Розалин Сасмен Ялоу
Розалин Сасмен Ялоу (ингл. Rosalyn Sussman Yalow; 19 июль 1921 йыл — 30 май 2011 йыл) — Америка биофизигы. «Пептид гормондарын асыҡлауҙың радиоиммунологик ысулдарын үҫтергән өсөн» медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1977).
Розалин Сасмен Ялоу | |
ингл. Rosalyn Sussman Yalow | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 19 июль 1921[1][2][…] |
Тыуған урыны | Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нью-Йорк[1] |
Вафат булған көнө | 30 май 2011[4][2][…] (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нью-Йорк, Бронкс[d] |
Үлем сәбәбе | Ауырыу |
Һөнәр төрө | физик, табип, университет уҡытыусыһы, биофизик |
Эшмәкәрлек төрө | биофизика |
Эш биреүсе |
Иешива-университет[d] Хантерский колледж[d] |
Ойошма йәки клуб ағзаһы | Национальная академия наук США[d][6], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Парижская медицинская академия[d] |
Уҡыу йорто |
Нью-Йоркский университет[d] Иллинойский университет в Урбана-Шампейне[d] Хантерский колледж[d] Walton High School[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
БиографияһыҮҙгәртергә
Розалин Сасмен Ялоу 1921 йылдың 19 июлендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында йәһүд иммигранттары Саймон Сассман һәм Клара Ципперҙың ғаиләһендә тыуа[7]. Улар төргәк-ҡап материалдары менән һатыу итеү өлкәһендә эшләй. Розалин 1941 йылда Хантер колледжын тамамлай, физика менән ҡыҙыҡһына. Ләкин ҡатын-ҡыҙ булғас, уны бер университет та ҡабул итмәҫ тип уйлай. Сасмен Колумбия университетына машинистка булып эшкә инә, шунан секретарь вазифаһына күсә. Әммә шул уҡ йылды ул Урбана-Шаймпэйндағы Иллинойс университетына саҡырыла, сөнки икенсе донъя һуғышы арҡаһында ир-ат етешмәй. 1943 йылда Сасмен Арон Ялоуға кейәүгә бара. 1945 йылда ядро физикаһында философия докторы була.
Диссертация яҡлағандан һуң Сасмен Ялоу Ветерандар эштәре идаралығының Бронкс госпиталендә эшләй башлай, унда Соломон Берсон менән берлектә ҡандың биологик составын асыҡлауҙың радиоизотоп ысулын эшләй. Башта улар кеше плазмаһында инсулинды детекторлау ысулын таба[8]. Яңы радиоиммунологик ысул ҡандың гормондар, витаминдар, ферменттар кеүек минор компоненттарына ҡарата ҡулланыла башлай.
Ялоуҙың күп эштәре Соломон Берсон менән берлектә эшләнә, әммә ул Нобель премияһы бирелгәнгә тиклем мәрхүм булып ҡала.
Розалин Сасмен Ялоу 2011 йылдың 30 майында Нью-Йоркта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Ялоу Розалин Сасмен // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Internet Speculative Fiction Database — 1995.
- ↑ Munzinger Archiv — 1913.
- ↑ Encyclopædia Britannica
- ↑ Брокгауз энциклопедияһы
- ↑ http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/48894.html
- ↑ Rosalyn S. Yalow, Nobel Medical Physicist, Dies at 89. (инг.)
- ↑ Yalow RS, Berson SA. Immunoassay of endogenous plasma insulin in man. J Clin Invest 1960;39:1157-75. PMID 13846364.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Розалин Ялоу // Биография на сайте электронной библиотеки «Наука и техника»
- Автобиография Розалин Ялоу на сайте Нобелевского комитета (инг.)