«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүгә ҡырҡ йыл тулыу айҡанлы 1985 йылдың 12 апрелендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәте авторҙары — рәссамдар А. Г. Мирошниченко В. һәм В. А. Ермаков.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 12 апрель 1985 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Японияны еңгән өсөн» миҙалы, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы һәм Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалар |
Алдағы | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 11 268 980 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Викимилектә |
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы менән 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы хәрби ғәмәлдәрҙә ССР Союзы Ҡораллы Көстәре сафтарында ҡатнашҡан бөтә хәрби һәм ялланған ғәскәри хеҙмәткәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы партизандары, совет подпольеһында ҡатнашыусылар, ә шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» , «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгәндәр; «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «Кавказ обороналаған өсөн», «Киевты обороналаған өсөн» һәм «Совет Поляр түңәрәге аръяғын обороналаған өсөн» миҙалдарына лайыҡ булған бөтәһе лә бүләкләнә.
Ҡалаларҙы «обороналаған өсөн» миҙалдарына лайыҡ булғандарға миҙалдың кире яғында «УЧАСТНИКУ ВОЙНЫ» яҙыулы миҙал тапшырыла, ә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалына лайыҡ булыусыларға миҙалдың кире яғында «УЧАСТНИКУ ТРУДОВОГО ФРОНТА» яҙыулы миҙал тапшырыла.
Тағыу тәртибе
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» миҙалынан һуң урынлаштырыла..
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалының формаһы түңәрәк, диаметры 32 мм, баҡыр иретмәһенән эшләнгән.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән. Миҙалдың ситтәре ҡаймаланған.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫманың һул яҡ өлөшөндә өс ҡара төҫтәге һәм ике ҡыҙғылт һары төҫтәге буйҙар, уларҙың ситтәренән тар ғына ҡыҙғылт һары буй үтә, уң яғында — 10 мм киңлегендәге ҡыҙыл буй. Таҫма ике яҡ ситенән йәшел төҫтәге буй менән ҡаймаланған. Таҫманың һул яғы Дан орденының төҫтәрен ҡабатлай.
Аверсы
үҙгәртергәМиҙалдың алғы яғында биш осло йондоҙ, лавр ботаҡтары һәм Еңеү хөрмәтенә байрам салюты фонында һалдат, эшсе, колхозсы-ҡатын-ҡыҙ һәм Мәскәү Кремленең Спасск башняһы скульптура төркөмө урынлаштырылған; үрге өлөшөндә — «1945» һәм «1985» даталары.
Реверсы
үҙгәртергәМиҙалдың кире яғындағы үрге өлөштә түңәрәк буйлап — «УЧАСТНИКУ ВОЙНЫ» йәки «УЧАСТНИКУ ТРУДОВОГО ФРОНТА», уртаһында — «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» яҙыуҙары; аҫҡы өлөштә — рельефлы ураҡ һәм сүкеш һүрәте. Сит ил граждандары өсөн ҡойолған миҙалдарҙа «УЧАСТНИКУ ВОЙНЫ» йәки «УЧАСТНИКУ ТРУДОВОГО ФРОНТА» яҙыуҙары юҡ.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 242—243. — ISBN 5-7062-0111-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Нагрудный знак «25 лет победы в Великой Отечественной войне»