Ғәбиҙулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғәбиҙулла — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ир балаларға ҡушылған исем.
Этимологияһы
үҙгәртергәҒәбиҙулла исеме ғәрәп теленән үҙләштерелгән — алланың хеҙмәтсеһе; эшсе, хеҙмәтсе тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҒәбиҙулла; Зарипов Ғәбиҙулла Ғиндулла улы (6 октябрь 1961 йыл — 26 ғинуар 2001 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999).
Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы (21 ноябрь 1859 йыл — 7 декабрь 1919 йыл) — башҡорт дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Күпләп эйәреүселәре булған билдәле, абруйлы дини лидер.
Атаһының исемендә
үҙгәртергәМырҙағәлимов Ғәзиз Ғәбиҙулла улы (15 август 1923 йыл — 11 июнь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы (шулай уҡ Ҡорманғәлиев, 1889—1972) — күренекле башҡорт дин әһеле, Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре.
Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтһарун Ғәбиҙулла улы (1892 йыл—1920 йыл) — хәрби эшмәкәр, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһында 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальон командиры.
Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы (1 ғинуар 1950 йыл, БАССР, Салауат районы, Ҡалмаҡол ауыл советы Сүрәкәй ауылында тыуған) — Салауат районы хакимиәте башлығы (2000—2001).
Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы (7 ноябрь 1887 йыл — 17 ғинуар 1921 йыл) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя һуғышында, Рәсәйҙә Граждандар һуғышында һәм Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.
Фамилияла
үҙгәртергәҒәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы (30 октябрь 1939 йыл — 21 март 1997 йыл) — журналист, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994).
Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы (19 август 1942 йыл) — журналист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999), КПРФ фракцияһы ағзаһы. КПРФ-тың Башҡортостан Республика комитетының элекке икенсе секретары.
Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы (26 февраль 1939 йыл) — мәғариф эшмәкәре. 1971—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы мәғариф бүлеге мөдире, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы (10 октябрь 1941 — 8 август 2014) — СССР һәм Рәсәй ғалимы. Башҡорт дәүләт медицина университетында микробиология, иммунология һәм вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987).
Ғәбиҙуллина Фәниә Рауил ҡыҙы (4 март 1957 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (2009) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008). Назар Нәжми (2016) һәм Фәтих Кәрим (2017) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Ғәбиҙуллин Зәйнулла Заһит улы (1897 йыл — 1937 йыл) — совет дәүләт эшмәкәре. Татар АССР-ының Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе (1924—1927).
Ғәбиҙуллина Зөлфиә Рәүәт ҡыҙы (1965 йыл) — Ҡаҙағстан спортсыһы, йөҙөү буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, бер тапҡыр донъя рекордсыһы, Ҡаҙағстандың Паралимпия йыйылма командаһы капитаны. Донъя ярыштарында һәм Азия уйындарының еңеүсеһе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |