Конев Иван Степанович
Конев Иван Степанович (16 (28) декабрь 1897 йыл — 21 май 1973 йыл) — СССР полководецы, Советтар Союзы Маршалы (1944[5]), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1945), «Еңеү» ордены кавалеры (1945). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1952—1973).
Биографияһы
үҙгәртергәЙәшлеге һәм Граждандар һуғышы
үҙгәртергә1897 йылдың 28 декабрендә Вологда губернаһы Никольский өйәҙе Лодейнола (хәҙер — Киров өлкәһе Подосиновский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ.[6] 1906 йылда — сиркәү-мәхәллә мәктәбен, 1912 йылда Николо-Пушемский земство училищеһын тамамлай. 15 йәшенән Подосиновецта һәм Архангельскиҙа урман биржаһында миҙгелле эштәрҙә эшләй.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1916 йылдың майында Рус император армияһына саҡырыла. Күнекмә артиллерия командаһын тамамлай, резерв ауыр артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә (Мәскәү), һуңынан кесе унтер-офицер Конев 1917 йылда Көньяҡ-көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 2-се ауыр артиллерия бригадаһының 2-се айырым ауыр артиллерия дивизионында һуғыша. 1918 йылдың ғинуарында демобилизациялана.
Шул уҡ йылда большевиктар партияһына инә, Вологда губернаһының Никольск ҡалаһында өйәҙ ҡала хәрби комиссары итеп һайлана. Һуң Ҡыҙыл Армия сафында Көнсығыш фронтта Урыҫ армияһы, Алыҫ Көнсығыш армияһы, һәм Байкал аръяғында, Алыҫ Көнсығышта япон интервенттарына ҡаршы һуғыша. 102-се «Грозный» юронепоезы комиссары була, уның ҡарамағына 4 орудие, 12 пулемет бирелә. Командала Балтик флотының 60 матросы була. Бронепоезд Көнсығыш фронтының 3-сө һәм 5-се армияларына инә. Омскиға һөжүм ваҡытында бронепоезды Иртыш боҙ аша сығарыуға командалыҡ итә. 1919 йылдың аҙағынан 2-се Верхнеудинск уҡсылар дивизияһының 5-се уҡсылар бригадаһы комиссары бул, 1920 йылдан — ошо дивизия комиссары, 1921 йылдан — Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһы штабы комиссары. РКП(б)-ның X съезының башҡа делегаттары менән бергә 1921 йылда Кронштадт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ivan Konev // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Ivan Stepanovich Konev // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 3,0 3,1 Конев Иван Степанович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Ivan Stepanovich Konev // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении генералу армии Коневу И. С. военного звания маршала Советского Союза» от 20 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 29 февраля (№ 12 (272)). — С. 1
- ↑ Дважды Герой Советского Союза Конев Иван Степанович :: Герои страны
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.
- Советская военная энциклопедия в 8 томах. — М.: Воениздат, 1976—1980,том 4 , с. 303.
- Михеенков С. Е. Конев. Солдатский маршал. — М.: Молодая гвардия, 2013. (ЖЗЛ).
- Полевой Б. Н. Полководец : Биогр. повесть [о Маршале Сов. Союза И. С. Коневе]. — М.: Политиздат, 1974. — 126, [8] с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз.
- Соловьёв Д. Ю. Все генералы Сталина. — М., 2019. — ISBN 9785532106444. — Стр. 47—48.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Конев Иван Степанович. Записки. Воспоминания. Фото. Видео.
- Конев Иван Степанович. Сайт Министерства обороны Российской Федерации.
- Конев Иван Степанович. Сайт Вологодской областной библиотеки им. И. В. Бабушкина.