Павлов Александр Борисович (шағир)

Павлов Александр Борисович (11 ғинуар 1950 йыл22 октябрь 2011 йыл) — Рәсәй шағиры, журналист, тәржемәсе, биш шиғыр китабы авторы. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Д.Н. Мамин-Сибиряк иемендәге премия лауреаты.

Павлов Александр Борисович (шағир)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним А. Борисов
Тыуған көнө 11 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 октябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, журналист, тәржемәсе
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр шиғыр[d], повествовательная поэзия[d] һәм Венок сонетов[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

Александр Борисович Павлов 1950 йылдың 11 ғинуарында Магнитогорск ҡалаһында тыуа. 20 йәшенә тиклем ата-әсәһе һәм өлкән ағаһы менән 3-сө баракта 3-сө бүлмәлә йәшәгән. Буласаҡ шағирҙың атаһы, Борис Петрович — кокс химияһы производствоһында эшләй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Урал ирекле танк корпусына ирекмән булып китә. Фронттан инвалид булып ҡайтып, йортта ағас эше менән шөғөлләнә. Әсәһе Вера Антоновна, бухгалтер — шиғриәткә табыныусы, ул үҙенең ике улында ла шиғриәткә һөйөү уятҡан.

«Володя ағай шиғыр яҙған, гитарала уйнаған, ә мин һәр ваҡыт ағайымдан яҡшыраҡ булырға тырыштым»[1], — тип хәтерләй Александр Павлов. Мәктәптә уҡығанда, Саша биш китапханаға яҙыла, үҙенең тәүге шиғырын бишенсе синыфта яҙа. 1969 йылда Павловтар ғаиләһе ауыр юғалтыу кисерә: рефрижератор флотында эшләүсе Владимир (хат алышыу базаһы — Таллин) Сааремаа утрауында хәбәрһеҙ юғала.

1965 йылда һигеҙ класты тамамлағас, Александр Павлов Магнитогорск индустриаль техникумына прокатлаусы һөнәренә уҡырға инә; уҡыуын тамамлап, Магнитогорск металлургия комбинатының Беренсе ҡалай прокатлау цехынды вальцовкалаусы булып эшләй. Эшенән буш ваҡытында, ул ҡала әҙәби берекмәһендә шөғөлләнә, унда уның остаздары булып шағирҙар Н. Кондратковская һәм В. Машковцев тора.

Әҙәби карьераһының башы

үҙгәртергә

1969 йылда Александр Павлов Б.Ручьев исемендәге ҡала әҙәби берекмәһендә шөғөлләнә башлай. Шул йылда уҡ уның беренсе шиғырҙары «Магнитогорский металл» гәзтендә баҫылып сыға, ә авторы әҙәби ижадтағы уңыштары өсөн исемле сәғәт менән бүләкләнә. Үҙәк матбуғатта беренсе сығышы армияла саҡта була: 19701972 йылдарҙа Александр Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп, «Советский воин», «Старшина-сержант» журналдарында һәм Урал һәм Ленинград хәрби округы гәзиттәрендә әҙәби конкурстарҙа ҡатнаша, унда бер нисә тапҡыр лауреат була. Демобилизациянан һуң, 1972 йылда, ул «Магнитогорский металл» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башлай.

19731979 йылдарҙа Павлов Мәскәүҙә Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында ситтән тороп уҡыу бүлегендә, В.Сидоровтың ижади семинарында уҡый. Беренсе курстан алып бер үк ваҡытта Магнитогорск металлургия комбинатының «Магнит» әҙәби берекмәһе менән етәкселек итә, уға үҙенең ике тиҫтә йыл ғүмерен бирә.

1975 йылда Павлов Александр йәш яҙыусыларҙың VI Бөтә союз кәңәшмәһендә, шағир В. Фёдоров семинарында ҡатнаша. 1976 йылда Мәскәү «Современник» нәшриәтендә 20 мең тираж менән уның тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Предгорья» сыға. Шиғырҙары менән бер рәттән, уға йәш металлургтарҙың ғәҙәти эш көндәрен һүрәтләгән һәм автобиографик характерҙа булған «Под созвездием Стали» поэмаһы ла инә. Беренсе йыйынтығы иғтибарһыҙ ҡалмай: шул уҡ йылда уның авторы өлкә комсомол «Орленок» премияһына лайыҡ була һәм СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Дәртләндереү сифатында Павлов Венгрияға ижади командировкаға I Венгрия-совет йәштәр фестиваленә ебәрелә, Венгрия тураһында очерктар серияһы өсөн «Журналист» журналының премияһын һәм ҡиммәтле бүләген ала.

1982 йылда Көньяҡ Урал китап нәшриәтендә (Силәбе) Павловтың икенсе шиғырҙар китабы «Пологий свет» баҫылып сыға, үҙ шиғырҙарынан тыш, төрлө союздаш республика шағирҙарының әҫәрҙәренең тәржемәһе инә, ә бер йылдан һуң Мәскәү «Современник» нәшриәтендә уның өсөнсө «Сверим время» китабы баҫылып сыға. Был ваҡытта шағир союздаш республика шағирҙарын тәржемәләү менән мауыға, һәм Мәскәүҙә төрлө йыйынтыҡтарҙа уның алтай, лак, лезгин, абазин, ҡалмыҡ, чечен, ингуш, башҡорт һәм башҡа телдәрҙән тәржемәләре баҫылып сыға.

Һуңғыраҡ ижады

үҙгәртергә

80-се йылдар аҙағынан Александр Павлов шағир В. Машковцев менән бергә Урал казак ҡатламын тергеҙеү буйынса шөғөлләнә. Шағир ижадында Магнит станицаһы мираҫының тарихи темаһы сағыла, ул «Прозрение» шиғырҙар циклына инә. Павлов шиғырҙарына бер нисә казак йырҙары яҙыла, ул күп кенә хор коллективтарының репертуарына инә.

1996 йылда шағир тормошонда мөһим ваҡиға була — шағирә Р Дышаленкова ҡатнашлығында Көньяҡ Урал китап нәшриәтендә уның иң күләмле — 500-ҙән ашыу битле «Город и поэт» китабы лонъя күрә. Магнитогорск металлургия комбинаты ярҙамында 10 мең тираж менән нәшер ителгән әлеге йыйынтыҡ шағирҙың сирек быуаттан ашыу әҙәби эшмәкәрлеге өсөн үҙенсәлекле отчеты була

2002 йылда Александр Павлов Әҙәбиәт академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана, ә ике йылдан һуң Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе өлкәһе бүлексәһе идара составына һайлана. 2006 йылдың ноябрендә Силәбелә Урал Яҙыусылары ассоциацияһының VII конференциянда Д.Н.Мамин-Сибиряк исемендәге Бөтә Рәсәй Әҙәби премияға лайыҡ була. 2008 йылда Магнитогорск «Алкион» нәшриәтенең «Литература Магнитки. Избранное» серияһында Александр Павловтың элек донъя күрмәгән шиғырҙары менән «С ярмарки еду» китабы сыға.

Александр Борисович Павлов 2011 йылдың 22 октябрендә Магнитогорск ҡалаһында вафат була.

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Александр Павлов шиғриәтенең үҙәк темаһы булып эшсе Магнитка, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, Урал яғының тарихы һәм боронғо матурлығы тора. Уның ҡәләме аҫтынан сонеттар тажы сыҡҡан. Үҙ шиғырҙарынан тыш, Павлов яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән коллегаларының коллектив һәм автор йыынтыҡтарында даими донъя күргән әҫәрҙәренең әҙәби тәрҗемәләре өҫтөндә эшләй (уның иҫәбендә — 20-нән ашыу китап). Авторҙың күп шиғырҙары урындағы авторҙарҙың, шулай уҡ билдәле композиторҙарҙың музыкаһына һалынған.

Александр Павлов етәкләгән ҡала әҙәби берекмәһендә күп кенә йәш талантлы шағирҙар һәм прозаиктар, шул иҫәптән — В.Чурилин, В. Навдуш, А. Салов, С. Рыков үҫеп сыға. 19962002 йылдарҙа Павлов Магнитогорск әҙәби-нәфис «Берег А» журналының координация советы ағзаһы булып тора, 20012003 йылдарҙа К.М.Нефедьев исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәи конкурстың жюри составына инә. 2004 йылдан «Вестник Российской литературы» журналы редколлегияһы, 2005 йылдан «Литература Магнитки. Избранное» китаптар серияһы редколлегияһы, ә 2007 йылдан «Литература Магнитки. Контекст» китаптар серияһының редколлегия ағзаһы була. 2000 йылдар уртаһына тиклем Павлов мөхәррирлеге аҫтында даими Магнитогорск әҙиптәренең — «Магнитогорский металл» гәзите ҡарамағында еәтксеһе Павлов булған «Магнит» әҙәби берекмәһе ағзаларының йыйынтыҡтары баҫылып сыға.

20021 йылдан Александр Павлов Магнитогорск дәүләт университеты үтәкргән VI «Ручьев уҡыуҙарының» редколлегия ағзаһы була. Шағир уҡыған Магнитогорск индустриаль техникумында (хәҙер — колледж) даими уның ижадына арналған Павлов уҡыуҙары үткәрелә.

  • Под созвездием Стали

Шиғырҙар циклы

үҙгәртергә
  • Взрослость
  • Горячие звёзды
  • Горячий свет
  • Звёздный дом
  • Майский снег
  • Окна в сад
  • Окраины детства
  • Полигоны
  • Прозрение
  • Растворите окно
  • Серебряный колчан
  • Симметрия
  • Солнечная мельница
  • Хлеб и сталь

Сонеттар тажы

үҙгәртергә
  • Истоки (Совесть)
  • Окна в сад
  • Хлеб и сталь

Шиғри тәржемәләр

үҙгәртергә
  • абазин теленән — Кали Джегутан (шиғыр)
  • алтай теленән — Таныспай (Иван) Шинжин (шиғыр)
  • башҡорт теленән — Ҡәҙим Аралбай, Рауил Бикбаев, Сәфи Ҡудаш (шиғыр)
  • ингуш теленән — Хамзат Осмий («Время и люди» шиғырҙар йыйынтығы)
  • ҡалмыҡ теленән — Бося Сангаджиев (шиғыр)
  • лак теленән — Хабиб Курбанов («Әсә» поэмаһы), Салимат Курбанова («Пахлеван» шиғырҙар йыйынтығы)
  • латыш теленән — Старков Паулу (шиғыр)
  • лезгин теленән — Сәлимов Байрам (шиғыр)
  • татар теленән — Рафиҡов Басыр, Рамаҙан Сагалеев (шиғыр)
  • төркмән теленән — Каканбай Курбанмурад (шиғыр)
  • чечен теленән — Шәйхи Арсанукаев, Шайхиев Алвади (шиғыр)
  • моҡша теленән — Иван Калинкин (шиғыр)

Китаптары (автор)

үҙгәртергә
  1. 1976 — Предгорья (стихи). — Москва, «Современник», 144 с. Тираж: 20000 экз.
  2. 1982 — Пологий свет (шиғырҙар һәм тәржемәләр). — Челябинск, Южно-Уральское книжное издательство, 63 с. Тираж: 5000 экз.
  3. 1983 — Сверим время (шиғырҙар). — Москва, «Современник», 61 с. Тираж: 20000 экз.
  4. 1996 — Город и поэт (шиғырҙар). — Челябинск, Южно-Уральское книжное издательство, 557 с. Тираж: 10000 экз. Төҙөүсеһе: Р. Дышаленкова. ISBN 5-7688-0682-2
  5. 2008 — С ярмарки еду (шиғырҙар). — Магнитогорск, «Алкион», 60 с. Тираж: 1000 экз. ISBN 978-5-88311-037-4. Серия «Литература Магнитки. Избранное» (24-се сығарылыш).

Китаптары (мөхәррире, төҙөүсеһе)

үҙгәртергә
  1. 1992 — Павелин В. Лазоревая даль (стихи). — Магнитогорск, «Магнит», 64 с. Редактор: А. Павлов. Тираж: 300 экз. ISBN 5-87864-002-3. Серия «Поэты Магнитки».
  2. 1992 — Юферев В. Шиповник (стихи). — Магнитогорск, «Магнит», 64 с. Редактор: А. Павлов. ISBN 5-87864-003-1. Серия «Поэты Магнитки».
  3. 1994 — Савицкий А. Стихи. — Магнитогорск, «АРС-Экспресс», 208 с. Редакторы: Л. Порохня, А. Павлов. Тираж: 1000 экз. ISBN 5-7114-0503-9
  4. 2003 — По тонкому льду (коллективный сборник литобъединения «Магнит»). — Магнитогорск, «Алкион», 184 с. Составитель: А. Павлов. Тираж: 1000 экз.
  5. 2004 — В кругу откровений (коллективный сборник литобъединения «Магнит», в 2-х книгах). — Магнитогорск, «Алкион», 140 и 136 с. Составитель: А. Павлов. Тираж: 1000 экз.
  6. 2005 — Евдокимов В. Билет до луны. — Магнитогорск, «Алкион», 136 c. Составитель: А. Павлов. Тираж: 1000 экз.
  7. 2005 — Рыков С. Моя хрустальная дорога. — Магнитогорск, «Алкион», 104 с. Составитель: А. Павлов. Тираж: 1000 экз.
  8. 2005 — Тяпков Е. Буханка чёрного (повести, рассказы). — Магнитогорск, «Алкион», 180 с. Составитель: А. Павлов. Тираж: 1000 экз.
  9. 2005 — Чурилин В. Слишком медленно движется время (стихотворения и поэма). — Магнитогорск, Магнитогорский дом печати, 308 с. Составитель: А. Павлов. Тираж: 1000 экз. ISBN 5-7114-0272-2
  10. 2007 — Коновальчик Д. Песни от фонаря (стихи). — Магнитогорск, «Алкион», 92 с. Редактор: А. Павлов. Тираж: 200 экз. ISBN 978-5-88311-046-6
  11. 2007 — Матора А. Философия и поэзия камня. — Магнитогорск, «Алкион», 144 с. Редактор: А. Павлов. Тираж: 1000 экз.

Баҫмалары

үҙгәртергә

Шиғырҙары

үҙгәртергә

Очерктар һәм мәҡәләләр

үҙгәртергә

Музыкаль әҫәрҙәрҙең әҙәби нигеҙе

үҙгәртергә
  • «Магнитогорский шансон» вокал циклы (композиторы А. Мордухович) — CD-альбомда «Я — память, мне время подвластно…» (Магнитогорск, студия «MagicMix», 2005):
    1. Возвращение (4:00)
    2. Свет в конце тоннеля (2:50)
    3. Заводская сирень (4:05)
    4. Песня журналистов (2:30)
    5. Европа — Азия (2:04)
    6. Память (2:57)
    7. Казачий круг (3:20)
  • Магнитогорск композиторы Сергей Гаврилевичтың өс альбомы («Храм на Любви», «Прозрачные ворота», «Здравствуй и… прости!»; бөтәһе лә — 2011 йылда), йырҙарҙың күп өлөшө Александр Павлов һүҙҙәренә яҙылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Мәскәү Яҙыусылар союзы ойошторған Антон Чехов исемендәге миҙал (2009)
  • Д. Н.Мамин-Сибиряк исемендәге премия — «Легендар Магнитканы маҡтаған шиғырҙары, Урал шиғри мәктәбенең үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн (2006)
  • «Предгорья» шиғырҙары китабы өсөн өлкә комсомол «Орленок» премияһы (1976)
  • Венгрия тураһында очерктары өсөн «Журналист» журналының Почетлы дипломы һәм ҡиммәтле бүләге (1976)
  • Ырымбур казак ҡатламын әүҙем тергеҙгәне өсөн Ырымбур казак ғәскәренең «Көмөш тәре» миҙалы
  • «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фмҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970)

Мемориал

үҙгәртергә

2011 йылдың декабрендә Александр Павловҡа үлгәндән һуң «Персона в журналистике» номинацияһында «Город и мы» VI ҡала киң мәғлүмәт саралары конкурсының наградаһы бирелә. 2015 йылдың ноябрендә Хеҙмәт урамында шағир 1987 йылдан алып 2001 йылға тиклем йәшәгән 31-се йортҡа, уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.[2][3][4].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • 3 класҡа тиклем Саша Павлов шиғриәткә битараф була. Буласаҡ шағир тормошонда һынылышлы мәл 10-сы тыуған көнө була, унда әсәһе уға Лермонтовтың ике томлығын бүләк итә. «Йоҡлар алдынан биттәрен ҡараштыра башланым. Проза менән томды ситкә һалып ҡуйҙым. Ә бына шиғриәт донъяһы мине арбаны. Алдыңда башымды түбән эйәм, әсәй, был бүләгең өсөн!» — тип хәтерләй Александр Павлов[5].
  • Тәүге үҙенең шиғырын Александр Павлов 11 йәшендә яҙа:
У меня под окном
полыхают огнём
листья маленькой яблоньки дикой.
А вокруг — тополя,
и желтеет земля
от полученной дани великой…
  • «Магнитогорский металл» гәзитендә үҙенең күп кенә мәҡәләләрен Александр Павлов «А. Борисов» исеме аҫтында баҫтырып сығара.
  • Александр Павловтың 557-битлек «Город и поэт» шиғырҙар йыйынтығы иң күләмлеһе булып тора.
  1. Борюшкина Л. Чехов бы улыбнулся… — «Магнитогорский металл», 7 февраля 2009. — Веб-ссылка
  2. Братцева Л. «Хлеб и сталь, рождённые в огне, — живое отражение во мне»: размышления над поэзией А. Павлова. — Поэзия Магнитогорска: опыт исследования региональной литературы (сборник научных статей). — Магнитогорск, Издательство МаГУ, 2008, c. 44—50.
  3. Быков Л. Испытания на прочность. — «Урал» (Свердловск). — 1978, № 10.
  4. Воскобойникова И. Казачьи корни. — «Магнитогорский металл», 25 октября 2012. — Веб-ссылка
  5. Всем хорошим людям. — «Вечерний Челябинск», 22 ноября 1980.
  6. Дышаленкова Р. «Литературный барак» Магнитки. — Дышаленкова Р. Ангел Времени. Магнитогорск, 2006, с. 204—210.
  7. Заманский Л., Воронин Л. «Ведь наше время состоит из нас…». — «Литературная учёба» (Москва). — 1980, № 2.
  8. Ильясов Ю. «Подвластны боль и тайна…» (предисловие). — Павлов А. С ярмарки еду. — Магнитогорск, «Алкион», 2008, с. 4—7.
  9. Ишменева А. Лучшие журналисты. — Вести. Магнитогорск (ГТРК «Южный Урал»), 20.12.2011. — Веб-ссылка 2016 йыл 5 март архивланған.
  10. Каганис В. Вглядитесь в меня. — «Магнитогорский металл», 15 января 2015. — Веб-ссылка
  11. Карпичева Н. «В тебя, как в зеркало, глядится…» — «Магнитогорский металл», 15 мая 2010. — Веб-ссылка
  12. Карпова Н. Тайна общения человеческого. — «Вестник Российской литературы» (Москва), 20052006, № 4—5, с. 195—198.
  13. Кондратковская Н. «В пяти шагах от огненного русла…» (о книге А. Павлова «Предгорья»). — «Магнитогорский рабочий», 17 декабря 1976.
  14. Кошелев А. Талант — не селёдка… — «Магнитогорский металл», 22 февраля 2007, с. 12.
  15. Магнитогорск (краткая энциклопедия). — Магнитогорск, Магнитогорский дом печати, 2002, с. 453.
  16. Мешков Ю. Не только внимание… — «Урал» (Свердловск). — 1978, № 10.
  17. Мочалов Ю. Присягнувшие огню: К 50-летию Магнитки. — «Молодая гвардия» (Москва), 1982, № 2.
  18. Некрасов В. «…Но распахнётся млечное окно»: о поэзии Александра Павлова. — Поэзия Магнитогорска: опыт исследования региональной литературы (сборник научных статей). — Магнитогорск, Издательство МаГУ, 2008, c. 50—53.
  19. «Он праведник и, конечно, будет с нами» (репортаж об открытии памятной доски А. Б. Павлова). — Verstov.info, 03.11.2015. — Веб-ссылка
  20. Павловские чтения. — «Магнитогорский металл», 22 октября 2013. — Веб-ссылка
  21. Поэт и журналист (некролог). — «Магнитогорский металл», 25 октября 2011. — Веб-ссылка
  22. Расторгуев А. В потоке одушевлённого времени (о книгах А. Павлова и Р. Дышаленковой). — Официальный сайт поэта Андрея Расторгуева, 6 декабря 2006. — Веб-ссылка
  23. Расторгуев А. Верность пологому свету (о поэзии Александра Павлова). — VIII Ручьёвские чтения. Изменяющаяся Россия в литературном дискурсе: исторический, теоретический и методологический аспекты (сборник трудов международной научной конференции). — Магнитогорск, 2007, с. 273—278.
  24. Расторгуев А. Верность пологому свету (послесловие). — Павлов А. С ярмарки еду. — Магнитогорск, «Алкион», 2008, с. 50—56.
  25. Свети всегда (к 60-летию Александра Павлова). — «Магнитогорский металл», 13 января 2010. — Веб-ссылка
  26. Скрипай В. Дальний свет поэтических строк. — «Магнитогорский металл», 21 февраля 2002, с. 8.
  27. Современный литературно-библиографический справочник. — Челябинск, Издательский дом «Светунец», 2005, с. 80—82.
  28. Урал литературный (краткий биобиблиографический справочник). — Челябинск, Южно-Уральское книжное издательство, 1988, с. 200.
  29. Шеченко Е. Печаль светла — «Магнитогорский металл», 25 октября 2012. — Веб-ссылка
  30. Шестакова М. Тема красоты в цикле стихотворений А. Павлова «Окна в сад». — VI Ручьёвские чтения: Сборник материалов межвузовской научной конференции. Магнитогорск, 2001, т. I, с. 117—120.
  31. Ягодинцева Н. О культуре мирной жизни в контексте выживания (о книге «Город и поэт»). — «Вечерний Челябинск», 13 мая 1996.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Р. Дышаленкова. «Литературный барак» Магнитки
  2. ПАВЕЛИНА, Елена. Певцу легендарной Магнитки. Состоялось открытие мемориальной доски поэту и журналисту Александру Павлову  (рус.), Газета «Магнитогорский рабочий» (5 ноября 2015). 27 май 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 6 август архивланған.
  3. В память о поэте (недоступная ссылка). Телекомпания «ТВ-ИН» (05-11-2015). Дата обращения: 27 мая 2016. Архивировано 24 июня 2016 года.
  4. Каньшина, Алла. Город и поэт, Газета «Магнитогорский металл» (07.11.2015). 27 май 2016 тикшерелгән.
  5. А. Павлов. Город мой… (предисловие к книге «Город и поэт»)