«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы 1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән раҫлана. Миҙалдың авторҙары — рәссамдар Е. М. Романов һәм И. К. Андрианов.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 май 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Совет Поляр түңәрәк аръяғын обороналаған өсөн» миҙалы[d] |
Түбәнерәк дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы |
Нигеҙендәге текст | Указ Президиума ВС СССР от 9.05.1945 об учреждении медали „За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.“[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һүрәтләнгән объект | Сталин Иосиф Виссарионович |
Һаны | 14 933 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Викимилектә |
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы бүләкләнәләр:
- Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында йәки хәрби округтарҙа үҙенең хеҙмәте менән еңеүгә булышлыҡ иткән Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты һәм НКВД ғәскәрҙәре сафтарында туранан-тура ҡатнашҡан штат составындағы бөтә хәрбиҙәр һәм ялланып эшләгән кешеләр;
- Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты һәм НКВД ғәскәрҙәре сафтарында хеҙмәт иткән, әммә яраланыу, ауырыу һәмәрәхәтләнеү буйынса сафтан сыҡҡан, шулай уҡ дәүләт һәм партия ойошмалары ҡараҙары буйынса армиянан башҡа эшкә күсерелгән штат составындағы бөтә хәрбиҙәр һәм ялланып эшләгән кешеләр.
1945 йылдың 5 июлендәге СССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән раҫланған миҙал тураһындағы Положениеға өҫтәмәгә ярашлы, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән шулай уҡ эске эштәр Халыҡ Комиссариаты һәм СССР дәүләт именлеге Халыҡ Комиссариаты органдарының шәхси составы бүләкләнә[1].
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булғаносраҡта «Совет Поляр түңәрәк аръяғын обороналаған өсөн» миҙалы миҙалынан һуң урынлаштырыла.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән кешеләр артабан юбилей миҙалдары менән бүләкләнеүгә хоҡуҡҡа эйә була:
- 1965 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы» юбилей миҙалы
- 1975 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең утыҙ йыллығы» юбилей миҙалы
- 1985 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең ҡырҡ йыллығы» юбилей миҙалы
- 1995 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы» юбилей миҙалы
- 2005 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығы» юбилей миҙалы
- 2010 йылда — «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы» юбилей миҙалы
- 2015 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы» юбилей миҙалы
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән (латунь) эшләнә, формаһы — 32 мм диаметрлы төҙөк түңәрәк.
Миҙалдың алғы яғында — Советтар Союзы Маршалы И. В. Сталиндың һул яҡҡа боролған профиле. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап — «НАШЕ ДЕЛО ПРАВОЕ» яҙыуы, аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап — «МЫ ПОБЕДИЛИ» яҙыуы.
Миҙалдың артҡы яғында: түңәрәк буйлап — «ЗА ПОБЕДУ НАД ГЕРМАНИЕЙ», уртаһында — «В ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЕ 1941—1945 ГГ.» яҙыуҙары, миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — биш осло йондоҙ.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр — ҡабарынҡы.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫмала тигеҙ киңлектәге сиратлашҡан биш һыҙат — өс ҡара һәм ике ҡуйы һары төҫтә. Таҫманың ситтәре тар ҡуйы һары буйҙар менән ҡаймаланған.
Бүләкләнеүселәр
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы иң күп бирелгән миҙал. 1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән яҡынса 14 933 000 кеше бүләкләнгән.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә — Немец армияһына һәм уның слюздаштарына ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡан Болгар армияһының 120 мең хәрби хеҙмәткәре[2].
Иллюстрациялар
үҙгәртергә-
Миҙалдың реверсы
-
Миҙал таныҡлығы
-
СССР почта маркаһы, 1946 йыл
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
- Георгий таҫмаһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 98—99. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 82—83.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Указ и Положение о медали 2007 йыл 7 ноябрь архивланған.
- Медали и ордена СССР