Төп менюны асырға

Хуанхэ

Ҡытайҙағы йылға, Азиялағы иң ҙур йылға

Хуанхэ[1] (ҡыт. трад. 黃河, упр. 黄河, пиньинь: Huáng hé) — Ҡытайҙағы йылға, Азиялағы иң ҙур йылғаларҙың береһе . Ҡытай теленән тәржемәһе — «Һары йылға», йылға ағымы менән ағып килгән ваҡ ҡырсын, балсыҡ киҫәктәре уның төбөнә һәм ярҙарына ултыра барған, һөҙөмтәлә Хуанхэның һыуы һарыраҡ төҫтә[2]. Нәҡ шуға ла был йылға ҡойған диңгеҙ Һары диңгеҙ тип атала. Хуанхэ йылғаһы бассейны ҡытай этносының формалашҡан һәм нығынған урыны тип һанала .

Хуанхэ
Рәсем
Исток водотока Баян-Хара-Ула[d]
Ҡайҙа ҡоя Бохайский залив[d]
Приток Фэньхэ[d], Таохэ[d], Вэйхэ[d], Yiluo River[d], Дасяхэ[d], Удинхэ[d], Qin He[d], Датунхэ[d], Daqing River[d], Dawen River[d], Цзишуй[d], Хуаншуй[d], Мацюй[d], Дахэйхэ[d], Цзулихэ[d], Q20019976? һәм Duo Qu[d]
Водоём на реке Джарин-Нур[d] һәм Орин-Нур[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Ҡытай
Һыу сығымы 2571 м³/с
Бассейн майҙаны 752 000 км²
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Цинхай, Сычуань[d], Ганьсу[d], Нинся-Хуэйский автономный район[d], Внутренняя Монголия[d], Шэньси[d], Шаньси[d], Хэнань[d] һәм Шаньдун[d]
Оҙонлоҡ 5464 километр
Ошо юлдың картаһы
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Хуанхэ[d]
Commons-logo.svg Хуанхэ Викимилектә

Хуанхэ йылғаһы Тибет ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөндә 4000 м ашыу бейеклектә башлана, Орин-Нур һәм Джарин-Нур күлдәре, Куньлунь һәм Наньшань тау армыттары аша аға. Ордос һәм Лёссовый яйлаларын киҫеп үткәндә үҙенең урта ағымында оло бөгөл хасил була, артабан Шаньсий тауҙары тарлауығы аша Бөйөк Ҡытай тигеҙлегенә сыға, уның буйынса яҡынса 700 км аҡҡандан һуң Һары диңгеҙҙең Бохай ҡултығына ҡоя һәм ошонда дельта барлыҡҡа килтерә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса йылға оҙонлағо 4670 километрҙан 5464 километрға тиклем, ә майҙаны 771 мең квадрат километрҙан 745 мең квадрат километрға етә.

Йылға аша секундына яҡынса 2000 кубометр һыу аға. Йәйгеһен һыу кимәле тигеҙлектәрҙә 5 метрға тиклем, ә тауҙарҙа 20 метрға тиклем күтәрелгәндә йылғала муссондарға хас күренештәр күҙәтелә.

Люцзяся ГЭС-ы, Линься-Хуэй автономиялы округының Юнцзин өйәҙе

Хуанхэ, Лёссовый яйлаһын һәм Шаньсий тауҙарын йыуҙыртып, йыл һайын 1,3 миллиард тонна таш һәм балсыҡтан торған ҡатнашманы диңгеҙгә алып сыға, был йәһәттән ул донъялағы йылғалар араһында беренсе урынды биләй. Ағым алып килгән таш һәм балсыҡ ҡатнашмаһы йылға төбөнә үтә интенсив рәүештә ултырыу сәбәпле, түбәнге ағымында тирә-яғындағы тигеҙлектән 3 метрҙан 10 метрға тиклем юғарыраҡ урынлашҡан йылға улағы тағы юғарыраҡ күтәрелә. Ташҡындарҙан һаҡланыу маҡсатында, Хуанхэ йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары дөйөм алғанда 5 мең километр оҙонлоғондағы масштаблы дамбалар менән кәртәләнгән. Дамбаларҙың йырылыуы ҙур һыу баҫыуҙарға һәм йылға улағының икенсе урынға күсеүенә килтерә. Ташҡын кешеләрҙең күпләп һәләк булыуына килтергәнгә күрә, йылғаға «Ҡытай ҡайғыһы» тигән ҡушамат бирелә. Хуанхэ улағының икенсе урынға күсеүенең иң юғары күрһәткесе — 800 километр.

Беҙҙең эраның 11-се йылында Хуанхэның, дамбаны йырып, яңы улаҡҡа күсеүе гуманитар һәләкәттең сәбәбе була, шул вҡытта Синь династияһының ҡолауына килтергән факторҙарҙың береһе лә булып тора. Беҙҙең эраның 602 йылынан беҙҙең көндәргә тиклем йылға улағының 26 тапҡыр урынын алмаштырыуы һәм 1573 тапҡыр дамбаның йырылыуы теркәлгән[3]. 1931 йылда (тәбиғи) һәм 1938 йылдағы һыу баҫыу — иң ҙур һәләкәттәрҙән иҫәпләнә. 1938 йылда дамбаны Гоминьдан властары япон армияһының һөжүмен туҡтатыу маҡсатында йыра.

ГеографияһыҮҙгәртергә

Хуанхэ йылғаһы бассейны 140 миллионға яҡын кешене эсәр һыу һәм һуғарыу өсөн һыу менән тәьмин итә[4].

Дөйөм алғанда Хуанхэ ете хәҙерге заман провинцияһы һәм ике автономлы район (көнбайыштан көнсығышҡатабан): Цинхай, Ганьсу, Нинся-Хуэй, Эске Монголия, Шэньси, Шаньси, Хэнань һәм Шаньдун райондары аша аға. Ланьчжоу, Иньчуань, Ухай, Баотоу, Лоян, Чжэнчжоу, Кайфын һәм Цзинань (күсенеүҙәр шулай уҡ көнбайыштан көнсығышҡа табан барған) — йылға үҙәнендә урынлашҡан иң ҙур ҡалалар. Хуанхэ тамағы Кэньли (Шаньдун) өйәҙендә урынлашҡан.

Ғәҙәттә йылғаны өс өлөшкә бүлеп йөрөтәләр — үрге, урта һәм түбәнге ағымы. Уларҙы айырыу өсөн төрлө ысулдар ҡулланыла; был мәҡәләлә Желторецкий гидротехник Комиссияһы (Yellow River Conservancy Commission) ҡулланған бүленеш яҡтыртыла[5]. Был бүленеш буйынса йылғаның үрге ағымы төньяҡ-көнсығышта Тибет тауҙары һәм Ҡытайҙың төньяҡ-көнбайышындағы Лёссовый яйлаһы буйлап үтә; урта ағымы Ордос һәм Шэньси араһындағы тигеҙлек һәм тарлауыҡтар буйлап үтә; йылғаның түбәнге ағымы Бөйөк Ҡытай тигеҙлегенән аға.

Йылға башыҮҙгәртергә

 
Хуанхэ Сюньхуа-Салар автономлы өйәҙе янында, Цинхайпровинцияһының көнсығышында

Һары йылғаһының ағымын бүлеүҙә үрҙә атап үтелгән схема ҡулланылғанда уның үрге ағымына Баян-Хара-Ула тауҙарынан Хэкоу ҡасабаһына тиклемге өлөшө инә (Хух-Хото округының Тогто өйәҙе, Эске Монголия), унда йылға ҡапыл көньяҡҡа борола.

Был өлөштөң дөйөм оҙонлоғо 3472 км һәм йылға бассейны майҙаны 386 000 кв. км, ул бассейндың дөйөм майҙанының 51,4 процентын тәшкил итә.

 
Хэтао төбәге («Һары йылғаның Бөйөк бөгөлөшө»)

Хуанхэ йылғаһының башы Баян-Хара-Ула тауында, Цинхай провинцияһы Юйшу-Тибет автономиялы округының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Унан йылға көнсығышҡа табан аға, һәм, шул уҡ провинцияның Голог-Тибет автономиялы округына инеп, тап-таҙа һыулы ике Джарин-Нур һәм Орин-Нур күлдәре аша үтә (улар шулай уҡ тибет исеме аҫтында Мцо-Хчар һәм Мцо-Хнор булараҡ та, ҡытайса Чжалин һәм Элин күлдәре тип атала, ә русса Пржевальский уларҙы Экспедиция һәм Русский күлдәре тип атаған[6]).

Бында «Өс йылға башы» тип аталған милли тәбиғәт ҡурсаулығы бар, ул Хуанхэ, Янцзы һәм Меконг йылғалары шишмәләрен һаҡлау өсөн булдырылған.

Артабан Хуанхэ Цинхайҙың көньяҡ-көнсығыш һәм Ганьсу тауҙары араһынан бормаланып аға, хатта Сычуандың төньяҡ сигенә лә үтеп инә.

Тибет ҡалҡыулығын үтеп, йылға, ниһайәт, Лёссовый яйлаһына сыға. Бында ул төньяҡ-көнсығышҡа һәм Нинся һәм Эске Монголия аша көнсығышҡа табан аға, көнбайыштан һәм төньяҡтан Ордосты урап үтеп, «Һары йылғаның (Хэтао) Бөйөк бөгөлөн» барлыҡҡа килтерә. Был үтә ҡоролоҡло төбәк, йылғаның бында бер ниндәй ҡушылдығы ла юҡ, шуға ла Хуанхэға өҫтәмә һыу ҡушылмай. Киреһенсә, Хэтаоның көнбайышында (Иньчуань тигеҙлеге) һәм көнсығышында (Эске Монголия) уның һыуы һуғарыу өсөн ҡулланыла.

Үрге ағымда йылға күп һанлы тарлауыҡтар (Лунъянся, Цзишися, Люцзяся, Бапанься, һ. б. — Ҡытай географтары иҫәпләүҙәре буйынса бөтәһе 20) аша үтә. Иньчуань тигеҙлегенә сығыр алдынан тарлауыҡтарҙың һуңғыһы — Цинтунся.

Урта ағымыҮҙгәртергә

 
Хукоу[en] шарлауығы, Шэньси һәм Шаньси сигендә

Хуанхэның Хэкоу (Эске Монголия) һәм Чжэнчжоу (Хэнань провинцияһы) араһындағы өлөшө йылғаның урта ағымын тәшкил итә. Уның оҙонлоғо — 1206 км, бассейны майҙаны 344 000 км² һәм, һәм дөйөм күләмдең 45,7 проценты. Урта ағымда Хуанхэға 30 ҙур йылға ҡушыла, һәм һыу күләме 43,5 процентҡа арта.

Урта ағымында йылға башта, Шэньси һәм Шаньси араһында сик барлыҡҡа килтереп, көньяҡҡа аға, ә һуңынан, Шаньси менән Хэнаньды айырып, көнсығышҡа табан йүнәлә. Йылға Лёссовый яйлаһы аша үтә, унда ул ярайһы уҡ эрозияға дусар ителә. 1933 йылда Хуанхэ йылғаһы рекорд күләмендә ләм сығара (3.91 миллиард тонна). 1977 йылда ләмдең иң юғары концентрацияһы теркәлә (920 кг/м³).

Йылға урта ағымында бер өҙлөкһөҙ дауам иткән оҙон үҙәндәр аша аға. Мул һыулы гидродинамик ресурстар йылғаның был өлөшөн гидроэлектростанциялар төҙөү өсөн уңайлы урынға әйләндерә.

Түбәнге ағымыҮҙгәртергә

Хуанхэ йылғаһының Чжэнчжоуҙан диңгеҙгә тиклем дауам иткән түбәнге ағымының оҙонлоғо 786 км. Бында йылға Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге аша төньяҡ-көнсығышҡа табан аға, һәм, ниһайәт, Һары диңгеҙгә барып ҡоя. Был участкала һыу бассейны майҙаны 23 000 квадрат километр тәшкил итә, был дөйөм майҙандың 3 проценты. Был өлөштә ҡушылдыҡтарҙың бик аҙ булыуы сәбәпле, һыу ҙа бик аҙ өҫтәлә[7].

Халыҡ хужалығында ҡулланыуҮҙгәртергә

Хуанхэ һыуҙары ауыл хужалығы биләмәләрен һуғарыу өсөн әүҙем ҡулланыла (башлыса түбәнге ағымында һәм Хэтао тигеҙлегендә). Йылғала бер нисә ГЭС төҙөлгән. Йылға Бөйөк канал ярҙамында Хуайхэ һәм Янцзы йылғалары менән тоташҡан.

Хуанхэ йылғаһының участкаларында, атап әйткәндә Бөйөк Ҡытай тигеҙлегендә суднолар йөрөй. Хуанхэ йылғаһы үҙәнендә халыҡ күп йәшәй. Ланьчжоу, Иньчуань, Баотоу, Лоян, Чжэнчжоу, Кайфэн, Цзинань кеүек эре ҡалалар Хуанхэ ярҙарында урынлашҡан.

ГидроэлектростанцияларҮҙгәртергә

КүперҙәрҮҙгәртергә

Йылғаның үрге ағымындағы провинцияларҙағы тәп күперҙәр:

Шаньдун провинцияһы

  • Шэнли күпере (ингл. Shengli Yellow River Bridge)
  • Биньжоуҙағы шоссе күпер (ингл. Binzhou Yellow River Highway Bridge)
  • Сунькоуҙағы шоссе күпер (ингл. Sunkou Yellow River Highway Bridge)
  • Чжуншань күпере (ингл. Zhongshan Bridge)
  • Цзинань күпере (ингл. Jinan Yellow River Bridge)

Хэнань провинцияһы

  • Кайфэн күпере (ингл. Kaifeng Yellow River Bridge)
  • Чжэнчжоуҙағы күпер (ингл. Zhengzhou Yellow River Bridge)

Шаньси и Хэнань провинциялары

  • Сянмэнь күпере (ингл. Sanmen Yellow River Bridge)

Шэньси и Хэнань провинциялары

  • Ханьчэн-Юмэнькоу күпере (ингл. Hancheng Yumenkou Yellow River Bridge)

Нинся-Хуэй автономиялы районы

  • Иньчуань күпере (ингл. Yinchuan Yellow River Bridge)

Эске Монголия провинцияһы

  • Баотоуҙағы күпер (ингл. Baotou Yellow River Bridge)

Ганьсу провинцияһы

  • Ланчжоуҙағы күпер (ингл. Lanzhou Yellow River Bridge)
  • Ланчжоу-Чжуншань күпере (ингл. Lanzhou Zhongshan Bridge)

Цинхай провинцияһы

  • Дажилағы күпер (ингл. Dari Yellow River Bridge)
  • Цзалинхулағы йылға аша сығыу урыны (ингл. Zalinghu crossing)

Йылғаның үҙгәреүҙәре тарихыҮҙгәртергә

Йылғала ташҡындар бик йыш булып тора. Һуңғы 3000—4000 йылда Хуанхэ 1593 тапҡыр таша, беҙҙең эраға тиклемге 602 йылдан беҙҙең көндәргә тиклем уның улағы 12 тапҡыр урынын алмаштыра (кәмендә 5 масштаблы үҙгәрештәр була). Икенсе бер сығанаҡ һуңғы 3000 йыл эсендә йылғаның 1500 тапҡырҙан ашыу ташыуы һәм улағының 26 тапҡыр урынын алмаштырыуы тураһында раҫлай (уларҙың 9-ы үтә киң масштаблы була). Көслө ағым даими рәүештә килтергән ләм һәм балсыҡ, йылға төбөнә ултырып, ағым йүнәлешенең үҙгәреүенә килтерә. Һөҙөмтәлә тәбиғи быуалар хасил була, улар әкренләп өйөлөүен дауам итә. Мул һыу ағымы диңгеҙгә табан ағыу өсөн яңы юлды эҙләргә мәжбүр була, шуға ла яңы үҙәндә һыу ташыуҙар күҙәтелә. Һыу баҫыуҙарҙың ҡасан булырын алдан күҙаллап булмағанға күрә, ҡытай фермерҙары өсөн ҙур ауырлыҡтар тыуа.

Боронғо замандаҮҙгәртергә

Цинь династияһы (беҙҙең эраға тиклем 221—206 йылдар) ваҡытындағы тарихи карталар ул заманда Һары йылғаның хәҙерге улаҡтан байтаҡҡа төньяҡтараҡ ағыуын раҫлай. Был карталар йылға хәҙерге Тяньцзинь эргәһендәге Бохай ҡултығына ҡойғанға тиклем, Лоянды үтеп, Шаньси һәм Хэнань араһындағы, артабан Хэбэй һәм Шаньдун провинциялары араһындағы сиктәр буйлап аға. Беҙҙең эраға тиклем 602 йылда йылға үҙенең улағын бына шулай үҙгәртә. Боронғо Ҡытай йылъяҙмалары буйынса 11-се йылдағы уғата ҙур ташҡын Синь династияһының ҡолауына килтерә. Беҙҙең эраның 9—23 йылдарында йылға тағы үҙенеү улағын үҙгәртә.

Урта быуаттарҙаҮҙгәртергә

1194 йылда йылға артабанғы 700 йыл буйы урынын алмаштырмаған яңы улағын барлыҡҡа килтерә. Хуанхэ йылғаһының батҡағы Хуайхэ йылғаһының тамағына ултыра, шуның һөҙөмтәһендә хасил булған ҙур ташҡын меңләгән кешене йортһоҙ, ҡаралтыһыҙ ҡалдыра. Һары йылға 1897 йылда үҙенең хәҙерге улағынан аға башлай. Әлеге ваҡыта Хуанхэ Шаньдун провинцияһының баш ҡалаһы Цзинань аша аға һәм Бохай ҡултығына ҡоя, әммә йылғаның көнсығыштағы улағы күп тапҡырҙар үҙенең урынын алмаштырып тора.

Хәҙерге замандаҮҙгәртергә

1931 йылда Хуанхэлағы ташҡын ваҡытында Төньяҡ Ҡытай тигеҙлегендә йәшәгән 1 000 000-дан алып 4 000 000-ға тиклем кеше һәләк була[8].

Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, Хуанхэ йылғаһындағы йыш ҡына ҡабатланып торған һыу баҫыуҙар антропоген фактор арҡаһында барлыҡҡа килә. Дамбалар төҙөү халыҡты ташҡын эҙемтәләренән ҡотҡармай, ә киреһенсә, уларҙы булдыра ғына[9].

ҠушылдыҡтарыҮҙгәртергә

  • Мацюй
  • Дасяхэ
  • Таохэ
  • Хуаншуй
  • Цзулихэ
  • Удинхэ
  • Вэйхэ
  • Лохэ
  • Дахэйхэ

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. устар. «Хуан-Хе»
  2. Хуан-хэ // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Li Feng, Landscape and Power in Early China (2006), p.58
  4. New York Times http://video.nytimes.com/video/2006/11/17/world/1194817103057/china-s-yellow-river-part-1.html
  5. Yellow River Conservancy Commission. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 март 2007. 23 февраль 2011 тикшерелгән.
  6. П. К. Козлов, "Монголия и Кам. Трёхлетнее путешествие по Монголии и Тибету (1899—1901 гг.)
  7. Yellow River: Geographic and Historical Settings. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 октябрь 2010.
  8. White Matthew The Great Big Book of Horrible Things — W. W. Norton, 2012. — P. 47. — ISBN 9780393081923.
  9. Владислав Топорков Китайцы затопили себя сами. lenta.ru (24 июня 2014). 2 октябрь 2014 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә