Синьцзян яңынан тәрбиәләү лагерҙары
Холоҡ үҙгәртеү лагерҙары Синьцзянда (уйғ. قايتا تەربىيەلەش لاگېرلىرى; уйғ. Qayta terbiyelesh lagérliri уйғ. Қайта тәрбийәләш лагерлири, qɑjtɑ tærbijælæʃ lɑɡɛrliri; ҡыт. упр. 再教育营, пиньинь: zàijiào yùyíng) — Ҡытай халыҡ Республикаһының Синьцзян-Уйғыр автономиялы районындағы ислам динен тотҡан Ҡытай граждандарын мәжбүри тотоу өсөн булдырылған учреждениелар, әлеге тәртип төҙәтеү лагерҙарына улар бер ниндәй тикшереүһеҙ, суд ҡарарынан тыш, ғәйепләүһеҙ һәм сроктарҙы билдәләүһеҙ урынлаштырыла[1][2][3].
Синьцзян яңынан тәрбиәләү лагерҙары | |
Нигеҙләү датаһы | 2014 |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Булдырыусы | Си Дзиньпин һәм Чэнь Цюаньго[d] |
Төп көйләүсе текст | Q106447360? |
Синьцзян яңынан тәрбиәләү лагерҙары Викимилектә |
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Хөкүмәте белдереүенсә, «экстремизмға ҡаршы идеологик белем биреү маҡсатында» «һөнәри белем биреү үҙәктәре» булдырыу зарурлығы бар[4], бөтә төбәк чиновниктары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре, «коммунистар партияһының лояль ағзалары» булыуында һәм марксизм-ленинзмдан тыш «бер ниндәй ҙә дингә инанмауҙары» тураһында ант итергә, һәм «хәленән килгәнсә хәләлләштереүгә (оригиналда pan-halalization) ҡаршы көрәшергә тейештәр»[5].
Сит ил хоҡуҡ яҡлау ойошмалары бындай учреждениеларҙы нацистик концентрацион лагерҙар менән сағыштыра[6].
Ойоштороу этабы
үҙгәртергәМосолмандар өсөн бындай учреждениелар барлығы тураһында тәүге мәғлүмәттәр 2014 йылдан билдәле була башланы[7]. Үҙенең ҡаты сәйәсәте менән дан алған Чэнь Цюаньго 2016 йылдың авгусында СУАР беренсе секретары вазифаһына тәғәйенләнеүенән һуң «ҡабаттан тәрбиәләү лагерҙарының» һаны бермә-бер арта, ундағы кешеләр һаны шулай уҡ күпкә арта..
2018 йылдың көҙөнә тиклем Ҡытай властары уларҙың барлығын тулыһынса йәшерәләр, 2018 йылдың октябрь айында ғына рәсми рәүештә илдә бындай лагерҙар булыуын раҫлаған тәүге документтар донъя күрә[8][9].
2020 йылдың февралендә Deutsche Welle Ҡытайҙан ҡыуып сығарылған һәм Норвегияла йәшәгән уйғыр ғалимы һәм диссиденты Әйүптән Абдулвәлиҙән 2017—2018 йылдарҙа тотҡонлоҡта ултырған уйғырҙар исемлеген алыуҙары тураһында яҙып сыҡты. Исемлектә яҡынса 2000 кеше тураһында мәғлүмәт бар. Уйғырҙарҙың күбеһе тыуымды көйләү сәйәсәтен боҙған өсөн лагерҙарға урынлаштырылған. сөнки этник аҙсылыҡтарға ауыл ерендә 3 бала, ҡалала 2 бала табырға рөхсәт ителгә. Бынан тыш, ҡулға алынған ир-аттар һаҡал йөрөткән өсөн. ә ҡатын-ҡыҙҙар башын ҡаплап йөрөгән өсөн ултыртылған. Бер уйғырҙы үҙ ресторанын рамаҙан ваҡытында япҡан өсөн ултыртҡандар, шулай уҡ хажға йәки ниндәй булһа ла ислам иленә барған өсөн хөкөм ителә. Хатта сит ил паспортын алыу өсөн ғариза биреү йәки сит илдә йәшәгән туғандар һәм дуҫтар менән бәйләнештә булыу ҡулға алыу өсөн сәбәп булып тора[10].
Тарих башы
үҙгәртергә2009 йылдың июлендә Урумчи ҡалаһындағы сыуалыштар алдынан һәм уларҙан һуң СУАР беренсе секретары Ван Лэцюань яйлап башланғыс уйғыр мәктәптәрендә уйғыр телен ҡытай теленә алмаштырҙы. Дәүләт чиновниктарына һаҡал, хижап йөрөтөү һәм эш урынында намаҙ уҡыу тыйыла[11][12].
2010 йылдың апрелендә Синьцзянда компартия башлығы вазифаһына Чжан Чуньсянь тәғәйенләнә. Ул етәкселек иткән осорҙа төбәктә уйғырҙарға һәм мосолмандарға ҡарата репрессиялар ҡырҡа көсәйә. 2011 йылда Чжан Синьцзяндың үҫешенә тик заманса мәҙәниәт булышлыҡ итәсәк, тип белдерә. 2012 йылда ул тәүге тапҡыр "«деэкстремизацизациялау» терминын ҡуллана һәм бер аҙҙан «ҡырағай имамдарҙы» һәм «экстремистарҙы» «ҡабаттан тәрбиәләү» башлана. 2014 йылда Ҡытай властары « террор менән халыҡ һуғышын» иғлан итәләр, «терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса» кампания сиктәрендә яңы ҡайһы бер сикләүҙәр индерелә, мәҫәлән, тыйыу аҫтына «ғәҙәттән тыш» оҙон һаҡалдар, йәмәғәт урындарында йөҙөн ҡаплаған кейем кейеү эләгә, шулай уҡ балаларға "динде дәртләндереү"исмедәрҙе биреү тыйыла (атап әйткәндә, Мөхәммәт һәм Фатима кеүек исемдәр).
Властар ислам дәүләтен төҙөүҙе үҙ маҡсаты итеп ҡуйған террористик Көнсығыш Төркөстаны Ислам хәрәкәтенә ҡаршы көрәшә. КТИХ бер нисә эре теракт ойоштора һәм Үҙәк Азиялағы башҡа экстремистик ойошмалар менән бәйләнештәр булдыра (атап әйткәндә, Үзбәкстан ислам хәрәкәте менән)[13].
Сүриәләге һуғыш ваҡытында ИГИЛ видеоларында уйғырҙар күренеүе хөкүмәтте борсоуға һала, сөнки улар жиһатҡа өндәйҙәр[14]. Ҡайһы бер баһалар буйынса, яҡынса 5 мең уйғырҙар Сүриәлә һуғышып йөрөгән, улар Ҡытайҙа теракт ҡылыу өсөн ҡайтыуы мөмкин[13].
Синьцзян тәбиғи ресурстарға бай. Ҡытай иҡтисади проектында мөһим роль уйнай, көслө террористик ойошмалар ғәмәлдә булған Пакистан, Афғанстан, Үзбәкстан менән сиктәш[13].
Чэнь Цюаньго сәйәсәте
үҙгәртергәЧэнь тәғәйенләнгән һуң СУАР-ҙа полиция хеҙмәткәрҙәре һаны 90 меңгә арта[17], шулай уҡ 7300-ҙән ашыу ҡораллы блокпост ойошторола[18]. Ваҡыт үтеү менән «тәрбиәләү аша үҙгәртеү» концепцияһы таралып китә һәм «холоҡ төҙәтеү» буйынса кампаниялар сиктәрендә систеалы рәүештә ҡулана башлай.
Урындағы киң мәғлүмәт саралары «Холоҡ төҙәтеү лагерҙарын» «экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса белем биреү үҙәктәре» һәм "тәрбиә һәм үҙгәртеү белем биреү үҙәктәре"тип атайҙар. . Күпселек «лагерҙар» элекке мәктәптәрҙә йәки башҡа дәүләт учреждениеларында урынлашҡан, әммә улар өсөн махсус төҙөлгән биналар ҙа бар[19].
Халыҡ-ара реакцияһы
үҙгәртергәРаса дискриминацияһын бөтөрөү буйынса БМО комитеыт ағзаһы Гей Макдугалл бер нисә тапҡыр ҡытай лагерҙары булыуына хәүефен белдерҙе[20][21].
2019 йылдың июлендә Көнбайыш илдәре БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комитетына Ҡытайҙа этник уйғырҙарҙы һәм мосолмандарҙы ҡулға алыуалыу буйынса мөрәжәғәт итте.
Көнбайыш илдәренең июлдәге мөрәжәғәтенә Рәсәй, Венесуэла, Төньяҡ Корея, Беларусь, Сүриә һәм тағы 30-ҙан ашыу ил БМО-ға коллектив хат менән мөрәжәғәт итте, был илдәр, киреһенсә, Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында Пекин үткәргән сәйәсәтте хуплап сыҡтылар[22].
2019 йылдың октябрендә уйғырҙарҙы ҡыйырһытыу менән бәйле АҠШ Ҡытайға ҡарата санкциялар ҡабул итте. дискриминация. Санкцияға 28 Ҡытай хөкүмәт һәм коммерция ойошмаһы эләкте[23].
2019 йылдың 4 декабрендә АҠШ вәкилдәр палатаһы "Кеше хоҡуҡтары өлкәһендә уйғыр сәйәсәте тураһында (Uyghur Дима of Human Rights 2019 Policy) закон проектын хупланы. Закон АҠШ президентын Синьцзяндәге уйғыр һәм ҡаҙаҡтар өсөн ойошторолған лагерҙарҙы ябыуҙы талап итеп, Ҡытай хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү бурысын йөкмәтә[24]
Позиция | Һаны | Илдәр |
---|---|---|
22 (2019 йылдың 8 июлендәге хат яҡлылар) | Австралия, Австрия, Бельгия, Канада, Дания, Эстония, Финляндия, Франция, Германия, Исландия, Ирландия, Япония, Латвия, Литва, Люксембург, Нидерланды, Яңы Зеландия, Норвегия, Испания, Швеция, Швейцария, һәм Бөйөк Британия[25] | |
37 (2019 йылдың 12 июлендәге хат яҡлылар) | Россия, Алжир, Ангола, Бахрейн, Беларусь, Боливия, Буркина-Фасо, Бурунди, Камбоджа, Камерун, Комор утрауҙары, Конго, Куба, Конго Демократик Республикаһы, Мысыр, Эритрея, Габон, Кувейт, Лаос, Мьянма, Нигерия, Төньяҡ Корея, Оман, Пакистан, Филиппин, Катар, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сомали, Судан, Сүриә, Тажикстан, Того, Төркмәнстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Венесуэла, Зимбабве һәм Көньяҡ Судан | |
Ҡалып:Dropped | 5 | Бахрейн, Кувейт, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Катар[25] |
Бөтәһе | 59 | - |
Баһалау
үҙгәртергәСиньцзяндәге хәлдәргә Ҡаҙағстан, Малайзия, Афғанстан дипломаттары ыңғай баһа бирәләр[26]. Шулай уҡ лагерҙарҙа Үзбәкстан, Рәсәй, Тажикстан, Һиндостан, Пакистан, Индонезия, Таиланд һәм Кувейт дипломаттары булып ҡайтты.
Мәҫәлән, көнбайыш журналистарының бер өлөшө лагерҙарҙы «мәҙәни геноцид» тип атаһа, башҡалары «концентрацион лагерь»[27][28][29][30] тиҙәр.
Күп кенә илдәр, шул иҫәптән Рәсәй һәм Иран, «холоҡ төҙәтеү лагерҙары» буйынса аныҡ фекер белдермәне. Сәғүд Ғәрәбстаны принцы Мөхәммәт ибн Сәлмән Әл Сәғүд ҡытай йәмәғәт хәүефһеҙлеген бик юғары баһаланы, шулай уҡ Ҡытай «терроризм менән көрәш алып барыу хоҡуғына эйә» тип өҫтәне.
Лагерҙар
үҙгәртергәРәсми рәүештә лагерҙарҙың ҡайҙа урынлашыуы, уларҙың исемдәре, һаны билдәһеҙ[31].
Би-би-си компанияһы хәбәр итеүенсә, Синьцзянь буйынса 101 комплекс тикшерелгән, улар асыҡ сығанаҡтарҙан, матбуғат сараларынан һәм лагерҙар системаһын фәнни тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренән алынған.
Һуңғы йылдарҙа Ҡытай хөкүмәте бик тиҙ темптар менән ошондай режимлы объекттарҙы төҙөй.
Австралия ү холоҡ төҙәтеү учреждениелары архитекторҙары командаһы, Дабаньчэнда комплекстың киңәйтелеүе тураһындағы GMV мәғлүмәттәре менән танышҡандан һуң, минималь баһалау буйынса был учреждениела 11 мең (минималь баһа буйынса) тотҡондо тотоп була тигән һығымтаға килгән. Бындай баһалау комплекс донъялағы иң ҙур төрмә булыуын фаразлай.
Лагерҙарҙы хәрбиҙәр һәм спецназ һаҡлай, төрмә ҡапҡалары, күҙәтеү системалары, ҡамау һыҙыҡтары, ҡарауыл вышкалары, һаҡсылар бүлмәләре менән йыһазладырылған[32][33][34][35], шулай уҡ күпселек «лагерҙар» спутниктарҙан асыҡ күренә[36].
Тотҡондар һаны
үҙгәртергәҠайһы бер халыҡ-ара ойошмалары баһалары буйынса, һуңғы бер нисә йыл эсендә лагеҙар аша үтткән кешеләрҙең һаны бер миллиондан ашыу кеше тәшкил итә[37]. Шуның менән бергә төрлө баһалар буйынса, «холоҡ төҙәтеү лагерҙарында» бер үк ваҡытта Ҡытайҙа йәшәгән ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, мосолман-хуэйҙар, ислам дине тотҡан башҡалар[38], православие христиандарынан торған бер нисә йөҙ мең кешенән бер миллиондан ашыу кешегә тиклем тотола[39], шулай уҡ сит ил дәүләттәре граждандары, атап әйткәндә, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан.
Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы башлығы Закир Шохрат әлеге учреждениеларҙа 1 йәки 2 миллион кеше тотолоуы дөрөҫлөккә тап килмәй, тип белдерҙе, әммә актуаль һандарҙы әйтә алманы, сөнки был һан «үҙгәреүсән».
Яңы төҙөлгән объекттар һаны | Яңы төҙөлгән объекттар майҙаны (га) | |
---|---|---|
2011 йылда | 3 объект | 22 гектар |
2012 йылда | 1 объект | 20 гектар |
2013 йылда | 3 объект | 32 гектар |
2014 йылда | 2 объект | 55 гектар |
2015 йылда | 3 объект | 18 гектар |
2016 йылда | 1 объект | 10 гектар |
2017 йылда | 15 объект | 125 гектар |
2018 йылда | 10 объект | 135 гектар |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Arrests skyrocketed in China's Muslim far west in 2017 . Channel NewsAsia. Дата обращения: 25 июль 2018. 2018 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ 'Permanent cure': Inside the re-education camps China is using to brainwash Muslims . Дата обращения: 17 май 2018.
- ↑ China: Big Data Fuels Crackdown in Minority Region . Human Rights Watch. Дата обращения: 26 февраль 2018.
- ↑ Секретные лагеря Китая Куда исчезают мусульмане-уйгуры в Синьцзяне? (2019).
- ↑ Китай признался в создании «лагерей перевоспитания» для уйгуров (12 октябрь 2018).
- ↑ Рамазан Алпаут. Китайские лагеря для мусульман как немецкие концлагеря для евреев (18 ғинуар 2019).
- ↑ A Summer Vacation in China's Muslim Gulag . Foreign Policy. Дата обращения: 28 февраль 2018.
- ↑ Китай признался в создании «лагерей перевоспитания» для уйгуров (12 октябрь 2018).
- ↑ Умиротворение по-китайски. Как устроена программа перевоспитания в Синьцзяне и почему она угрожает не только мусульманам? (15 февраль 2019).
- ↑ Репрессии против уйгуров в Китае: DW получила новые доказательства
- ↑ Wines, Michael. A Strongman Is China’s Rock in Ethnic Strife, New York Times (10 июль 2009). 2 ғинуар 2019 тикшерелгән.
- ↑ Swain, Jon. Security chiefs failed to spot signs calling for Uighur revolt, The Sunday Times (12 июль 2009). 12 июль 2009 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Terrorism and Counterterrorism in China: the case of Xinjiang
- ↑ ISIS Fighters From China’s Uighur Minority Vow to 'Shed Blood' at Home
- ↑ New Evidence for China's Political Re-Education Campaign in Xinjiang (ингл.). jamestown.org. Дата обращения: 15 май 2018.
- ↑ List of Government Bids Related to Re-Education Facilities (ингл.). jamestown.org. Дата обращения: 15 май 2018.
- ↑ A Surveillance State Unlike Any the World Has Ever Seen (нем.). Der Spiegel. Дата обращения: 26 июль 2018.
- ↑ 英媒:新疆铁腕控制 汉人也叫苦连天 (ҡыт.). Дата обращения: 11 ноябрь 2017.
- ↑ China: Free Xinjiang ‘Political Education’ Detainees (ингл.). Human Rights Watch. Дата обращения: 10 сентябрь 2017.
- ↑ China Uighurs: One million held in political camps, UN told . BBC. Дата обращения: 10 август 2018.
- ↑ U.N. says it has credible reports that China holds million Uighurs in secret camps . Дата обращения: 10 август 2018.
- ↑ Россия поддержала действия китайских властей в Синьцзяне (12 июль 2019). 2019 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ США ввели санкции в отношении Китая из-за притеснения уйгуров
- ↑ Палата представителей США одобрила законопроект в защиту уйгуров (4 декабрь 2019). 2019 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ 25,0 25,1 Fattah, Zainab. Qatar Withdraws Support for China Over Its Treatment of Muslims, Bloomberg News (21 август 2019). 21 август 2019 тикшерелгән.
- ↑ Казахстанский дипломат посетил «лагерь» в Синьцзяне
- ↑ China is creating concentration camps in Xinjiang. Here’s how we hold it accountable (24 ноябрь 2018). 29 март 2019 тикшерелгән.
- ↑ Q&A with Dolkun Isa, president of the World Uyghur Congress (12 март 2019). 29 март 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Turkey demands China close camps after reports of musician's death (10 февраль 2019). 29 март 2019 тикшерелгән.
- ↑ Saudi crown prince defends China's right to put Uighur Muslims in concentration camps, The Daily Telegraph (22 февраль 2019).
- ↑ Phillips, Tom. China 'holding at least 120,000 Uighurs in re-education camps' (25 ғинуар 2018). 17 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ China suggests its camps for Uighurs are just vocational schools . The Economist. Дата обращения: 18 август 2018.
- ↑ Approval opinion for the environmental impact report on Atush vocational skills training center project . archive.org. Дата обращения: 6 июль 2017.
- ↑ Patriotic songs and self-criticism: why China is 're-educating' Muslims in mass detention camps . Дата обращения: 25 июль 2018.
- ↑ China's Mass Internment Camps Have No Clear End in Sight . Foreign Policy. Дата обращения: 22 август 2018.
- ↑ Chinese blogger documents the construction of 31 new mass re-education camps in Xinjiang . amityunderground.com. Дата обращения: 25 август 2018. Архивировано 2 апрель 2019 года. 2019 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Central Asians Organize to Draw Attention to Xinjiang Camps, The Diplomat (4 декабрь 2018).
- ↑ Majlis Podcast: The Repercussions Of Beijing’s Policies In Xinjiang, Radio Free Europe/Radio Liberty (RFE/RL) (9 декабрь 2018).
- ↑ China’s reeducation camps for Muslims are beginning to look like concentration camps, Vox (24 октябрь 2018).
- ↑ Джон Садуорт. Секретные лагеря Китая Куда исчезают мусульмане-уйгуры в Синьцзяне? www.bbc.com (2019).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 20 дней в лагере перевоспитания для уйгуров
- Лагеря для интернированных в Синьцзяне
- «Люди с двойным сердцем». Лагеря «перевоспитания» в Китае
- О жизни в китайском лагере перевоспитания уйгурка рассказала в Конгрессе США
- Подъем в 5 утра и овощной суп без овощей. Как устроены китайские лагеря «профподготовки»
- Заводной мандарин. Узники китайских лагерей рассказывают про будущее. 14.06.2019
- За стенами центров перевоспитания: что происходит в китайском Синьцзяне