Пругова Анна Александровна

Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы

Пругова Анна Александровна (20 ноябрь 1993 йыл, Хабаровск, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионатының бронза миҙалын яулаусы. Әлеге ваҡытта Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Ағиҙел» командаһы уйынсыһы. 2018 һәм 2019 йылдарҙа ҠҠХЛ кубогына эйә була.

Анна Пругова
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

174 см

Ауырлығы

64 кг

Ҡулсыр

һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

20 ноябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (31 йәш)
Хабаровск, Рәсәй

Карьера
2004—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
?—2015 Рәсәй флагы Торнадо
2015—2016 Рәсәй флагы Динамо СПб
2016—ә.в. Рәсәй флагы Ағиҙел
Халыҡ-ара миҙалдары
Дәүләт наградалары

Анна Пругованың үҙенең әйтеүе буйынса, ул хоккей менән «Амур» хоккей клубының уйынында мауыға башлай, ә атаһы 8 мартҡа ҡапҡасы формаһын бүләк итә. Анна «Самородок» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубында уйнай башлай.

1,5 йылдан уны «Амур-1993» малайҙар командаһы өсөн сығыш яһай[1], үҫмерҙәр араһында Владислав Третьяк кубогында ла ҡатнашып өлгөрә.

Шунан ул Дмитровтан «Торнадо» хоккей клубына күсә. Был клуб менән Анна Рәсәй чемпионатын һәм Европа чемпиондары кубогын дүртешәр тапҡыр яулай.

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында

үҙгәртергә

2015 йылда Рәсәй чемпионаты урынына Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы нигеҙләнә. Яңы лиганың тәүге миҙгеле алдынан Анна Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубына күсә.

2015/2016 йылдар миҙгелендә Анна 11 осрашыуҙың дүртәүһен еңә һәм бер тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра, ә «Динамо» бронза миҙалдарҙы еңә.

ҠҠХЛ тәүге миҙгеле тамамланғас, Анна Пругова үткән чемпионаттың көмөш миҙалсыһы Өфөнән «Ағиҙел» хоккей клубына күсә[2].

Анна командала Юлия Лескина менән алмашып уйнай, 19 осрашыуҙың ун бишендә еңә һәм 4 тапҡыр бер гол да үткәрмәй.

«Ағиҙел» икенсе тапҡыр ҠҠХЛ чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай.

Миҙгел тамамланғас, Юлия Лескина команданан китә, ә уның урынына ике йәш ҡапҡасы килә. Шуға күрә Анна команданың төп ҡапҡасы ролен үҙенә ала.

Даими чемпионаттың тәүге яртыһында күрһәткән һөҙөмтәләр өсөн Анна Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынына саҡырыу ала[3]. Шунда ул Көнсығыш командаһы менән еңеү яулай. Даими миҙгелде «Ағиҙел» тәүгегә беренсе урында тамалай. Плей-оффта Өфө хоккейсылары тәүҙә «СКИФ» (2-0), ә аҙаҡтан ғәмәлдәге чемпионы — «Торнадо» клубын (3-0 серияла иҫәп) еңеп тәүгегә ҠҠХЛ чемпиондары исемен яулай. Анна миҙгелдә барыһы 25 уйында ҡатнаша һәм икәүһендә генә еңеү яуламай, алты тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Шулай уҡ Пругова Лиганың миҙгелдә иң яҡшы уйынсы исеменә номинантлана.

2018/2019 йылдар миҙгелендә Анна «Ағиҙел» өсөн бөтә 42 осрашыуҙа ла ҡатнаша, даими миҙгелдә 27 еңеү яулай һәм шуларҙың туғыҙ уйынында бер гол да үткәрмәй — лиганың яңы рекордтары. Шулай уҡ ҡапҡасы икенсе йыл рәттән ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнаша[4]. «Ағиҙел» даими миҙгелдә беренсе урынды яулай, плей-оффтың ярымфиналында «СКИФ» (2-1 серияла иҫәп) һәм финалында «Динамо» (3-0) хоккей клубтарын отоп, икенсе йыл рәттән Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының чемпионы исемен яулай[5]. Анна Пругова миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы һәм ҡапҡасыһы тип таныла[6].

Рәсәй йыйылма командаһында

үҙгәртергә

2009 йылда Анна 15 йәшендә юниорҙар араһында донъя чемпионатына бара, шунда бөтә биш уйында ла ҡатнаша. Ҡапҡасылар араһында иң яҡшы статистика күрһәткәндәрҙең береһе була, ә Рәсәй командаһы турнирҙы етенсе урында тамамлай.

2010 йылдағы юниорҙар донъя чемпионаты Рәсәй өсөн бик насар була — Анна Пругова командаһы менән һуңғы һигеҙенсе урынды яулай һәм киләһе йылда бер дивизионға түбәнәйә.

2010 йылғы Канаданың Ванкувер ҡалаһында Ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей турнирында Рәсәй төп йыйылма командаһына Анна Пругова 16 йәшендә саҡырыла. Шунда ул бер уйында ғына ҡатнаша, ә Рәсәй турнирҙы алтынсы урында тамамлай .

