Бөйөк Ҡытай диуары


1644

Иҫтәлекле урын
Бөйөк Ҡытай диуары
长城 йәки 長城
Пекин янында.
Пекин янында.
Ил Ҡытай
Төҙөлөшө Б.Э.Т. III быуат—1644 йылдар
Статус Дәүләт тарафынан һаҡлана.
ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы өлөшө.
Донъяның яңы ете мөғжизәһенең береһе
Сайт Рәсми сайт

Бөйөк Ҡытай стенаһы (ҡытай трад. 長城, ябай 长城, пиньинь Chángchéng, «Оҙон диуар» йәки ҡыт. трад. 萬里長城, ябай 万里长城, пиньинь Wànlǐ Chángchéng, «10 000 лиға һуҙылған Оҙон диуар») — мөһим архитектура ҡомартҡыһы. Төньяҡ Ҡытай буйлап (тармаҡтарын иҫәпкә алып) 8 851,1 км оҙонлоҡтағы стена.

Үҙенсәлеге

үҙгәртергә

Диуар Төньяҡ Ҡытай аша 8851,9 км үтә , Пекин эргәһендә урынлашҡан Бадалинг участкаһы (был Мин династияһының һуңғы ҡоролмаһының оҙонлоғо үҙ эсенә 6259 км диуарҙы, 359 км соҡорҙо, ҡалҡыулыҡтар һәм йылғалар рәүешендә 2232 км тәбиғи һаҡ сиктәрен үҙ эсенә ала)[1][2]

Стенаның оҙонлоғо бөтә тармаҡтары менән 21 196 километр тәшкил итә[3].

Бөйөк диуарҙың ҡалынлығы башлыса 5-8 метр самаһы, ә бейеклеге башлыса 6-7 метр самаһы тәшкил итә (ҡайһы бер райондарҙа бейеклеге 10 метрға етә).

Ҡоролма Иньшань тау һырты буйлап һуҙылған, бейек тауҙарҙы ла, бик ҙур тарлауыҡтарҙы ла еңеп, барлыҡ шпурҙарҙы урап үтә.

Күп быуаттар буйы стенаның исемдәре үҙгәрә. Тәүҙә уны «Шлагбаум», «Револьвер» йәки «Ҡәлғә» тип атайҙар. Һуңыраҡ диуар «Алһыу сик» һәм «Аждаһалар иле» кеүек шиғри атамаларға эйә була.

Стенаның беренсе участкалары б. э. т. III быуатта Һуғышыусы дәүләттәр осоронда (б.э.т. 475—221 йылдар) дәүләтте һундарҙан һаҡлау өсөн төҙөлә. Ул ваҡытта йәшәгән ил халҡының биштән бер өлөшө, миллион тирәһе кеше, төҙөлөштә ҡатнашҡан. Диуар Ҡытай цивилизацияһының сиктәрен аныҡ билдәләргә, бер нисә яулап алынған батшалыҡтан торған империяны берләштерергә булышлыҡ итергә тейеш була.

Төҙөлөштә халыҡтың биштән бер өлөшө, йәғни миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Стена 8 мең 851 км 800 м оҙонлоҡта төҙөлә.

Император Цинь Ши Хуанди хакимлығы осоронда (беҙҙең эраға тиклем 259—210 йылдар, Цинь династияһы) империя берләшә, бығаса күрелмәгән хакимлыҡҡа өлгәшә. Уға күсмә халыҡтарҙан ышаныслы яҡлау кәрәк була. Цинь Шихуан Иншань буйлап Бөйөк Ҡытай диуары төҙөргә бойора. Төҙөлөш барышында стенаның быға тиклем булған өлөштәре файҙаланыла, улар нығытыла, яңы участкалар менән тоташтырыла һәм оҙайтыла, шул уҡ ваҡытта элек айырым батшалыҡтарҙы айырып торған участкалар һүтелә. Диуарҙы төҙөү менән етәкселек итеү өсөн ғәскәр башлығы Мэн Тянь тәғәйенләнә.

Төҙөлөш 10 йыл дауам итә һәм төҙөүселәр күп һанлы ҡыйынлыҡтар менән осраша. Төҙөлөш өсөн тейешле инфраструктура булмауы төп проблема булып тора: юлдар, эшселәр өсөн етерлек күләмдә һыу һәм аҙыҡ-түлек булмай, уларҙың һаны 300 меңгә етә, ә Цинь дәүерендә эшкә йәлеп ителгән төҙөүселәрҙең дөйөм һаны, ҡайһы бер баһалар буйынса, 2 миллионға етә. Төҙөлөшкә һалдаттар, крәҫтиәндәр йәлеп ителгән. Эпидемиялар һәм артыҡ эш һөҙөмтәһендә кәм тигәндә тиҫтәләрсә мең кеше һәләк була. Диуар төҙөү өсөн мобилизация менән ризаһыҙлыҡ халыҡ ихтилалдарына сәбәпсе була һәм Цинь династияһының ҡолау сәбәптәренең береһе була.

 
История строительства, изображённая на карте

Бындай ғәйәт ҙур ҡоролмалар өсөн рельеф бик ҡатмарлы була: диуар тау һырттары буйлап үтә, шул уҡ ваҡытта бейек тауға менергә лә, бик ҙур тарлауыҡтарҙы үтергә лә тура килә. Әммә ҡоролманың уникаль үҙсәнлегенә тап ошо сәбәп сәбәпсе була — стена тәбиғи күренә һәм ландшафт менән бер бөтөнгә әйләнә.

Цинь ваҡытына тиклем диуарҙың байтаҡ өлөшө, нигеҙҙә, ерҙе төйөп тултырыу ысулы менән, иң ябай материалдарҙан төҙөлгән. Ботаҡ йәки ҡамыш араһында балсыҡ, ҡырсынташ һәм башҡа локаль материалдар ҡатламдары баҫылған. Бындай стеналар өсөн материалдарҙың күбеһен шул тирәлә үк тапҡандар. Ҡайһы саҡта кирбес ҡулланғандар, тик уны яндырмағандар, ә ҡояшта киптергәндәр.

Халыҡ биргән «ер аждаһаһы» тигән атама диуар төҙөүҙә ҡулланылған материалдарға бәйле. Цинь осоронда ҡайһы бер участкаларҙа бер-береһенә яҡын ятҡан ер ҡатламдары араһына таш плиталар һалына башлай. Таштар көнсығышта диуарҙы төҙөүҙә киң ҡулланыла, таш булмаған ерҙәрҙә (хәҙерге көнбайыш Ганьсу, Шэньси провинциялары) ерҙе өйөп, төйгөсләгәндәр.

Диуарҙың үлсәмдәре секциялар буйынса айырыла, уртаса параметрҙары: бейеклеге — 7,5 м, «тештәренең» бейеклеге — 9 м, ҡыры буйлап киңлеге — 5,5 м, нигеҙенең киңлеге — 6,5 м. Диуар «тештәре» ябай тура мөйөшлө формала. Диуарҙың айырылғыһыҙ өлөшө — башня (төрөксә — куле)[4]. Диуар менән бергә ҡуйылған башнялар бер-береһенән 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан (уҡ етерлек).

Архитектура биҙәлеше менән айырылып торған башняларҙың (кулеларҙың) бер нисә төрө бар. Башняның киң таралған төрө планда тура мөйөшлө, ике ҡатлы. Бындай башняларҙа һуғышсы уйымы (бойница) була. Шулай уҡ ут күренерлек араларҙа (яҡынса 10 км) диуарҙа сигнал башнялары урынлаша, унан дошмандың яҡынлашыуы күҙәтелә һәм ут яғып сигнал бирелә. Диуарҙа үтеп йөрөү өсөн ун ике ҡапҡа яһала, улар ахыр сиктә ҡеүәтле дәүләт сиге аша контроль-үткәреү пункты, заставаларға, әйләнә. 1938 йылда Бөйөк Ҡытай диуары янында Ҡытай менән Япония араһында һуңғы алыш була[5].

Стена Ҡытайҙың иң төньяҡ сиген билдәләй һәм илде ҡырағай ҡәбиләләргә ҡушылыуҙан һаҡлай. Стена Ҡытай цивилизацияһының сиктәрен билдәләй, яңы яулап алынған ерҙәрҙә берҙәм империя төҙөүгә булышлыҡ итә.

Хань династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа (б.э.т. 206 — б.э. 220 йылдар) стена көнбайыш Дуньхуанға тиклем киңәйтелә. Сауҙа ҡаруандарын күсмә халыҡ һөжүменән һаҡлау өсөн сүллек эсендә ҡарауыл башнялары төҙөлә.

Стенаның беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған өлөшө башлыса Мин династияһы (1368—1644 йылдар) дәүерендә төҙөлә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә стена көнсығыштан көнбайышҡа тиклем, Бохай ҡултығынан Һары диңгеҙгә тиклем һуҙыла[6]).

Был дәүерҙә төп төҙөлөш материалдары кирбес һәм таш блоктар була, был ҡоролманы ышаныслыраҡ итә. Стенаның таш блоктарын һалғанда йәбештереү өсөн эзбиз менән дөгө бутҡаһы иҙелмәһе ҡулланылған[7].

Ҡытайҙар һәм Бөйөк Ҡытай диуары

үҙгәртергә
 
Балдалинг участкаһында Мао Цзэдун һүҙҙәре:«Әгәр һин Бөйөк Ҡытай диуарында булмағанһың икән, тимәк һин ысын ҡытай түгел».

Диуарҙы төҙөү һәм яңынан тергеҙеү халыҡтың һәм дәүләттең көсөн ҡаҡшата, уның оборона ҡоролмаһы булараҡ ҡиммәте шик аҫтына ҡуйыла. Дошмандар, теләһәләр, нығытманың йомшаҡ урындарын еңел табалар йәки һаҡсыларға ришүәт бирәләр. Ҡайһы берҙә һөжүм ваҡытында улар сигнал бирергә ҡыймай һәм өндәшмәй генә дошманды үткәреп ебәрә. Ҡытай ғалимдары өсөн диуар Мин динстаияһының ҡырағай ҡәбиләләр алдында көсһөҙлөгө символына әйләнә. Мин династияһы ҡолатылғас, Цин династияһынан булған император былай тип яҙа:

 

Һеҙ уны ун мең лиға һуҙып, диңгеҙгә тиклем еткереп төҙөнөгөҙ,
Тик һеҙҙең тырышлығығыҙ бушҡа китте—
Һеҙ халыҡтың хәлен алдығыҙ.
Ә ҡасан империя һеҙҙеке булды һуң?

 

Цин дәүерендәге ҡытайҙарҙы Европа кешеләренең был файҙаһыҙ нығытма менән ҡыҙыҡһыныуы ғәжәпләндергән.

Хәҙерге ҡытай мәҙәниәтендә стена яңы мәғәнәгә эйә. Хәрби уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул халыҡтың сыҙамлылығы һәм ижади ҡеүәте символына әүерелә.

Йыл да диуар өҫтөндә «Бөйөк диуар» еңел атлетика марафоны үтә.[8]

Емерелеүе һәм тергеҙелеүе

үҙгәртергә
 
Диуарҙың яңынан тергеҙелмәгән өлөшө
 
1907 йыл. Бөйөк Ҡытай диуары

Цин династияһы (1644—1911 йылдар) дәүерендә стенаға иғтибар күрһәтмәү арҡаһында өс быуат эсендә стена емерелеп бөтә. Тик беләкәй генә Пекин —Бадалинг өлөшө «баш ҡала ҡапҡаһы» булараҡ һаҡланып ҡала. 1899 йылда Америка гәзиттәре стена емереләсәк, уның урынына шоссе юл төҙөләсәк тигән хәбәр тарата.

1984 йылда Дэн Сяопин башланғысы менән Бөйөк Ҡытый стенаһын реставрациялау программаһы ғәмәлгә ашырыла. Был программа Ҡытай, сит ил компаниялары, шәхси кешеләр тарафынан финанслана.

Диуар Айҙан күренәме

үҙгәртергә
 
Бөйөк Ҡытай диуары спутниктан ошолай күренә

Ун һигеҙенсе быуат аҙағынан алып, Европала Бөйөк Ҡытай диуары Айҙан күренә имеш тигән фекер тарала.

Стенаның максималь киңлеге — 9,1 метр, һәм ул урынлашҡан ер менән бер үк төҫтә. Айҙан диаметры 10 километр һәм унан да ҙурыраҡ булған контрастлы төҫтәге объектты ғына күрергә мөмкин, ә унан Ергә тиклем уртаса алыҫлыҡ — 384 393 километр. Айҙан ҡарағанда Бөйөк Ҡытай диуары 3,2 километр алыҫлыҡтан ҡарағанда кеше сәсе нисек күренһә, шулай күренәсәк. Айҙан стенаны күреү өсөн күреү һәләте ғәҙәттәгенән 17 000 тапҡырға яҡшыраҡ булырға тейеш[9].

Айҙа булған бер астронавт та әлегә был диуарҙы Айҙан күрҙек тип әйткәне юҡ.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Таш блоктарҙы һалыу өсөн йәбешеп торған дөгө бутҡаһы менән һүндерелгән эзбиз ҡулланғандар.
  • Йыл һайын «Бөйөк стена» тип аталған еңел атлетика марафоны үткәрәләр, дистанцияның бер өлөшөн спортсмендар стена һырты буйлап йүгерәләр.
  • Бөйөк Ҡытай стенаһын орбита станцияларынан ябай күҙ менән күреп булмай тигән фекер йәшәһә лә, спутниктар төшөрөлгән фотоларҙа күрергә була.
  • Е. Н. Грицак. Пекин и Великая Китайская стена, Вече, Москва, 2005, ISBN 5-9533-0778-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. В КНР измерили длину Великой китайской стены.
  2. Китайцы определили точную длину Великой стены.
  3. Daryl Loo, Nicholas Wadhams. China’s Great Wall Found to Measure More Than 20,000 Kilometers (ингл.). Bloomberg News (5 июнь 2012).
  4. Великая Китайская Стена – описание, фото, сколько километров длина, где расположена на карте. ХорошоТАМ.ру. Дата обращения: 9 октябрь 2020.
  5. Китайская стена: история строительства, интересные факты. kitaimir.ru. Дата обращения: 9 октябрь 2020.
  6. Шаньхайгуань // Большая Советская Энциклопедия. 3-е изд. / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская Энциклопедия, 1978. — Т. 29. Чаган — Экс—ле—Бен. — С. 286.
  7. Десять изобретений, которые изменили мир. Новости Mail.Ru. Дата обращения: 25 октябрь 2016. Архивировано из оригинала 7 февраль 2017 года. 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  8. The Great Wall Marathon - 5,164 steps into history! www.great-wall-marathon.com. Дата обращения: 25 октябрь 2016.
  9. Norberto López-Gil Is it Really Possible to See the Great Wall of China from Space with a Naked Eye? (инг.) // Journal of Optometry : journal. — 2008. — Т. 1. — № 1. — С. 3—4. — DOI:10.3921/joptom.2008.3 Архивировано из первоисточника 10 сентябрь 2008. Архивированная копия. Дата обращения: 26 апрель 2013. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2009 года. 2009 йыл 7 октябрь архивланған.