Сигрид Унсет

Норвегия яҙыусыһы

Сигрид Унсет (норв. Sigrid Undset; 20 май 1882 йыл — 10 июнь 1949 йыл) — Норвегия яҙыусыһы, 1928 йылғы Нобель премияһы лауреаты, Венералағы Унсет кратерына уның исеме бирелгән.

Сигрид Унсет
норв. Sigrid Undset
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Норвегия
Тыуған көнө 20 май 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][4][5][…]
Тыуған урыны Калуннборг[d], Дания
Вафат булған көнө 10 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][6][4][…] (67 йәш)
Вафат булған урыны Лиллехаммер, Норвегия[2][6]
Атаһы Ingvald Undset[d]
Әсәһе Charlotte Undset[d]
Хәләл ефете Сварстад, Андерс Кастус[d][7]
Яҙма әҫәрҙәр теле Норвег теле
Һөнәр төрө романист, тәржемәсе, яҙыусы, сценарий яҙыусы, прозаик, шағир
Эшмәкәрлек төрө агиография[d]
Уҡыу йорто Fru Ragna Nielsens skole[d][8]
Әүҙемлек урыны Нью-Йорк[2]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1949
Монашеский орден Доминиканцы[d]
Ойошма ағзаһы Королевское норвежское общество наук и литературы[d] һәм Американское географическое общество[d]
Жанр тарихи роман[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нобелевская премия по литературе кавалер Большого креста ордена Святого Олафа орден Исландского Сокола
Тасуирлау биттәре nordicwomensliterature.net/…
Изображается на Sigrid Undset[d] һәм Sigrid Undset[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Sigrid Undset
 Сигрид Унсет Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Йәшлеге һәм ижад юлының башланыуы үҙгәртергә

Сигрид Унсет Данияла Зеландия утрауындағы Каллундборгта тыуа. Атаһы — билдәле археолог Ингвалл Унсет, Норвегияла тимер быуаты буйынса ҙур белгес, талантлы яҙыусы, норвег милләтле, әсәһе Шарлотта Гют-Унсет дат ҡыҙы була. Ике йылдан ғаилә Норвегияға күсә. Унда Христианияла (хәҙер Осло) Сигридтың бала сағы һәм йәшлеге үтә. Ул үҙен норвег тип һанай, бала саҡтан ул норвег әкиәттәрен, риүәйәттәрен ишетеп үҫә, атаһы уны тәрбиәләү менән етди шөғөлләнә. Сигрид атаһы эргәһендә Тарих музейында йыш була, экспонаттар менән таныша. Бәхетле балалыҡ йылдарын ул «Ун бер йыл» (1934) тигән автобиографик романында тасуирлай. 1893 йылда ҡаты ауырыуҙан Ингвалл Унсет вафат була. Был ваҡиға ғаиләнең тормошон киҫкен үҙгәртә. Өс балалы тол ҡатын бәләкәй генә пенсияға йән аҫрарға мәжбүр була.

 
Сигрид Унсет йәш сағында

Сигрид сәнғәт, әҙәбиәт тураһында хыяллана, рәссам булырға теләй, йыш ҡына, ҡулына ҡәләм алып, Христиания урамдарын гиҙә. Ул йылдарҙа төшөргән һүрәт һыҙмалары һәм рәсемдәре һаҡланған. Әммә ҡыҙға секретарҙар әҙерләй торған Коммерция училищеһына инергә тура килә. 10 йылдан ашыу (18981908) Ослола "Дөйөм электр компанияһы"ның бүлексәһендә клерк булып хеҙмәт итә, ижади фиғеленә бөтөнләй ят эш менән шөғөлләнә. Сигрид эшен яратмай һәм, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырышып, шиғыр яҙа, урта быуаттарҙағы Норвегия тарихына бағышланған романының планын уйлап йөрөй. Әсәһе Сигридты аңлай, күргән-белгәнен ҡағыҙға теркәп барырға кәңәш итә.

Унсеттың тәүге китаптары ҡатын-ҡыҙҙың эштәге һәм ғаиләләге көндәлек тормошон теүәл сағылдыра. Мәҫәлән, Унсетҡа тәүге билдәлелек килтергән «Фру Марта Оули» (1907) романы, «Бәхетле йәш» (1908) тигән новеллалар китабы шундайҙарға инә.

Тәүге китаптары килтергән уңыш һөҙөмтәһендә, Унсет дәүләт стипендияһына лайыҡ була һәм 1909 йылда ялҡытҡыс хеҙмәттән китергә мөмкинлек ала. Шул уҡ йылды Унсеттың «Вигдис һәм Вига-Льоте тураһында сага» (1909) тигән беренсе тарихи романы донъя күрә. Унда яҙыусы 1000 йыл тирәһендәге көнкүреште ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй.

1910 йылда Унсет Римға сәйәхәт ҡыла. Ҡайтҡас, «Йәшлек» (1910) тигән шиғыр йыйынтығын һәм «Йенни» (1911) тигән романын баҫтыра. Роман киң таралыу таба. Романда оло мөхәббәт эҙләп үрһәләнгән ҡатындың (рәссам Йенни) яҙмышы һүрәтләнә.

1912 йылда Унсет рәссам Андерс Сварстадҡа кейәүгә сыға. Ғаилә йылдам ишәйә. 1913 йылда улы Андерс Кастус, унан һуң тағы бер улы Ханс Бенедикт һәм ҡыҙы Марен Шарлотта тыуа. Әммә яҙыусы емешле ижад эшмәкәрлеген туҡтатмай. 1913 йылда — «Йәберләнгәндәр» тигән хикәйәләр йыйынтығы, 1914 йылда «Яҙ» тигән ҙур романы сыға. Роман ҡатмарлы ҡатын-ҡыҙ күңелен, хыял-теләктәрҙең ысынбарлыҡ менән бәрелешеүен һүрәтләй. «Тролль көҙгөһөнөң ярсыҡтары» (1917), «Аҡыллы ҡыҙҙар» (1918) тигән новелла йыйынтыҡтары һәм «Яҙғы болоттар» (1921) тигән шиғыр йыйынтығы ла шундайыраҡ ҡараштан яҙылған.

Унсет геройҙарының даирәһенә ижадының башынан уҡ күҙгә салынып бармаған, ныҡ баҫылған, «йәберләнгән» ҡала эшсәндәре — контора хеҙмәткәрҙәре, модист ҡатын-ҡыҙҙар, ҡаланың урта ярым интеллигенцияһы инә.

Ижади уңыш үрендә үҙгәртергә

 
Сигрид Унсет Бьёркебекта

1919 йылда Унсет ғаиләһе менән Христианиянан 130 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан Лиллехаммерға күсә. Бьёркебек (Ҡайын шишмәһе) усадьбаһында яҙыусының иҫ киткес емешле ижад осоро башлана. Ул урта быуаттарҙағы Норвегия тураһында роман яҙыу хыялына әйләнеп ҡайта, ләкин уны бер мәшһүр ҡатын-ҡыҙ образы аша реалистик юҫыҡта һүрәтләргә була. Бындай геройҙы Унсет нәҡ урта быуаттар Норвегияһында таба. Шулай итеп, Унсеттың төп әҫәре — «Кристин, Лавранстың ҡыҙы» тигән тарихи трилогия тыуа, ул өс романдан тора: «Таж» (1920), «Хужабикә» (1921) һәм «Арҡысаҡ» (1922).

Роман замандаштарын камиллығы менән таң ҡалдыра. 1310 һәм 1349 йылдар араһында норвегтарҙың тормош-көнкүрешен тарихи яҡтан дөрөҫ һүрәтләү менән бергә яҙыусы психологик һәм фәлсәфәүи драма ла тыуҙыра, уның үҙәгендә — төп герой Кристиндың яҙмышы. Кристин — йәмғиәт, ырыу талаптарына үҙенең хис-тойғоларын ҡаршы ҡуя алған шәхес. Йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе инҡар итеп, үҙ хыялдарын тормошҡа ашырыуға өлгәшһә лә, Кристин иректең ҡапма-ҡаршы яғы — ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн яуаплы булыу зарурлығы менән менән осраша. Трилогияның аҙағында герой бәхетен һәм тыныслыҡты үҙ-үҙен ҡорбан итеүҙә таба.

Хронологик йәһәттән дә, тематикаһы менән дә был трилогияға «Улав, Хествикендан Аудундың улы» (1925) һәм «Улав, Аудун улы, һәм уның балалары» (1927) тигән дилогия яҡын тора. Дилогияның төп геройы Улав, Кристин кеүек үк, — хөр ҡарашлы шәхес, йыш ҡына ырыу ҡағиҙәләрен боҙа (атап әйткәндә, уға хыянат иткән кәләшен ғәфү итә), шулай итеп, бер тапҡыр үҙе кәрәк тапҡанса ҡарар ҡабул итә лә ғүмер буйына бының хаҡын түләргә мәжбүр була.

Унсеттың тарихи романдары ХХ быуат уҡыусыһының күңеленә яҡын психологик һәм фәлсәфәүи проблемалар күтәрә, шуның менән бергә тарихи урта быуаттар ерлеген хайран итерлек теүәл тасуирлай. Был әҫәрҙәрҙе уҡыусылар бик ихлас ҡабул итә.

1928 йылда Унсетҡа әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы тапшырыла.

Нобель премияһы аҡсаһын Унсет хәйриәлеккә тотона (һәләтле балаларға стипендия — 80 мең крона; Норвегияның ярлы католик ғаиләләрендәге балалар өсөн мәктәптәр асыу — 60 мең крона; йәш норвег яҙыусыларына ярҙам — 60 мең крона)[9].

Тормошоноң һәм ижадының һуңғы осоро үҙгәртергә

 
Сигрид Унсет. Карл ван Вехтен фотографияһы, 1927

1928 йылдан һуң Унсет «Гимнадемия» (1929) һәм «Янар ҡыуаҡ» (1930) тигән романдарында хәҙерге заман темаһына әйләнеп ҡайта, ир менән ҡатындың ғаилә тормошон һүрәтләй («Ида Элизабет» (1932) һәм «Тоғро ҡатын» (1936), әммә улар ҙур танылыу алмай, шулай уҡ XVIII быуаттағы Норвегия тарихына арналған «Мадам Дортея» (1939) романы ла уңыш ҡаҙанмай.

1930-сы йылдарҙа Унсет йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлек, дин мәсьәләләре буйынса полемика менән шөғөлләнә башлай. Ул католиклыҡҡа күсә һәм уның апологеттары сафына баҫа. Бынан тыш Унсет балалар ҡурсаҡ театры һәм боронғо норвег сагалары менән ҡыҙыҡһына, был сагаларҙы тәржемә итә. 1935 йылда Унсет Норвег яҙыусылар берлеге етәксеһе итеп ҡуйыла. Ул фашист һәм нацист режимдарына ҡаршы әүҙем көрәш алып бара, 1935 йылда тыныслыҡ буйынса Нобель премияһын фашистик концлагерь тотҡоно публицист Карл фон Осецкийға бирҙереү кампанияһын башлай.

1934 йылда Унсет «Ун бер йыл» тигән яңы романын сығара, әҫәр нығыраҡ нәфисләштерелгән мемуарҙарға тартым була. Романда бер ҡыҙҙың тормошо һәм кисерештәре һүрәтләнә. Тәнҡитселәр Унсеттың әҙәби норвег телен («риксмол») үҫтереүгә индергән өлөшөн таный.

Совет-фин һуғышы (1939—1940) башланғас, Унсет үҙенең Нобель миҙалын 25 мең кронаға һата ла был аҡсаны фин балаларына ярҙамға тапшыра. Шулай уҡ үҙ өйөнә өс ҡасаҡ фин балаһын ала[10].

1940 йылдың апрелендә нацистар Норвегияны оккупациялай. Уларҙан ҡасып, Унсет саңғыла нейтраль Швецияға китә һәм шунда өлкән улының немецтар менән алышта үлтерелгәнен ишетә. Улы Ханс Бенедиктты алып (яҙыусының ҡыҙы элегерәк ауырыуҙан үлгән, үҙе ире менән 1925 йылда уҡ айырылышҡан була) Унсет СССР территорияһы аша АҠШ-ҡа эмиграциялай.

Бында ул «Киләсәккә ҡайтыу» (1942) һәм «Бәхетле көндәр» (1942) кеүек мемуар төҫөндәге романдарын яҙа, уларҙа фашизм менән көрәшкә саҡырыу ярылып ята. «Киләсәккә ҡайтыу» (Tilbake til fremtiden) романында Унсет үҙе күргән СССР-ҙы, бигерәк тә Мәскәү һәм Владивосток ҡалаларын ентекле һүрәтләй.

1945 йылда Унсет тыуған иленә ҡайта. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Лиллехаммерҙа үткәрә, шунда уҡ ерләнгән.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Романдары үҙгәртергә

  • Фру Марта Оули (Fru Marta Oulie, 1907).
  • Вигдис һәм Вига-Льоте тураһында сага (Fortællingen om Viga-Ljot og Vigdis, 1909).
  • Таң атҡанда (I grålysningen, 1911; 1968 йылда нәшер ителә).
  • Йенни (Jenny, 1911).
  • Яҙ (Vaaren, 1914).
  • Кристин, Лавранстың ҡыҙы (Kristin Lavransdatter, 1920-22): Таж (Kransen, 1920); Хужабикә (Husfrue, 1921); Арҡысаҡ (Korset, 1922).
  • Улав, Хествикендан Аудундың улы (Olav Audunssøn i Hestviken, 1925).
  • Улав, Аудундың улы, һәм уның балалары (Olav Audunssøn og hans barn, 1927).
  • Гимнадемия (Gymnadenia, 1929).
  • Янар ҡыуаҡ (Den brændende busk, 1930).
  • Ида Элизабет (Ida Elisabeth, 1932).
  • Ун бер йыл (Elleve aar, 1934).
  • Тоғро ҡатын (Den trofaste hustru, 1936).
  • Мадам Дортея (Madame Dorthea, 1939).
  • Киләсәккә ҡайтыу (Tilbake til fremtiden, 1942; 1945 йылда нәшер ителә).
  • Бәхетле көндәр (Lykkelige dager, 1942; 1947 йылда нәшер ителә).
  • Сигурд һәм уның ҡыйыу дуҫтары (Sigurd og hans tapre venner, 1943; 1955 йылда нәшер ителә).
  • Ун ике йыл (Tolv år, тамамланмаған, 1998).

Новелла йыйынтыҡтары үҙгәртергә

  • Бәхетле йәш (Den lykkelige alder, 1908).
  • Йәберләнгәндәр (Fattige skjebner, 1912).
  • Аҡыллы ҡыҙҙар (De kloge jomfruer, 1918).
  • Тролль көҙгөһөнөң ярсыҡтары (Splinten av troldspeilet, 1917).
  • Ерҙә тыныслыҡ (Fred på jorden, 1992).

Эссе һәм мәҙәни-тарихи хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Король Артур һәм түңәрәк өҫтәл рыцарҙары тураһында хикәйәләр (Fortællinger om kong Artur og ridderne av det runde bord, 1915).
  • Апалы-һеңлеле өсәү (Tre søstre, 1917)
  • Ун ике пункт (Et kvindesynspunkt, 1919).
  • Изге Хальвардтың тормошо, үлеме һәм мөғжизәләре (Sankt Halvards liv, død og jærtegn, 1925).
  • Католик пропаганда (Katholsk propaganda, 1927).
  • Этаптар (Etapper, 1929).
  • Изге Олаф, Норвегия короле (Hellig Olav, Norges konge, 1930).
  • Этаптар (Etapper. Ny række, 1933).
  • Европаның ике изгеһе (To europeiske helgener, 1933).
  • Норвег изгеләре (Norske helgener, 1937).
  • Автопортреттар һәм пейзаждар (Selvportretter og landskapsbileder, 1938).
  • Монахлыҡ. Мосафирлыҡ. Мәхәллә сиркәүе (Klosterliv. På pilegrimsferd. Sognekirken, 1939).
  • Екатерина Сиенская (Caterina av Siena, 1951).
  • Һуғыш йылдары мәҡәләләре һәм телмәрҙәре (Artikler og taler fra krigstiden, 1952).
  • Стен Стенсен Блихер (Sten Steensen Blicher (kulturhistorie), 1957).
  • Хаттар (Kjære Dea, 1979).

Шиғырҙары үҙгәртергә

  • Йәшлек (Ungdom, 1910).
  • Яҙғы болоттар (Vårskyer, 1921).

Балалар өсөн үҙгәртергә

  • Ҡояштан көнсығышҡа һәм Айҙан көнбайышҡа (балалар театры өсөн инсценировка) (Østenfor sol og vestenfor måne, 1927; 1959 йылда нәшер ителә).
  • Зәңгәр Тау принцессаһы (Prinsessene i Berget det blå, 1928; 1973 йылда нәшер ителә).

рус теленә тәржемә итеп баҫылған әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Унсет С. Фру Марта Оулие. — повесть, в кн.: «Фиорды», сб. 6,. — СПб., 1910.
  • Ундсет С. Йенни / пер. М. П. Благовещенской. — М.: изд. «Северные дни», 1917.
  • Унсет С. Тьодольф / пер. М. Полиевктовой. — Библиотека «Огонёк». — М.: Акционерное издательство «Огонёк», 1927.
  • Унсет С. Весна / пер. Е. Н. Благовещенской. — изд. «Время», 1928.
  • Унсет С. Обездоленные / пер. М. М. Дьяконова. — М.–Л.: ГИЗ, 1928.
  • Унсет С. Кристин, дочь Лавранса / послесловие Н. Я. Рыковой. — роман [первая часть трилогии]. — Л.: Государственное издательство художественной литературы, 1935. — 314 с. — 10 300 экз.
  • Сигрид Унсет. Кристин, дочь Лавранса. — М.: Государственное издательство художественной литературы, 1962. — Т. 1-3. — 924 с. — 100 000 экз.
  • Сигрид Унсет. Улав, сын Аудуна из Хествикена. — М.: Художественная литература, 1978. — 584 с. — 50 000 экз..
  • Сигрид Унсет • Вера Хенриксен. Сага о Вигдис и Вига-Льоте • Девы битв. — М.: Терра — Книжный клуб, 1996. — ISBN 5-300-00630-0.
  • Сигрид Унсет. Йенни. — СПб.: Сказ, 1994. — 288 с. — 25 000 экз. — ISBN 985-400-007-9.
  • Сигрид Унсет. Мадам Дортея. — М.: Текст, 2000. — 352 с. — (Книги карманного формата). — 5000 экз. — ISBN 5-7516-0203-X.
  • Сигрид Унсет. Возвращение в будущее. — М.: ОГИ, 2003. — 172 с. — (Перекресток культур). — 1000 экз. — ISBN 5-94282-184-4.
  • Сигрид Унсет. Фру Марта Оули. Весна. — М.: Прогресс-Традиция, 2003. — 496 с. — 1000 экз. — ISBN 5-89826-168-0.
  • Сигрид Унсет. Улав, сын Аудуна, и его дети. — СПб.: Азбука-классика, 2004. — 576 с. — (Азбука-классика/pocket-book). — 5000 экз. — ISBN 5-352-00990-4.
  • Сигрид Унсет. Улав, сын Аудуна из Хествикена. — СПб.: Азбука-классика, 2004. — 576 с. — (Классика (мяг)). — 5000 экз. — ISBN 5-352-00903-3.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • У́нсет, Сигрид // Ужи — Фидель. — М. : Советская энциклопедия, 1956. — С. 245. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.] / гл. ред. Б. А. Введенский ; 1949—1958, т. 44).
  • «Вестник иностранной литературы», М. — Л., 1928, № 9, стр. 157 и № 12, стр. 139.
  • Металлов Я., Бунт человеческого духа, «Художественная литература», М., 1935, № 12.
  • Немеровская О., Сигрид Унсет. «Кристин, дочь Лавранса», «Звезда», Л., 1935, № 12.
  • Слапгарн, Сигурн. Сигрид Унсет, королева слова. — М., 2009.

Экранлаштырыу үҙгәртергә

  • 1995 — Кристин, Лавранстың ҡыҙы / Kristin Lavransdatter — реж. Лив Ульман (Швеция, Норвегия, Германия)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #73860916 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #11880314X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. код BIBSYSUnit.
  4. 4,0 4,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Sigrid Undset // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. 6,0 6,1 Унсет Сигрид // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. Norsk biografisk leksikon (билдәһеҙ)Kunnskapsforlaget. — ISSN 2464-1502
  8. https://nbl.snl.no/Sigrid_Undset
  9. Паламарчук А. Сигрид, дочь Ингвальда 2015 йыл 1 октябрь архивланған.
  10. Панкратова Э. «Сердца человеческие неизменны во все времена…». О Сигрид Унсет. — М.: Панорама, 2000.

Һылтанмалар үҙгәртергә