Ҡытай цивилизацияһы (мәҙәниәте) — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ҡытай ғалимдары раҫлауынса, уның йәше биш мең йыл булыуы мөмкин, шул уҡ ваҡытта билдәле булған яҙма сығанаҡтар 3500 йылдан да кәм булмаған осорҙо һүрәтләй. Бер-береһен алмаштырып килгән династияларҙың һәр ҡайһыһы тағы ла яҡшыртып камиллаштырған идара итеү системаһы, Хуанхэ һәм Янцзы йылғалары бассейнындағы оло майҙанлы ауыл хужалығы тәғәйенләшендәге ер биләмәләрен сағыштырмаса иртә үҙләштереү күршеләге күскенсе һәм тау халыҡтары менән сағыштырғанда Ҡытай дәүләте өсөн күп өҫтөнлөктәр тыуҙырған. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеп ҡабул итеү һәм яҙыуҙың берҙәм системаһын индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.

Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Ҡытай тарихын объектив күҙаллау өсөн белгестәр, традицион Хань тарихнамәһенә нигеҙләнеп, уны түбәндеге осорҙарға бүлеп йөрөтә:

  • Тарихҡа тиклемге Ҡытай (Ся, Шан, Чжоу — б. э. т. 221 йылғаса)
  • Империялар Ҡытайы (Цинь — Цин)
  • Яңы Ҡытай (1911 йылдан бөгөнгәсә)

Мәғлүмәттәре аҙыраҡ беренсе осор ваҡыт йәһәтенән икенсе осор менән яҡынса бер тигеҙ; икенсе осор үҙ сиратында «Тәүге» (Тан дәүеренең аҙағынаса) һәм «Һуңғы» (Цин дәүеренең аҙағынаса) өлөштәргә бүлеп тә йөрөтөлә.

Бында традицион ҡытай тарихнамәһенең күрше йәшәгән халыҡтарҙың (монголдар, манжурҙар) үҙаллы дәүләттәрен дә Ҡытайға индереүен һәм, уларҙың айырым тарихтарын иҫәпкә алмай, дөйөм ҡытай тарихы эсендә ҡарауын иҫәпкә алырға кәрәк.

Тарихҡа тиклемге Ҡытай үҙгәртергә

Ҡытай дәүләтенә исем биргән «хань» этносының боронғо ата-бабалары «Баньпо 1», «Шицзя», «Баньпо 2», «Мяодигоу», «Чжуншаньчжай 2», «Хоуган 1» һәм башҡа исемле мәҙәни төркөмдәргә берләштереп йөрөтөлә. Улар тарих фәнендә «Яншао» тигән дөйөм атама менән берләштерелә. Был халыҡтар — таш быуаттың иң һуңғы осоро булған – урта неолит дәүере (б.э.т. яҡынса 4500-2500 йылдар) вәкилдәре, Хуанхэ йылғаһы бассейнында йәшәгән, бөртөклө иген культуралары, шул иҫәптән могар (урыҫса чумиза – тарыға оҡшаш ашлыҡ) сәсеп үҫтергән, сусҡа ҡараған. Һуңыраҡ был төбәктә Луншань мәҙәниәте таралыу ала: Яҡын Көнсығыштан яңы төр башаҡлылар (бойҙай һәм арпа), йорт хайуандарынан һыйыр, һарыҡ һәм кәзә килә.

Шан-Инь дәүләте үҙгәртергә

Шан-Инь дәүләте (ҡытайса 商殷, урыҫса династия Шан, ябай 商, пиньин телендә: shāng) беҙҙең эраға тиклем XVII быуат аҙағында Хуанхэ йылғаһының урта ағымындағы Аньян ауылында барлыҡҡа килә. Уның бронза быуаттағы Ҡытай биләмәләрендә беренсе дәүләт ойошмаһы булыуы һәм ысынлығы археологик һәм башҡа күп төрлө тарихи сығанаҡтар менән дәлилләнә. Бөгөнгө күҙаллауҙар буйынса, Янцзы йылғаһы бассейнының төрлө өлөштәрендә «Учэн», Хуанхэ йылғаһы ярҙарында «Эрлитоу» һәм «Эрлиган» атамалы оҡшаш йәмғиәттәр алдараҡ та булған. Беҙҙең эраға тиклем XI быуатҡа Шан хакимдәре йоғонтоһо хәҙерге Хэнань һәм Шаньси провинцияларына тулыһынса, Шэньси һәм Хэбэй провинцияларының өлөшләтә тарала. Был осорҙа Шан-Инь дәүләтендә ай календары һәм бөгөнгө ҡытай иероглиф яҙыуының тәүге өлгөһө булған яҙма ҡулланыла. Инь халҡы хәрби өлкәлә лә тирә-йүндәгеләр менән сағыштырғанда күпкә алдараҡ торған — уларҙың бронза ҡораллы, уҡ-һаҙаҡлы, һөңгөлө һәм ике тәгәрмәсле һуғыш арбалы һөнәри ғәскәре булған. Бында кешеләрҙе ҡорбанға биреү йолаһын үтәгәндәр, бының өсөн башлыса әсирҙәрҙе файҙаланғандар.

Беҙҙең эраға тиклем XI быуатта Шан-Инь дәүләте хакимы У-ван булған тәүге дәүләт берләшмәһе Чжоу халыҡтары берлеге тарафынан яулап алына.

Чжоу дәүләте (б. э. т. XI — III быуаттар) үҙгәртергә

Чжоу (ябай 周, пиньин телендә: Zhōu) дәүләтенең Хуанхэ йылғаһы бассейнын тулыһынса тиерлек алып торған киң майҙанлы биләмәһе тора-бара күп һанлы үҙ-ара ярышыусы ваҡ дәүләттәргә — уделдарға бүленә. Улар юғары хакимдың туғандары һәм яҡындарына мөлкәткә бирелә. Үҙ-ара ыҙғыш-тартыштар һөҙөмтәһендә артабан уделдар һан яғынан кәмей, күптәре берләшә һәм нығый бара.

Чжоу дәүләтенең халҡы төрлө була, уның ҙурыраҡ өлөшөн Инь вәкилдәре тәшкил итә, улар көнсығыштағы яңы ерҙәрҙә йәшәй, унда яңы баш ҡала Чэнчжоу төҙөлә (хәҙерге Ҡытайҙың Хэнань провинцияһы). Дөйөм алғанда, Чжоу дәүерендә әүҙем үҙләштерелгән яңы биләмәләргә төрлө удел һәм төбәк вәкилдәре күсеп ултыра: был уларҙың этник яҡтан бергә ҡушылыуына килтерә һәм киләсәктә ҡытай уртаҡлығы барлыҡҡа килеүгә нигеҙ һала.

Чжоу осоро (б. э. т. XI — III быуаттар) Көнбайыш һәм Көнсығыш Чжоуға бүленә. Был варвар ҡәбиләләренең һөжүм ҡурҡынысы тыуыу сәбәпле ил батшаһының б. э. т. 770 йылда дәүләттең тәүге баш ҡалаһы Цзунчжоуҙан Чэнчжоуға күсенеүе менән бәйле. Иҫке баш ҡала янындағы ерҙәр хаким фекерҙәштәренең береһенә бирелә, ул бында яңы Цинь уделын ойоштора, һәм нәҡ ул артабан берҙәм Ҡытай империяһының үҙәгенә әйләнә.

Көнсығыш Чжоу дәүере үҙ сиратында ике осорға бүленә:

  • Чуньцю (Яҙ һәм Көҙ осоро) – б. э. т. VIII — V быуаттар.
  • Чжаньго (Һуғышыусы батшалыҡтар осоро) – б. э. т. V — III быуаттар.

Көнсығыш Чжоу дәүерендә үҙәк хаким – вандың, Күк Мандаты менән идара иткән Күк улының, власы әкренләп йомшара, кнәздәр (чжу хоу) идара иткән һәм оло батшалыҡтарға әйләнә барған көслө уделдар сәйәси яҡтан өҫтөнлөк ала башлай. Уларҙың ситтәгеләрҙән башҡаларының күберәге үҙҙәрен «урталағы дәүләттәр» (чжун-го) тип атай башлай.

Көнсығыш Чжоу дәүерендә Боронғо Ҡытайҙың төп философик мәктәптәре — конфуцианлыҡ (б. э. т. VI — V быуаттар), маоизм (б. э. т. V быуат), даосизм (б.э.т. IV быуат), легизм формалаша башлай. Б. э. т. V — III быуаттарҙа (Чжаньго осоро) Ҡытай тимер быуатҡа аяҡ баҫа. Ауыл хужалығы ерҙәре арта, ирригацион системалар күбәйә, төрлө һөнәрҙәр үҫеш ала, хәрби эштә әүҙем үҙгәрештәр тормошҡа ашырыла.

Чжаньго осоронда Ҡытай биләмәләрендә ете оло батшалыҡ була — Вэй, Чжао и Хань (элек улар Цзинь батшалығына ҡарай), Цинь, Ци, Янь һәм Чу. Үҙ-ара барған ҡаты ярыш (соперничество) шарттарында иң көнбайыш батшалыҡ — Цинь өҫтөнлөк ала бара. Күршеләрен бер-бер артлы үҙенә бойһондороп, Цинь хакимы — буласаҡ император Цинь Ши Хуан — б. э. т. 221 йылда бөтә Ҡытайҙы үҙ ҡулы аҫтына берләштерә.

Шулай итеп, б. э. т. III быуат уртаһында «Көнсығыш Чжоу дәүере» тамамлана.

Цинь империяһы үҙгәртергә

XVI быуат аҙағына Мин империяһының төньяҡ күршеләре — үҙ ваҡытында Сыңғыҙхан тарафынан ҡыйратылған чжурчжэн ҡәбиләләре — юлбашсыһы Нурхаци (1559—1626) етәкселегендә Манжурия биләмәләре тирәһендә берләшә башлай. 1609 йылда Нурхаци Ҡытайға яһаҡ түләүен туҡтата, ә артабан үҙенең Цзинь династияһын иғлан итә (һуңыраҡ ул «Цин империяһы» исемен ала). 1618 йылдан манжурҙар Ҡытайға ҡораллы баҫымын көсәйтә. Һигеҙ йыл эсендә улар көнсығышта Бөйөк Ҡытай диуарына яҡынлаша.

Нурхациҙың вәриҫе Абахай үҙен император итеп иғлан итә һәм Цзинь династияһын Цин династияһы (ҡытайса 清) итеп үҙгәртә. XVII быуат башына манжурҙар Эске Монголияны яулап ала. Көньяҡ Манжурия һәм Көньяҡ Монголияның баҫып алынған ханлыҡтары биләмәләрендә үҙәкләштерелгән хакимлек урынлаштырыла.


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә