынында Ҡаҙағстан хоккейсылары ла ҡатнаша.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. ФХР и КХЛ договорились о сотрудничестве при создании Женской хоккейной лиги
  2. Создана Женская хоккейная лига
  3. Яшин: создание ЖХЛ пока приостановлено, о сроках говорить сложно
  4. ФХР передала права на проведение женского чемпионата КХЛ
  5. Утвержден логотип Женской хоккейной лиги(недоступная ссылка)
  6. Курское "Динамо" решило сняться с чемпионата ЖХЛ. Официальный сайт Женской хоккейной лиги 2016 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған.
  7. Утвержден календарь ЖХЛ 2017 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
  8. ГЕОРГИЙ КОБЫЛЯНСКИЙ: КХЛ ПОСТАРАЕТСЯ СДЕЛАТЬ КУБОК ПРЕЗИДЕНТА РК БОЛЕЕ ПРЕДСТАВИТЕЛЬНЫМ
  9. В пятом сезоне ЖХЛ - восемь команд
  10. «Динамо-Нева» - участник Чемпионата ЖХЛ сезона 2020/2021
  11. Состав участников шестого сезона ЖХЛ
  12. «Белые Медведицы» һәм «Ледяные Крылья» Лигаға ҡушылалар
  13. Представители клубов ЖХЛ обсудили формат нового сезона 2017 йылдың 11 июнь көнөндә архивланған.
  14. Очередной сезон Чемпионата женской хоккейной лиги стартует 3 сентября 2016 йылдың 4 сентябрь көнөндә архивланған.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Үткән:
Рәсәй чемпионаты
Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар лигаһы
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы
Киләһе: