Уйғыр теле

төрки телдәрҙең береһе, үзбәк һәм төрөк теле менән ҡарлуҡ-хәрәзм төркөмсәһен барлыҡҡа килтерә

Уйғыр теле (рус. Уйгу́рский язы́к, уйғ. ئۇيغۇر تىلى ,ئۇيغۇرچە, Уйғурчә, Уйғур тили [[Халыҡ-ара фонетик алфавит|ʔʊjˈʁʊrtʃɛ]], ҡыт. ғәҙәти 維吾爾語, ябайл. 维吾尔语, пиньин: Wéiwú'ěryǔ) — төрки телдәрҙең береһе [2].

Уйғыр теле
уйғ. ئۇيغۇر
уйғ. ئۇيغۇر تىلى
уйғ. ئۇيغۇرچە
Рәсем
Дәүләт Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Flag of Uzbekistan.svg Үзбәкстан
Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Flag of Kyrgyzstan.svg Ҡырғыҙстан
Flag of the Taliban.svg Афғанстан
Flag of Mongolia.svg Монголия
Flag of Albania.svg Албания
Flag of Turkey.svg Төркиә
Алыштырған Сығатай теле
Тел төрҙәре SOV[d], агглютинатив телдәр һәм SVO[d]
Яҙыу арабское письмо[d], Кирил алфавиты һәм Латин алфавиты
Телдә һөйләшеүселәр 10 400 000 кеше (2019)[1]
Состояние языка в каталоге Ethnologue 2 Provincial[d][1]
Карта распространения
Барлыҡҡа килгән Ганьсу[d], Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы, Ҡаҙағстан һәм Говь-Алтай[d]
Викимедиа проекттарында тел коды ug
Commons-logo.svg Уйғыр теле Викимилектә

Үзбәк теле һәм иле төрки теле менән бергә ҡарлуҡ-хорезм төркөмсәһе төҙөй. Хәҙерге уйғыр теле йәки "яңы" уйғыр теле уйғыр-ҡарахани теленең тарихи һәм генетик дауамы булып тора, ләкин ул боронғо орхон-уйғыр теленә ҡәрҙәш түгел.

Ул Ҡытай, Ҡаҙағстан Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан дәүләттәрендә киң таралған, шулай уҡ, Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Төркиәлә ҙур булмаған төркөмдәр бар, Европа Союзының ҡайһы бер илдәрендә, АҠШ-та, Рәсәйҙә һәм [[Канада|Канадала) осрай.

Уйғыр-орхон телеҮҙгәртергә

VIII быуатта уйғырҙар күп кенә ҡәүемдәрҙе берләштереп, Үҙәк Азияла ҙур территорияны биләп торған дәүләткә нигеҙ һалалар. Уйғыр-орхон теле башта Орхон-йәнәсәй теленә яҡын тел булған, артабан үҙаллы үҫеш алған .

ЯҙмаһыҮҙгәртергә

 
Заманса ҡытай-уйғыр һүҙлеге

Хәҙерге ваҡытта уйғыр теле рәсми рәүештә ике график система ярҙамында яҙыла: Ҡытайҙа — "синьцзян" йәки "көнсығыш-төркөстан" (әрәб йезиқи тип аталған ғәрәп әлифбаһы, йәки кона йезиқ — «боронғо яҙма») һәм "Үҙәк Азия" (элекке СССР-ҙағыса славиә йезиқи — «славян яҙмаһы» йәки славиәнчә — «славян яҙмаһы» )[3].

Уйғыр ғәрәп әлифбаһы 1925—1930 (СССР)

ﯪ ﯭ ب پ ت ج چ خ د ر ز ژ س ش غ ق ك گ ڭ ل م ن ۋ ه ئە ﯮ ﯰ ﰃ

Уйғырҙарҙың латинлаштырылған әлифбаһы 1930—1946 (СССР)

СССР уйғырҙарының латиница әлифбаһы:

A a B в C c Ç ç D d E e Ə ə G g Ƣ ƣ H h I i J j K k L l M m N n
Ꞑ ꞑ O o Ө ө P p Q q R r S s Ş ş T t U u V v X x Y y Z z Ƶ ƶ F f

Уйғырса кириллица әлифбаһы 1947 (СССР)

А а Б б В в Г г Ғ ғ Д д Е е Һ һ Ә ә Ж ж
Җ җ З з И и Й й К к Қ қ Л л М м Н н Ң ң
О о Ө ө П п Р р С с Т т У у Ү ү Ф ф Х х
Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э Ю ю Я я

Ҡулланыш статусыҮҙгәртергә

Киң мәғлүмәт сараларыҮҙгәртергә

СССР-ҙа уйғыр телендә сыҡҡан гәзиттәр:

  • «Кәмбәғәлләр авази» («Ярлылар ауазы»). 1921 йылдан сыҡҡан
  • «Қизил туғ» («Ҡыҙыл байраҡ»). Алматыла, 1935—1938 йылдарҙа.
  • «Колхозчилар әмгиги» («Колхозсылар хеҙмәте»). Алматыла, 1934—1959 йылдарҙа сыҡҡан.
  • «Садайи таранчи» — Алматыла, 1918 йылда 6 һаны сыҡҡан.
  • «Течлиқ әмгәк» («Тыныс хеҙмәт»). Алматыла, 1934 йылдан сыҡҡан
  • «Уйғур авази» («Уйғыр тауышы»). Алматыла, 1957 йылдан сыҡҡан. Хәҙер Ҡаҙағстан уйғырҙарының төп гәзите.
  • «Шәриқ һәқиқити» («Шәреҡ хәҡиҡәте»). Үзбәкстанда 1927-1936 йылдарҙа сыҡҡан

ҠарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Ethnologue — 25 — Dallas, Texas: SIL International, 2022.
  2. Кайдаров, А. Т., «Развитие современного уйгурского литературного языка (Т.1 Уйгурские диалекты и диалектная основа литературного языка)», Алма-Ата, «Наука», 1969, стр. 322
  3. Касымова Д. Ж., Уйгурский язык: Самоучитель. — Алма-Ата, 2005.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә