Ырымбур казак ғәскәре
Ырымбур казактары — Урал, Орья, Һаҡмар, Мейәс, Уй, Тубыл йылғалары буйында йәшәгән сәйәси һәм тарихи берлеге вәкилдәре[4], .
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Тел | |
Дин | |
Халыҡ |
Ырымбур казак ғәскәре | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Ырымбур казак ғәскәре Викимилектә |
Ырымбур казак ғәскәре (ОКВ) — казак ғәскәрҙәрендә старшинлыҡ буйынса — икенсе, старшинлыҡ — 1574 йылдан.
- Ырымбур казак ғәскәре штабы Ырымбур ҡалаһында урынлашҡан;
- ғәскәри байрам — 6 май, Ырымбур станицаһына һәм Ырымбур казак ғәскәренең тарихи станицалырына нигеҙ һалыу иҫтәлегенә. Төп ғибәҙәт Ырымбурҙағы Изге Мөғжизәләр тыуҙырыусы (Чудотворец) Николай Угодник хаҡына ғәскәри храмда ҡылына[5];
- ғәскәрҙәрҙең ҡурсалаусыһы — Изге Георгий Победоносец.
Ғәскәр тарихы
үҙгәртергә1574 йылда, Ҡаҙанды яулап алғандан һуң, Өфө нығытмаһы булдырыла, 1586 йылда тарихи Башҡортостан ерҙәрендә төп терәк пункты булараҡ Өфө ҡалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта төҙөлгән Минзәлә, Бөрө, Алабуға, Уҫы һәм Һамарҙан арыраҡ тағы ла бер нисә ҡәлғә (1638 йылда) Оло Сәрмәсән йылғаһы буйҙарында Иҫке Кама аръяғы линияһын булдыралар. XVIII быуаттың башынан әлеге линия Алексеевск һәм Сергиевск ҡәлғәләре менән нығытыла. Яйыҡ казактары 1725 йылда Һамар ҡаласығына нигеҙ һалалар. 1732 йылда әлеге линияға параллель рәүештә Суҡ йылғаһы буйлап Яңы Кама аръяғы линияһы төҙөлә. 1734 йылда Кесе һәм Урта урҙаны ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарының Рус подданныйлығына күсеү менән Үр йылғаһында Ырымбур ҡалаһы һәм ҡәлғәһе төҙөлә. Киләһе йылда төньяҡтан, Себер яғынан, нығытмалар төҙөү башлана. 1739 йылда башҡорттарҙың бөтә ерҙәре нығытылған ҡаласыҡтар уратыуында ҡала. Һамар, Алексеевск һәм Өфө казактары Ырымбурға күсерелә, крайға хеҙмәттә булған казактар (городовой служивый), Малороссия казактары, һөргөнгә ебәрелгәндәр, шул иҫәптән Запорожье казактары, ҡасҡындар һәм «саҡырылған» инородецтар (татарҙар, керәшендәр, нуғайбәктәр, ҡалмыҡтар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм башҡалар) һәм ҡала дворяндарынан һунарсылар килеп тула. Иҫәт провинцияһы казактары Иҫәт казак ғәскәрен ойоштора.
Неплюев крайҙа ҡәлғәләр төҙөү менән бер рәттән казак халҡының йәшәйешен хәстәрләй, сөнки казактар сик буйын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән була. Батша хәҙрәттәре фармандарына ярашлы Иҫәт казактары Себер ведомствоһынан сығарылып, Ырымбур ведомствоһына күсерелә. 1736 йылғы указ буйынса элекке сик һыҙығындағы кешеләрҙе йыйып, Ырымбур крайына йүнәлтәләр.
Ойоштороу эштәре
үҙгәртергәКазактарҙың барыһы ла 1748 йылда Неплюев проектына ярашлы Ырымбур регуляр булмаған корпусҡа йәки Ырымбур регуляр булмаған ғәскәргә инә:
- Ырымбур 7-йөҙлөк корпусы, 1744 йылда Ырымбур һәм Бәрҙе биҫтәһе казактарынан төҙөлгән;
- Яйыҡ һәм Һамар буйындағы ҡәлғәләрҙәге Ырымбур ведомствоһы казактары;
- Ставрополь ведомствоһы казактары;
- Өфө провинцияһы, Өфө һәм Силәбе, Мейәс, Сыбаркүл һәм башҡа ҡәлғә казактары
- Нуғайбәк ғәскәре ҡазактары
1755 йылда хеҙмәттә булған казактарҙың һаны 5877-гә еткерелә, уларҙың 1797-һе эш хаҡы ала. Казактар менән идара итеү өсөн Ырымбур иррегуляр ғәскәренең ғәскәри атаманы вазифаһы һәм уның ҡарамағында ғәскәри яҫауыл һәм писарь менән канцелярия булдырыла. Ырымбур ғәскәренең казактары походҡа һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш була, улар даими эш хаҡын алалар,; бәрҙе биҫтәһенең һәм Яйыҡ, Һамар буйындағы ҡәлғәләрҙең казактары хеҙмәткә ваҡытлыса ебәрелә һәм эш хаҡын тик ҡоралға һәм кәрәк-яраҡҡа алалар, шуға күрә уларҙы әҙ хаҡ алыусылар (маложалованные) тип исемләгәндәр, башҡа казактар сит яҡҡа хеҙмәткә үтә ныҡ кәрәк булған осраҡта ғына ебәрелгән һәм шул осраҡта ғына эш хаҡын алғандар, өйҙәрендә булған саҡта үҙ-үҙҙәрен ер биләмәләре менән аҫрағандар, был категориялы казактарҙы эш хаҡһыҙ (безжалованные), тип йөрөткәндәр.
1755 йылдың 15 майында раҫланған штат буйынса Ырымбур губернияһының регуляр булмаған халҡынан Ырымбурҙың үҙендә 2 мең кешенән торған Ырымбур казак ғәскәре булдырыла, шул иҫәптән бер меңлек Ырымбур казак полкы төҙөлә, полк үҙ сиратында 10 ротаға бүленә, уларҙың береһе — дворян, икенсеһе ҡалмыҡ ротаһы була. Ырымбур губернаһының башҡа казак халҡы гарнизон һәм линия хеҙмәтенә яҡынса 3 мең кеше ҡуя.
1756 йылда Ырымбур казактарына — «Ырымбур» яҙыулы ғәскәри байраҡ, ошондай уҡ яҙыуменән бер байраҡ бер меңлек полкына һәм ошо уҡ полкына 10 йөҙлөк билдәләр тапшырыла[6] . 1758 йылда Ырымбур казактары торошо һәм тәьмин ителеүе менән Дон һәм Өфө казактары менән тиңләшә. 1763 йылда ғәскәрҙә 17 мең кешенән ашыу була. Ғәскәр Яйыҡ линияһында даими хеҙмәт алып бара, шунда уҡ күп һанлы башҡорттар һәм ҡалмыҡтар ебәрелә. Ғәскәр яйлап үҙгәртеп ҡорола, ландмилиция полктары пехота, драгун полктары итеп үҙгәртелә, 1790 йылда Өфө һәм Вятка губерналарынан типтәрҙәр һәм бобылдәр килтерелә. 1798 йылда Ырымбур ғәскәрендәге ирҙәр һаны 22 мең тәшкил итә. Шуға ҡарамаҫтан Пугачев болаһы был көстәрҙең етерлек булмағанын асыҡ күрһәтә.
Пугачев болаһы һәм ҡаҙаҡтарҙың һөжүмдәре казак линия хеҙмәтен ныҡ ҡаҡшата, шуға күрә 1798 йылдың 10 (21) апрелендә Ырымбур казак ғәскәре 24 кантонға бүленә, уларҙың башында кантон начальниктары ҡуйыла, уларҙың ярҙамсылары һәм писарҙары була[7]. Кантондарҙың икеһе — Урал, бишәүһе — Ырымбур, берәүһе — Ставрополь ҡалмыҡ, ун бере — башҡорт, бишәүһе — мишәр ғәскәрҙәрен тәшкил итә. Ырымбур кантондарынан беренсеһе — Иҫәт казактарынан, икенсеһе — төрлө казактарҙан, өсөнсөһө — Өфө казактарынан, дүртенсеһе — Ырымбурҙың үҙенән, бишенсеһе — Һамар казактарынан торған. Бынан тышбер ниндәй ҙә кантонға ҡарамаған казактарынан Ырымбур мәжбүри полкы булдырыла. 1799 йылда ғәскәргә Ырымбур губернаһының яһаҡ крәҫтиәндәре һәм татарҙары ла ҡушыла.
1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң казактар араһына бер нисә мең Наполеон армияһының әсирҙәре эләгә[8]. Һуңынан Ырымбур француздары һәм уларҙың тоҡомдары Рәсәй подданлыйғын ҡабул ителәр һәм Ырымбур казак ғәскәренә беркетеләләр.
1840 йылдың 12 декабрендә Ырымбур казак ғәскәре 10 казак полкынан һәм атлы-артиллерия бригаданан торған.
1840 йылдың 12 декабрендә Ырымбур казак ғәскәре тураһындағы көтөп алынған Положениеға ҡул ҡуйыла. Положениеға ярашлы ғәскәр шәхси хужаларҙың тиҫтәләп ауылдары һәм Верхнеурал, Троицк һәм Силәбе ҡалаларын алған бик ҙур территорияны биләй. Ғәскәр граждандар етәкселеге ҡарамағынан сығарыла һәм уға махсус идара итеү органдары (граждан һәм суд) тәғәйенләнә. Ғәскәр ике хәрби һәм ун полк округка бүленә, хәрби начальниктар һәм полк командирҙары вазифалары булдырыла. Дөйөм етәкселек наказлы атаман ҡарамағына күсә, уның етәкселегендә ғәскәри дежур һәм суд комиссияһы ойошторола. Ырымбур казак ғәскәренә Ырымбур, Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәренең дәүләт крәҫтиәндәре беркетелә.
Аҡ-Мәсет ҡәлғәһен алғандан һуң 1853 йылда Һыр-даръя линияһына нигеҙ һалына[9]
1867 йылда ғәскәр 15 атлы полкынан, 9 йәйәүле батальондан һәм 3 атлы-артиллерия батареяһынан торған, шул иҫәптән даими хеҙмәттә 5 атлы полкы, 3 батальон һәм 2 батарея булырға тейеш була.
XX быуат башында хеҙмәттә 6 казак полкы, казак дивизионы, 2 айырым йөҙлөк, 3 казак батареяһы була.
Хеҙмәт
үҙгәртергәЫрымбур казактарының хеҙмәте хәрби ваҡиғаларға бай.
1740 йылдан башлап уларҙың иңендә ауыр хеҙмәт була, сөнки күршеләш дала халҡы менән йыш ҡына бәрелештәр булып тора һәм уларға мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең, бобылдәрҙең, башҡорттарҙың ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашырға тура килә. Пугачев ихтилалы осоронда Ырымбур казактары хөкүмәткә тоғролоҡ һаҡлап ҡалалар һәм шуға күрә ҙур юғалтыуҙар һәм зыян күрәләр.
1790 йылдан алып казактарҙы сит ил һуғыштарына йәлеп итәләр.
1807 йылда Пруссияла француздар менән һуғышта ике полк ҡатнаша. Солохҡа ҡул ҡуйылғандан һуң әлеге ике полк Молдавияға Төркиәгә ҡаршы ғәмәлдәрҙә ҡатнашыу өсөн күсерелә.
1809 йылда Браилов һәм Силистрия ҡамауында, Исакчи, Тульча, Бабадаг, Мачин, Гирсов, Кюстенжи ҡалаларын алыуҙа, Рассеват янындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1810 йылда полктар Черновод, Базарджик, Силистрия һәм Бальчикты яулауҙа һәм Шумланы ҡамауҙа ҡатнашалар.
1811 йылда — Рущук тирәһендәге алыштарҙа, 1812 йылда — француздар менән Любомль, Борисов, Стаховая һәм Молодечна ауылдары тирәһендәге алыштарҙа, 1813 йылда — Данцигтың ҡамауында, Лейпциг эргәһендәге һәм Веймар ҡалаһы, Гайнау, Франкфурт һәм Ла-Ротьер эргәһендәге алыштарҙа, 1820 −1873 йылдарҙа Ырымбур ғәскәренең ҡайһы бер йөҙлөктәре Каспий диңгеҙенең төньяҡ-көнсығыш ярындағы Бохара һәм ҡырғыҙ далаларына походтарҙа ҡатнаша.
1829 йылда 9-сы төрөктәр менән алыштарҙа һәм Варна ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша.
11-се полк 1830 йылдың декабрендә Волындәге һәм Подолиялағы поляк ихтилалын баҫтырыунда ҡатнаша.
1839—1840 йылдарҙа Ырымбур ғәскәре генерал Перовскийҙың Хиуа экспедицияһында ҡатнаша.
1853 йылда 2 йөҙлөк батареяһы менән Аҡ-Мәсет ҡәлғәһен ҡамауҙа һәм яулап алыуҙа ҡатнаша.
1864 йылдан алып айырым йөҙлөктәр һәм батарея далаларҙа һәм Бохара сиктәрендә күсмә тормош алып барған халыҡтар менән бәйле бер туҡтауһыҙ тиерлек төрлө эштәрҙә ҡатнаша.
1873 йылда 12 айырым йөҙлөк артиллерия менән Хиуа походында ҡатнаша, ҡайһы берҙәре баш кейеменә айырмалы билдәләр ала.
1875 йылда 8 айырым йөҙлөк һәм бер батарея Коканд походында ҡатнаша, Андижанды алған саҡта батырлыҡ күрһәтәләр һәм Георгий торбаларына лайыҡ булалар.
1877—1878 йылғы Урыҫ-төрөк һуғышында 6-сы һәм 7-се полктары Карс тирәһендә батырлыҡ күрһәтә, баш кейемдәренә махсус билдә алалар.
1881 йылдың 6 йөҙлөк Ахаиял-Текин отряды составында булалар һәм Геок-Тепене штурмлауҙа ҡатнаша. 1885 йылда 4 йөҙлөк афғандар менән Кушҡалағы алышта ҡатнаша.
1904—1905 йылдарҙа 1-се, 9-сы, 10-сы, 11-се һәм 12-се полктар Япония менән һуғышта ҡатнаша.
1905—1906 йылдарҙа Ырымбур ғәскәре империяла тәртип тотоу өсөн мобилизациялана.
1914—1918 йылғы Беренсе донъя һуғышында Ырымбур ғәскәре 18 атлы полк, 9,5 батарея, 1 атлы дивизион, 1 гвардия йөҙлөгө, 9 йәйәүле йөҙлөк, 7,5 запас һәм 39 айырым йөҙлөк (бөтәһе 27 мең кеше) менән ҡатнаша.
Ырымбур казактары. Варшава, 1910 йыл (2-се полк) | Ырымбур казактары дөйәләр менән. | Хиуаны яулап алыуҙың 25 йыллығын байрам итеү. 1873 йылғы Хиуа походының төп ҡатнашыусылары. | Ырымбур казактары Төркөстанда. |
Ырымбур казак ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында
үҙгәртергәЫрымбур казактары Октябрь революцияһының тәүге көндәренән үк власҡа килгән большевиктарға ҡарата яраша алмаҫлыҡ позицияға торалар, улар фәҡәт Учредителдәр йыйылышын һәм Рәсәйҙең федеративлығын яҡлау яғында булалар. Бындай ҡараштың барлыҡҡа килеүенә башлыса урындағы большевик етәкселәре ғәйепле була, талау һәм көслө террор менән улар казактарҙы үҙҙәренә ҡаршы ҡуялар. 1917 йылдың сентябрендә атаман Дутов Ырымбур казаклығының атаманы һәм ғәскәри хөкүмәттең башлығы (рәйесе) итеп һайлана. Шул уҡ йылдың октябрь айында ул Ырымбур казак ғәскәре биләмәләрендә Петроградта түңкәрелеш ойошторған большевиктарҙың власын танымау тураһындағы 816-сы һанлы указға ҡул ҡуя. Ноябрь аҙағында Дутовты Ырымбур казак ғәскәренән Учредителдәр йыйылышы депутаты итеп һайлайҙар. Дутовҡа ике хәрби округ үҙәктәре буйһона (ғәскәрҙең биләмәләре хәрби-административ яҡтан 3 хәрби округҡа бүленә — 1-се (Ырымбур), 2-се (Верхнеурал), 3-сө (Троицк), 1918 йылдың көҙөндә 4-се (Силәбе) хәрби округы ойошторола — Верхнеурал һәм Троицк, шулай уҡ Орск һәм (барыһы 2-нән 20-се ноябргә тиклем) Силәбе. Ырымбур ғәскәри кругында[10] 1917 йылдың декабрендә большевиктар яҡлы булған Т. И. Седельников һәм подъесаул И. Д. Каширин атаман Дутовты отставкаға ебәреүҙе һәм Совет власын танырға талап итәләр, әммә уларҙың тәҡдиме кире ҡағыла. Дутов ҡабаттан атаман итеп һайлана, ә 11 декабрҙә ғәскәри кругтың, Ватан һәм революцияны яҡлау комитетының, башҡорт һәм ҡырғыҙ съездарының ҡарарына ярашлы Ырымбур губернаһы һәм Турғай өлкәһе сиктәрендә Ырымбур хәрби округы булдырыла (командующийы — Дутов Александр Ильич, штаб начальнигы — полковник И. Г. Акулинин).[11]
Ырымбур казак ғәскәренең халыҡ һаны
үҙгәртергә1856 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ иҫәбе | |||||
---|---|---|---|---|---|
Барлыҡ халыҡ | Ғәскәри ҡатлам | ||||
Ирҙәр | Ҡатындар | Ирҙәр | Ҡатындар | ||
846 97 | 046 99 | 161 96 | 305 97 | ||
1881 йылдың 11 ғинуарына ҡарата халыҡ иҫәбе | |||||
Барлыҡ халҡы | Ғәскәри ҡатлам | Служилый составы | |||
Ирҙәр |
Ҡатындар. | Ирҙәр |
Ҡатындар |
Исемлек буйынса | Ғәмәлдәге хеҙмәттә |
997 152 | 160 027 | 234 144 | 055 151 | 134 31 | 6 108 |
1885 йылдың 11 ғинуарына ҡарата халыҡ иҫәбе | |||||
Барлыҡ халҡы | Ғәскәри ҡатлам | Служилый составы | |||
Ирҙәр |
Ҡатындар | Ирҙәр |
Ҡатындар | Исемлек буйынса | Ғәмәлдәге хеҙмәттә |
778 196 | 353 204 | 657 173 | 180 640 | 294 44 | 222 5 |
Ырымбур казак ғәскәренең ғәскәри частары
үҙгәртергә- 1-се Ырымбур (1914 йылдан) Император ғали йәнәптәре Вариҫы казак полкы.
- 2-се Ырымбур Воевода Нагой казак полкы
- 3-сө Өфө-Һамар, Ырымбур казак полкы
- 4-се Иҫәт-Ставрополь Ырымбур казак полкы.
- 5-се Ырымбур Атаман Могутов казак полкы
- 6-сы Ырымбур Атаман Углецкий казак полкы
- 7-се Ырымбур казак полкы
8-се Ырымбур казак полкы
- 9-сы Ырымбур Атаман Подуров казак полкы
- 10-сы Ырымбур казак полкы
- 11-се Ырымбур казак полкы
- 12-се Ырымбур казак полкы
- 13-сө Ырымбур казак полкы
- 14-се Ырымбур казак полкы
- 15-се Ырымбур казак полкы
- 16-сы ырымбур казак полкы
- 17-се Ырымбур казак полкы
- 18-се Ырымбур казактар полкы
- Ырымбур казак дивизионы
Кадрҙар әҙерләү. Белем биреү
үҙгәртергә1867 йылда Ырымбурҙа Ырымбур һәм Урал казак ғәскәрҙәре офицерҙарын (подхорунжийҙар) әҙерләү өсөн юнкер училищеһы асыла.
Административ-территориаль бүленеше
үҙгәртергәБеренсе хәрби бүлек - Ырымбур:
үҙгәртергә1) Богуславский станицаһы
2) Буран станицаһы
3) Линевский станицаһы
4) Краснохолмский станицаһы
5) Кардаиловский станицаһы
6) Нижнеозерный станицаһы
7) Рассыпной станицаһы
8) Донецкий станицаһы
9) Алексеевский станицаһы (Ҡамыш-Һамар йылғаһында)
10) Мамалаевский станицаһы
12) Городищенский станицаһы (Наказлы Атаман генерал-лейтенант Сухомлинов исемендәге)
13) Павловский станицаһы
14) Ырымбур станицаһы
15) Бәрҙе станицаһы
16) Һаҡмар станицаһы (1865 йылға тиклем Урал казак ғәскәре ҡарамағында була) ====
17) Пречистенский станицаһы
18) Сухомлиновский станицаһы
21) Ново-Орский станицаһы
22) Гирьяльский станицаһы
23)Верхнеозерный станицаһы
24) Каменно-Озерный станицаһы
Икенсе хәрби бүлек — Верхнеурал
үҙгәртергә25) Ҡарағай станицаһы
26) Уйский станицаһы
27) Степной станицаһы
28) Кваркенский станицаһы
29) Березинский станицаһы
30) Николаев станицаһы
31) Магнит станицаһы
32) Наваринский станицаһы
33) Таналыҡ станицаһы
34) Наследницкий станицаһы
35) Великопетровский станицаһы
36) Верхнеурал станицаһы
37) Ҡыҙыл станицаһы
38) Могутовский станицаһы
39) Полоцкий станицаһы
Өсөнсө хәрби бүлек — Троицк
үҙгәртергә40) Звериноголовский станицаһы
41) Михайловский станицаһы
42) Коельский станицаһы
43) Ключевский станицаһы
44) Березовский станицаһы
45) Кособородский станицаһы
46) Мейәс станицаһы
47) Нижнеувельский станицһы
48) Кундравинский станицаһы
49) Травниковский станицаһы
50) Этҡол станицаһы
51) Еманжелинский станицаһы
52) Каратабанский станицаһы
53) Долго-Деревенский станицаһы
54) Силәбе станицаһы
55) Усть-Уйский станицаһы
Хәҙерге заман
үҙгәртергәГраждандар һуғышынан һуң казаклыҡ бөтөрөлә, күпселек өлөшө һөрөлә йәки физик яҡтан юҡ ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1941 йылдың көҙ көндәрендә, Чкаловта (Ырымбурҙа) казак һәм урындағы урыҫ, башҡорт һәм татар халыҡтарынан Федор Морозов исемендәге 11-се кавалерия дивизияһы ойошторола, артабан дивизия һигеҙенсе гвардия кавалерия дивизияһына әүерелдерелә. 7-се кавалерия корпусы составында Мәскәү тирәһендәге һуғышта ҡатнаша.
Ырымбур казак ғәскәрeн тергеҙеү буйынса беренсе аҙымдар 1990 йылдың декабрендә эшләнә, ҡалала Ырымбур казактары вариҫтарының беренсе кругы үткәрелә[12]. Ҡабул ителгән декларациялар һөҙөмтәһендә 1991 йылдың 8 декабрендә Рәсәйҙә казак ижтимағи ойошмалары араһында иң боронғоларҙан булған һәм бөгөнгө көнгә тиклем ғәмәлдә булған Рәсәй казактары Союзының Ырымбур казак ғәскәре (СкР ОКВА) булдырыла.
Һуңынан, СкР ОКВА менән параллель рәүештә, 1998 йылда «Ырымбур ғәскәри казактар йәмғиәте» ойошторола һәм ул Рәсәй Федерацияһының дәүләт реестрына индерелә. Әлеге ваҡытта ике ойошма ла Ырымбур казаклығының тарихи территорияһында берҙән-бер тулы хоҡуҡлы казак берләшмәләре булып һанала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ставропольский калмыцкий полк
- ↑ Илл. 480. Оренбургское казачье войско: пешие батальоны и конные полки, 21 октября 1867. (В парадной форме). // Перемены в обмундировании и вооружении войск Российской Императорской армии с восшествия на престол Государя Императора Александра Николаевича (с дополнениями) : Составлено по Высочайшему повелению / Сост. Александр II (император российский), илл. Балашов Петр Иванович и Пиратский Карл Карлович. — СПб.: Военная типография, 1857—1881. — До 500 экз.Ҡалып:Книга:Перемены в обмундировании
- ↑ Илл. 123. Казачьи Войска. 1 и 2) Обер-Офицеры: Оренбургского и Семиреченского войска (форма парадная и чекмень). 3) Урядник Забайкальского войска (парадная форма) и 4) Рядовой Амурского войска (в шинели). (приказ по воен. вед. 1892 г. № 305) // Иллюстрированное описание перемен в обмундировании и снаряжении войск Императорской Российской армии за 1881—1900 гг.: в 3 т.: в 21 вып.: 187 рис. / Сост. в Техн. ком. Гл. интендантского упр. — СПб.: Картографическое заведение А.Ильина, 1881—1900.Ҡалып:Книга:Иллюстрированное описание
- ↑ Сайт Оренбургского казачества: Что такое «КАЗАЧЕСТВО» и кто такие «КАЗАКИ»?
- ↑ Журнал Разведчик № 171, стр. 51. Ротмистр Данилов — Регалии и войсковые круги Казачьих Войск
- ↑ История Оренбургского казачьего войска до 1921 года 2014 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ Указ Императора Павла I. — Именный данный генералу отъ Инфантерiи Барону Игельстрому, съ приложенiемъ примѣчанiя на описанiе Оренбургской линiи .10 (21) апрель 1798 года
- ↑ Хомченко С. Н. Военнопленные армии Наполеона в Оренбургской губернии
- ↑ https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Ырымбур_казак_ғәскәре&action=edit§ion=2.
- ↑ Акулинин И. Г. Оренбургское казачье войско в борьбе с большевиками
- ↑ Ганин А. В. Александр Ильич Дутов // «Вопросы истории», 2005. — № 9 — С. 56−84.
- ↑ История Оренбургского казачьего войска с 1990 года 2013 йыл 22 август архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Авдеев П. И. «Историческая записка об Оренбургском казачьем войске».
- Ганин А. В. «Накануне катастрофы. Оренбургское казачье войско в конце XIX−начале XX в. (1891−1917 г.)» — М.: ЗАО Центрполиграф, 2008. — 686 с.
- Стариков Ф. М. «Краткий исторический очерк Оренбургского казачьего войска с приложением статьи о современном быте оренбургских казаков и карты» — Оренбург, 1890. на сайте Руниверс
- Маслаковец Н. А. «Оренбургское казачье войско».
- Казин В. Х. «Казачьи войска. Справочная книжка императорской главной квартиры» — СПб., 1912.
- Акулинин И. А. «Оренбургское казачье войско в борьбе с большевиками.»
- Военная энциклопедия / Под ред. В. Ф. Новицкого и др. — СПб.: т-во И. В. Сытина, 1911—1915.
- Марков Н. Марковы. Семейные хроники — Сочи, 2007. (о сакмарском казачестве)
- Марков, Н. И. «На сакмарских берегах. Сборник рассказов.» — Сочи, 2007. (О Сакмарском городке)
- Енборисов Г. В. «От Урала до Харбина. Памятка о пережитом.» — Шанхай, 1932.
- Серов Д. Е. «Оренбургский казак, его экономическое положение и служба.» — Оренбург, 1900. — 115 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Межрегиональной общественной организации содействия возрождения казачества Оренбургского казачьего Войска (МОО ОКВ) 2018 йыл 19 апрель архивланған.
- Официальный сайт Оренбургского Войскового Казачьего Общества (ОВКО) 2018 йыл 16 ғинуар архивланған.
- Сайт Крестного хода с Табынской иконой Пресвятой Богородицы (Войсковой святыней Оренбургских казаков)
- Статья об Оренбургском казачьем войске в электронной версии Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)