«Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

ҡала юбилейына арналған беренсе совет миҙалы

«Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы — ҡала юбилейына арналған беренсе совет миҙалы[1]. СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән 1947 йылдың 20 сентябрендә булдырылған[2]. Рәссамдар Иван Дубасов һәм Тростянец һәм Самуил Тульчинский эскиздары буйынса эшләнгән [3].

«Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Награда төрө

миҙал

Статус

тапшырылмай

Статистика
Параметрҙара

диаметры: 37 мм
материалы: баҡыр

Раҫланған ваҡыты

20 сентябрь 1947 йыл

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

1 733 400 тирәһе

Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда

«Совет милицияһына 50 йыл» юбилей миҙалы

Кесерәк награда

«Ленинградтың 250 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

[[commons:Category: Medal "In Commemoration of the 800th Anniversary of Moscow" Викимилектә|«Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы]] Викимилектә
 
Миҙалдың реверсы, 2012 йыл
 
Миҙал танытмаһы, 2008 йыл

Награда Мәскәү ҡалаһының 800 йыллыҡ юбилейына арналған. 1947 йылдың 6 сентябрендә алған һуң, Ҡала көнөндә байрам салютынан һуң, диктор Юрий Левитан тантаналы рәүештә иҫтәлекле миҙал булдырылыуы һәм баш ҡалаға Ленин ордены тапшырылыуы тураһында иғлан итә.

Яңы дәүләт наградаһын индереү тураһында рәсми указ 1947 йылдың 20 сентябрендә сыға. Миҙалдың дизайнын әҙерләү эштәрен Самуил Тульчинский менән берлектә «Гознак» фабрикаһының баш рәссамы Иван Дубасов алып барҙы. Беренсе миҙалды 1948 йылдың 10 июлендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары Иосиф Сталинға тапшырыла[4].

1951 йылдың 23 июнендә миҙал тураһындағы положение СССР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән тулыландырыла. 1980 йылдың 18 июлендәге Указ менән статьяның 4 положениеһына үҙгәртеүҙәр индерелә[5]. Медаль лишена статуса государственной награды указом президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года[6]. Миҙал Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге указы менән дәүләт наградаһы статусынан мәхрүм ителде

Тапшырылыуы һәм тағып йөрөтөү ҡағиҙәләре

үҙгәртергә

Миҙал тураһында положениеға ярашлы, наградаға түбәндәге халыҡ төркөмдәре лайыҡ булған:

 

а) Мәскәүҙең сәнәғәт предприятиелары, транспорт һәм ҡала хужалығы эшселәре, инженер-техник персоналы һәм хеҙмәткәрҙәре;

б) фән, техника, сәнғәт, әҙәбиәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре;

в) баш ҡаланы реконструкциялау буйынса эштәрҙе башҡарыуҙа уңыш ҡаҙанған һәм уның сәнәғәтен, ҡала хужалығы транспортын, ғилми һәм мәҙәни-ағартыу учреждениеларын үҫтереүҙе үҙ хеҙмәте менән тәьмин иткән дәүләт учреждениелары, партия, профсоюз, комсомол һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;

г) хәрби хеҙмәткәрҙәр, һуғыш һәм хеҙмәт инвалидтары;

д) ҡаланы төҙөкләндереүҙә, мәктәп һәм балалар учреждениелары эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан хужабикәләр[7].

 

Миҙал һәм уға таныҡлыҡ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе территорияһында кәмендә 5 йыл йәшәгән эшмәкәрлеге менән айырылып торған граждандарға тапшырылды[7]. Награда алыуға дәғүәселәр исемлеген Мәскәүҙең производство предприятиелары, партия һәм совет учреждениелары етәкселәре төҙөгән. Халыҡтың йәмәғәт эшендә ҡатнашыуы өсөн яуаплы ведомстволар эшләмәгән граждандарҙы тәҡдим иткән. Наградлау СССР Юғары Советы Президиумы исеменән Мәскәү хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала Советының башҡарма комитеты тарафынан үткәрелгән[5].

Миҙал менән бүләкләнгәндәр тураһында мәғлүмәт Мәскәү ҡалаһының баш архив идаралығында бирелгән[8]. 2014 йылдан миҙал тапшырыу тураһында архив белешмәһе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша бирелә[9].

Награда күкрәгенең һул яғында тапшырыла. СССР-ҙың башҡа миҙалдары булғанда ул «Совет милицияһына 50 йыл» миҙалынан һуң һәм «Ленинградтың 250 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы алдында өлкәнлелек буйынса дөйөм планкала урынлаштырыла[10]. «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы, дәүләт ордендары менән тағылғанда, айырмалыҡ билдәләренән түбәнерәк һыҙатта урынлаштырыла[11].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

«Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» наградаһы — баҡырҙан эшләнгән, диаметры 37 миллиметрлыҡ тотош штампланған ҡолаҡлы металл түңәрәк. Ҡыры, һүрәттәре һәм металға яҙыуҙары ҡабарынҡы[10].

Миҙал аверсында беренсе Мәскәү кенәзе Юрий Долгорукий торҡалы башының рельефлы профиле һүрәтләнгән. Долгорукий профиле һулға боролған. Миҙалдың аҫҡы яғында түңәрәк ҡырында «Мәскәүгә нигеҙ һалыусы Юрий Долгорукий» тип яҙылған[7].

Реверсында Мәскәү Кремленең рельефы бар. Аҫта уртала ике байраҡ, ҡорал һәм лавр ботаҡтары менән уратып алынған ураҡлы һәм сүкешле ҡалҡан һүрәтләнгән. Ҡалҡандың һул һәм уң яғында «1147» һәм «1947» даталары күрһәтелгән. Ҡырыйы янында өҫтә: «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» тексы яҙылған[7].

Миҙал ҡолаҡ һәм ҡулса ярҙамында булавкалы нығытма ярҙамында биш мөйөшлө металл орден ҡалыбы менән тоташтырыла. Ҡалып таҫманың ике яғында ла дүрт буй аҡ һәм өс ҡыҙыл һыҙатлы йәшел төҫтәге ебәк муар таҫма менән көпләнгән[12].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всеволодов, 2009, с. 309
  2. Колесников, Рожков, 1986, с. 96—97
  3. Володин, Мерлай, 1997, с. 143
  4. Суходеев, Серебрянников, 2011
  5. 5,0 5,1 Володин, Мерлай, 1997, с. 142
  6. Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 г. N 1099 "О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации". Российская Газета (15 сентябрь 2010). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 18 сентябрь 2010 года.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Сборник Законов СССР и Указов Президиума Верховного Совета (1938 — 1956), 1956, с. 293
  8. Светлана Олифирова. Когда в Москве станет чище. Комсомольская Правда (2 май 2006). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 16 июнь 2018 года.
  9. Москвичи теперь могут получить архивную информацию о зарплате, стаже и наградах через портал. Агентство городских новостей «Москва» (28 октябрь 2014). Дата обращения: 3 июнь 2018. Архивировано 16 июнь 2018 года.
  10. 10,0 10,1 Лубченков, Лубченкова, 2008, с. 273
  11. Володин, Мерлай, 1997, с. 284—285
  12. Сборник Законов СССР и Указов Президиума Верховного Совета (1938 — 1956), 1956, с. 294
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — 296 с. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Всеволодов И. В. Беседы о фалеристике: из истории наградных систем. — М.: Вече, 2009. — 312 с.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 127.
  • Лубченков Ю., Лубченкова Т. Ордена и медали Советского Союза. — М.: Белый город, 2008. — 280 с. — ISBN 978-5-7793-1559-3.
  • Сборник Законов СССР и Указов Президиума Верховного Совета (1938 — 1956) / под ред. Ю. И. Мандельштама. — М.: Государственное издательство юридической литературы, 1956. — 500 с.
  • Суходеев В., Серебрянников А. И.В. Сталин: в горниле Великой Отечественной. — М.: Пробел-2000, 2011. — 580 с. — ISBN 978-5-98604-280-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡалып:Медали СССР