Көньяҡ алтай теле

Алтай Республикаһының рәсми теле

Көньяҡ алтай теле (төп алтай) — ике таулы алтай теленең береһе, алтайҙарҙың төп теле. Алтай Республикаһының рәсми теле. 1948 йылға тиклем ойрот теле тип атала.

Көньяҡ алтай теле
көн. алт. алтайдыҥ тил
көн. алт. алтай тил
Дәүләт  Рәсәй[1]
Барлыҡҡа килгән Алтай тауҙары
Диалект от Алтай теле
Яҙыу алтайская письменность[d] һәм Кирил алфавиты
Телдә һөйләшеүселәр 55 720 кеше[2]
Телдең ЮНЕСКО статусы 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][3]
Ethnologue каталогында тел статусы 2 Төбәк[d][4]
Викимедиа проекттарында тел коды alt
Ҡапма-ҡаршыһы северноалтайский язык[d]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Традиция буйынса, көньяҡ — һәм төньяҡ алтай телдәре бер тел, алтай теле, тип һанала. Әммә төрөк телдәренең хәҙерге заман төркөмләнешенә ярашлы, улар ике төрлө тел булып тора. Көньяҡ һәм төньяҡ һөйләштәрҙең ҡайһы бере (ҡоман, телеут, тубалар һәм челкан телдәре) рәсми рәүештә Рәсәйҙең аҙ һанлы халыҡтарының айырым телдәре тип танылғанлығы хәлде ҡатмарлаштыра.

2010 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 55 720 кеше алтай телендә һөйләшәм, тип белдерҙе[5]. Иҫәп буйынса, уларҙың яҡынса 10 меңе төньяҡ алтай һөйләштәрендә, ҡалғаны көньяҡ алтай телендә, күпселеге алтай-кижи һөйләшендә аралаша. Ғөмүмән, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, алтайҙарҙың бары 2 % ғына алтай телендә иркен һөйләшә[6].

Көньяҡ алтай теле 4 һөйләшкә бүленә:

  • алтай-кижи — төп алтай һөйләше, хәҙерге әҙәби алтай теленең нигеҙе;
  • телеутский һөйләше — XIX быуат уртаһынан алып 1923 йылға тиклем әҙәби телдең нигеҙе;
  • теленгит һөйләше — теленгиттар теле;
  • тубалар һөйләше (туба, дьиш/йыш, теле тубалар / ҡара татарҙар) теле — төньяҡ алтай теленә яҡын.

Һәр бер һөйләштә һөйләшкән кешеләрҙең теүәл һаны билдәһеҙ. Бик яҡынса баһа буйынса, һуңғы һәр өс һөйләштә яҡынса 3 меңләп кеше аралаша. Башҡалары төп алтай телендә һөйләшәләр.

Шулай уҡ Ҡытайҙа Канас күле районында (Ҡытай Алтайы) көньяҡ алтай теленә яҡын бер диалект билдәле, ул һөйләш теленгит һәи синьцзянь ҡырғыҙҙары теленә күп дәрәжәлә яҡын.

Бигерәк тә «-z-» урынына интервокаль «-j-» ҡулланғанлыҡтан, көньяҡ алтай телен хакас теленә ҡаратыу икеле, моғайын, ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ теле тип әйтеү дөрөҫ булыр.

 
Сбербанкта урыҫ һәм алтай телендә яҙылған алтаҡта

XIX быуаттың яҙма ҡомартҡылары: алтай-ойроттарҙы христианлаштырыу ваҡытында башҡарылған тәүрат библияның, изгеләр житияларының, доғалыҡтар һәм ғибәҙәт ҡылыу ҡулланмаларының тәржемәләре. 1869 йылда Ҡазанда алтай теленең тулы грамматикаһы; 1884 йылда — һүҙлек баҫыла[6]. Әҙәби телде үҫтереүҙә яҙыусы-мәғрифәтсе М. В. Чевалковтың ижады ҙур роль уйнай.

Әҙәби тел алтай диалектына нигеҙләнә.1917 йылғы революцияға тиклем әҙәби тел телеут диалектының үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән була, һәм беҙҙең көндәрҙә лә төбәк әҙәби тел сифатында эшләй.

Алтай телендә «Алтайдыҥ чолмоны» тигән республика гәзите һәм район гәзиттәре — «Чүй таңдары», «Голос времен/Ойдин уни», «Ажуда», «Улаганские новости/ Улаганнын солундары» нәшер ителә.

Һүҙьяһалышы

үҙгәртергә

Алтай телендә ҡылымдың өс типтағы 31 һүҙ яһаусы: транспонирлаусы =л<я=, =лан=, =лал=, =лаш=, =а=, =ы=, —ылда=, =н, да=, =ра=, =рка=1, =й=, —за=, =зы=, =зын=, —р=, =, гар=, =ты~, =ык=, =ан=, =ча=, транспонирламаусы акциональ =гыла=, =зыра=, транспонирламаусы йүнәлеш тибында =дыр~, =т=, =ыс=, =гыс=, =ыр=, =кыр=, —л=, =, н=, =ги= аффикстары асыҡланған. =Ла,= һәм =зыра= аффикстары категория-аралы һүҙьяһалышта ла, эске категориялы һүҙьяһалышта ла ҡатнаша. Транспонирлаусы =ла= аффиксы, интенсив хәрәкәт мәғәнәһен белдереп, акциональ ролендә сығыш яһай ала: акциональ =зыра= -

транспонирлаусы ролендә йүнәлеш залог тибәндағы =ш= аффиксы, күплектең төрлө мәғәнәләрен белдереүсе — йәғни: акциональ ролендә.

Алтай һәм боронғо төрки телдәрендәге һүҙ яһаусы аффикстар составы ярайһы ғына ҙур һәм тотороҡло дөйөмлөккә эйә булып сыға. Әммә һәр бер тел өсөн үҙенсәлекле һыҙаттары бар. Алтай телендә йүнәлеш залог тибындағы боронғо төрки корреляттары: ~gi’t=, =d iz=, =$їк= һәм транспонирлаусы: —аd= юҡ. Алтай телендәге транспонирлаусы аффикстар =лал=, =нда=, =й=, =ты=, =ан= боронғо төрөк телендә билдәле түгел. Шулай итеп, хәҙерге алтай телендә категория-ара системаһынының таралыу өлкәһе боронғо төрки телендәгегә ҡарағанда киңерәк күрһәтелгән, эске категория системаһы, киреһенсә, йүнәлеш залог тибындағы аффикстар составының редукцияһы иҫәбенә улай күп төрлө түгел.

Алтай һәм боронғо төрөк телдәрендә ҡылым яһауҙың аффикслы морфонологик аспекттарын сағыштырыу һуҙынҡыларҙың аңҡаулыҡ менән билдәләнгән дөйөм эҙмә-эҙлелекле ассимиляцияһын күрһәтә. Аффикстарҙың да, нигеҙҙәрҙең дә фонетик вариантлылығына ҡағылған ҡайһы бер айырмалыҡтар күҙәтелә. Алтай телендә, иренләшеү билдәһе буйынса, киң иренләшкән һуҙынҡыларға ҡарата һуҙынҡыларҙың ассимиляцияһы эҙмә-эҙлеклерәк, ә тар иренләшкән һуҙынҡыларға ҡарата — аҙыраҡ. Боронғо төрөк телендә аффикстарҙа киң иренләшкән һуҙынҡылар юҡ. Был эҙмә-эҙлекле Аффикстарҙа һаңғыраулыҡ һәм яңғыраулыҡ билдәһе буйынса инициаль тартынҡыларҙың ассимиляцияһы алтай телендә эҙмә-эҙлеклерәк сағыла. Алтай телендә нигеҙҙең үҙенсәлекле морфонологик үҙгәреше булып, нигеҙҙең һаңғырау тартынҡыларының яңғырауланышы кеүек даими ассимилятив процестар, нигеҙ аҙағында тартынҡыларҙың элизияһы тора, боронғо төрөк телендә — нигеҙҙең тар һуҙынҡы фонемаларының элизияһы тора.

Алтай телендә транспонирлаусы һүҙ яһаусы аффикстар нигеҙҙәрҙең төрлө типтарына: исемгә, сифатҡа, рәүешкә, һанға, алмаштарға, оҡшатыу һүҙҙәренә ҡушыла — һәм күсемле һәм күсемһеҙ мәғәнәгә эйә яңы ҡылым лексемаларын барлыҡҡа килтерә. Иң продуктив аффикс тип =ла,= һанала, уның ярҙамында 435 беренсел ҡылым нигеҙе яһалған. Башҡа аффикстарҙың продуктлылығы кәмерәк. Уларҙың ярҙамында барлыҡҡа килеүсе ҡылым һаны 56-нан 5-кә тиклем тирбәлә. Өс ҡылымда ғына теркәлгән аҙ продуктлы =ы=, =ан=, =ча= аффикстары бар. Алтай телендә яһалма производный беренсел нигеҙҙең дөйөм һаны — 764.

Транспонирламаусы һүҙ яһаусы аффикстар ҡылымдың семантик структураһын уның актант һәм акциональ характеристика аспектында үҙгәртә. Иң продуктив иҫәпләнә: =гыла=, =ш=, =дыр=, =т=, =, н=, =л=. Уларҙың барыһы ла күп мәғәнәле. Бер үк төрлө аффикс төрлө мәғәнәгә эйә булыуы мөмкин: мәҫәлән, =ш= аффиксы мәғәнәләрҙең акциональ, дистрибутив тибын, шулай уҡ декаузатив һәм реципрокаль мәғәнәләрен бирә. Алтай телендә яһалма производный икенсел нигеҙҙәрҙең дөйөм һаны яҡынса 1900 тәшкил итә.[7]

Алфавиты

үҙгәртергә

Яҙыу кириллица нигеҙендә, Ҥ, Ј, Ӧ, Ӱ өҫтәмә хәрефтәр е бар. Рус кириллицаһы нигеҙендәге яҙма 1840-сы йылдарҙан үҫеш алған. 1928 йылдан 1938 йылға саҡлы латин алфавиты, һуңынан тағы ла кириллица ҡулланылған.

 

Алтай телендә белем алыу

үҙгәртергә

Таулы-Алтай дәүләт университеты 050302.00 программалары буйынса — «Туған тел һәм әҙәбиәт (алтай теле һәм әҙәбиәте)» (белгес квалификацияһы: «Алтай теле, әҙәбиәте һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы»), 050302 — «Туған тел һәм әҙәбиәт», «Мәктәпкәсә йәштәгеләргә белем биреү» өҫтәмә һөнәри белем бирелә: («Алтай теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» белгесе квалификацияһы) белгестәр әҙерләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Северно-алтайские языки

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Баскаков Н. А. Алтайский язык. — М., 1958.
  • Грамматика алтайского языка, составленная членами Алтайской духовной миссии. — Казань, 1869.
  • Дыренкова Н. П. Грамматика ойротского языка. — М.-Л., 1940.
  • Тощакова Т. М. Грамматика ойротского языка. — Новосибирск, 1939.
  • Исследования по алтайскому языку: Сборник научных трудов/ Под ред. А. Э. Чумакова. — Горно-Алтайск: РИО ГАГУ, 2003. — 160 с.
  • Ерленбаева Н. В. Бытовая лексика алтайского языка. — Горно-Алтайск: РИО ГАГУ, 2008. — 184 с.
Һүҙлектәр
  • Баскаков Н. А., Тощакова Т. М. Ойротско-русский словарь. С приложением краткого грамматического очерка ойротского языка Н. А. Баскакова. — М., 1947.
  • Вербицкий В. И. Словарь алтайского и аладагского наречий тюркского языка. — Казань, 1884.
  • Коргунбаева Н. И. Алтайско-русский — русско-алтайский словарь. — Горно-Алтайск, 1991.