Янцзы
Янцзы́[1] (традицион ҡытай 長江 ябайлаштырған 长江 романлаштырыу Cháng Jiāng ҡытай теленең рус теленә транскрипцияһы Чанцзян, listen — «Оҙон йылға» түбәнге ағымында[2] Listen ) — Евразияның иң оҙон һәм күп һыулы, тулы һыулылығы буйынса донъяла өсөнсө һәм оҙонлоғо буйынса дүртенсе урынды биләй. Ҡытай биләмәһе буйлап аға. Оҙонлоғо 6300 км, бассейны майҙаны — 1 808 500 км²[3][4]. Ҡөнсығыш Ҡытай диңгеҙенә ҡоя[4][5]. Янцзы бассейны Ҡытай территорияһының яҡынса бишенсе өлөшөн биләй, йылға буйында илдең бөтә халҡының өстән бер өлөшө йәшәй[6]. Хуанхэ менән бер рәттән, Янцзы Ҡытай тарихында, мәҙәниәтендә һәм иҡтисадында мөһим йылға иҫәпләнә. Үҫешкән Дельта Янцзы төбәге Ҡытайҙың 20 % тиклем эске тулайым продуктын етештерә. Янцзы йылғаһындағы «Өс тарлауыҡ» ГЭС-ы донъяла иң ҙур гидроэлектростанция булып һанала[7][8]. Йылға Ҡытайҙың Көньяғы һәм Төньяғы араһында физик һәм мәҙәни бүлем һыҙығы булып тора.
Янцзы | |
---|---|
ҡыт. 长江 | |
Нанкин янындағы йылға буйҙарында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 6300 км |
Бассейн | 1 808 500 км² |
Һыу сығымы | 31 900 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Тибет |
· Координаталар | 33°26′39″ с. ш. 90°56′10″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 31°23′37″ с. ш. 121°58′59″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе |
Ил | Ҡытай |
— инеше, — тамағы | |
Янцзы Викимилектә |
Янцзы йылғаһы күп һанлы экосистемалар аша аға һәм үҙе бер нисә эндемик һәм юҡҡа сығыусы төрҙәрҙең, шул иҫәптән (хәҙер бөтөп барыусы) ҡытай йылға дельфинының, ҡытай аллигаторҙарының һәм корея мәрсененең йәшәү мөхите булып тора. Йылғаның ҡайһы бер участкалары әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ булараҡ һаҡлана. Юньнань провинцияһының көнбайышында тарлауыҡтар аша аҡҡан Янцзы участкаһы «Өс параллель йылға» милли паркының өлөшө булып тора, ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.
Янцзы йылғаһында ике юҡҡа сығып барыусы төр йәшәй: ҡытай аллигаторы һәм ҡытай елпек балығы (веслонос) (2020 йылда юҡҡа сығыусы тип). Янцзы дельтаһы — аллигаторҙарҙың АҠШ-тан ситтә берҙән-бер йәшәү урыны.
Ҡытай халҡы Янцзыны, Хуанхэ кеүек үк, «әсә-йылға» тип атайҙар(ҡыт. ябайл. 母亲河, пиньин: mǔqīnhé). Ҡытай теленә шулай уҡ «Янцзының артҡы тулҡыны алғы тулҡынды этәрә» тигән әйтеме ингән(ҡыт. ябайл. 长江后浪推前浪, пиньин: Cháng Jiāng hòulàng tuī qiánlàng), ул образлы рәүештә иҫкенең яңы менән алмашыныуы ваҡытында кешенең йәки объекттың даими үҙгәреүен аңлата[9].
Географияһы
үҙгәртергәЯнцзы сығанағы Тангланың Геладандун тауынан көнбайышҡа ҡарай, Тибет таулығының көнсығыш өлөшөндә диңгеҙ кимәленән 5600 м тирәһе бейеклектә урынлашҡан. Йылға үҙенең үрге ағымында Цзиньшацзян булараҡ билдәле[4], Цинхай провинцияһының көньяҡ өлкәләре аша аға, ә һуңынан көньяҡҡа борола һәм Сычуань менән Тибет араһында сик булып хеҙмәт итеп, Юньнань провинцияһына етә. Сино-Тибет тауҙарында урынлашҡан был үҙәндә бейеклектең төп ташланмаһы була — 5 мең метрҙан алып 1 мең метрға тиклем. Бында йылға бер нисә тапҡыр үҙ йүнәлешен үҙгәртә һәм Һикереүсе Юлбарыҫ тарлыуығы кеүек тәрән тарлауыҡтар барлыҡҡа килтерә. Йылға караптары навигацияһы Юньнань провинцияһының Шуйфу ҡала өйәҙенән башлана[10]. Сычуань уйпатына йылғаға инеү урынында урынлашҡан Ибинь ҡала округына яҡыныраҡ, йылға 305 м бейеклеккә тиклем кәмей, ә Чунцин ҡалаһы эргәһендә йылғаның бейеклеге диңгеҙгә ҡарата 192 м тәшкил итә. Сычуань соҡоро аша ағып, Янцзыға эре Миньцзян һәм Цзялинцзян йылғалары ҡушыла, улар Янцзы йылаһының күләмен байтаҡҡа арттыра. 320-километрлы участкала, Чунциндан алып Ичанға тиклем, үҙенең матурлығы һәм ҡатмарлы навигацияһы менән билдәле булған тәрән тарлауыҡтарҙ аша аға, Янцзының бейеклеге 40 метрға тиклем кәмей. Артабан Ушань тауҙары аша үтеп, йылға Чунцин һәм Хубэй провинцияларының тәбиғи сиге булып хеҙмәт итә һәм данлыҡлы "Өс шарлауыҡ"ты («Санься») барлыҡҡа килтерә. Был районда донъяла иң ҙур гидроэнергетик ҡоролма «Санься» төҙөлгән.
«Өс тарлауыҡ» каньонын үтеп, Янцзы үҙәк һәм көнсығыш Хубэйҙың Цзянхань уйһыулығына инә. Бында ул күп һанлы күл һыуҙары менән туйына, иң ҙур күлдәрҙең береһе Хунань һәм Хубэй провинциялары сигендә — Дунтинху күле. Хубэйҙың баш ҡалаһы, Ухань ҡалаһында, Янцзы үҙенең иң ҙур ҡушылдығы — Ханьшуй йылғаһы менән ҡушыла.
Цзянси провинцияһының төньяҡ өлөшөндә Янцзы Ҡытайҙағы иң ҙур сөсө һыулы Поянху күле һыуҙарын ҡабул итә. Артабан йылға Аньхой һәм Цзянсу провинциялары аша аға, һәм, ниһәйәт, Шанхай янында Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙенә ҡоя. Янцзының түбәнге ағымы Бөйөк Ҡытай тигеҙлегенең көньяҡ өлөшө аша үтә, унда йылға тармаҡтарға бүленә, шул уҡ ваҡытта төп үҙәненең киңлеге 2 һәм километрҙан ашыу була.
Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙенә ҡойоуында 11 мең км² майҙанлы һәм 100 километрлы дельта барлыҡҡа килтерә. Дельтала һыу артыу бейеклеге 4,5 м етә, артыу тирбәлеүҙәре аҡманың кәмеү ваҡытында Датун гидрологик посына етә[4].
Ҡытайҙың биш эре сөсө һыулы күлдәрҙең дүртеһе Янцзыла аҡмаға эйә.
Исемдәре
үҙгәртергәҠытайҙың үҙендә Янцзы йылғаһының хәҙерге стандарт исеме — «Чанцзян» (长江), йәғни һүҙмә-һүҙ «Оҙон йылға». Борон ул (йәки, «Ши цзин ваҡытында», уның урта ағымы тик «Цзян» тип аталған(江);[11] әлеге көндә «цзян» (江) һүҙе тимәк «йылға», күп эре йылғаларҙың атамаһының өлөшө булараҡ ҡулланылған (мәҫәлән, «Хэйлунцзян» — «Ҡара аждаһа йылғаһы», Амур йылғаһының ҡытай атамаһы).
Европа телдәрендә, шулай уҡ рус телендә лә киң таралған, «Янцзы» исеме (төрлө тел формаларында, мәҫәлән ингл. Yangtze), Европа әҙәбиәтендә Маттео Риччи китабында барлыҡҡа килә, һәм йылғаның түбәнге ағымы төбәктәрендә ҡулланылған (Янцзы(цзян) 扬子(江)) боронғо атамаһынан килеп сыға. Ҡытайҙың үҙендә хәҙер «художестволы» контекста, мәҫәлән Янчжоу ҡалаһындағы компаниялар атамаһында, йәки нанкин гәзитенең «Янцзы Ваньбао[zh]» (киске Янцзы) исемендә осратырға мөмкин.
Йылғаның үрге ағымы өсөн бөгөнгө көнгә тиклем махсус атамалар бар. Мәҫәлән, Сычуань һәм Юньнанда, Миньцзян ҡушылдығы менән өҫтәрәк (Ибинь ҡалаһы янында) йылға Цзиньшацзян (金沙江) булараҡ билдәле, йәғни «алтын ҡомло йылға»; өҫтәрәк, Цинхай провинцияһында Тунтяньхэ (通天河), һүҙмә-һүҙ «күк аша үтеүсе йылға»;ә иң үргеһендә, Тангла тауҙарында Цинхайҙың көньяҡ-көнбайышында, Тотохэ йәки Улан-Мурэн булараҡ билдәле (ике атама ла — монгол сығышлы, «ҡыҙыл йылға» тигәнде аңлата). Тибетса Тунтяньхэ Дрэ-чу тип әйтелә (Drichu; Пржевальский Ды-чу тигән).
XIX быуат сығанаҡтарында Тотохэ өсөн йыш ҡына Мур-Усу (Murus[12]) атамаһы ҡулланылған. Бөтә Янцзы йылғаһы өсөн, һыуының тоноҡлоғона ҡарамаҫтан, күрәһең, Һары йылға (Хуанхэ) исеменә ҡаршы ҡуйып[13], шул ваҡыттағы Еропа әҙәбиәтендә йыш ҡына Зәңгәр йылға атамаһы ҡулланылған[14] (лат. Flumen Caeruleum). (Хәйер, башҡа авторҙар Blue River атамаһын был төбәктә рәсми булмаған Циншуй 清水 — «Үтә күренмәле һыу» атамаһы нигеҙендә Янцзының Сычуань ҡушылдығы Миньцзян йылғаһы өсөн генә ҡулланған[15]).
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТамағы янында йылғаның уртаса сығымы секундына 34 мең м³ тигеҙ, йыллыҡ аҡма 1070 км³ баһалана (донъяла 4-се урында). Янцзының ҡаты ағымы йылына 280 млн тоннанан ашып китә, был дельтаның тиҙ үҫешенә килтерә — 35-40 йыл эсендә уртаса 1 км. Йылғаның һары төҫө ҡатышмаларҙың күплеге менән аңлатыла.
Йылға режимы муссонлы, элек йәйге осорҙа Сычуань соҡоронда һыу кимәле 20 м, ә тигеҙлек өлөштәрендә 10-15 м тиклем күтәрелгән. Диңгеҙ һыуы ҡалҡыуы тамағынан йылға буйлап 700 км йәйелә (Цзюцзян ҡалаһына тиклем). Элек емергес йыш һыу баҫыуҙарынан һаҡланыу өсөн 2,7 мең км оҙонлоҡтағы дамбалар системаһы төҙөлгән. Билдәле кимәлдә һыу баҫыу көсөн Поянху һәм Дунтинху күлдәре кәметә, улар Янцзының ирегән һыуҙарының ҙур күләмен ҡабул итә. Көслө ташҡындар 1870, 1896, 1931, 1949, 1954, 1998, 2010 һәм 2016 йылдарҙа була.
Йылға һыуҙары, бигерәк тә Сычуань соҡоро территорияһында һәм түбәнге ағымында дөгө баҫыуҙарын һуғарыу өсөн киң файҙаланыла.
Янцзы — Ҡытайҙың төп һыу магистрале. Суднолар йөрөү участкаһы Сино-Тибет тауҙары итәгенән башлана һәм Көнсығыш Ҡытай диңгеҙенә тиклем 2850 километрға һуҙыла. 10 мең тонна ауырлыҡтағы диңгеҙ караптары Ухань ҡалаһына тиклем бара ала. Янцзы бассейны һыу юлының дөйөм оҙонлоғо 17 мең километрҙан ашыу. Йылға донъялағы иң тығыҙ һыу юлдарының береһе булып тора. 2005 йылда йөк ташыу күләме 795 миллион тоннаға еткән[16].
Ҡытай яры буйлап, Янцзыны Хуанхэ менән тоташтырған Бөйөк канал урынлашҡан. Бынан тыш, 2002 йылдан башлап Ҡытай Янцзы бассейнынан Хуанхэға көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һыу күсереү буйынса проектты тормошҡа ашыра башланы.
Уртаса йыллыҡ һыу ағымы
үҙгәртергәЙылға ағымы Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе тамағынан 511 км алыҫлыҡта урынлашҡан Датун ҡалаһында 64 йыл дауамында үлсәнә (1923—1986)[17].
Датунда ошо осорҙа күҙәтелгән уртаса йыллыҡ аҡма, 1 712 673 км² һыубүлгестә 28 811 м³/сек тәшкил итә. Был өлкә йылғаның һыу йыйыу дөйөм майҙанынан 95 % тәшкил итә, һәм аҡма был урында тамағындағы аҙаҡҡыһынан аҙға ғына айырыла. Уртаса йыллыҡ аҡманың яртыһынан күберәге июнь айынан сентябргә тиклем осорға тура килә. Уртаса йыллыҡ аҡма күләме XX быуатта, Ҙур Рәсәй энциклопедияһында 900 км³ баһалана, ә үлсәнгән өйөмдәр аҡмаһы йылына 350—500 млн тонна тәшкил итә[4].
Йылға бассейнында уртаса яуым-төшөм шулай итеп йылына 531 миллиметр тәшкил итә.
Датун ҡалаһында күҙәтеүҙәрҙең оҙайлы осоро дауамында теркәлгән һыуҙың максималь сығымы 84 200 м³/сек тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта минималь һыу сығымы 1110 м³/сек була.
Тарихи мәғлүмәттәр
үҙгәртергәЯнцзының түбәнге ағымы ярҙарында көньяҡ Ҡытайҙың цивилизацияһы барлыҡҡа килә. Өс тарлауыҡ районында 27 мең йыл элек кеше эшмәкәрлегенең дәлилдәре табылған[18]. Яҙғы һәм көҙгө ваҡыттарҙа Янцзының көнбайыш өлөшөндә Шу батшалығы урынлаша, Чу батшалығы йылғаның үҙәк өлөшөн биләй, ә У һәм Юэ батшалыҡтары йылғаның тбәнге ағымында урынлаша. Хуанхэ йылғаһы районы шул саҡта байыраҡ һәм үҫешкәнерәк булһа ла, Янцзының йомшаҡ климаты игенселек өсөн уңайлы булған.
Хань династияһынан башлап Янцзы йылғаһы төбәгенең иҡтисади әһәмиәте үҫешә башлай. Чэндуҙан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай ирригация системаларын төҙөү (шул иҫәптән данлыҡлы Дуцзянъянь системаһы) был осорҙа игенселек эффектлылығын күтәрә. Беҙҙең эраның I быуатында Янцзы һәм Хуайхэ араһында үҙәнгә император У-ди тарафынан аувьет ҡәбиләләре күсерелә.
Тарихи Янцзы, уны аша сығыу ҡатмарлы булғанлыҡтан, бер нисә тапҡыр төньяҡ һәм көньяҡ Ҡытай араһында сик булып тора. Йылға буйында күп алыштар үтә, шул иҫәптән беҙҙең эраның 208 йылында Өс Батшалыҡ дәүерендә данлыҡлы Ҡыҙыл Ҡаялар янындағы һуғыш үтә.
1926 йылдың 16 октябрендә Янцзы йылғаһында, Клукиангтан алыҫ түгел, ҡытай транспорт судноһы шартлай; фәжиғәнең ҡорбандары 1200 кешенән арта[19].
Быуалары
үҙгәртергә2013 йылға ҡарата Янцзы йылғаһында ике быуа бар: «Өс тарлауыҡ» һәм «Гэчжоуба». Өсөнсөһө «Силоду» төҙөлә. Тағы ла өс быуа проектлау стадияһында.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәЯнцзыҙың 700 ҡушылдығы бар, иң ҡурҙары:
- Ялунцзян
- Миньцзян
- Цзялинцзян
- Туо
- Ханьшуй (Цзюйхэ)
Янцзы буйындағы эре ҡалалар
үҙгәртергәКүперҙәр һәм тоннелдәр
үҙгәртергә1957 йылға тиклем йылғаның бөтә дауамында Ибиндән алып Шанхайға тиклем бер ниндәй ҙә күпер булмай. Бер нисә мең йыллыҡ дауамында Янцзы аша берҙән-бер сығыу ысулы борам була. Ҡайһы бер осраҡта бындай сәйәхәт хәүефле; был турала 1945 йылдың 15 октябрендәге «Чжунаньлунь» борамының һәләкәте дәлилләй, унда 800-ҙән ашыу кеше һәләк була.
Оҙаҡ ваҡыт йылға төньяҡ һәм көньяҡ Ҡытайҙы айырып торған етди географик кәртә булып тора. XX быуаттың беренсе яртыһында Пекиндан Гуанчжоуға йәки Шанхайға тимер юлы менән барыусы пассажирҙар, поездан төшөргә һәм Янцзыны борам аша сығып, аҙаҡ билдәләнгән нөктәгә тиклем барған башҡа поездарға ултырырға мәжбүр була.
1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан һуң, совет инженерҙары Ухань ҡалаһында күперҙе проектлауҙа һәм төҙөүҙә ярҙам итә, күпер 1955 йылдан 1957 йылға тиклем төҙөлә. Был ҡоролма Янцзы аша беренсе күпер була. Түбән ағымға килгәндә, тағы бер берләштерелгән күпер Нанкинда барлыҡҡа килә; уның төҙөлөшө 1968 йылда — Советтар Союзы һәм Ҡытай араһында тарҡалыу һөҙөмтәһендә сит ярҙамһыҙ төҙөлә. Бынан тыш, тимер юл-автомобиль күперҙәре Чжичэн һәм Чунцинадагы (1971 һәм 1980 йылдар) йылға ярҙарын тоташтыра.
Яңы күперҙәр төҙөү барышы 1980 йылдарҙа һүлпәнәйә һәм тик тиҫтә йылдар үткәс яңынан башлана. XIX быуат башына Цзюцзянда күпер төҙөлә (1992), шулай уҡ Ухандә икенсе күпер төҙөлә. 2005 йылға Янцзы йылғаһын[20] йәмғеһе 56 күпер һәм бер тоннель киҫеп үтә, 2015 йылға күперҙәр һаны 81, ә тоннелдәр 5-кә тиклем арта. Йылға аша донъялағы иң ҙур аҫылмалы һәм вант күперҙәре төҙөлә: Цзянъинь күпере (1385 метр, 1999 йылда асыла), Жуньян күпере (1490 метр, 2005 йылда асыла), Янло күпере (1280 метр, 2007 йылда асыла), Сутун күпере (1088 метр, 2008 йылда асыла), Инъучжоу күпере (3420 метр, 2014 йылда асыла). Әүҙем төҙөлөштәр һуңғы йылдарҙа ла дауам итә: тик Ухань ҡалаһында ғына йылға ярҙары хәҙер һигеҙ күпер һәм ике метро тоннеле менән тоташҡан.
Экспедициялар
үҙгәртергә- Янцзыны тамағынан алып үтеү ынтылыштары 1985 йылда ҡытай каякеры Яо Маошуның соло-экспедицияһы менән башланып китә. Яо фараз буйынса Юшу ҡалаһы районында Янцзының ҡатмарлы тупһаһында һәләк була, уның кәүҙәһе табылмай[21].
- 1986 йылда Ҡытай спортсыларының символик ҡатнашыуында американлы Кен Уоррен масштаблы экспедиция үткәрә. Кен Уоррен шулай уҡ Төньяҡ Тибет яйлаһында йылға тамағынан старт ала. Экспедиция төп ҡатнашыусыларының береһе юл башында бейеклек ауырыуынан үлеп ҡалыуы һәм командала эске көсөргәнештәр сәбәпле ҡатмарлаша[22]. Әммә командаға Янцзы буйлап 1500 миль, шулай уҡ данлыҡлы Һикереүсе юлбарыҫ тарлауығын үтергә насип була. Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса «Riding the Dragon’s Back — The Race to Raft the Upper Yangtze» китабы яҙыла.
- 1986 йылда Янцзының беренсе уҙыштарының төп өлөшө тамамлана. Йылғаның айырым участкаларын да, шулай уҡ уның эре ҡушылдыҡтарын да уҙыу бөгөнгө көндә лә дауам итә. Был һорау буйынса тулы мәғлүмәтте ҡытай Тибетында йылғаларҙы уҙыуҙы теркәгән сайтта табырға мөмкин[23].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 458.
- ↑ Грумм-Гржимайло Г. Е. Ян-цзы-цзян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Yangtze River | Location, History, & Facts (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Янцзы / М. В. Михайлова // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Карта бите H-51-А.
- ↑ Yangtze (ингл.). Архивировано из оригинала 13 декабрь 2017 года.
- ↑ Three Gorges Dam, China: Image of the Day (ингл.). earthobservatory.nasa.gov. Дата обращения: 3 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 16 октябрь 2009 года.
- ↑ Three Gorges Dam (ингл.). International Rivers. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- ↑ См. словарные статьи «mǔqīnhé» и «Cháng Jiāng hòulàng tuī qiánlàng» в источнике: 现代汉语词典 (Сяньдай ханьюй цыдянь) (ҡыт.). — 5-е изд. (2005). — Пекин: Шану иньшугуань, 2010. — С. 152, 968. — ISBN 9787100043854.
- ↑ NetTour.ru - Китай - Новости - Янцзыны 28 км оҙонайталар . www.nettour.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- ↑ Axel Schuessler. ABC Etymological Dictionary of Old Chinese (инг.). — University of Hawaii Press, 2007. — P. 306. — 680 p. — ISBN 9780824829759.
- ↑ The Journal of the Linnean Society of London: Botany (инг.). — The Society, 1895. — 670 p.
- ↑ Adrian Room. Placenames of the World: Origins and Meanings of the Names for Over 5000 Natural Features, Countries, Capitals, Territories, Cities and Historic Sites (инг.). — McFarland, 2003-01-01. — 452 p. — ISBN 9780786418145.
- ↑ Янцзы / Муранов А. П. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Arthur Davenport. Report by Mr. Davenport Upon the Trading Capabilities of the Country Traversed by the Yunnan Mission (инг.). — Harrison and Sons, 1877. — P. 10—11. — 54 p.
- ↑ Yangtze River’s shipping capacity expands . Дата обращения: 12 август 2008. Архивировано из оригинала 12 ғинуар 2009 года.
- ↑ 17,0 17,1 Chang Jiang - Datong . www.grdc.sr.unh.edu. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- ↑ Huang Wanpo, Russell Ciochon, Gu Yumin, Roy Larick, Fang Qiren Early Homo and associated artefacts from Asia (инг.) // Nature. — 1995-11. — В. 6554. — Т. 378. — С. 275—278. — ISSN 1476-4687. — DOI:10.1038/378275a0
- ↑ Скрягин Л. Н. «300 катастроф, которые потрясли мир».
- ↑ только на участке от Ибиня до Шанхая
- ↑ First Descent of the Yangtze Headwaters in China (ингл.). www.shangri-la-river-expeditions.com. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 1986. Первопроход Янцзы. | Шаг в сторону . Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- ↑ First Descents of the Yangtze Headwaters in China (ингл.). www.shangri-la-river-expeditions.com. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. 2019 йыл 1 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Грум-Гржимайло Г. Е. Ян-цзы-цзян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Муранов А. П. Река Янцзы. — Л.: Гидрометеорологическое из-во., 1959. — 122 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Янцзы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). Муранов А. П.
Был Ҡытай тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