Ҡаҙағстан тәңкәһе
Ҡаҙағстан тәңкәһе (ҡаҙ. Қазақстан теңгесі) — Ҡаҙағстандың милли валютаһы. 1993 йылдың 15 ноябрендә әйләнешкә индерелә.
Ҡаҙағстан тәңкәһе | |
Кем хөрмәтенә аталған | аҡса |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Юрисдикция таралышы | Ҡаҙағстан |
Описание символа валюты | символ тенге[d] |
Эмитент | Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы |
Алыштырған | Совет һумы[d] |
Башланыу датаһы | 15 ноябрь 1993 |
Берәмлек символы | ₸ |
Преобразование в другие единицы измерения | 0,008535263441 Халыҡ-ара доллар |
Баһа | 0,002984 $ |
Ҡаҙағстан тәңкәһе Викимилектә |
Билдәһе
үҙгәртергәҠағыҙ һәм тимер аҡсаларға тәңкә (ҡаҙ. теңге) тип яҙылған. 2006 йылдың ноябрендә Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы тәңкә билдәһен төшөрөүгә конкурс үткәрә. 2007 йылдың 29 мартында тәңкәнең тәҡдим ителгән 30 мең рәсем араһынан яңы билдәһе һайлап алына һәм раҫлана. Авторҙары Вадим Давиденко менән Санжар Әмерхановҡа Ҡаҙағстан Милли банкы бер миллион тәңкә (ул саҡтағы курс менән $8000 самаһы) премия тапшыра, йәнә Ҡаҙағстандың «Альянс» банкы 5 мең доллар бүләк итә[1] . Конкурс һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарғас, янъял ҡуба, сөнки тәңкәнең яңы символы Япония почта хеҙмәтенең 120 йылдан ашыу ҡулланылып килгән символынан бер ни менән айырылмағаны асыҡлана.[2].
Тарихы
үҙгәртергәҠаҙағстан Республикаһы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә милли валютаһын әйләнешкә сығарған илдәрҙең иң һуңғылары араһында була.
- 1991 йылда дизайнерҙар төркөмө ойошторола, төркөмгә Мендыбай Алин, Досбол Ҡасымов, Агимсалы Дүзелханов, Тимур Сөләймәнов һәм Хәйрулла Ғәбжәлилов инә.
- 1993 йылдың 12 ноябрендә Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының «Ҡаҙағстан Республикаһының милли валютаһын индереү тураһында»ғы указы сыға.
- 1993 йылдың 15 ноябрендә тәңкә 1 тәңкә = 500 һум нисбәтендә әйләнешкә индерелә.
- 1995 йылда Ҡаҙағстанда Банкнота фабрикаһы асыла.
Тәңкәләрҙең тәүге партияһы Англияла баҫыла. Тәүге ваҡ аҡса — тин (тәңкәнең 1/100 өлөшө) — 1, 2, 5, 10, 20, 50 тин номиналлы банкнота рәүешендә эшләнә.
Тәүге тимер аҡсалар Германияла һуғыла.
Ваҡ аҡса
үҙгәртергәБеренсе серия ваҡ аҡса (1993 йыл)
үҙгәртергәИкенсе серия ваҡ аҡса (1997 — хәҙ.)
үҙгәртергә
Банкноталар
үҙгәртергәЭмитент банктың атамаһы менән яҙма номинал аверста — ҡаҙаҡ телендә, реверста русса яҙылған.
1993 йыл өлгөһөндәге банкноталар
үҙгәртергәБанкноталар әйләнешкә 1993 йылдың 15 ноябрендә индерелә.
2006 йылдың 15 ноябрендә 1993 йыл өлгөһөндәге 1, 3, 5, 10, 20, 50 һәм 100 тәңкәлектәр әйләнештән алына[3].
ҠР Милли банкының I серия банкноталары | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Һүрәтләнеше | Номиналы | Үлсәмдәре (мм) |
төп төҫтәре |
Тасуирлама | Әйләнештән алыныуы | ||
Йөҙ яғы | Арты | Йөҙ яғы | Арты | ||||
1 тин | 105×65 | йәшел | номинал | Ҡаҙағстан гербы, номинал | 30 декабрь 1995[4] | ||
2 тин | аҡһыл зәңгәр | ||||||
5 тин | миләүшә | ||||||
10 тин | алһыу | ||||||
20 тин | йәшел-зәңгәр | ||||||
50 тин | көрән | ||||||
1 тәңкә | 124×62 | зәңгәр | философ һәм ғалим Әл-Фараби (872—951) портреты |
Әл-Фарабиҙың геометрик төҙөүҙәре һәм и формулалары | 15 ноябрь 2006[5] | ||
3 тәңкә | көрәнһыу-йәшел йәшел |
аҡын Сөйөнбай Аронулы (1815—1898) портреты |
Иле Алатау һырттары | ||||
5 тәңкә | көрән һары алһыу |
халыҡ музыканты Ҡорманғазы Сағырбайулы (1818—1889) портреты |
төрбә комплексы | ||||
10 тәңкә | 144×69 | ҡара-йәшел йәшел |
сәйәхәтсе һәм ғалим Чокан Вәлиханов (1835—1865) портреты |
Оҡ-Жетпес тауы | |||
20 тәңкә | ҡара-көрән һоро |
ҡаҙаҡ әҙәбиәтенә нигеҙ һалған Абай Ҡонанбаев (1845—1904) портреты |
аусы бөркөт менән | ||||
50 тәңкә | аҡһыл көрән һоро |
Кесе жуз ханы Әбелхәйер (1693—1748) портреты |
Мангистау өлкәһендәге ҡаяларға төшөрөлгән һүрәттәр | ||||
100 тәңкә | миләүшә алһыу |
Урта жуз ханы Абылай (1711—1781) портреты |
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһе | ||||
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель. |
1993—2003 йылдар өлгөһөндәге банкноталар
үҙгәртергәҠР Милли банкының II серия банкноталары | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Һүрәтләнеше | Номиналы (тәңкә) |
Үлсәмдәре (мм) |
Төп төҫтәре |
Тасуирлама | Әйләнешкә сығарыу |
Әйләнештән алыу | ||
Йөҙ яғы | Арты | Йөҙ яғы | Арты | |||||
200 | 144×69 | аҡһыл ҡыҙғылт һары | Әл-Фараби портреты | Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһенең фрагменты | 1994 | 1 сентябрь 2001 | ||
200 | 2000 | 15 ноябрь 2007 | ||||||
200 | 2002 | әйләнештә | ||||||
500 | аҡһыл миләүшә | 1994 | 1 сентябрь 2001 | |||||
500 | 2000 | 15 ноябрь 2007 | ||||||
500 | 2002 | әйләнештә | ||||||
1000 | зәңгәрһыу- йәшел |
1994 | 1 ноябрь 2002 | |||||
1000 | аҡһыл зәңгәр зәңгәр |
2001 | 15 ноябрь 2007 | |||||
2000 | йәшел ҡара |
1996 | 1 ноябрь 2002 | |||||
2000 | йәшел аҡһл зәңгәр |
2001 | 15 ноябрь 2007 | |||||
5000 | 149×74 | ҡыҙыл һоро |
1999 | |||||
5000 | көрән миләүшә |
2001 | ||||||
10 000 | аҡһыл зәңгәр зәңгәр |
Барыс тауҙар ерлегендә | 2003 | |||||
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель. Йәйәләр эсендә — банкноталарҙа күрһәтелгән йыл, йәйәнән тышта — ғәмәлдә әйләнешкә сығарылыу йылы. |
10 000 тәңкәлек банкнота 2016 йылда The Telegraph гәзите тарафынан донъяла иң матур банкнота тип табыла[6].
2006 йыл өлгөһөндәге банкноталар
үҙгәртергә2000 һәм 5000 тәңкәлек банкноталарҙың күбеһендә орфографик хата бар[7].
2006 йыл өлгөһөндәге 1000 тәңкәлектәр 2014 йылдың 1 декабренән әйләнештән алына башлай. Яңы өлгө аҡсалар менән йәнәш 2017 йылдың 1 мартына тиклем йөрөй.
2000 тәңкәлектәр яңы купюраларға 2013 йылдың 29 мартында, 5000 тәңкәлектәр — 2011 йылдың 30 декабрендә, 10 000 тәңкәлектәр 2012 йылдың 10 апрелендә алмаштырыла башлай[8].
ҠР Милли банкының III серия банкноталары | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Һүрәтләнеше | Номиналы (тәңкә) |
Үлсәмдәре (мм) |
Төп төҫтәре |
Тасуирлама | Әйләнештән алыныуы | ||
Йөҙ яғы | Арты | Йөҙ яғы | Арты | ||||
200 | 126×64 | һарғылт ҡыҙыл йәшел |
Астанала Байтерек монументы; дәүләт гимны ноталары фрагменттары; Ҡаҙағстандың дәүләт флагы һәм гербы; асыҡ ус; бронза быуатына ҡараған ҡаялағы рәсем |
ҠР Транспорт һәм коммуникациялар министрлығы бинаһы; ҠР Оборона министрлығы бинаһы; дала күренеше |
әйләнештә | ||
500 | 130×67 | зәңгәр көлһыу |
ҠР Финанс министрлығы бинаһы; Астана хакимиәте бинаһы; диңгеҙ өҫтөндәге аҡсарлаҡтар | ||||
1000 | 134×70 | көрән һары |
Президент мәҙәниәт үҙәге бинаһы Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тауҙар һүрәте |
1 март 2017 | |||
2000 | 139×73 | йәшел | Алматыла Абай исемендәге Опера һәм балет театры бинаһы Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тау күле һүрәте |
4 октябрь 2016 | |||
5000 | 144×76 | көрән ҡыҙыл |
Алматыла Бойондороҡһоҙлоҡ монументы һәм «Ҡаҙағстан» ҡунаҡханаһы Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тауҙар һүрәте | ||||
10 000 | 149×79 | миләүшә зәңгәр |
Астанала Ҡаҙағстан Президентының резиденцияһы Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм каньондар һүрәте | ||||
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель. |
2011—2017 йыл өлгөһөндәге банкноталар
үҙгәртергәҠР Милли банкының IV серия банкноталары | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Һүрәтләнеше | Номиналы (тәңкә) |
Үлсәмдәре (мм) |
Төп төҫтәре |
Тасуирлама | Әйләнешкә сығарылыуы | ||
Йөҙ яғы | Арты | Йөҙ яғы | Арты | ||||
500 | 130х67 | зәңгәр | «Қазақ Елi» монументы; осоп барған күк күгәрсендәр; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы; биналар |
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм аҡсарлаҡтар һүрәте Каспий диңгеҙе ерлегендә |
22 ноябрь 2017 | ||
1000 | 134х70 | көрән | «Қазақ Елi» монументы; осоп барған күк күгәрсендәр; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм Үстүрт яйлаһы һүрәте | 1 декабрь 2014 | ||
2000 | 139х73 | йәшел | «Қазақ Елi» монументы һәм тирмә; осоп барған күк күгәрсендәр һәм сайғаҡ һүрәте; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм Иртыш йылғаһы һүрәте | 29 март 2013 | ||
5000 | 144×76 | ҡыҙыл | «Қазақ Елi» монументы; осоп барған күк күгәрсендәр һәм барыстар һүрәте; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
Алматыла Бойондороҡһоҙлоҡ монументы һәм «Ҡаҙағстан» ҡунаҡханаһы; Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм Иле Алатау һырты һүрәте |
30 декабрь 2011 | ||
10 000 | 149×79 | зәңгәр миләүшә |
«Қазақ Елi» монументы; осоп барған күк күгәрсендәр; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
Астанала Ҡаҙағстан Президенты резиденцияһы; Ҡаҙағстан картаһы контуры |
2012 | ||
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель. |
Иҫтәлекле банкноталар
үҙгәртергәҺүрәтләнеше | Номиналы (тәңкә) |
Үлсәмдәре (мм) |
Төп төҫтәре |
Тасуирлама | Әйләнешкә сығарыу | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Йөҙ яғы | Арты | Йөҙ яғы | Арты | ||||
1000 | 134×70 | йәшел-зәңгәр йәшел |
Ҡаҙағстан гербы; милли орнаменттар һәм осоп барған ҡоштар; Астанала «Байтерек» монументы |
Астанала Ҡаҙағстан Президенты резиденцияһы; милли орнаменттар; ҡош һүрәте |
5 ғинуар 2010 | ||
йәшел аҡһыл зәңгәр |
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһенең көмбәҙе; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһе | 25 май 2011 | ||||
һары көрән |
«Қазақ Елi» монументы һәм «Күлтиген» скульптураһының фрагменты; осоп барған күк күгәрсендәр; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
төрки яугирҙәренең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре; төрки яҙмаһы һәйкәле |
12 декабрь 2013 | ||||
2000 | 139×73 | йәшел | Байтерек монументы; Ҡаҙағстандың дәүләт гимны ноталары, флагы һәм гербы; ҡул усы; ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр |
саңғыла һикереүсе тауҙар ерлегендә һәм VII Ҡышҡы Азия уйындары символикаһы | 17 ғинуар 2011 | ||
5000 | 149×77 | ҡыҙыл | Әл-Фараби портреты, ҡаҙ. ҚАЗАҚСТАН РЕСПУБЛИКАСЫНЫҢ ТӘУЕЛСІЗДІГІНЕ 10ҚАЗАҚСТАН РЕСПУБЛИКАСЫНЫҢ ТӘУЕЛСІЗДІГІНЕ 10 и рус. 10 НЕЗАВИСИМОСТИ РЕСПУБЛИКИ КАЗАХСТАН тигән яҙыу баҫылған |
Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәһенең фрагменты | 2001 | ||
144×76 | көрән ҡыҙыл |
«Байтерек» монументы; Ҡаҙағстандың дәүләт гимны ноталары, флагы һәм гербы; ҡул усы; ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр |
Алматылағы Бойондороҡһоҙлоҡ монументы һәм «Ҡаҙағстан» ҡунаҡханаһы Ҡаҙағстан картаһы контуры һәм тауҙар һүрәте |
2008 | |||
10 000 | 149×79 | зәңгәр миләүшә |
«Қазақ Елi» монументы; осоп барған күк күгәрсендәр; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
Астанала Ҡаҙағстан Президенты резиденцияһы; Ҡаҙағстан картаһы контуры; Бойондороҡһоҙлоҡтоң 20 йыллығын билдәләү тураһындағы яҙма һәм уның логотибы |
2011 | ||
«Қазақ Елі» монументы; Ысыҡ алтын кешеһенең баш кейеме фрагменты; Иле Алатау һырты |
Нурсолтан Назарбаев портреты; Астаналағы биналар; «Байтерек» монументы |
1 декабрь 2016 | |||||
20 000 | 155×79 | көлһыу миләүшә |
«Қазақ Елi» монументы; осоп барған күк күгәрсендәр һәм триумф аркаһы; Ҡаҙағстандың дәүләт гербы һәм флагы |
Астанала Ҡаҙағстан президенты резаденцияһы; Ҡаҙағстан Республикаһының Парламенты һәм Хөкүмәте бинаһы; Ҡаҙағстан картаһы контуры; тәңкәнең 20 йыллығы тураһында яҙма һәм уның логотибы |
1 декабрь 2015[9] | ||
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель. |
Инфляция кимәле
үҙгәртергәҠаҙағстан валютаһы барлыҡ ҡулланылыу осоронда девальвацияның бер нисә тулҡынын кисерә, йылына 30-61 процентҡа еткән инфляцияға ла тарый[10].
Девальвациялар
үҙгәртергәБеренсе девальвация 1999 йылдың апрелендә була, тәңкә 64,6 процентҡа арзаная.
Икенсе девальвация 2009 йылдың 4 февралендә була[11][12].
Өсөнсө девальвация 2014 йылдың февралендә евро менән АҠШ долларының курсы БДБ дәүләттәренең күпселегенең валютаһына ҡарата киҫкен күтәрелеүе һөҙөмтәһендә була. 2014 йылдың 11 февралендә Милли банк етәксеһе тәңкәнең девальвацияланыуы тураһында иғлан итә. АҠШ долларына ҡарата тирбәлеүҙәрҙең бер долларға 185 тәңкә плюс/минус 3 тәңкә кимәлендә коридоры булдырыла. Уға тиклем 1 АҠШ доллары 155,5 тәңкәгә тура килгән була[13].
Дүртенсе девальвация 2015 йылдың авгусында Милли банк тәңкәнең ирекле курсы индерелеүен иғлан иткәс була[14][15].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Пресс-релиз 2016 йыл 4 март архивланған. Национального банка Республики Казахстан № 12 от 29.03.2007 г.
- ↑ Новый символ казахстанской валюты обнаружился на японских почтовых ящиках . Лента.Ру (4 апрель 2007). Дата обращения: 9 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ Об изъятии из денежного обращения банкнот национальной валюты образца 1993 года, постановление Правления НБРК от 15 августа 2006 № 4342
- ↑ НБРК: Циркуляционные монеты
- ↑ НБРК: Банкноты номиналом 50 тенге, 20 тенге, 10 тенге, 5 тенге, 3 тенге, 1 тенге
- ↑ Тенге вновь признан самой красивой банкнотой в мире 2016 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ Казахстан запускает в оборот банкноты с ошибкой . Дата обращения: 3 июнь 2014.
- ↑ О некоторых вопросах параллельного обращения банкнот национальной валюты Республики Казахстан, постановление Правления НБРК от 28 ноября 2015 № 210
- ↑ О выпуске в обращение банкноты номинальной стоимостью 20 000 тенге от 30.11.2015 г. № 62 "О выпуске в обращение банкноты номинальной стоимостью 20 000 тенге" .
- ↑ Финансовая система Казахстана — лучшая среди стран СНГ — ukimet.kz 2011 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ В феврале 2009 года Национальным Банком была проведена одномоментная девальвация тенге 2014 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ История девальвации тенге.
- ↑ Нацбанк Казахстана объявил о девальвации национальной валюты
- ↑ Назарбаев объяснил причину девальвации тенге 2015 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ Казахстан переходит к режиму свободно плавающего тенге
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Национальный Банк Республики Казахстан (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2011)
- Монеты Казахстана: продажа и покупка (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2011)
- Официальные курсы основных валют к тенге 2016 йыл 7 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2011)
- Монеты стран СНГ и Балтии (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2011)
- Первые деньги независимого Казахстана: казахстанский тенге 1993 года. Галерея банкнот 2013 йыл 2 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2011)
- Неофициальный сайт символа тенге 2013 йыл 17 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2012)
- Шрифт, содержащий символ тенге 2013 йыл 7 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2012)