Тайвань боғаҙы (ҡыт. 臺灣海峽, элек Формоза боғаҙы тип аталған) — Азия ҡитға өлөшөнөң көнсығыш яр буйы һәм Тайвань утрауы араһындағы боғаҙ.

Тайвань боғаҙы
ҡыт. 臺灣海峽
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраКөньяҡ Ҡытай диңгеҙе, Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе
Илдәр
БүләЕвразия һәм Тайвань утрауы 
Киңлеге130—380 км
Оҙонлоғояҡынса 400 км
Иң тәрән урыны1773 м
 Taiwan Strait Викимилектә

Төп порттары: Гаосюн, Фучжоу һәм Сямынь.

География

үҙгәртергә

Тайвань боғаҙы Көньяҡ Ҡытай һәм Көнсығыш Ҡытай диңгеҙҙәрен тоташтыра. Боғаҙ оҙонлоғо яҡынса 400 км, киңлеге — 130—380 км. Фарватерҙа иң һай тәрәнлеге — 60 м, максималь тәрәнлеге — 1773 м. Ҡышын боғаҙҙағы ағым (тиҙлеге яҡынса 1 км/сәғ) көньяҡ-көнбайышҡа, ә йәйен — төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлә. Боғаҙҙың төньяҡ өлөшөндә һыу артымы 7,5 метрға барып етә. Һыу артымы ағымдарының тиҙлеге 6,5 км/сәғ тиклем барып етә.

Ҡитға яр буйы бихисап утраулы ҡултыҡтар менән ҡырҡылған, Тайвань утрауы яр буйы тигеҙерәк. Боғаҙҙың көньяҡ өлөшөндә Пэнху архипелагы урынлашҡан.

 
Сямынь бухтаһы.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы хөкүмәте боғаҙ аҫтында Фучжоу һәм Тайбэй ҡалаларын тоташтырыусы транспорт тоннелен төҙөү планын эшләй. Төҙөү урынына ҡарап тоннелдең оҙонлоғо 127 километрҙан 207 километрғаса барып етә, һуңғы варианты ниндәй генә булһа ла был донъялағы иң оҙон һыу аҫты тимер юл тоннеле буласаҡ[1][2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә