Ся (династия)

(Ся династияһы битенән йүнәлтелде)

Ся (ҡыт. 夏朝, пиньинь xià cháo) — боронғо Ҡытайҙа б. э. т. 2070 йылдан б. э. т. 1765 йылға ҡәҙәр хакимлыҡ итеүсе легендар династия. Башҡа версия буйынса, династияның хакимлыҡ итеү осоро б. э. т. 2700 йылға ҡарай. Ҡытай археологтары йыш ҡына Ся династияһын Эрлитоу археологик мәҙәниәте менән бәйләй. Ся менән тура килтерелгән территорияла Көнсығыш Чжоу осоронда Цзинь батшалығы урынлашҡан.

Ся
ҡыт. 夏朝
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 2205
Рәсем
Нигеҙләүсе Юй Великий[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Дэнфэн[d]
Идара итеү формаһы наследственная монархия[d], монархия һәм Феодализм
Валюта Ҡортбаш
Алмаштырылған Шан (династия)
Алыштырған Өс хаким һәм биш император
Ҡулланылған тел Ҡытай теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 1600
Урынлашыу картаһы
 Ся Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Мифик тәүтарих

үҙгәртергә
 
Луньшань мәҙәниәте һауыты

Ҡытай мифологик-тарихи традицияһына ярашлы, Ҡытай дәүләтселегенең нигеҙләүсеһе Һары ИмператорХуан-ди була, ул беҙҙең эраға тиклем XXVII быуатта ҡатмарлы көрәштән һуң айырым ҡәбиләләрҙең юлбашсыларын үҙенә буйһондора һәм Куньлунь тауҙарында (Хуанхэ йылғаһы бассейынан көнбайышҡа табан) үҙ дәүләтен төҙөй.

Тыныслыҡ урынлаштырып, Хуан-ди илаһтарға ҡорбан килтерә, чиновник-идарасыларҙы тәғәйенләй һәм илдә тәүге ҡанундарҙы индерә. Хуан-диҙың 25 улы була, шуларҙың ун дүрте билдәле ҡытай ҡәбиләләренең башлап ебәреүселәре булып китә. Хуан-динан (б. э. т. 2698 — б. э. т. 2597) тәхет Шао-хаоға, һуңынан — Чжунь-сюйға, шунан Ди-Куға, артабан — Ди-чжиға һәм аҙаҡ Яоға күсә. Император Яо игелекле һәм аҡыллы хакимдың иң юғары миҫалы тиерлек була. Император Яо илде берләштерә һәм уны гармония хәленә еткерә, кешеләр араһында татыулыҡ урынлаштыра, тәртипте һәм йылды дөрөҫ хисаплауҙы күҙәтеү өсөн булдыҡлы ярҙамсыларҙы тәғәйенләй. Яо үҙенең вариҫы итеп игелекле Шунде (б. э. т. 2256 — б. э. т. 2205) һайлай. Император Шунь хакимлыҡ итеү осоронда ил 12 өлкәгә бүленә һәм бөтә урында ул индергән ҡанундар урынлаштырыла.

Бөйөк Юй һәм Ся дәүләтен нигеҙләү

үҙгәртергә
 
Бөйөк Юй

Шундән власть Хуан-ди нәҫеленә ҡараған Юйға күскән, ул сығышы менән Ся ырыуынан булған. Юй тәүге Ся ҡытай династияһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Был династияның ун ете хакимы өс ярым быуаттан ашыу хакимлыҡ итә.

Әҙәбиәттә Ся дәүеренең төрлө тасуирламалары осрай, улар араһында иң иртә һәм тулы яҙылған булып «Ши цзи» иҫәпләнә.

Ся хакимдары исемлеге

үҙгәртергә
Үлгәндән һуң исеме (Shi Hao 諡號)1
Номер Хакимлыҡ итеү осоро² Исеме Ҡытай телендә исеме Пиньинь Иҫкәрмәләр
01 45 /7 (б. э. т. 2032б. э. т. 2025) Юй Бөйөк Юй (大禹; dà yǔ)
02 10 (б. э. т. 2025б. э. т. 2015 ) Ци
03 29 (б. э. т. 2015б. э. т. 1986) Тай Кан 太康 Tài Kāng
04 13 (б. э. т. 1986б. э. т. 1973) Чжун Кан 仲康 Zhòng Kāng
05 28 (б. э. т. 1973б. э. т. 1945) Сян Xiāng
(?) 2 (б. э. т. 1945б. э. т. 1943) Хоу И 后羿 Houyi Бәхәсле
(?) 38 (б. э. т. 1943б. э. т. 1905) Хань Чжо 寒浞 Hán Zhuó Бәхәсле
06 21 (б. э. т. 1905б. э. т. 1884) Шао Кан 少康 Shǎo Kāng
07 17 (б. э. т. 1884б. э. т. 1867) Чжу Zhù
08 26 (б. э. т. 1867б. э. т. 1841) Хуай Huái
09 18 (б. э. т. 1841б. э. т. 1823) Ман Máng
10 16 (б. э. т. 1823б. э. т. 1807) Се Xiè
11 59 (б. э. т. 1807б. э. т. 1748) Бу Цзян 不降 Bù Jiàng
12 21 (б. э. т. 1748б. э. т. 1727) Цзюн Jiōng
13 21 (17271706 до н. э.) Цзинь Jǐn
14 31 (б. э. т. 1706б. э. т. 1675) Кун Цзя 孔甲 Kǒng Jiǎ
15 11 (б. э. т. 1675б. э. т. 1664) Гао Gāo
16 11 (б. э. т. 1664б. э. т. 1653) Фа
17 53 (б. э. т. 1653б. э. т. 1600) Цзе Jié шулай уҡ Люй Гуй (履癸 lǚ guǐ)
1 Ғәҙәттә әҙәбиәттә исемгә Ся (夏) династияһының исеме өҫтәлә, мәҫәлән Ся Юй (夏禹).
2 Фараз ителгән хакимлыҡ итеү йылдары.

Хәҙерге тарихсыларҙың ҡайһылары Ся дәүере ваҡиғаларын легендар тип иҫәпләй. Был мәсьәлә хәҙерге заманда ла бәхәсле һәм сиселмәгән булып ҡала. Шулай ҙа был дәүергә ҡараған бер ниндәй ҙә яҙма ҡомартҡылар әлеге ваҡытта табылмаған.

Династия тарихына хәҙерге ҡараштар

үҙгәртергә

Хәҙерге заман ҡытай ғалимдары Хуанхэ ҡушылдығы Лохэ йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан (хәҙерге Ҡытайҙың Хэнань провинцияһы территорияһы) һәм беҙҙең эраға тиклем XVII—XVI быуаттарға ҡараған Эрлитоу-3 археологик мәҙәниәтен Ся династияһы менән тап килтереү яҡлы.

Улар Ся-Шан-Чжоу хронологик пректы (ҡыт. 夏商周断代工程; 1996-2000) эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ошондай һығымтаға килә. Был ҡараш барлыҡ белгестәр тарафынан, бигерәктә Ҡытайҙан ситтә йәшәгәндәренән, ҡабул ителмәгән.

География

үҙгәртергә

Хәҙерге Эрлитоу һәм боронғо Ци батшалығы, Ся династияһының вариҫы буларыҡ хәҙерге Хэнань провинцияһы биләмәһендә урынлашҡан булған.

  1. Сыма Цянь. Исторические записки. Т. 1. (перевод Р. В. Вяткина)
  2. Блюмхен С. И. Становление династии Ся и «Событие 4200ВР» в свете исследований китайских и западных учёных // Общество и государство в Китае: XLII конференция: т. I. М., 2012. — С.70-88. ISSN 2072-5795
  3. Douglas J. KEENAN (2002), «Astro-historiographic chronologies of early China are unfounded», East Asian History, 23: 61-68.
  4. Yun Kuen LEE (2002), «Building the chronology of early Chinese history», Asian Perspectives: the Journal of Archaeology for Asia and the Pacific, 41.1: 15-42.
  5. LI Xueqin (2002), «The Xia-Shang-Zhou Chronology Project», Journal of East Asian Archaeology, 4: 321—333.

Һылтанмалар

үҙгәртергә