Мэй-Бритт Мозер
Мей-Бритт Мозер (норв. May-Britt Moser; 4 ғинуар 1963 йыл) — Норвегия психологы, нейрофизиологы һәм Тронхеймдағы Норвегия тәбиғәт һәм техник фәндәр университетының Кавли Системалы неврология институтын һәм Неврологик хисаплауҙар үҙәген нигеҙләгән директор.
Мэй-Бритт Мозер | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Норвегия |
Тыуған көнө | 4 ғинуар 1963[1][2][3] (61 йәш) |
Тыуған урыны | Фоснавог[d], Мёре-ог-Ромсдал[d], Норвегия |
Хәләл ефете | Эдвард Мозер[d] |
Һөнәр төрө | профессор, учёный в области наук о мозге, психолог, тикшеренеүсе |
Эшмәкәрлек төрө | нейронаука[d] |
Эш урыны |
Норвежский университет естественных и технических наук[d] Университет Осло[d] |
Биләгән вазифаһы | профессор[d] |
Уҡыу йорто |
Эдинбург университеты[d] Университет Осло[d][4] |
Ғилми дәрәжә | Cand.psychol.[d] |
Кемдә уҡыған | Джон О’Киф[d] |
Ойошма ағзаһы | Норвегия фәндәр академияһы[d], Норвежская академия технических наук[d], Европа академияһы[d][5], АҠШ фәндәр милли академияһы[d][6], Королевское норвежское общество наук и литературы[d], Америка фәлсәфә йәмғиәте[d] һәм Леопольд Академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 9136 |
Мэй-Бритт Мозер Викимилектә |
Мэй-Бритт Мозер ире Эдвард менән кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң 1996 йылда Университет доценты була. 2002 йылда улар — Хәтер биологияһы үҙәген, 2007 йылда Кавли институтын аса.
Биографияһы
үҙгәртергәМей-Бритт Мозер 1990 йылда — психология өлкәһендә, 1995 йылда нейрофизиология өлкәһендә Осло университеты философия докторы дәрәжәһен ала[7], етәксеһе профессор Пер Андерсен була. 1994—1996 йылдарҙа Мозер Ричард Моррис менән Эдинбург универитетының Неврология үҙәгендә диплом алды әҙерлеге үтә һәм Лондонда Университет колледжында Джон О’Киф лабораторияһының саҡырылған хеҙмәткәре булып эшләй. 1996 йылда Мозер Норвегияға ҡайта һәм Тронхеймда Норвегия тәбиғәт һәм техник фәндәр университетының биологик психология доценты була. 2000 йылда Университеттың тулы хоҡуҡлы неврология профессоры итеп үрләтелә, шул уҡ ваҡытта 2002 йылда Хәтер биологияһы үҙәген аса һәм уның директорҙарының береһе була, 2007 йылда Кавли Системалы неврология институтын ойоштора. 2014 йылда ире Эдвард Мозер һәм хеҙмәттәше Джон О’Киф менән бергә физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһына лайыҡ була[8]
Мей-Бритт Мозер — Норвегия Король фәндәр һәм әҙәбиәт йәмғиәтенең[9], Норвегия фәндәр академияһының[10] һәм Норвегия технологик фәндәр академияһының[11] ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1999: Норвегия Король фәндәр һәм әҙәбиәт академияһының йәш ғалимдар өсөн премияһы
- 2005: 28-се У. Олден Спенсер премияһы (Колумбия университетының табиптар һәм хирургтар колледжы)
- 2006: Бетти һәм Дэвид Кутцерҙарҙың мейене тикшергән өсөн 14-се наградаһы (Цюрих Университеты)
- 2006: «Лилиан Бетанкур тормош тураһындағы фәндәр өсөн» 10-сы призы (Fondation Bettencourt, Париж)
- 2008: Эрик К. Фернстромдың 30-сы Бөйөк нордик призы (Fernström Foundation, Лунд Университеты)
- 2011: Луи-Жантет премияһы
- 2011: Медицина буйынса Андерс Яре премияһы (Эдвард Мозер менән)
- 2012: Перл−UNC премияһы
- 2013: Луиза Гросс Хорвиц премияһы (Эдвард Мозер һәм Джон О’Киф менән)[12]
- 2014: Карл Спенсер Лэшли наградаһы
- 2014: физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (Эдвард Мозер һәм Джон О’Киф менән)
- 2014: Кёрбер премияһы (Эдвард Мозер менән)
Һайланма публикациялары
үҙгәртергә- Brun, V.H., Otnæss, M.K., Molden, S., Steffenach, H.-A., Witter, M.P., Moser, M.-B., Moser, E.I. (2002). Place cells and place representation maintained by direct entorhinal-hippocampal circuitry. Science, 296, 2089—2284.
- Fyhn, M., Molden, S., Witter, M.P., Moser, E.I. and Moser, M.-B. (2004). Spatial representation in the entorhinal cortex.Science, 305, 1258—1264 2012 йыл 17 февраль архивланған..
- Leutgeb, S., Leutgeb, J.K., Treves, A., Moser, M.-B. and Moser, E.I. (2004). Distinct ensemble codes in hippocampal areas CA3 and CA1. Science, 305, 1295—1298.
- Leutgeb, S., Leutgeb, J.K., Barnes, C.A., Moser, E.I., McNaughton, B.L., and Moser, M.-B (2005). Independent codes for spatial and episodic memory in the hippocampus. Science, 309, 619—623 2012 йыл 17 февраль архивланған..
- Hafting, T., Fyhn, M., Molden, S., Moser, M.-B., and Moser, E.I. (2005). Microstructure of a spatial map in the entorhinal cortex.Nature, 436, 801—806.
- Sargolini, F., Fyhn, M., Hafting, T., McNaughton, B.L., Witter, M.P., Moser, M.-B., and Moser, E.I. (2006). Conjunctive representation of position, direction and velocity in entorhinal cortex. Science, 312, 754—758.
- Leutgeb, J.K., Leutgeb, S., Moser, M.-B., and Moser, E.I. (2007). Pattern separation in dentate gyrus and CA3 of the hippocampus. Science, 315, 961—966.
- Fyhn, M., Hafting, T., Treves, A., Moser, M.-B. and Moser, E.I. (2007). Hippocampal remapping and grid realignment in entorhinal cortex. Nature, 446, 190—194.
- Hafting, T., Fyhn, M., Bonnevie, T., Moser, M.-B. and Moser, E.I. (2008). Hippocampus-independent phase precession in entorhinal grid cells. Nature 453, 1248—1252.
- Kjelstrup, K.B., Solstad, T., Brun, V.H., Hafting, T., Leutgeb, S., Witter, M.P., Moser, E.I. and Moser, M.-B. (2008). Finite scales of spatial representation in the hippocampus. Science 321, 140—143.
- Solstad, T., Boccara, C.N., Kropff, E., Moser, M.-B. and Moser, E.I. (2008). Representation of geometric borders in the entorhinal cortex. Science, 322, 1865—1868.
- Moser, E.I., Moser, M-B. (2011). Crystals of the brain. EMBO Mol. Med. 3, 1-4.
- Moser, E.I., Moser, M-B. (2011). Seeing into the future. Nature, 469, 303-4
- Jezek, K., Henriksen, EJ., Treves, A., Moser, E.I. and Moser, M-B. (2011). Theta-paced flickering between place-cell maps in the hippocampus. Nature, 478, 246—249.
- Giocomo, LM., Moser, E.I., Moser, M-B. (2011) Grid cells use HCN1 channels for spatial scaling. Cell, 147, 1159—1170.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2016 йылда Гринписты, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын һәм бөтә донъя илдәренең хөкүмәттәрен генетик модифициялы организмдар (ГМО) менән көрәште туҡтатырға саҡырған хатҡа ҡул ҡуя[13][14][15].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ May-Britt Moser // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ May-Britt Moser // Store norske leksikon (билдәһеҙ) — 1978. — ISSN 2464-1480
- ↑ May-Britt Moser // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ https://www.ntnu.edu/employees/maybm
- ↑ https://www.ae-info.org/ae/User/Moser_May-Britt
- ↑ http://www.nasonline.org/member-directory/members/20033580.html (ингл.)
- ↑ Moser, M-B. (1995). Structural correlates of spatial learning in the hippocampus of adult rats. Thesis for the degree of Dr. Philos., University of Oslo (Defended on 9th December 1995)
- ↑ The 2014 Nobel Prize in Physiology or Medicine . Нобелевский комитет. Дата обращения: 6 октябрь 2014.
- ↑ Gruppe IV Generell biologi (билдәһеҙ). Королевское Норвежское общество наук и литературы. Дата обращения: 6 октябрь 2014. Архивировано 10 декабрь 2014 года. 2014 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ Gruppe 7: Medisinske fag (билдәһеҙ). Норвежская академия наук. Дата обращения: 6 октябрь 2009. 2018 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ Medlemmer: MOSER, May Britt (билдәһеҙ). Норвежская академия технологических наук. Дата обращения: 6 октябрь 2014.
- ↑ Louisa Gross Horwitz Prize 2013
- ↑ 107 Nobel laureates sign letter blasting Greenpeace over GMOs
- ↑ Laureates Letter Supporting Precision Agriculture (GMOs)
- ↑ Список нобелевских лауреатов подписавших письмо
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мей-Бритт Мозер на сайте Нобелевского комитета
- Мей-Бритт Мозер на сайте Норвежского университета естественных и технических наук
- Мей-Бритт Мозер 2016 йыл 5 декабрь архивланған. на сайте The Kavli Foundation