Ҡаҙағстан

Урта Азияла урынлашҡан дәүләт
(Республика Казахстан битенән йүнәлтелде)
Ҡаҙағстан Республикаһы
Қазақстан Республикасы
Республика Казахстан
Ҡалып:Ҡаҙағстан байрағы гербы Ҡаҙағстан
Ҡаҙағстан байрағы Ҡаҙағстан гербы
Милли девиз: «Алға, Ҡаҙағстан!»
Гимн: Ҡаҙағстан гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған 16 декабрь 1991 йыл
Рәсми телдәр Ҡаҙаҡ теле (дәүләт), урыҫ теле (рәсми)
Баш ҡала Астана
Иң ҙур ҡалалары Алматы, Ҡарағанды,Шымкент
Идара итеү формаһы Республика
Дәүләт башлығы Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы
Халыҡ
  • Барыһы
  • Тығыҙлыҡ
60 урын
16,196,800
кеше/км²


Валюта Ҡаҙағстан тәңкәһе
Интернет-домен .kz
Телефон коды ++7
Сәғәт бүлкәте UTC +5


Ҡаҙағстан Республикаhы (Ҡаҙағстан, ҡаҙ. Қазақстан Республикасы) — Евразияның үҙәгендә урынлашҡан, төп өлөшө Азияға, ҡалғаны Европаға ҡараған дәүләт. Төньяҡтан һәм көнбайыштан Рәсәй Федерацияһы, көнсығыштан Ҡытай, көньяҡтан Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Төрөкмәнстан менән сиктәш.

Хәҙерге Ҡаҙағстандың ерендә борондан күсмә халыҡтар йәшәгән. 16-сы быуатта ҡаҙаҡтар үҙенә башҡа халыҡ булараҡ билдәлелек ала; улар өс жүздән тора. Ҡаҙаҡ ханлығы булдырыла. 18-сы быуатта Ҡаҙаҡ далаһына урыҫтар күсеп килә башлай; 19-сы быуаттың уртаһында барлыҡ Ҡаҙағстан Рәсәй империяһының өлөшөнә әйләнә.

1917 йылдың революцияһы һәм артабанғы граждандар һуғышы осоронда Ҡаҙағстан административ йәһәттән бер нисә тапҡыр бүленә; 1936 йылда СССР составында Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы булдырыла. 20 быуатта Ҡаҙағстанда Советтар Союзының күпселек проекттары тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән Хрущёвтың сиҙәм үҙләштереү кампанияһы. Байконур космодромы һәм Семипалатинск полигоны — СССР-ҙың ядро ҡоралын һынау буйынса төп майҙандар.

Ҡаҙағстан 1991 йылдың 16 декабрендә, Совет республикаларының һуңғыһы булып, үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт итеп иғлан итә. Советтар Союзының һуңғы йылдарында республикаһы етәксеһе булған Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстандың тәүге президенты була. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Ҡаҙағстан тотанаҡлы тышҡы сәйәсәт алып бара, үҙенең иҡтисадын, тәү сиратта нефть сәнәғәтен үҫтерә. Иҡтисади яҡтан ил тиҙ үҫеш кисерә, Ҡаҙағстандың халыҡ-ара абруйы ла йылдан-йыл арта. Хәҙерге көндә ул Үҙәк Азияның бар яҡтап та өҫтөнлөклө дәүләте һанала.

Ил бер нисә халыҡ-ара ойошманың, атап әйткәндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Евро-Атлантик Партнёрлыҡ Советы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының ағзаһы булып тора. Элекке СССР-ға ингән илдәрҙән НАТО менән Айырым Партнёрлыҡ планы ҡорған алты илдең береһе.

Географияһы

үҙгәртергә
 
Ҡаҙағстан күренеш спутниктан, 2004 йылдың ноябре
 
Ҡарағанда өлкәһе
 
Аҡмулла өлкәһендәге ҡаҙаҡ далаһы

Ҡаҙағстан Европа һәм Азия сиктәрендә урынлашҡан, уның күпселек өлөшө Үҙәк Азияла, кәмерәк өлөшө Көнсығыш Европала ята. Совет, Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың абруйлы сығанаҡтарында Ҡаҙағстан аша үткән Европа сиген Муғалжар тауҙарынан һәм Эмба йылғаһы участкаһы аша үткәрәләр.

Донъя океанына сығыу юлы булмаған һәм майҙаны 2,7 млн км² тәшкил иткән Ҡаҙағстан дәүләте ҙурлығы буйынса Көнбайыш Европаға тиңләшә, ҙурлығы буйынса донъя илдәре араһында туғыҙынсы урынды биләй. Донъяның алты бойондороҡһоҙ төрки телле дәүләттәренең береһе. Ҡаҙағстандың Рәсәй Федерацияһы менән сик буйы оҙонлоғо буйынса донъяла иң оҙон ҡоро ер сик буйы булып һанала һәм 6846 км тәшкил итә, Үзбәкстан менән — 2203 км, Ҡытай менән — 1533 км, Ҡырғыҙстан менән — 1051 км һәм Төркмәнстан менән — 379 км. 45° һәм 87° оҙонлоҡ, 40° һәм 55° киңлек йышлығында урынлашҡан[1]. 16,4 миллионлы халҡы (2010 йыл) буйынса Ҡаҙағстан донъяла 62-се урында торһа ла, халыҡ тығыҙлығы буйынса бер квадрат километрға яҡынса 6 кеше тәшкил итә.

 
Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығышындағы Ҡайынлы күле
 
Арал диңгеҙе 1989 һәм 2008 йылдарҙа

Ҡаҙағстан ландшафтары көнбайыштан көнсығышҡа табан Каспий диңгеҙенән Алтай тауҙарына һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан Көнбайыш Себер тигеҙлегенән Үҙәк Азия оазистарына һәм сүллектәрен тиклем йәйрәп ята. Ҡаҙаҡ далаһы илдең өстән бер өлөшөн тәшкил итә һәм донъяла иң эре ҡоро-дала регионы иҫәбендә тора, уның майҙаны — яҡынса 804 500 км². Далаға бик ҙур болон-көтөүлек ерҙәре һәм ҡом райондары инә. Төп һыу сығанаҡтары — Арал диңгеҙе, Балхаш күле һәм Зайсан күле, шулай уҡ Иле, Иртыш, Ишем, Урал (Яйыҡ) һәм Һырдаръя йылғалары.

Ҡаҙағстанда суднолар йөрөй алырлыҡ бер нисә йылға бар. Улар бөтәһе лә ил сиктәре буйлап аға, үҙәктәге йылғалар күбеһенсә йәйге селләлә ҡорой. Иң оҙон йылғалар — Иртыш (4473 км, шул иҫәптән Ҡаҙағстанда — 1700 км), Һырдарья (2212/1400 км), Урал (2428/1100 км) һәм Иле (1001/815 км). Башҡа мөһим йылғалар иҫәбенә Ишем, Тубыл, Эмба, Һарыһыу (иң оҙон һыуһыҙ дала йылғаһы), Чу һәм Нура инәләр. Иртыш һәм Нуаны иң мөһим ил каналы Иртыш — Ҡарағанды (500 км) тоташтыра.

Ҡаҙағстанда бик күп күлдәр бар, бигерәк тә илдең төньяғында. Барыһы 48 мең тирәһе ҙур һәм бәләкәй күлдәр иҫәптә тора, уларҙың күбеһе тоҙло. Иң ҙур күл — Каспий диңгеҙе, хәҙерге ваҡытта яҡынса 371 мең км² тәшкил итә; уның акваторияһының дөрттән бер өлөшө Ҡаҙағстан ҡарамағында. Каспий диңгеҙе бик бай тәбиғәт ресуртарына эйә, мәҫәлән. Балыҡ; бында шулай уҡ каспий нерпаһы[2]. Ҙурлығы буйынса икенсе урында торған күл — Балхаш. Уның майҙаны — 18 428 км², оҙонлоғо 620 км тәшкил итә. Балхаш тулыһынса ҡаҙағстан ҡарамағында. Балхаш күленең шундай үҙенсәлеге бар: акваторияһының яҡынса яртыһы — сөсө, ә икенсе яртыһы — тоҙло һыу.

Элегерәк икенсе урында Арал диңгеҙе торған, әммә уның акваторияһы XX быуаттың икенсе яртыһында— XXI быуат башында байтаҡҡа кәмей. Диңгеҙҙең ҡороуы кешеләргә һәм тәбиғәткә бик ҙур зыян килтерҙе. Аралдың ҡороуы күп йылдар дауамында Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан Амударъя һәм Һырдаръя йылғалары һыуҙарын үҫемлектәрҙе (башлыса мамыҡсылыҡта) һуғарыу өсөн ҡалланыуҙан. Ҡороған Арал диңгеҙе өс һыу ятҡылығына бүленгән, иң төньяҡтағыһы Кесе Арал диңгеҙе тулыһынса Ҡаҙағстан территорияһында урынлашҡан (3300 км һәм Үзбәкстандың көньяҡ өлөшөнә ағып китмәһен өсөн быуа менән кәртәләнгән.

Иң эре һыуһаҡлағыстар — Ҡапсағай, Бухтарма һәм Шардаръя.

 
Көнсығыш Ҡаҙағстандағы Алтай тауҙары

Ҡаҙағстанда киҫкен континенталь климат: бик йылы йәй һәм бик һыуыҡ ҡыш. Улан-Баторҙан һуң Астана донъяла иң һалҡын баш ҡала булып тора[3]. Яуым-төшөмдәр ҡоро һәм ярымҡоро шарттарҙа булып тора, ҡыш айырыуса ҡоро килә.

Ҡаҙағстан эре ҡалаларында урта тәүлек максималь һәм минималь температуралар[4]
Урынлашыуы Июль (°C) Ғинуар (°C)
Алматы 30/18 0/−8
Астана 27/15 −10/−18
Шымкент 32/17 4/−4
Ҡарағанды 27/14 −8/−17
Павлодар 28/15 −11/−20
Аҡтүбә 30/15 −8/−16

Тәбиғәт ресурстары

үҙгәртергә

Ҡаҙағстан минераль һәм яғыулыҡ ресурстары ҡаҙылмаларына бай. Нефть, тәбиғи газ һәм файҙалы ҡаҙылмалар үҫеше 1993 йылдан алып Ҡаҙағстанға $40 млрд-тан ашыу сит ил инвестияларының күпселек өлөшөн йәлеп итте һәм ил сәнәғәт етештереүенең яҡынса 57 % тәшкил итә (йәки яҡынса эске вал продукцияһының 13 %). Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы[5], Ҡаҙағстан уран, хром, ҡурғаш һәм цинк запастары буйынса донъяла икенсе урында, марганец запастары буйынса — өсөнсө урында; баҡыр запастары буйынса — бишенсе урында; шулай уҡ күмер, тимер һәм алтын запастары буйынса донъяла тәүге ун ил исемлегендә тора. Шулай уҡ ул алмаздар экспортёры булып тора. Иҡтисади үҫеш өсөн нефть һәм тәбиғи газ запастары байлығын разведкалау буйынса 11-се урынды биләй[6].

Дөйөм алғанда, 2, 7 миллиард тонна нефтле 160 ятҡылыҡ разведкаланған. Әммә, хәҙерге баһалауҙар буйынса, Каспийҙағы ятҡылыҡтар күпкә эрерәк ятҡылыҡтың өлөшө булыуы бар. Ошо районда 3,5 млрд тонн нефть һәм 2,5 млрд м³ газ табылыуы мөмкин, тип фаразлана. Дөйөм баһа буйынса Ҡаҙағстан нефть ятҡылыҡтары 6,1 млрд тонн тәшкил итә. Ошо уҡ ваҡытта Атырау[7], Павлодар һәм Шымкент ҡалаларында өс нефть эшкәртеү заводы бар. Улар бөтә етештерелгән сей нефтте эшкәртә алмағанға күрә, күпселек өлөшөн Рәсәйгә экспортлайҙар. АҠШ Энергетик мәғлүмәте идаралығы баһаһы буйынса, 2009 йылда Ҡаҙағстан яҡынса 1 540 000 баррель (245 000 м³) нефть етештергән[8].

 
"Киров"шахтаһына күперҙән күренеш

Ҡаҙағстан шулай уҡ эре фосфориттар ятҡылыҡтарына эйә. Иң эре бассейндарҙан — Ҡаратау бассейны, унда с 650 млн тонн P2O5 етештерелә һәм илдең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Аҡтүбә фосфориттар бассейнының Чилисай ятҡылығы (9—10 % P2O5 менән чҡынса 500—800 млн тонна руда етештерелә) һаналалар[9][10].

Үҙгәртеп ҡороу осоро

үҙгәртергә

1986 йылдың декабрендә Алматыла йәш этник ҡаҙаҡтарҙың демонстрациялары үтә, уларҙы һуңынан Декабрь ваҡиғалары, улар Ҡаҙаҡ ССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Динмөхәмәт Ҡунаевтың урынына РСФСР-ҙа Геннадий Колбинды ҡуйыуға ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Хөкүмәт ғәскәрҙәре сыуалыштарҙы бҫтыра, бер нисә кеше һәләк була, күп кенә демонстранттар төрмәгә ултыртыла[11].

Артабан совет власы менән ризаһыҙлыҡ артҡандан-арта бара һәм совет лидеры М. С. Горбачев алып барған сәйәсәттә сағылыш таба. 1990 йылдың 25 октябрендә Ҡаҙағстан СССР составындағы үҙ территорияһында республика булараҡ суверенитет иғлан итә. Мәскәүҙәге дәүләт түңкәрелешен ойошторорға маташыуҙан һуң 1991 йылдың авгусында Ҡаҙағстан 1991 йылдың 16 декабрендә бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә, совет республикалары араһында Ҡаҙағстан бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән иң аҙаҡҡы республика булып тора. Ун көн үтеүгә Советтар Союзы ла ғәмәлдән сығарыла.

Ҡаҙағстан коммунистик дәүере лидеры Нурсолтан Назарбаев[12][13][14][15]. ил иҡтисадын баҙар иҡтисадына индереүҙә төп маҡсат итеп ала, шул уҡ ваҡытта сәйәси реформалар иҡтисадтағы ҡаҙаныштарҙан ҡалыша[16]. 2006 йылға Ҡаҙағстан үҙенең нефть сәнәғәте иҫәбенә ярайһы уҡ яҡшы уңыштарға ирешә.

1997 йылда хөкүмәт баш ҡаланы Алматынан (1927 йылдан — баш ҡала) Аҡмуллаға күсерә (1998 йылдан — Астана).

Сәйәси система

үҙгәртергә
   
Ҡасым-Йомарт Тоҡаев
Ҡаҙағстан президенты
Алихан Смаилов
Ҡаҙағстан премьер-министры

Ҡаҙағстан унитар республика булып һанала; Нурсолтан Назарбаев ил менән 1991 йылдан 2019 йылға тиклем етәкселек итте[17] Уны Ҡасым-Йомарт Токаев алыштырҙы[18]. Президент парламент ҡабул иткән закондар йыйылмаһына вето һала ала, ә шулай уҡ ул Ҡораллы көстәрҙең баш командующийы булырп тора. Премьер-министр Министрҙар кабинетын етәкләй һәм Ҡаҙағстан хөкүмәте башлығы булып тора. Министрҙар кабинеты составында — премьер-министрҙың өс урынбаҫары һәм 16 министр. Ҡаҙағстанда ике палаталы парламент, ул Мәжлестән (түбәнге палата) һәм Сенаттан (үрге палата) тора[19].

Бер мандатлы округтарҙа 107 урынға тауыш бирелә; шулай уҡ партия исемлеге буйынса 10 ҡатнашыусы һайлана. Сенат 47 ағзанан тора. 14 өлкә һәм Астана менән Алматы ҡалалары һайлау йыйылыштары ике сенаторҙы һайлай. Президент ҡалған ете сенаторҙы үҙе билдәләй. Парламент депутаттары һәм хөкүмәт закон сығарыу инициативаһына эйә, әммә хөкүмәт закондарҙың күпселеген тәҡдит итә һәм уларҙы парламент тикшерә.

Һайлауҙар

үҙгәртергә

2004 йылдың сентябрендәге Мәжлес һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса түбәнге палатала Нур Отан хөкүмәт яҡлы партия өҫтөнлөктө ала, уны президент Назарбаев етәкләй. Башҡа ике партия (аграр-сәнәғәт блогы һәмНазарбаевтың ҡыҙы булдырған Асар партияһы) ҡалған урындарҙы биләйҙәр. Рәсми рәүештә теркәлгән оппозицион партиялар бөтәһе бер урын алалар. Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма һайлауҙарҙы күҙәтеп бара һәм, уның фекере буйынса, һайлауҙар халыҡ-ара стандарттарға тап килмәй[20].

Файл:Kazakh Parliament Astana.jpg
Ҡаҙағстан парламенты
 
Нур Отан штабы Астанада

2005 йылдың 4 декабрендә Нурсолтан Назарбаев ҡабаттан һайлана. Һайлау комиссияһы, ул 90%-тан ашыу тауыш йыйҙы, тип иғлан итә 2007 йылдың 17 авгусында түбәнге палатаға һайлауҙар үткәрелә һәм Нур Отан етәкселегендәге коалиция (уның составында Асар пратияһы, Гражданлыҡ партияһы, Ҡаҙағстан Аграр партияһы) 88 % тауыштан урындар ала. Оппозицион партияларҙың береһе лә 7%-лыҡ контроль кимәлен үтә алмай. Оппозицион партиялар властарҙы һайлауҙарҙа етди етешһеҙлектәрҙә ғәйепләй[21]. 2010 йылда президент Назарбаев 2020 йылға тиклем вазифаһын һаҡлап ҡалыу буйынса референдумдан баш тарта[22]. Ул биш йыл мөҙҙәте менән президент һайлауҙарын үткәрергә тәҡдим итә. 2011 йылдың 3 апрелендә тауыш биреү үткәрелә һәм уларҙың һөҙөмтәһе 95,54 % тауыш ала, тауыш биреүҙә теркәлгән һайлаусыларҙың 89,9 % ҡатнаша. 2011 гйылдың мартында Назарбаев демократия йүнәлешендә Ҡаҙағстандағы алға барыш тураһында һөйләй[23]. 2010 йылға ҡарата Ҡаҙағстан Демократия индексында авторитар режимы булараҡ теркәлде.

2015 йылдың 26 апрелендә Ҡаҙағстанда бишенсе президент һайлауҙары үткәрелә[24].

Назарбаев, 97,7 % тауыш йыйып, ҡабаттан президент итеп һайлана[25]. 2019 йылдың 19 мартында Назарбаев президент вазифаһынан отставкаға китеүе тураһында иғлан итә[26]. Ҡаҙағстан спикеры Ҡасым-Йомарт Тоҡаев Нурсолтан Назарбаевтың отставкаһынан һуң президент вазифаларын башҡарыусы булып ҡала[27]. Һуңғараҡ Токаев 2019 йылғы һайлауҙарҙа еңеп сыға, һайлауҙар шул уҡ йылдың 9 июнендә уҙғарыла һәм Тоҡаев 70 % тауыш йыя. ОБСЕ һайлауҙарҙа күп һанлы етешһеҙлектәр, закондарҙы боҙоу осраҡтарын таба, шул иҫәптән һайлау урналарына бюллетендәрҙе ырғытыу. Тауыш биреү һөҙөмтәләренә ҡаршы протесттарҙа бер нисә мең кеше ҡатнаша.

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

Ҡаҙағстан Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

үҙгәртергә

Ҡаҙағстан Президенты — Ҡаҙағстан башлығы һәм Ҡаҙағстандын иң юғары вазифалы кешеһе. Ҡаҙағстан Президенты, Ҡаҙағстан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡаҙағстан Конституцияһы менән билдәләнгән.

Суд власы

үҙгәртергә

Ҡаҙағстан суд системаһы составында:

  • Ҡаҙағстандын Юғары суды һәм өлкә, ҡала, хәрби һәм түбәнге инстанция судтары.

Закондар сығарыу власы

үҙгәртергә

Ҡаҙағстан Парламенты — ике палатаһынан тора: Сенат (юғары) һәм Мәжлес (түбәнге).

Мәжлес — Рәсәйҙәге Дәүләт думаһы аналогы.

Административ бүленеше

үҙгәртергә

Ҡаҙағстан — унитар дәүләт. Административ йәһәттән ул 14 өлкәгә бүленгән; 2 ҡала — республика ҡарамағында.

Республикала 14 өлкә, 86 ҡала, шул иҫәптән республика ҡамағындағы ике ҡала (Астана, Алматы); 168 район (шул иҫәптән 8 ҡала районы, 174 ҡасаба бар[28].

 
 
Ҡаҙастандың административ бүленеше
 
Ҡаҙағстандың картаһы
Төбәк Административ үҙәк Майҙаны (км²)[29] Халҡы
(2011 й.
1 ғинуарына)[30]
1 Алматы өлкәһе Талдыҡорған 223 924 1 857 781
2 Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Усть-Каменогорск 283 226 1 396 746
3 Ҡарағанды өлкәһе Ҡарағанды 427 982 1 351 905
4 Жамбыл өлкәһе Тараз 144 264 1 043 617
5 Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Шымкент 117 249 2 563 081
6 Ҡыҙылурҙа өлкәһе Ҡыҙылурҙа 226 019 699 132
7 Аҡтүбә өлкәһе Аҡтүбә[31] 300 629 777 256
8 Ҡостанай өлкәһе Ҡостанай 196 001 881 234
9 Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Петропавловск 97 993 588 910
10 Аҡмулла өлкәһе Кокшетау 146 219 732 964
11 Павлодар өлкәһе Павлодар 124 800 746 010
12 Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Уральск 151 339 607 975
13 Атырау өлкәһе Атырау 118 631 531 562
14 Манғыстау өлкәһе Аҡтау 165 642 523 301
15 Алматы (Алма-Ата) — республика ҡарамағындағы ҡала 319 1 434 755
16 Астана — республика ҡарамағындағы ҡала 710,2 697 257
17 Байҡоңыр (Байконур) — Рәсәй ҡарамағындағы ҡала 57 мәғл. юҡ

Ҙур ҡалалары

үҙгәртергә
Урын Ҡала Халыҡ һаны
(2010 й. 1 окт. торошло[32]
Рәсми исеме Рәсәйҙәге исеме
Миллионлы ҡала 1 млн-дан ашыу
1 Алматы Алма-Ата 1 422 354
Йөҙ меңле ҡалалар 100—999 мең
2 Астана 684 479
3 Шымкент Чимкент 625 110
4 Ҡарағанды Караганда 468 957
5 Аҡтүбә Актюбинск 357 193
6 Тараз 327 180
7 Павлодар 321 815
8 Өскемен Усть-Каменогорск 306 588
9 Семей Семипалатинск 303 878
10 Ҡостанай 215 346
11 Орал Уральск 210 128
12 Петропавловск 203 192
13 Ҡыҙылурҙа 195 838
14 Атырау 175 474
15 Аҡтау 172 904
16 Тимертау 171 588
17 Төркөстан 146 449
18 Кокшетау 137 214
19 Талдыҡорған 126 944
20 Экибастуз 126 538
21 Рудный 111 686
Ҙур ҡалаларҙа йәшәгән
халыҡ һаны, барлығы:
6 810 855
Ҡаҙағстандың халыҡ һаны: 16 372 383
ҙур ҡалалар халҡының

Ҡаҙағстандың дөйөм халҡында өлөшө (%)

41,60 %
  • «Ҡаҙағстан фонд биржаһы» (Қазақстан қор биржасы)-Ҡаҙағстандың иң эре биржаһы. Ҡаҙағстан фонд биржаһында көн һайын 100-ҙән ашыу ойошмаларҙың акциялар буйынса торгтар бара. Улар араһында: «Разведка Добыча „КазМунайГаз“», EURASIAN NATURAL RESOURCES CORPORATION PLC, «Казахтелеком» һәм башҡалар. Биржала KASE индексы хисаплана.

Ҡаҙағстанда йәшәүсе халыҡтың уртаса 75 проценты мосолман, 25 проценты — христиан.

Башҡортостан менән бәйләнештәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡаҙағстандың файҙалы ҡаҙылмалары

Астана

Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Обзор географии Казахстана. Kazakh TV. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 30 октябрь 2018 года. 2018 йыл 30 октябрь архивланған.
  2. Конспект о Каспийском море. eurochemnw.ru. Дата обращения: 18 август 2019.
  3. О Нур-Султане. Astana 42k. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 9 октябрь 2019 года.
  4. Kazakhstan Travel Weather Averages (ингл.). Weatherbase. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 26 октябрь 2017 года.
  5. MineralWealth (ингл.). homestead.com (7 май 2007). Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано из оригинала 28 август 2016 года.
  6. Количество нефти в Казахстане. kioge.kz. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано из оригинала 15 сентябрь 2019 года.
  7. ТОО «Атырауский НПЗ». КазМунайГаз. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 2 март 2019 года. 2019 йыл 2 март архивланған.
  8. Energy Information Administration. Table 3b. Non-OPEC Petroleum Supply (ингл.). Tonto.eia.doe.gov (11 май 2010). Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2018 года.
  9. Компания Sunkar начинает подготовку ТЭО по Чилисайскому фосфоритовому месторождению. Информационно-аналитический центр «Минерал» (26 апрель 2010). Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 11 ноябрь 2017 года.
  10. Chilisai Phosphate Project Ore Reserve Update (ингл.). Sunkar Resources (20 май 2013). Архивировано из оригинала 2 апрель 2016 года. 2016 йыл 2 апрель архивланған.
  11. Так всё начиналось. Журнал «Право и безопасность». Дата обращения: 3 август 2019. Архивировано 4 апрель 2019 года.
  12. Pannier Bruce. Kazakhstan's Long Term President to Run in Snap Election – Again (ингл.). The Guardian (11 март 2015). Архивировано 11 сентябрь 2019 года.
  13. Chivers C. J. Kazakh President Re-elected; Voting Flawed, Observers Say (ингл.). The New York Times (6 декабрь 2005). Архивировано 6 май 2019 года.
  14. Токаев в окружении. KazakhSTAN 2.0 (25 июнь 2019). Дата обращения: 22 август 2019. Архивировано 22 август 2019 года.
  15. Назарбаев больше не президент Казахстана. Но он остался «лидером нации» и сохранил очень много полномочий. Meduza (19 март 2019). Архивировано 21 март 2019 года.
  16. Перспективы регионального экономического сотрудничества в Центральной Азии. Central Asia Analytical Network (10 сентябрь 2018). Дата обращения: 3 август 2019. Архивировано 8 июнь 2019 года.
  17. Кенжебек Нурхасенулы. Назарбаев. 30 лет у власти. Радио Азаттык (19 март 2019). Дата обращения: 28 июль 2019. Архивировано 21 май 2019 года.
  18. Сергей Щербаков. Президент Казахстана Нурсултан Назарбаев подал в отставку. Euronews (19 март 2019). Дата обращения: 28 июль 2019. Архивировано 15 сентябрь 2019 года.
  19. Официальный сайт Парламента Республики Казахстан. parlam.kz. Дата обращения: 28 июль 2019. Архивировано 10 июнь 2019 года.
  20. Marie Havnen Ingrid Fredriksen. Observatører fra tidligere Sovjet jakter på valg-juks (норв.). Aftenposten (10 сентябрь 2013). Дата обращения: 1 август 2019. Архивировано 15 сентябрь 2019 года.
  21. Президентские выборы в Казахстане: итоговый отчёт. ОБСЕ (4 декабрь 2005). Дата обращения: 2 май 2019.
  22. Президент Казахстана Нурсултан Назарбаев отклонил предложение Парламента о вынесении на республиканский референдум изменений и дополнений в Конституцию РК. inform.kz (7 ғинуар 2011). Дата обращения: 2 май 2019. Архивировано 15 сентябрь 2019 года.
  23. Послание Президента Казахстана Н. А. Назарбаева народу Казахстана: «Построим будущее вместе!» zakon.kz (28 ғинуар 2011). Дата обращения: 2 май 2019. Архивировано 2 май 2019 года. 2019 йыл 2 май архивланған.
  24. Назарбаев назначил президентские выборы на 26 апреля. Радио Азаттык (25 февраль 2018). Дата обращения: 21 август 2019. Архивировано 21 август 2019 года.
  25. Екатерина Ларинина. Догнать и перегнать. Назарбаев подтвердил результаты прошлых лет. Аргументы и факты (27 апрель 2015). Дата обращения: 21 август 2019. Архивировано 21 август 2019 года.
  26. Токаев вступил в должность президента Казахстана. Курсив (20 март 2019). Дата обращения: 1 август 2019. Архивировано 15 сентябрь 2019 года.
  27. Спикер сената Токаев станет президентом Казахстана. Sputnik (19 март 2019). Дата обращения: 21 август 2019. Архивировано 15 сентябрь 2019 года.
  28. Географическое положение, природные условия
  29. Агентство Республики Казахстан по управлению земельными ресурсами 2012 йыл 13 ноябрь архивланған.
  30. Өлкә, ҡала, район буйынса халыҡ һаны 2013 йыл 5 апрель архивланған.
  31. Территориальные органы 2012 йыл 5 ғинуар архивланған.
  32. Численность населения РК по областям, городам и районам на 1 октября 2010 г. 2013 йыл 5 апрель архивланған.
  33. Башкирский ГАУ и Павлодарский государственный университет подписали меморандум о сотрудничестве. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 22 май 2018 йыл (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә