Полевой Борис Николаевич
Борис Николаевич Полевой (төп фамилияһы Кампов; 17 март 1908 йыл — 12 июль 1981 йыл) — СССР яҙыусыһы, прозаик, сценарист, журналист, хәрби корреспондент. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974), II дәрәжә Сталин премияһы (1947, 1949) һәм Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһы лауреаты (1959).
Полевой Борис Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 (17) март 1908[1][2] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[3][4][5][…] |
Вафат булған көнө | 12 июль 1981[6][7][8][…] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Полевой Борис Николаевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Николаевич Полевой 1908 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә адвокат ғаиләһендә тыуған. 1913 йылда ғаилә Твергә күсенгән.
Тверҙәге техник училищены тамамлап, хеҙмәт юлын 1926 йылда башлай, текстиль фабрикаһында технолог була. Тәүге мәҡәләләренә һәм очерктарына Б. Н. Кампов «Борис Полевой» тип ҡул ҡуя, сөнки уның фамилияһы латин теленән рус теленә кампус — ялан тип тәржемә ителә.
1927 йылда Б. Полевойҙың тәүге очерктар китабы «Мемуары вшивого человека» сыға. Китап Максим Горький тарафынан билдәләнә[9], ул авторҙың ысын исеме менән ҡул ҡуйылған берҙән-бер китап була.
1928 йылдан профессиональ журналист.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Полевой «Пролетарская правда» хәбәрсеһе сифатында хәрәкәттәге армияла, шул иҫәптән, " Калинин фронтында (1941) була[10],- октябрь аҙағынан — «Правда» газетаһы хәбәрсеһе. Ул беренсе булып 83 йәшлек крәҫтиән Матвей Кузьмин батырлығы тураһында яҙып сыға, автор һүҙҙәренән, ҡарт Иван Сусанин батырлығын ҡабатлай[11] .
Дан һәм Сталин премияһын уға 19 көн эсендә яҙылған, пилот А. П. Маресьев батырлығына арналған «Ысын кеше повесы» (4 өлөштән торған хикәйә) килтерә. 1954 йылға тиклем уның баҫмаларының дөйөм тиражы 2,34 миллион тәшкил итә. Хикәйәгә нигеҙләнеп Сергей Прокофьевтың шул уҡ исемдәге операһы сәхнәләштерелгән.
Ләкин П. Маресьев үҙе данға бик тыныс ҡарай. Уның: «Барыһы ла һуғыштылар. Донъяла үҙ Полевойы табылмаған күпме кеше бар!» — тигән һүҙҙәре билдәле.
1969 йылдан үлеменә тиклем ул Совет Тыныслыҡ фонды идараһы Рәйесе булып эшләй. 1961—1981 йылдарҙа — «Юность» журналының баш мөхәррире. ВСМ бюроһы һәм Совет Тыныслыҡ Комитеты Президиумы ағзаһы. 1967 йылдан ул СССР Яҙыусылар союзы советы секретаре, 1952 йылдан — Европа Мәҙәниәт йәмғиәте вице-президенты. РСФСР Юғары Советы депутаты (1946—1958).
Полевой 1981 йылдың 12 июлендә вафат була. Уны Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләйҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (09/27/1974)
- Өс Ленин ордены (05/04/1962; 10/28/1967; 09/27/1974)
- Октябрь Революцияһы ордены (07/02/1971)
- ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (04.12.1944; 16.06.1945)
- ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (10/21/1943; 09/23/1945)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03/15/1958)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (03/16/1978)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (04/27/1942)
- миҙалдар
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) — «Ысын кеше хикәйәһе» өсөн (1946)
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1949) — «Беҙ совет кешеләре» хикәйәләр йыйынтығы өсөн (1948)
- Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһы (1959) — «Америка көндәлектәре» очерктар йыйынтығы өсөн.
- Тыныслыҡ алтын миҙалы (1968)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ПОЛЕВОЙ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Полевой Борис Николаевич // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
- ↑ http://russiapedia.rt.com/prominent-russians/literature/boris-polevoy-kampov/
- ↑ http://www.turizm.tver.ru/en/about/people
- ↑ Полевой Борис Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Boris Polevoy // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Boris Nikolajewitsch Polewoi // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Bibliothèque nationale de France Boris Nikolaevič Polevoj // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Русские писатели и поэты. Краткий биографический словарь. Москва, 2000.
- ↑ Борис Полевой на страницах газеты Пролетарская правда . docs.tverlib.ru. Дата обращения: 31 март 2020.
- ↑ «Самые памятные: Истории моих репортажей». Полевой Б. Н. — М.: Мол. гвардия, 1980, стр. 173—179.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Полевой//Большая российская энциклопедия 2021 йыл 4 март архивланған.
- Теплоход Борис Полевой
- Полевой Борис Николаевич . «Герои страны» сайты.
- «Повесть о настоящем человеке»
- «Золото»
- «Полевой Б. Н. До Берлина — 896 километров (третья книга мемуаров)»
- Сазанович Е. И. «Юность» (2013, № 03) «Борис Николаевич Полевой. Повесть о настоящем человеке»