Унтер-офицер
Унтер-офицер (нем. Unteroffizier — кесе офицерҙар категорияһы) — түбәнге чиндар (вазифа — дәрәжә) һәм төрлө дәүләттәрҙең һәм илдәрҙең ҡораллы көстәрендәге кесе командирҙар һәм етәкселек составы категорияһы, шартлы рәүештә совет, ә һуңынан Рәсәй Ҡораллы көстәрендәге сержант-старшина составына тап килә.
Унтер-офицер | |
Алдағы | Oberstabsgefreiter[d] |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | штабс-унтерофицер[d] |
Унтер-офицер Викимилектә |
Хәрби жаргонында — унтер. Славян атамаһы — подофицер. Рәсәй империяһында унтер-офицерҙар (артиллерияла — фейерверкерҙар, казак ғәскәрҙәрендә — урядник һәм артабан ҡорал төрө буйынса) ике түбәнге чиндарҙың өҫтәгеһе булып тора (түбәнгеһе — рядовой) — хәрби чиндарҙың беренсе (түбәнге) дәрәжәһе[2]. «Унтер-офицер» атамаһы XVI—XVII быауаттарҙағы ландскнехттар армияһынан килеп сыҡҡан атама, ул ваҡытта һалдат һәм офицерҙар составы араһында ҡатлам буйынса айырылыу күҙәтелмәй. Шул уҡ ваҡытта һәр командир офицер тип атала, һәм унтер-офицерҙар обер-офицерҙарға (һүҙмә-һүҙ өлкән офицер) ҡаршы ҡуйыла, хәҙерге терминологияла з кесе офицерҙар составы тип атала.
Рус армияһы
үҙгәртергәРус император армияһында унтер-офицерҙар 1917 йылдың октябренә тиклем һаҡланып килә, әммә Аҡтар хәрәкәте контроле аҫтындағы территорияларҙа, шулай ҡайһы бер сепаратистар армияларында һуңғараҡ та ғәмәлдә булалар.
«Преображенский лейб-гвардия полкы унтер-офицеры Шелганин армия капитаны дәрәжәһенә күсерелә һәм фельдегерҙар корпусында ҡалдырыла»— Император Павел I Указы, 10 декабрь 1796 йыл.
Ҡораллы көстәрҙәге лейб-гвардияла хеҙмәт иткән унтер офицерҙарҙы (гвардия унтер-офицеры) һәм армиялағы унтер-офицерҙарҙы (армия унтер-офицеры) айырыу мотлаҡ.
Унтер-офицерҙар категорияһына төрлө осорҙа түбәндәге чиндар ҡарай:
- зауряд-прапорщик
- подпрапорщик
- фельдфебель (кавалерияла — вахмистр)
- өлкән унтер-офицер (взводный), өлкән урядник (казактар), өлкән фейерверкер (артиллерия)
- кесе унтер-офицер, кесе урядник (казактар), кесе фейерверкер (артиллерия)
- капрал
- фурьер
- каптенармус
- 1798 йылдан 1765 йылға тиклем
- 1765 йылға тиклем сержант
1826 йылға тиклем иҫке гвардия тип исемләнгән гвардияла фельдфебелдәр һәм вахмистрҙар, ә 1798 йылға тиклем сержанттар ҙа Рангтар табеленә (XIV һәм XIII) ҡарағанын иҫәпкә алырға кәрәк, әммә улар обер-офицер тип һаналмаған һәм уларға тиңләнмәгән. Шул уҡ ваҡытта армияға улар подпоручик йәки прапорщик итеп күсерелә алған.
Чиндар, званиелар һәм билдә айырмалары
үҙгәртергәТамғаланыш | Унтер-офицерҙар төркөмө | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Инфантерия | Артиллерия | Кавалерия | Казак ғәскәрҙәре | Диңгеҙ чиндары | ||
чин | Кесе унтер-офицер[3] | вице-фейерверкер | кесе унтер-офицер | кесе урядник | Квартирмейстер | 2-се статья фельдшеры |
Айырыу билдәләре | ||||||
чин | Өлкән унтер-офицер[4] | Өлкән (взвод) фейерверкер | өлкән унтер-офицер[5] | урядник | Боцманмат | 1-се статья фельдшеры |
Айырыу билдәләре | ||||||
чин | фельдфебель[6] | вахмистр | Боцман | |||
Айырыу билдәләре | ||||||
чин | подпрапорщик[7] | подхорунжий |
|
өлкән фельдшер | ||
Айырыу билдәләре | ||||||
чин | зауряд-прапорщик | |||||
Айырыу билдәләре | ||||||
кесе төркөм: Рядовойҙар |
Унтер-офицерҙар |
өлкән төркөм: Обер-офицерҙар |
---|
Немец армияһы
үҙгәртергәУнтерофицер (нем. Unteroffizier) — немец бундесверҙағы атама (НАТО эквивалент OR-5[8]), шулай уҡ йыйылма унтер-офицерҙар составының OR-5-тән OR-9-ға тиклем йыйылма билдәләмәһе. Кесе төркөм — портупеяһыҙ унтерофицер (OR-5, унтерофицер һәм штабсунтерофицер[de]) — өлкән төркөм портупеялы унтерофицер (OR-6-нанфельдфебель OR-9-ға тиклем оберштабсфельдфебель[de]).
Кесе звание: Обер-штабсефpейтор[de] |
Унтер-офицер |
Өлкән звание: Штабс-унтерофицер[de] |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Рангтар табеле
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡалып:Книга:Висковатов А.В.:Историческое описание
- ↑ ЭСБЕ
- ↑ 1-се Себер уҡсылар Ғәли йәнәптәре полкы — Көнсығыш себерҙә Рус император армияһындағы пехота полктарының береһе. Айырыу билдәләре, бында: 1909 йылдан 1909 йылға тиклемге погондар
- ↑ Рус император армияһы айырыу билдәләре: 25-се пехота дивизияһының 2-се бригадаһы, 99-се пехота Ивангород полкы һәм 100-се пехота Островский полык — бында: 1904—1909 йылдарҙағы погондар
- ↑ Императрица Бөйөк ЕкатеринаГлухов 6-сы драгун полкы. Старший унтер-офицер — 2-се разрядлы сроктан тыш хеҙмәт итеүсе (1914 йылғы погон)
- ↑ Император ғәли йәнәптәре Императрица Мпария Федоровнаның 11-се Көнсығыш-Себер уҡсылар полкы — Рус император армияһы полктарының береһе. айырыу билдәләре, бында: 1904 йылдан 1917 йылға тиклем погондар
- ↑ International Encyclopedia of Uniform Insignia . Дата обращения: 30 август 2010. Архивировано 15 апрель 2012 года.
- ↑ Аббревиатура «OR» применяется для обозначения категории "Other Ranks / fr: sous-officiers et militaires du rang / ru: другие ранги, кроме офицеров (The abbreviation «OR» stands for «Other Ranks / fr: sous-officiers et militaires du rang / ru: другие ранги, кроме офицеров»).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Унтер-офицер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Артиллерийский унтер-офицер // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.