Джоди Уильямс (ингл. Jody Williams, 9 октябрь 1950 йыл, Братлборо, Вермонт) — АҠШ әүҙемсеһе һәм уҡытыусы; Пехотаға ҡаршы миналарҙы тыйыу буйынса халыҡ-ара хәрәкәтте ойоштороусы, 1997 йылғы тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты.

Джоди Уильямс
ингл. Jody Williams
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 9 октябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3][4] (70 йәш)
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Вермонт, Уиндем[d], Братлборо[d]
Һөнәр төрө Уҡытыусы, правозащитник, пацифист
Эш биреүсе Хьюстонский университет[d]
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Nobel Women's Initiative[d][5]
Уҡыу йорто Университет Джонса Хопкинса[d]
Вермонтский университет[d]
Школа передовых международных исследований Пола Нитце[d]
SIT Graduate Institute[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Джоди Уильямс Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

1972 йылда Вермонт университетында — сәнғәт бакалавры, 1974 йылда Вермонт Халыҡ-ара уҡыу мәктәбендә Испан телен һәм икенсе тел сифатында инглиз телен уҡытыу буйынса магистр дәрәжәһен ала. 1984 йылда Джонс Хопкинс университетының Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр мәктәбе тарафынан уға халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә сәнғәт магистры дәрәжәһе бирелә. Мексикала, Бөйөк Британияла һәм Вашингтонда уҡытыусы булып эшләй, унан һуң үҫештәге илдәрҙә гуманитар эшмәкәрлеккә тотона. 1986 йылда Сальвадорҙа медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса Лос-Анджелес хәйриә эшмәкәрлеге ойошмаһының директор урынбаҫары була. 1992 йылда Пехотаға ҡаршы миналарҙы тыйыу буйынса халыҡ-ара хәрәкәттең (International Campaign to Ban Landmines) етәксеһе була. Ойошманың һәм Уильямстың үҙенең тырышлығы менән 1997 йылда Пехотаға ҡаршы миналарҙы етештереүҙе һәм ҡулланыуҙы тыйыу тураһындағы конвенцияға ҡул ҡуйыла (әммә Рәсәй, Ҡытай һәм АҠШ үҙе килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тарта). Пехотаға ҡаршы миналарҙы тыйыу һәм юҡ итеү эшмәкәрлеге өсөн Уильямс менән ул етәкселек иткән ойошма 1997 йылда тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты ителә. 2003 йылда Уильямс АҠШ-тың Ираҡтағы хәрби кампанияһына ҡаршы сыға, ошо арҡала хатта ҡулға алына[6].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә