Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы
Шенжаң-Уйғыр автономиялы районы (ШУАР) (уйғ. شىنجاڭ ئۇيغۇر ئاپتونوم رايونى, Шинҗаң Уйғур аптоном райони, ҡыт. 新疆维吾尔自治区, ; ҡыҫҡаса Шенжаң ҡыт. «яңы сик») — Ҡытайҙың көнбайышындағы төбәге. Был илдең майҙаны яғынан иң ҙур территориаль-административ берәмеге.
Тарихи атамаһы — Көнсығыш Төркөстан; Ҡытай әҙәбиәтендә Синцзян (1760-сы йылдарҙан), 14-се быуатҡа ҡараған яҙмаларҙа һәм 16-17 быуаттарға ҡараған фарсы телендәге билдәле ҡулъяҙмаларҙа Уйғыриә, Уйғырстан тип аталған. Автономиялы район Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Рәсәй, Монголия, Афғанстан, Һиндостан менән сиктәш.
Халҡы — 21 813 334 человек (2010). Халыҡ, нигеҙҙә, Тарим уйһыулығында һәм Жуңғариялағы йылғалар үҙәнлектәрендә урынлашҡан Ҡашғар, Хөтән, Яркәнд, Аҡһыу, Кусар, Ғолжа ҡалалары һәм улар тирәһендәге өлкәләрҙә ғүмер итә. Мәркәзе — Өрөмсө (рус. Урумчи) ҡалаһы.
ТарихыҮҙгәртергә
Боронғо Ҡытай сығанаҡтарында район Сиюй (Көнбайыш йорттар) исеме менән телгә алынған.
Көнсығыш Төркөстан Бөйөк ебәк юлында булыу сәбәпле, ул даими рәүештә ҙур дәүләттәр иғтибарын тартып торған. Б. э. 3 быуатында Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ өлөшө — Жуңғария сәнби, 5-6 быуаттарҙа жужан, 6 быуаттың икенсе яртыһында төрки ҡәбиләләре идараһында була. Төрки ҡағанлығы төҙөлгәндән һуң, уға Көнсығыш Төркөстандың ҡала-дәүләттәре кергән.
7 быуатта Көнсығыш Төркөстан һәм Жуңғарияла Тан династияһы хакимлыҡҡа килгән. 7-се быуаттың 70-се йылдарында уның көньяҡ өлөшө (хәҙерге Кусар, Хөтән, Ҡарашәһәр, Ҡашҡар) тибеттар ҡулына күсә. 9-сы быуатта Уйғыр ҡағанлығы емерелгәндән һуң, Орхон һәм Селенга йылғалары бассейнында йәшәгән уйғырҙарҙың бер өлөшө был яҡҡа күсеп килә.
Уйғыр дәүләте төҙөлә һәм ул бер нисә йыл ҡараҡатайҙарҙың вассалы була. 13-сө быуаттың 10-20 йылдарынан Сыңғыҙханға буйһондоролған. 1251 йылда Көнбайыш Жуңғария һәм Ҡашҡар ерҙәре Сығатай улусына кергән. Уйғыр дәүләте лә Монгол хандары ҡулы аҫтына күскән. 1399 йылда Шеңжандың төньяҡ өлөшөндә Ойрат ханлығы барлыҡҡа килә. XVII быуат урталарында Жуңғар ханлығы барлыҡҡа килә, уны XVIII быуат уртаһында Цин империяһы яулап ала[5][6].. 1465 йылда дуглат ҡәүеменән булған Әбү Бәкер етәкселегендә үҙәге Яркәнт ҡалаһы булған ханлыҡ барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ Хөтән һәм Ҡашҡар виләйәттәре, 1499-1504 йылдарҙа Акһыу, Өстурфан виләйәттәре был ханлыҡ составына ингән. Яркәнт ханлығы 1678 йылға тиклем йәшәп килгән.
Милли составыҮҙгәртергә
2000 йылға | ||
---|---|---|
Халыҡ | Һаны | %-тарҙа |
уйғырҙар | 8 345 622 | 45,21 |
ҡытайҙар | 7 489 919 | 40,58 |
ҡаҙаҡтар | 1 245 023 | 6,74 |
дунғандар | 839 837 | 4,55 |
ҡырғыҙҙар | 158 775 | 0,86 |
монголдар һәм ҡалмыҡтар, дунсян, даурҙар | 194 891 | 1,14 |
«тажиктар» | 39 493 | 0,21 |
сибо | 34 566 | 0,19 |
манчжурҙар | 19 493 | 0,11 |
туцзя | 15 787 | 0,086 |
үзбәктәр | 12 096 | 0,066 |
урыҫтар | 8 935 | 0,048 |
мяо | 7 006 | 0,038 |
тибеттар | 6 153 | 0,033 |
чжуандар | 5 642 | 0,031 |
татарҙар | 4 501 | 0,024 |
саларҙар | 3 762 | 0,020 |
СәнәғәтеҮҙгәртергә
Нефть эшкәртеү, металлургия, машиналар эшләү, химия, текстиль сәнәғәте оҫтаханалары бар. Төҙөлөш материалдары эшләп сығарыла. Кәсепселек үҫеш алған: ебәк келәм туҡыу, металл, күндән төрлө әйберҙәр әҙерләп сығарыу, ҡағыҙ аҡса эшләп сығарыу менән шөғөлләнәләр.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Мурзаев Э. М., Природа Синьцзяна и формирование пустынь Центральной Азии, М., 1966;
- Описание Чжуньгарии и Восточного Туркестана в древнем и нынешнем состоянии, пер. с кит. [Н. Я. Бичурина], ч. 1, СПБ, 1829;
- Риттер К., Землеведение Азии, пер. и крит. замечания В. Григорьева, т. 5, в. 2, СПБ, 1873;
- Бартольд В., Туркестан в эпоху монгольского нашествия, ч. 1—2, СПБ, 1898—1900;
- Думан Л. И., Аграрная политика цинского (маньчжурского) правительства в Синьцзяне в конце XVIII в., М., 1936;
- Тихонов Д. И., Хозяйство и общественный строй уйгурского государства. X—XIV вв., М., 1966;
- Кузнецов В. С., Экономическая политика цинского правительства в Синьцзяне…, М., 1973;
- Яковлев А. Г., Аграрные отношения и аграрная реформа в провинции Синьцзян (1949—1953),
- «Уч. зап. института востоковедения АН СССР», 1955, т. II, с. 220—62;
- Дьяконова Н. В., Культурное наследие национальных меньшинств Синьцзяна, в кн.: Труды Государственного Эрмитажа, т. 2, М. — Л., 1958;
- Всеобщая история искусств, т. 2, кн. 2, М., 1961.
- Госманов М. Ябылмаган китап яки чәчелгән орлыклар. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1996. — 206 бит.
- Дубровская Д. В. Судьба Синьцзяна. Обретение Китаем «Новой границы» в конце XIX в. М.: Институт востоковедения РАН, 1998.- 202 с.
- Обухов В. Г., Потерянное Беловодье. История Русского Синьцзяна., М., 2012
- Harrigan, Anthony. Sinkiang: A Sino-Soviet Trouble Spot? // Military Review. — May 1963. — Vol. 43 — No. 5. (военно-географическая характеристика района)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ http://www.stats.gov.cn/english/PressRelease/202105/t20210510_1817188.html
- ↑ https://data.stats.gov.cn/english/easyquery.htm?cn=C01
- ↑ http://www.gov.cn/test/2013-04/07/content_2371589.htm
- ↑ Гибель Джунгарского государства 2019 йылдың 30 май көнөндә архивланған.. История Казахстана
- ↑ Гибель Джунгарского ханства (недоступная ссылка). Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 9 сентябрь 2017 года.. Казах.ру
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викимилектә | |
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викияңылыҡтарҙа | |
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викигид |
- Ҡалып:Xzqh
- Синьцзянский информационный Интернет-центр (недоступная ссылка). Архивировано 6 июль 2005 года. 2005 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- И. Плескачевская. Китайский Туркестан (недоступная ссылка). Архивировано 14 октябрь 2007 года. 2007 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- Волынец Алексей «Синьцзян против Китая. Мусульманское восстание забирает у империи Цин весь Восточный Туркестан»
- Волынец Алексей "Китай без Синьцзяна: «зубы, не прикрытые губами». Повстанцы-мусульмане вооружаются револьверами, а империя Цин готовится вернуть «Новую границу»
- Александр Собянин. Уйгурский сепаратизм становится общей проблемой России и Китая (недоступная ссылка). Архивировано 26 июнь 2008 года. 2008 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
- «Караван Азия», полная информация о городе Урумчи и по провинции Синьцзян на форуме соотечественников
- П.Аптекарь ОТ ЖЕЛТОРОСИИ ДО ВОСТОЧНО-ТУРКЕСТАНСКОЙ РЕСПУБЛИКИ
- Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) № 5 от 15 апреля 1934 года «О Синьцзяне»
- Танковый бросок на Памир. Из Подмосковья в Китай через Кант в Киргизии
- Роль белогвардейских военных подразделений в подавлении мусульманского восстания в Синьцзяне впервой половине 30х гг. XX в. (недоступная ссылка). Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Англосоветское соперничествов Синьцзяне в 1918—1928 гг. (недоступная ссылка). Архивировано 26 октябрь 2011 года. 2011 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
- Специальная операция НКВД в Синьцзяне (недоступная ссылка). Архивировано 28 февраль 2010 года. 2010 йылдың 28 февраль көнөндә архивланған.
- Список 15 КПП, через которые иностранец может попасть в Синьцзян (недоступная ссылка). Архивировано 7 март 2009 года. 2009 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- Общий атлас Синьцзяна
- Национальный состав СУАР 1941