Рәсәй театр сәнғәте университеты
Рәсәй театр сәнғәте университеты — ГИТИС — Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорто. Европала иң ҙур һәм донъяла иң эре театр юғары уҡыу йорттарыны береһе. 1878 йылда нигеҙ һалынған, Мәскәүҙә урынлашҡан.
Рәсәй театр сәнғәте университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1878 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Музично-драматичне училище Московського філармонійного товариства, Музично-драматичний інститут, Державний інститут музичної драми, Державний інститут театрального мистецтва, Навчально-театральний комбінат, Навчально-театральний комбінат імені Анатолія Луначарського һәм Державний інститут театрального мистецтва імені Анатолія Луначарського |
Кем хөрмәтенә аталған | Анатолий Васильевич Луначарский[d] |
Ректор | Григорий Анатольевич Заславский[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пресненский район[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список памятников культурного наследия ЦАО Москвы: от улицы Воздвиженки до Тверской[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][2] |
Адрес | Maly Kislowski pereulok, 6, Малый Кисловский переулок, 6 |
Рәсми сайт | gitis.net |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Педагоги ГИТИСа[d] |
Рәсәй театр сәнғәте университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1878 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙә музыка һәм драматик сәнғәттәрен һөйөүселәр йәмғиәте ярҙамы менән рәсәй пианисы Шостаковский Пётр Адамович[3] Музыкаль-драматик мәктәпкә нигеҙ һала. 1883 йылда Сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәте Мәскәү филармоник йәмғиәте тип үҙгәртелә. П. А. Шостаковский үҙенең мәктәбен йәмғиәткә тапшыра. 1886 йылда мәктәпкә, консерваторияға тиң булырлыҡ, Музыкаль-драматик училище тигән исем бирелә[4].
1902 йылда училище Малый Кисловский тыҡрығындағы айырым йортҡа күсә, әлеге ваҡытта бында ГИТИС-тың төп корпусы урынлашҡан.
1918 йылда Музыкаль-драматик училище Музыкаль-драматик институт, 1919 йылда — Дәүләт музыкаль драма институты тип атала башлай. 1922 йылдың 17 сентябрендә, Мейерхольд Всеволод Эмильевич етәкселегендәге Юғары дәүләт театраль оҫтаханалары менән берләшкәндән һуң, Дәүләт театр сәнғәте институты — ГИТИС тип үҙгәртеп ҡорола. Мейерхольд бында театр (ГИТИС театры) булдыра. 1923 йылда театр институттан айырылып сыға һәм Всеволод Мейерхольд исемендәге Дәүләт театры барлыҡҡа килә[5].
Институт 9 үҙ аллы "производство оҫтаханалары"н берләштергән, һәр оҫтахананың үҙ оҫтаһы була, һәм ул оҫталарҙың ижади позициялары ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы күҙәтелгән. Тиҙҙән яһалма рәүештә берләшкән оҫтаханалар институт составынан сыға башлай[4].
Уҡыу пландары һәм программалары яҡшылап эшләнеп бөтмәгәнлектән, 1925/1926 уҡыу йылында ГИТИС (4 йыл уҡытыу мөҙҙәте менән) техникум кимәленә күсерелә һәм өс: драматик, музыкаль-драматик (опера), клуб-режиссёр бүлектәренән торған Театр сәнғәтенең үҙәк техникумы (ЦЕТЕТИС) тип үҙгәртелә. 1930 йылда режиссёр-педагогика, директор һәм театр сәнғәтен өйрәнеү факультеттары барлыҡҡа килә[4]
1931 йылда, бер нисә уҡыу йорто берләшеп, Уҡыу-театраль комбинаты («Теавуз») ойошторола. 1934 йылдың ғинуарында уға Луначарский Анатолий Васильевич исеме бирелә.
Ниһайәт, 1935 йылдың июлендә Театраль комбинат тағы үҙгәртеп ҡоролған һәм шунан башлап ярты быуаттан ашыу Анатолий Васильевич Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институты тип аталған. Башта ГИТИСта өс: режиссура, актёр һәм директор факультеты була. Үҙгәртеп ҡорған ваҡытта ябылған театр сәнғәтен өйрәнеү (театроведческий) факультет 1937 йылда тергеҙелә, директор факультеты, киреһенсә, 1939 йылда бөтөрөлә[4].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ГИТИС Һарытауға күсерелә, ул осорҙа Раевский Иосиф Моисеевич институт ректоры була.
1943—1948 йылдарҙа ГИТИСты Мокульский Стефан Стефанович етәкләй. Әммә 1949 йыл башында «Космополитизм менән көрәш» тип аталған таҙартыу барышында — «Правда» гәзитендә «Об одной антипатриотической группе театральных критиков» мәҡәләһе баҫылып сыҡҡандан һуң, ул эштән бушатыла. Был ваҡытта институттан бик күп преподавателдәр ҙә китә[6].
1993 йылда 5 ГИТИСты тамамлаусы, Ростислав Хаит, Леонид Григорьевич Барац, Александр Сергеевич Демидов, Камиль Шамильевич Ларин һәм режиссёр Сергей Дмитриевич Петрейков «Квартет И» театрын булдыра. ГИТИС сәхнәһендә беренсе спектаклдәр күрһәтелә. Проект уңыш ҡаҙана, бик күп спектаклдәр һәм фильмдар эшләнә.
2013 йылдың 28 мартынан 29 мартҡа ҡаршы төндә ГИТИСтың төп корпусында янғын сыға. Бина зыян күрһә лә, студенттарға бер ни булмай. Янған майҙаны 500 квадрат метр тәшкил итә[7].
2019 йылда ГИТИСтың Парижда беренсе мәктәбе асыла[8].
Специальностар
үҙгәртергә8 факультетта бөтә театраль һөнәрҙәр буйынса: драма, музыкаль театр, эстрада, цирк режиссёры, шул уҡ йүнәлештәр буйынса актёр, театровед һәм балетмейстер, сценограф, ҡурсаҡ театры режиссёры, ҡурсаҡ театры рәссамы, продюсер белгестәр әҙерләгән.
Актёр сәнғәте факультеты
үҙгәртергә- Актёр оҫталығы
Режиссура факультеты
үҙгәртергә- Театр режиссураһы
- Цирк режиссураһы
- Актёрлыҡ сәнғәте
- Сәхнә телмәре
- Сәхнә бейеүе
- Сәхнә хәрәкәте
- Сценография
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Распоряжение Правительства Москвы № 2844-РП от 02.09.2009
- ↑ ЭСБЕ, 1903, с. 797—798
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 ТЭ, 1961
- ↑ Золотницкий, 1978, с. 40
- ↑ Строева, 1986, с. 12—14
- ↑ Пожар в ГИТИСе произошёл на чердаке из-за короткого замыкания, 2013
- ↑ ГИТИС откроет в ноябре свою первую европейскую школу в Париже . ТАСС. Дата обращения: 25 октябрь 2019. Архивировано 25 октябрь 2019 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ҡалып:ТЭ
- Золотницкий Д. И. Будни и праздники театрального Октября. — Л.: Искусство, 1978. — 255 с.
- Строева М. Н. Советский театр и традиции русской режиссуры: Современные режиссёрские искания. 1955—1970. — М.: ВНИИ искусствознания, 1986. — 473 с.
- Смольяков А. Ю. Тот самый ГИТИС. — М.: «Алгоритм-Книга», 2004. — 228 с. — ISBN 5-9265-0141-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- gitis.net — Рәсәй театр сәнғәте университеты рәсми сайты
- Ҡалып:Книга:История русского драматического театра
- Шостаковский, Пётр Адамович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)