Көнбайыш Себер тигеҙлеге

Көнбайыш Себер тигеҙлеге — Азия ҡитғаһының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан тигеҙлек. Себерҙең бөтә көнбайыш өлөшөн алып тора. Көнбайыш сиге булып Урал тауҙары торһа, көнсығышта Урта Себер яҫы таулығына барып етә.

Көнбайыш Себер тигеҙлеге
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Себер
Карта
 Көнбайыш Себер тигеҙлеге Викимилектә

Төньяғы Ҡара диңгеҙ ярҙары менән сикләнгән. Көньяҡҡа ҡәҙәр Ҡаҙаҡ сусағына тиклем һуҙыла. Көньяҡ-көнсығышында Көнбайыш Себер тигеҙлеге яйлап күтәрелә бара.

Алтай, Салаир, Таулы Шория[1] ,Кузнец Алтайы тауҙарының итәгенә килеп тамамланып ҡуя.

Тигеҙлек дөйөм алғанда түбәһе төньяҡҡа ҡарап торған трапеция формаһында. Уның төньяҡтан көньяҡҡа арауығы 2500 саҡрым тирәһе булһа, киңлеге — 800 -ҙән 1900 км тиклем һуҙыла. Ә майҙаны 3 млн км²-ға барып етә яҙа.

Көнбайыш Себер тигеҙлеге — Себерҙең кеше тороу, йәшәү өсөн иң яраҡлаштырылған, үҙләштерелгән өлөшө (бигерәк тә көньяғы).

Уның сиктәрендә Төмән, ,Курган, Омск, Новосибирск һәм Томск өлкәләре, Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автоном округтары, Свердлов һәм Силәбе өлкәләренең көнсығыш райондары, Алтай крайының күп өлөшө, Красноярск крайының[1] көнбайыш райондары ята (Рәсәй[2] майҙанының 1/7 өлөшө).

Ҡаҙағстанға инеп киткән биләмәләрендә Төньяҡ Ҡаҙағстан, Акмолин, Павлодар һәм Көнсығыш Ҡаҙахстан өлкәләренең райондары урынлашҡан.

Геологик төҙөлөшө һәм рельефы үҙгәртергә

 
Көнбайыш Себерҙең көньяҡ сиге: Алтай тауҙарынан тигеҙлектең күренеше (Белокурихала Церковка тауы)
 
Обь яны платоһы

Көнбайыш Себер уйһыулығының өҫтө тип-тигеҙ тиерлек. Ҡалҡып торған ерҙәренең бейеклеге бик ҙур түгел. Шуға ҡарамаҫтан, рельефының төрлөлөге менән айырылып тора. Иң түбән урындары (50-100 м) башлыса тигеҙлектең үҙәк һәм (Кондин һәм Урта Обь уйһыулыҡтары) һәм төньяҡ (Түбәнге Обь, Надым һәм Пурск уйһыулыҡтары) өлөштәрендә урынлашҡан.

Көнбайыш, көньяҡ һәм көнсығыш сите буйлап бейек булмаған (200—250 м тиклем) ҡалҡыулыҡтар һуҙылған : Төньяҡ-Сосьвин һәм Турин, Ишим тигеҙлеге, Обь яны һәм Чулым-Йәнәсәй платоһы, Кет-Тымск, Верхнетазовск һәм Нижнеенисейск ҡалҡыулыҡтары.

Көнбайышта Обь йылғаһынан алып көнсығышта Йәнәсәйгә тиклем Ҡырлас Себер (Сибирские Увалы) (уртаса бейеклеге — 140—150 м) ҡалҡыулыҡтары ята. Улар Көнбайыш Себер тигеҙлегенең эске өлөшөндә асыҡ ҡына беленеп торған һыҙаттар теҙмәһен барлыҡҡа килтерә. Шундай уҡ ҡалҡыулыҡтар теҙмәһе параллель ятҡан Васюган тигеҙлегендә лә ята

Тигеҙлектең рельефы күп йәһәттән уның геологик төҙөлөшөнә бәйле. Көнбайыш Себер тигеҙлегенең нигеҙендә Көнбайыш Себер (эпигерцин) плитаһы ята. Уның фундаменты интенсив нигеҙҙә дислоцирлашҡан палеозой ултырмаларынан яһалған. Көнбайыш Себер плитаһы өҫкө юра дәүерендә яһала башлаған. Был ваҡытта Урал һәм Себер платформалары араһындағы ғәйәт ҙур майҙан һына, емерелә.

Көнбайыш Себер плитаһы ер ҡабығы түбән төшөүгә бәйле ҡат-ҡат диңгеҙҙең һөжүменә (трансгрессия) дусар була. Түбәнге олигоцен аҙағында диңгеҙ Көнбайыш Себер плитаһын ташлап киткән, һәм ул күлле ҙур аллювиаль тигеҙлеккә әйләнә.

Урта һәм һуңғы олигоцен менән неоген дәүерендә плитаның төньяҡ өлөшө күтәрелә. Ә дүртенсел дәүерҙә кире төшә. Ғәйәт ҙур майҙанда плитаның аҫҡа төшөүе — аҙағына тиклем барып етмәгән океанлашыу процесын хәтерләтә.

Плитаның был үҙенсәлеге бындағы һаҙмат тәбиғәттең феноменаль үҫешендә асыҡ сағыла

Көнбайыш Себер плитаһының фундаменты диңгеҙҙең кәүшәк һәм континенталь мезозой-кайнозой тоҡомдарынан торған көп (ббалсыҡ, ҡом, мергель һәм башҡалар) менән ҡапланған.

Был көптең дөйөм ҡеүәте 1000 м-ҙан (фундаменттың уйпат урындарында 3000—4000 м) ашып китә. Иң йәш, антропоген ултырмалар Көнбайыш Себер плитаһының көньяғында: һыу ағымы менән килгән (аллювиаль) һәм күл төбөндә йыйылған ултырмалар. Йыш ҡына уларҙың өҫтөн эзбиздән һәм ҡомдан торған һары һәм һарғылт-һоро ултырма (лёсс) һәм ҡом, балсыҡ, эзбиз, таш ватыҡтарынан торған кәүшәгерәк (лёсс һымаҡ мәте) ултырма ҡаплап китә. Көнбайыш Себер плитаһының төньяғында боҙлоҡтан ҡалған һәм диңгеҙ төбөнә йыйылған, ҡеүәте урыны менән 200 м-ға[3] еткән ултырма ята.

Көнбайыш Себер плитаһының төньяғында Надым-Тазов һәм Ямал-Гыдан синеклизы (плитаның көмбәҙ һымаҡ формала батып торған урыны) урынлашҡан. Улар араһын тар ғына Мессоях мегавалы айырып тора.

Көнбайыш Себер тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә бер нисә антеклиз, синеклиз, тар һәм тәрән улаҡтар һуҙылған: Ханты-Мансий синеклизы, Хантей антеклизы (Сургут һәм Нижневартовск көмбәҙҙәре менән), Пурск улағы (Колтогорск-Уренгой рифтының көньяғынан өҫтә), Кеть-Вахск антеклизы һәм Чулым синеклизыһы менән Худосей улағы. Кеть-Вахсктан һәм Хантей антеклизынан көньяҡта Урта Иртыш һәм Кулундин синеклизы[4] һуҙылған.

Ҡайһы бер геологик структуралар ҡалын ултырма ҡатламлы булыуҙарына ҡарамай, тигеҙлек барлыҡҡа килтереүҙә көслө сағылыш таба. Мәҫәлән, (антиклиналь) Верхнетазовск һәм Люлимвор ҡалҡыулыҡтары. Барабинск һәм Кондинск уйһыулыҡтары плита фундаментлы синеклизға ҡарай. Әммә Көнбайыш Себерҙә (инверсион) морфоструктура ла осрай. Мәҫәлән, һөҙәк синеклиза урынында барлыҡҡа килгән Васюган тигеҙлеге һәм фундамент бөгөмө зонаһында урынлашҡан Чулымо-Йәнәсәй платоһы.

Кәүшәк ултырма ҡатламындарында ер аҫты һыуҙары горизонты ята. Сөсө һәм минераль (шул иҫәптән тоҙло), шулай уҡ, ҡайнар (100—150°С) һыу сығанаҡтары булып торалар.

Сәнәғәт ятҡылыҡтарынан нефть һәм тәбиғи газ (Көнбайыш-Себер газлы-нефтле бассейны) бар. Ханты-Манси синеклизы, Иваново, Сургут һәм Салым райондарында 2 км тәрәнлектә Рәсәйҙәге иң ҙур һәүерташлы нефть запасы бар

Климаты үҙгәртергә

 
Көнбайыш Себер тигеҙлегенең төньяҡ өлөшө —Ямал, Тазов һәм Гыдан ярымутрауҙары
 
Көнбайыш-Себер тигеҙлеге. Таз һәм Обь ташҡанда. Июль, 2002

Көнбайыш Себер тигеҙлеге өсөн ҡырыҫ континенталь климат хас. Себерҙән көньяҡҡа ныҡ һуҙылған булыуы асыҡ беленеп торған тәбиғәт зоналарынында сағылыш тапҡан. Көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәренең климатында ҙур ғына айырмалар бар.

Көнбайыш Себерҙең континенталь климатына Төньяҡ Боҙло океандың яҡын булыуы ҙур йоғонто яһай. Рельефтың тигеҙлектән ғибәрәт булыуы төньяҡ һәм көньяҡ райондары араһында һауа массалары алмашыныуға булышлыҡ итә.[5].

Тигеҙлек сиктәрендә һалҡын осор башланыу менән уның көньяҡ өлөшөндәге сағыштырмаса юғары атмосфера баҫымы менән һәм Ҡара диңгеҙенән һәм төньяҡтағы ярымутрауҙарҙан һуҙылып килгән түбән баҫым өлкәләренең бәрелеше башлана.

Ҡышын уртаса киңлектең континенталь һауа массалары өҫтөнлөк итә. Улар килгән Көнсығыш Себерҙән килә йәки тигеҙлек өҫтөндә һауа һыуыныу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә .

Юғары һәм түбән баҫым өлкәләренең сик һыҙатында йыш ҡына циклондар үтеп тора. Шуға күрә, ҡыш буйы һауа торошо бик тотороҡһоҙ була. Ямал һәм Гыдан ярымутрауҙарының яр буйында көслө ел күҙәтелә. Уның тиҙлеге 35-40 м/сек-ҡа барып етә.

Бында төньяҡ киңлектең 66 һәм 69°араһында урынлашҡан күрше урман-тундра өлкәләренә ҡарағанда температура юғарыраҡ була. Әммә көньяҡтараҡ китә ҡышҡы температура әкренләп күтәрелә.

Дөйөм алғанда, ҡышын түбән температура тотороҡло һаҡлана. Имшеү көндәр бик әҙ була.

Көнбайыш Себерҙең бөтә биләмәләрендә тиерлек минималь температура бер төрлө. Хатта илдең көньяҡ сиге эргәһендә , Барнаулда , −50 ° −52-ҡа тиклем һыуыҡтар була. Яҙ ҡыҫҡа ғына, сағыштырмаса ҡоро һәм һалҡын була. Һаҙлыҡлы урман зонаһында апрелде яҙғы ай тип атап та булмай.

Йылдың йылы осоронда Көнбайыш Себерҙә түбән баҫым урынлаша. Ә Төньяҡ Боҙло океан өҫтөндә юғары баҫым өлкәһе формалаша.

Көсһөҙ йәки был менән Шуға бәйле йәйгеһен төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш елдәр өҫтөнлөк итә. Көнбайыштан күскән һауа тәьҫире һиҙелерлек көсәйә.

Майҙа температура тиҙ генә күтәрелә. Әммә Арктиканан килгән һауа массаларының баҫып инеүе һөҙөмтәһендә йыш ҡына һалҡындар һәм ҡырау кире әйләнеп ҡайтҡылай. Иң йылы ай — июль. Уртаса температура Белый утрауында — 3,6°-нан тиклем Павлодар районында 21-22°-ға барып етә.

Абсолют максимум температура — төньяҡта (Белый утрауында) 21°-ан көньяҡ райондарҙа 44°-ҡа (Рубцовск) тиклем . Көнбайыш Себерҙең көньяҡ яртыһындағы йәйге юғары температуралар көньяҡтан — Ҡаҙағстандан һәм Урта Азиянан йылы континенталь һауа инеүгә бәйле. Көҙ, ғәҙәттә, һуң килә.

Яуым-төшөмдең иң күп өлөшө йәйгә тура килә. Ул көнбайыштан, Атлантика яғынан һауа массалары менән килә.

Майҙан октябргә тиклем арауыҡта Көнбайыш Себер йыллыҡ яуым-төшөмдең 70-80%-ын ала. Ә уның иң күп өлөшө июль менән авгусҡа тура килә.

Ҡышҡы яуым-төшөм микдары ҙур түгел. Сама менән айына 5 мм-ҙан 20-30 мм-ға тиклем. Көньяҡ өлөшөндә ҡайһы бер ҡышҡы айҙарҙа яуым-төшөм бөтөнләй үк булмаҫҡа ла мөмкин. Төрлө йылдарҙа яуым-төшөм микдары ныҡ ҡына тирбәлеп тора.

Урманлы дала зонаһында йыллыҡ яуым-төшөм уртаса 300—350 мм. Ә айырым йылдар буйынса ҡараһаң, ямғырлы йылдарға 550—600 мм, ә ҡоро йылдарға бары 170—180 мм генә тура килә.

Ҡар ҡатламы ятыуының оҙойлығы төньяҡ райондарында 240—270 көнгә етә, ә көньяҡта — 160—170 көн тирәһе.

Ҡар ҡатламының ҡеүәте тундра һәм дала зонаһында 20-40 см тәшкил итә. Урманлы һаҙлыҡ һыҙатында: көнбайышында 50-60 см-ҙан көнсығыш Йәнәсәй яны райондардарында 70-100 см-ға тиклем.

Көнбайыш Себерҙең төньяҡ райондарындағы ҡырыҫ климат грунттың туңыуына һәм мәңгелек туңдың таралыуына килтерә.

Ямал, Тазов һәм Гыдан ярымутрауҙарында мәңгелек туң бар ерҙәрендә лә таралған. Был районда уның ҡеүәте 300—600 м-ға барып етә. Температураһы бик түбән. Һыуайырғыс аралыҡта — 4, −9°, ә уйһыулыҡтарҙа — 2, −8°.

Төньяҡ тайга сиктәрендә, уның көньяҡ өлөшөндә, киңлектең 64°-на тиклем мәңгелек туң утрауҙар булып бүлгеләнгән. Иреү ерҙәр менән аралашып ята.Ҡеүәте лә кәмегән. Температураһы 0,5 −1° тирәһенә күтәрелгән. Йәй көнө грунттың иреү тәрәнлеге лә артҡан. Бигерәк тә, минераль тау тоҡомдары ятҡан урындарҙа.

Гидрография үҙгәртергә

 
Барнаул янында Обь йылғаһы
 
Васюган йылғаһының үрге ағымы.

Тигеҙлек ҙур Көнбайыш Себер ҙур-артезиан бассейны сиктәрендә урынлашҡан. Бында гидрогеологтар икенсел дәрәжәләге бер нисә бассейнды айырып йөрөтәләр: Тубыл, Иртыш, Кулундинск-Барнаул, Чулым, Объ һәм башҡалар.

Кәүшәк ултырма ҡатламының (һыу үткәргес тоҡом:ҡом, ҡомташ менән һыу үткәрмәҫ тоҡомдар аралашып килә) ҡеүәтенә бәйле артезиан бассейны күп һанлы һыулы горизонт ята. Улар төрлө дәүер ҡатламдарына (юра, аҡбур, палеоген һәм дүртенсел) ҡарай. Был ер аҫты һыу сифаты бик горизонт различно. Артезиан һыуының ныҡ тәрән горизонттарҙа урынлашҡандары, күпселек осраҡта, һыу өҫтөнә яҡын ятҡандарына ҡарағанда нығыраҡ минералләшкән.

Көнбайыш-Себер тигеҙлегендә 2000-дән ашыу йылға аға. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 250 мең км-ҙан арта. Был йылғалар Ҡара диңгеҙенә йылына 1200 км³ һыу килтереп тора (Волганан 5 тапҡырға күберәк)

Йылға селтәре үтә ҡуйы түгел. Был төрлө климат үҙенсәлектәренә бәйләнгән. Тавда бассейнында 1000 км²-ға 350 км булһа, Барабин урманлы далаһында — бөтәһе 29 км. Илдең ҡайһы бер көньяҡ райондарында 445 меңдән ашыу км² тирәһе биләмәлә тик ябыҡ һыу ятҡылыҡтары ғына бар һәм күлдәргә бай булыуы менән айырылып тора.

Күпселек йылғаларҙы туйындырып тороусы төп сығанаҡ — ирегән ҡар һәм йәйге-көҙгө ямғырҙар ғына.

Шуға бәйле, йылғаларға төшкән ағымдың микдары миҙгелдәр буйынса ныҡ айырыла. Яҡынса йыллыҡ сумманың 70-80%-ы яҙ һәм йәйгә тура килә.

Бигерәк тә яҙғы ташҡын осоронда күп һыуҙар ағып, йылға кимәле 7-12 метрға тиклем күтәрелә (Йәнәсәйҙә хатта 15-18 м тиклем).

Оҙайлы ваҡыт дауамында (көньяҡта — биш, һәм төньяҡта — һигеҙ ай) Көнбайыш Себер йылғаларында боҙ ята. Шуға күрә лә ҡышҡы айҙарға тура килә ағым йыллыҡ күләмдең 10 процентынан артмай.

Көнбайыш Себер йылғалары өсөн, шулай уҡ иң эреләре Обь, Иртыш һәм Йәнәсәй өсөн ауышлыҡ ҙур түгел һәм йылғаның ағыш тиҙлеге яй. Мәҫәлән, Обь йылғаһының Новосибирскиҙан йылға тамағына тиклем арауыҡ 3000 м тирәһе.Ә ауышлыҡ бөтәһе 90 м-ҙан ашмай. Ағым тиҙлеге 0,5 м/сек-тан артмай.

Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан бер миллионға яҡын күл бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 100 мең км² тәшкил итә. Был күлдәрҙең соҡоро килеп сығышы буйынса бер нисә төркөмгә бүленә.Берәүҙәре тигеҙлектең үҙендә электән булған түбән урындарҙа хасил булған. Карст булған урындарҙа, боҙлоҡтар сигенгәндә барлыҡҡа килгәндәре бар. Йылға үҙәнендәгеләр ике төркөмгә бүленә: һыубаҫар туғайҙарҙа һәм иҫке үҙәндәрҙә барлыҡҡа килгәндәр.

Бында үҙенсәлекле — «томан» тип аталған күлдәр ҙә бар. Тигеҙлек өлөшөндә, киң үҙән урынлашҡандар. Яҙғы ташҡын мәлендә барлыҡҡа киләләр ҙә, йәйгеһен күләмдәрен ҡырҡа кәметәләр. Ә көҙөн бөтөнләй юҡҡа сығалар. Көньяҡ райондарҙа йыш күлдәр тоҙло һыулы булалар.

Көнбайыш Себер берәмек майҙанға тура килгән һаҙымат ерҙәр буйынса (һаҙлыҡтар биләгән майҙан 800 мең квадрат километр самаһы) донъя рекорды ҡуя. Был күренештең сәбәбе булып түбәндәге факторҙар тора: артыҡ дым, яҫы рельеф, күп йыллыҡ туң, һәләте һәм бик күп масса һыуҙы тотоп тора алыусы торфтың күп булыуы.

Тәбиғәт зоналары үҙгәртергә

 
Ямальская тундра

Көнбайыш Себер тигеҙлегенең . төньяҡтан көньяҡҡа ныҡ һуҙылған булыуы асыҡ беленеп торған тәбиғәт зоналарынында сағылыш тапҡан. Тупраҡ һәм үҫемлектәр япмаһында зоналар бер-береһен алмаштырып килә: тундра, урманлы тундра, урманлы һаҙлыҡ, урман, дала һәм ярымсүл (иң көньяғында).

Бөтә зоналарҙа ла ҙур майҙандарҙы күлдәр һәм һаҙлыҡтар биләй.

Көнбайыш Себер тигеҙлегенең күп өлөшөн тундра алып тора. Көньяҡҡараҡ урманлы тундра китә. Урманлы һаҙлыҡҡа Көнбайыш Себер тигеҙлегенең 60 % биләмәһе тура килә.

Киң япраҡлы һәм ылыҫлы- киң япраҡлы урмандар бында юҡ.

Ылыҫлы урмандар һыҙатынан һуң ваҡ япраҡлы урмандарҙың (күберәк ҡайын) тар ғына зонаһы башлана[6].

Көнсығыш Европа тигеҙлегенә ҡарағанда, бындағы климаттың континенталлығы йәһәт арта. Һөҙөмтәлә урманлы һаҙлыҡ зонаһы ҡырҡа ғына ҡоро далалы ландшафт менән алмашына.

Шуға ла, Көнбайыш Себерҙә Көнсығыш Европа тигеҙлегенә ҡарағанда ширина урманлы дала зонаһы күпкә тар.

Ағастарҙан күберәк ҡайын һәм уҫаҡ ҡына осрай. Көнбайыш Себер уйһыулығының көньяғын дала биләй. Уның күп өлөшө һөрөлгән. Көнбайыш Себерҙең көньяҡ өлөшөндә ялпаҡ ландшафтына төрлөлөк индереүсе ял һымаҡ һыҙат булып ятыусы ҡом өйөмдәре китә. Уларҙың бейеклеге 3-10 метр тирәһе (урыны менән 30 метр). Өҫтәрендә ҡарағай урмандары урын алған.

Галерея үҙгәртергә

(Прокудин-Горский, 1912)
  • Томск өлкәһендәге ауыл
  • Көнбайыш Себер пейзажы
  • Томь йылғаһының туғайы
  • Мариин урманлы далаһы
  • Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

    • Көнбайыш Себер тайга аҫты

    Иҫкәрмә үҙгәртергә

    1. 1,0 1,1 Западная Сибирь: краткий физико-географический обзор
    2. Russia. Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 24 июнь 2013. Архивировано 22 август 2011 года.
    3. Западно-Сибирская равнина // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
    4. Милановский Е. Е. Геология России и ближнего зарубежья (Северной Евразии) — M.: Изд-во МГУ, 1996. — 448 c. ISBN 6-211-03387-6
    5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
    6. Западная Сибирь 2015 йыл 19 июнь архивланған.

    Һылтанма үҙгәртергә

    • Западно-Сибирская равнина // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
    • Западно-Сибирская равнина в книге: Н. А. Гвоздецкий, Н. И. Михайлов. Физическая география СССР. М., 1978.
    • Kröner, A. (2015) The Central Asian Orogenic Belt.(Центрально-Азиатский пояс Орогенный,на английском языке) [http://schweizerbart.com/9783443110338 ISBN 978-3-443-11033-8]