2011 йылдың башында юниорҙар донъя чемпионатының беренсе дивизионы Рәсәйҙә үтә. Шунда хужа команда бар биш уйында ла ҙур иҫәп менән еңә һәм кире ТОП дивизионға ҡайтырға хоҡуҡты яулай. Анна бөтә биш уйында ла ҡатнаша.

Шул уҡ йылда ул Рәсәй төп йыйылма командаһы менән тәү тапҡыр донъя чемпионатына барып ҡайта. Унда команда бронза миҙалдары өсөн уйынға тиклем барып етә, Әммә Финляндия файҙаһына отола. Анна Пругова команданың был турнирында төп ҡапҡасы була.

Киләһе йылда Америкала үткән донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы турнирҙы алтынсы урында ғына тамамлай. Ә Анна был чемпионаттың 4 уйынында ҡатнаша.

2013 йылғы Канадала үткән донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы үҙ тарихында икенсе тапҡыр бронза миҙалдарҙы яулай. Ә Пругова уға бирелгән өс уйындың берәүһендә еңеүгә өлгәшә.

2013 йылда Ҡышҡы Универсиадала Рәсәй студенттар командаһы составында Анна Пругова тағы бронза миҙалдарын яулай.

2014 йылдың февралендә Ҡышҡы Олимпия уйындары Рәсәйҙә Сочи ҡалаһында үтә. Рәсәй командаһы «Б» төркөмөндә беренсе урынды яулай. Әммә сирекфиналда Швейцарияға отола. Өҫтәүенә, бишенсе урын өсөн уйында Финляндияға ла отола.

Өйөндәге Олимпия уйындарын Рәсәй хоккей командаһы алтынсы урында тамамлай, ә Анна турнирҙың иң яҡшы биш ҡапҡасылар исемлегенә керә.

2016 йылда Канадалағы донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы тағы ла бронза миҙалдарын яулай. Киләһе тапҡыр Анна Рәсәй йыйылма командаһына тик 2019 йылда Финляндияла үткән донъя чемпионатында ҡатнашыр өсөн саҡырыла[7]. Шунда ул 5 уйында ҡатнаша, ә Рәсәй командаһы бронза миҙалы өсөн уйында Канадаға отола.

Статистика

үҙгәртергә
Һуңғы яңыртыу: 1 август 2018

Клубта карьераһы

үҙгәртергә
Бында статистика Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында ғына күрһәтелгән
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ
2015/16 Динамо СПб ҠҠХЛ 11 4 5 635 29 1 2.7 90.91 Лигала плей-офф үткәрелмәй
2016/17 Ағиҙел ҠҠХЛ 19 15 1 1085 37 4 2 92.01
2017/18 Ағиҙел ҠҠХЛ 20 18 1 1155 25 5 1.3 94.23 5 5 0 299 8 1 1.6 93.6
2018/19 Ағиҙел ҠҠХЛ 36 27 8 2128 61 9 1.72 93.08 6 5 1 368 10 0 1.63 91.4
2019/20 Ағиҙел ҠҠХЛ
Бөтәһе ҠҠХЛ-да 86 64 15 5004 152 19 1.77 92.83 11 10 1 668 18 1 1.64 92.5

Халыҡ-ара карьераһы

үҙгәртергә
Йыл Команда Турнир Урын У Е О Мин ҮШ «0» КН %КҠШ
2009 Рәсәй U18 ЮДЧ 7 5 2 3 255 17 0 3.99 92.41
2010 Рәсәй U18 ЮДЧ 8 5 0 5 277 20 0 4.32 90.65
2010 Рәсәй ОУ 6 1 0 1 31 10 0 19.35 61.54
2011 Рәсәй U18 ЮДЧ-1   5 5 0 209 2 0 0.57 96.15
2011 Рәсәй ДЧ 4 5 2 3 291 19 0 3.91 91.0
2012 Рәсәй ДЧ 6 4 0 4 219 16 0 4.36 86.67
2013 Рәсәй Универсиада   7 3 3 365 19 0 3.12 90.16
2013 Рәсәй ДЧ   3 1 1 130 7 0 3.22 89.39
2014 Рәсәй ОУ 6 5 2 2 265 9 0 2.03 91.43
2016 Рәсәй ДЧ   2 0 2 38 7 0 3.22 76.67
2019 Рәсәй ДЧ 4 5 0 2 105 13 0 7.43 84
Бөтәһе (юниор) 15 7 8 741 39 0 2.96 93.07
Бөтәһе (төп команда) 32 8 18 1444 100 0 3.12 83.9

Ҡаҙаныштар

үҙгәртергә
  • Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы — 2010/11, 2011/12, 2012/13, 2014/15, 2017/18, 2018/19.
  • Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2013, 2013.
  • Европа чемпиондары кубогының эйәһе — 2009/10, 2011/12, 2012/13, 2013/14.
  • ҠҠХЛ чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2016/17.
  • ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны ҡатнашыусыһы — 2018, 2019.
  • ҠҠХЛ чемпионы — 2017/18, 2018/19.
  • ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы уйынсыһы — 2018/19.
  • ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы ҡапҡасыһы — 2018/19.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

2017 йылдың июнь айында Анна Пругова ҡапҡасы Павел Шегалоға кейәүгә сыға[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә