Ту Юю

Ҡытай фармакологы

Ту Юю (ҡыт. упр. 屠呦呦, пиньинь: Tú Yōuyōu; 1930) — Ҡытай фармакологы, традицион ҡытай медицинаһы белгесе. Медицина һәм физиология буйынса 2015 йылғы Нобель премияһы, 2011 йылда Ласкер премияһы лауреаты.

Ту Юю
ҡыт. 屠呦呦
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Ҡытай
Тыуған көнө 30 декабрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2][3] (93 йәш)
Тыуған урыны Нинбо[d], Чжэцзян[d], Ҡытай Республикаһы[d]
Атаһы Tu Liangui[d]
Нәҫеле Q24836343?
Туған тел Ҡытай теле
Һөнәр төрө химик, фармаколог, уйлап табыусы, университет уҡытыусыһы, аптекарь, malariologist
Эшмәкәрлек төрө Фармакология һәм традиционная китайская медицина[d]
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Уҡыу йорто Пекин университеты
Пекинский университет китайской медицины[d]
Научный центр здоровья Пекинского университета[d]
Ningbo High School[d]
Xiaoshi Middle School[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Ҡытай коммунистар партияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ту Юю Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1930 йылда Ҡытай Республикаһының Чжэцзян провинцияһы Нинбо ҡалаһында тыуа. 1951 йылда Пекин университетының медицина факультетына инә; 1952 йылда Пекин университетынан Пекин медицина институты айырымлана (2000 йылда ҡабат Пекин университеты менән ҡушыла), Ту Юю 1955 йылда уның фармакология факультетын тамамлай. Бынан һуң ул ике йыл ярым традицион ҡытай медицинаһын өйрәнә, шунан Традицион ҡытай медицинаһы институтында эшләй башлай.

Маҡтаулы бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ласкер премияһы (2011).
  • Медицина һәм физиология буйынса Нобель премияһы (2015)

Ту Ююға Нобель премияһы малярияны дауалау өсөн ҡулланылыусы артемизининды асҡан өсөн бирелә, был препарат бер йыллыҡ әремдән (Artemisia annua) алына. Ту Юю физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы алған беренсе этник ҡытай ҡатыны һәм беренсе ҠХР гражданы була[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Rogers K. Tu Youyou // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Youyou Tu // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  3. Tu Youyou // Munzinger Personen (нем.)
  4. Космарский А. А паразиты — никогда! Lenta.ru (5 октябрь 2015). Дата обращения: 5 октябрь 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә