Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы
Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы (10 октябрь 1941 йыл — 8 август 2014 йыл) — ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, өлкән ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1984 йылдан — микробиология кафедраһы мөдире. 1992—2014 йылдарҙа Бөтә Рәсәй эпидемиологтар, микробиологтар һәм паразитологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 октябрь 1941 |
Тыуған урыны | Үрге Әрмет, Әрмет ауыл советы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 8 август 2014 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | микробиология |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто |
Стәрлетамаҡ медицина колледжы БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | БДМУ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЗәйнулла Ғәйнулла улы Ғәбиҙуллин 1941 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Үрге Әрмет ауылында тыуған.
Маҡар урта мәктәбендә уҡый (1959 йылғы сығарылыш). Стәрлетамаҡ медицина колледжын, аҙаҡ 1972 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай[1]. Балалар йорто директоры урынбаҫары була, артабан Башҡорт дәүләт медицина институтының микробиология кафедраһында эшләй. Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы — 300-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәттәр һәм 36 уйлап табыу авторы. Башҡортостан эпидемиологтар, микробиологтар һәм паразитологтар йәмғиәте рәйесе була (1992).
Ғалим ҡатнашлығында эренле яраларҙы, эсәк һәм урология инфекцияларын диагностикалау һәм дауалауҙың яңы ысулдары эшләнгән һәм хирургик практикаға индерелгән, микроорганизмдарҙы 21 штаммға (төр, «ствол», «род») бүлгән, хәҙер улар инфекцион ауырыуҙарҙы диагностикалағанда эталон булараҡ ҡулланыла.
2014 йылдың 8 авгусында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергәМедицинский вестник Башкортостана. Выпуск № 4.том 9. 2014
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2021)
- Габидуллин Зайнулла Гайнуллинович. Медицинский вестник Башкортостана.