Озеров Николай Николаевич (комментатор)
Озеров Николай Николаевич (11 декабрь 1922 йыл — 2 июнь 1997 йыл) — СССР тенниссыһы, актер, спорт комментаторы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1973). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1982). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1947), теннис буйынса 24 тапҡыр СССР чемпионы.
Озеров Николай Николаевич (комментатор) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1922[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Совет Рәсәйе[1] |
Вафат булған көнө | 2 июнь 1997 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Атаһы | Николай Николаевич Озеров[d] |
Бер туғандары | Юрий Николаевич Озеров[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | актёр, журналист, спортивный комментатор, теннисист, тренер, спортивный журналист |
Эшмәкәрлек төрө | спорт[2] һәм television presentation[d][2] |
Эш урыны | Мәскәү Художество театры |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Әүҙемлек урыны | СССР[2] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Спорт төрө | теннис |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Николаевич Озеров 1922 йылдың 11 декабрендә Мәскәүҙә опера йырсыһы Николай Озеров ғаиләһендә тыуа. XIX быуаттың билдәле композиторы Михаил Виноградовтың бүләһе.
Озеровтар ғаиләһе Мәскәү эргәһендәге Разгуляй янында — Маркс урамында йәшәй[3]. Был йорт өлкән Озеровҡа Ҙур театрҙан ҡаҙна фатиры итеп бирелә.
1934 йыл Мәскәүҙә малайҙар араһында теннис буйынса чемпион була. 1941 йылдан — теннис буйынса спорт мастеры, ә 1947 йылдан — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
1941 йлда ГИТИС-тың актерлыҡ факультетына уҡырға инә, уны 1946 йылда тамамлай һәм Мәскәү Художество театрына эшкә инә, 20-нән ашыу ролде уйнай[4]. 1947 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1950 йылдың 29 авгусында тәүге тапҡыр «Динамо» — ЦДКА футбол матчы тураһында үҙаллы репортаж үткәрә.
1950—1988 йылдарҙа — радио һәм телевидениела спорт комментаторы. Репортаждарҙы ун биш Олимпия уйындарынан, хоккей буйынса утыҙ донъя чемпионатынан, һигеҙ футбол буйынса донъя чемпионатынан һәм алты футбол буйынса Европа чемпионатынан алып бара, комментатор сифатында донъяның 49 илендә була.[4]. 1980 йылдар башынан Озеровты иң ҙур ярыштарҙы аңлатыуынан яйлап ситләтә башлайҙар. Футбол буйынса иң һуңғы донъя чемпионтаы уның өсөн 1986 йылғы турнир була.
1973 йылда уға «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән исем бирелә.
1980 йылдар аҙағында «Спартак» спорт йәмғиәте рәйесе булып һайлана.
Николай Озеров йәш сағында һыуыҡ тейҙереү сәбәпле ҡан тамырҙары менән проблемалар була (хоккейға китеп барғанда быуала мәкегә төшөп китә), шулай уҡ шәкәр диабеты менән яфалана.
1990 йылдар башында Озеровтың аяҡ табанын ампутациялайҙар, шунан бирле уның өйҙән бик һирәк сыҡҡан.
1997 йылдың 2 июнендә 75-се йәшендә вафат була. Введенский зыяратында ерләнә (21 уч.).
Спорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергәТеннис буйынса СССР чемпионаттарында күп алтын миҙалдар яулайы — 24[5]:
- 1944—1946, 1951, 1953 — яңғыҙ разрядта;
- 1944—1953, 1955, 1957—1958 — парлы разрядта;
- 1940, 1944, 1949, 1953, 1955, 1957 — ҡатнаш парлы разрядтарҙа[6].
Фильмографияһы
үҙгәртергәЙыл | Исеме | Роль | |
---|---|---|---|
1961 | ф | Опасные повороты | Спорт комментаторы |
1965 | ф | Хоккеисты | Спорт комментаторы |
1972 | ф | Ход белой королевы | Евгений Карычев, спорт репортёры |
1976 | ф | Весёлое сновидение, или Смех и слёзы | Комментатор |
1976 | ф | Одиннадцать надежд | Спорт комментаторы |
1978 | ф | Всё решает мгновение | Спорт комментаторы |
1979 | ф | Баллада о спорте | Камео |
1981 | ф | Этот фантастический мир (5 выпуск) | Камео |
1981 | ф | Девушка и Гранд | Спорт комментаторы |
1981 | ф | О спорт, ты — мир! (художественно-документальный) | автор текста фильма и комментатор |
1985 | ф | Соперницы | Спортивный комментатор |
Кинолағы образы
үҙгәртергә- Павел Никитин — «Легенда № 17» (Рәсәй, 2013)
- Андрей Леонов — «Лев Яшин. Вратарь моей мечты» (Рәсәй, 2019)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәСССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары:
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (19 апрель 1995, № 19) — Физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм «Спартак» спорт йәмғиәтен ойоштороуҙа шәхси өлөшө өсөн"[7].
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (9 сентябрь 1971 йыл, № 643458)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (№ 156875)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (3 декабрь 1992, № 0084) — физик культураны һәм спортты пропагандалауға һәм үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн һәм, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыу өсөн[8]
- «Почёт Билдәһе» ордены (27 апрель 1957, № 274180)
- «Почёт Билдәһе» ордены (7 июль 1978, № 1286682)
- Миҙалдар, шул иҫәптән:
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (16 июль 1962 йыл, № 961835)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1 май 1944, № 004638)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы (30 апрель 1975)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы (20 апрель 1985)
- [[«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1941)
- [[1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (март 1947 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (20 февраль 1984)
- «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (20 сентябрь 1947 йыл, № 0040721)
- «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1 апрель 1970)
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997)
Маҡталы исемдәре:
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (13 декабрь 1973 йыл) — совет сәнғәте өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (27 апрель 1964) — радио һәм телевидение буйынса юғары оҫталыҡтағы репортаждар өҫтәрәк
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1947)
- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (31 август 1995, № 5998)
- Почетлы тимер юлсы (3 июнь 1986, № 150454)
Премиялары:
- СССР Дәүләт премияһы (28 октябрь 1982, № 12078-гә) — XXII Олимпиада тураһында «О спорт, ты — мир!» фильмының текст авторы һәм комментаторы булараҡ
- СССР Журналистар союзы премияһы (1980 йыл)
- «Ватан телевидениеһын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн» номинацияһында ТЭФИ премияһы (1997)
Халыҡ-ара наградалар:
- Көмөш Олимпия ордены (Халыҡ-ара олимпия комитеты) (1992)
- Халыҡ-ара хоккей үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Поль Луак исемендәге премияһы (2016)[9]
Башҡа наградалар:
Цитата һәм фразалар
үҙгәртергә- Күн туптың ҙур оҫтаһы[10][11]
- Беҙгә ундай хоккей кәрәк түгел![12]
- Маҡтаулы Канада профессионалдары[13][14]
- Ҡапҡаға һуғыу. Ә унда Третьяков.
- Бына бер ҡот осҡос мәл! Һуғыу! Гол!!!
- Иғтибар! Мәскәү һөйләй һәм күрһәтә. Советтар Союзының телевидениеһы сираттағы репортажды башлай..
- Ҡапҡасы ни ҙә булһа эшләргә көсһөҙ
- Уйынсы иҫәптә айырманы кәметә (арттыра)
Ғаиләһе
үҙгәртергә47 йәшендә өйләнә.
Хәтер
үҙгәртергәРязандә теннис академияһы уның хөрмәтенә аталған: «Н. Н. Озеров исемендәге теннис академияһы».
Озеров хөрмәтенә Мәскәү янындағы Щелковский районы Загорянка ҡасабаһында урам аталған, унда комментатор йәшәгән[17]
Петрозавдск ҡалаһында Николай һм уның ҡустыһы Юрий хөрмәтенә 2015 йылда ағалы-ҡустылы Озеровтар урамы барлыҡҡа килә[18].
Николай Озеров хөрмәтенә 2005 йылдың 29 мартында «Физик культураны һәм спортты пропагандалау өсөн» тип аталған РФ Спорты министрлығының ведомство наградаһы булдырыла, ул статусы буйынса Министрлыҡтың барлыҡ сығарылыштарынан өсөнсө булып тора.[19].
Щелково ҡалаһы стадионы уның исемен йөрөтә: "Н. Н. Озеров исемендәге "Спартак"стадионы"[20].
Шулай уҡ Озеров яры буйында урамында Спартак Йәмғиәте бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла
Документаль фильмдар
үҙгәртергә- «Говорит и показывает Николай Озеров» (2007)
- «Николай Озеров» «Как уходили кумиры» документаль циклынан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Озеров Николай Николаевич (спорт. комментатор) // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ozerov, Nikolaj Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Говорит и показывает… Николай Озеров // Московский журнал. — 2012. — № 12. — С. 70—80. — ISSN 0868—7110.
- ↑ 4,0 4,1 «Как провожают…» // журнал «Физкультура и спорт», № 5, 1990.
- ↑ В своей книге «Всю жизнь за синей птицей…» он привёл цифру 45, включив и Всесоюзные зимние соревнования — см. Как я «переиграл» самого Николая Озерова(недоступная ссылка).
- ↑ Статья Озеров Николай Николаевич 2013 йыл 17 сентябрь архивланған. в энциклопедии «Российский теннис»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 19 апреля 1995 г. № 384 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 3 декабря 1992 г. № 1512 «О награждении орденом Дружбы Народов Озерова Н. Н.» Дата обращения: 25 ноябрь 2012. [yes Архивировано] 9 ғинуар 2014 года.
- ↑ Знаменитого советского комментатора Озерова ИИХФ отметит премией Поля Луака . Дата обращения: 22 май 2016. [no Архивировано] 25 май 2016 года. 2016 йыл 25 май архивланған.
- ↑ Душенко К. В. Словарь современных цитат. 5250 цитат и выражений ХХ и XXI века, их источники, авторы, датировка. — М.: Эксмо, 2006. — 1256 с.
- ↑ Душенко К. В. Большой словарь цитат и крылатых выражений. — М.: Эксмо, 2011. — 648 с.
- ↑ Аркадий Ратнер: …И тогда Озеров воскликнул: «Такой хоккей нам не нужен!» sovsport.ru. Дата обращения: 2 декабрь 2017. Архивировано 3 декабрь 2017 года.
- ↑ Раззаков Ф. И. Российский хоккей: от трагедии до скандала 2018 йыл 27 ноябрь архивланған.. — М.: Эксмо, 2012. — ISBN 978-5-699-59920-2.
- ↑ Жук А. Битва старых парней // Газета «КоммерсантЪ». — 1999. — Выпуск № 225 (от 04 декабря). — С. 7. Дата обращения: 27 ноябрь 2018. Архивировано 27 ноябрь 2018 года.
- ↑ Сын комментатора Николая Озерова… Дата обращения: 23 май 2017. Архивировано 6 июнь 2017 года.
- ↑ Назаренко М. Вдова легендарного телекомментатора Николая Озерова Маргарита Петровна: «За отстранение Николая Николаевича от ведения репортажей проголосовал весь отдел спортивных программ — даже лучший друг предал…» 2015 йыл 2 апрель архивланған. // «Бульвар Гордона» (газета), 2012, июнь, № 23 (371).
- ↑ Сын знаменитого телекомментатора задержан за многомиллионную взятку :: Происшествия :: Top.rbc.ru. (недоступная ссылка). Дата обращения: 18 июля 2012. Архивировано 20 июля 2012 года.
- ↑ Постановление Администрации Петрозаводского городского округа от 10.11.2015 № 5473
- ↑ Приказ Министерства спорта РФ от 17 августа 2012 г. № 88 “О ведомственных наградах Министерства спорта Российской Федерации” . Дата обращения: 26 апрель 2018. [no Архивировано] 26 апрель 2018 года.
- ↑ Универсальный спортивный комплекс «Подмосковье»: Стадион «Спартак» имени Н. Н. Озерова . Дата обращения: 27 ноябрь 2018. Архивировано 27 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 27 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Озеров Н.Н. Репортаж о репортаже. — М.: Физкультура и спорт, 1976. — 223 с. — (Сердца, отданные спорту).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фрагмент хоккейного репортажа
- Ванденко А. «Март. Весна. Футбол?» // Евгений Додолев газета «Новый Взгляд» : газета. — М., 1992. — № 09. — С. 02.
- Фото могилы