РККА-ның Көнсығыш фронты

РККА-ның Көнсығыш фронты (Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының Көнсығыш фронты) — Рәсәйҙәге граждандар һуғышы осорондағы оператив-стратегик берекмә. Халыҡ комиссарҙары Советының 1918 йылдың 13 июнендәге ҡарарына ярашлы булдырылған. 1920 йылдың 15 ғинуарында тарҡатылған.

Көнсығыш фронт
Восточный фронт
РСФСР РВС-ы эмблемаһы, 1918 йыл.
Ғәмәлдә булған йылдары

13 июнь 1918 йыл — 15 ғинуар 1920 йыл

Ил

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Составында

РККА

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Численность

яҡынса 120 000 кеше

Дислокация

Волга буйы, Урал, Себер

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

См. список.

-
 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) Иностранная интервенция Чехословацкий корпус (Барнаул Нижнеудинск Прибайкалье) •Иркутск (1918) Казань (1) Казань (2) Сембер Сызрань и Самара Ижевск и Воткинск Пермь (1)
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол Петропавловск Уральск и Гурьев
Бөйөк Себер Боҙ походы
(ОмскНовониколаевскКрасноярск) •
Иркутск (1919)
Партизанское движение (Алтай Омское восстание Минусинск Центр.Сибирь Забайкалье) • Голодный поход Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова Западно-Сибирское восстание

Көнсығыш фронты составына ингән:

  • Идаралыҡ штабы;
  • 1-се армия;
  • 2-се армия;
  • 3-се армия, (1918 йылдың июле — 1920 йылдың ғинуары);
  • 4-се армия;
  • 5-се армия, (1918 йылдың августы — 1920 йылдың марты);
  • Төркөстан армияһы, (1919 йылдың март — июне);
  • Республика запас Армияһы, (1919 йылдың августы — 1920 йылдың ғинуары);

1919 йылдың 29 апрелендәге 238-се һанлы Көнсығыш фронты бойороғона ярашлы, Урыҫ армияһының Көнсығыш фронтының һөжүме ваҡытында Вятка, Ҡазан (аҙаҡтан Сарапул, Силәбе, Кокшетау, Аҡмулла), Сембер (аҙаҡтан Өфө, Троицк), Һарытау һәм Һамар нығытылған район ғәскәрҙәре (УР-ҙар) булдырыла. Ҡыҙыл армияһы частары үткән юлдарҙа Ырымбур (1919 йылдың июне), Стәрлетамаҡ (аҙаҡтан Верхнеурал, Звериноголовск), Пенза (1919 йылдың июле), Екатеринбург һәм Урал (1919 йылдың авгусы) нығытылған район ғәскәрҙәре булдырыла.

Себер территорияһын яулап алғандан һуң нығытылған райондарҙың ғәскәрҙәре (Урҙар) тарҡатыла, элекке казак ғәскәрҙәре (Аҡмулла, Аҡтүбә, Ырымбур, Троицк, Урал) Ур-ҙары 1921 йылдың башына тиклем һаҡлана.

Хәрби хәрәкәттәр

үҙгәртергә

Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының Көнсығыш фронты армиялары Урта Волга буйы, Кама буйы һәм Уралда Чехословак корпусына, Комучтың Халыҡ армияһына, Себер армияһына, адмирал Колчактың Урыҫ армияһының Көнсығыш фронтына ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашалар. 1919 йылда Урал тауҙарының ал яғын, һуңынан бөтә Себерҙе яулап алдылар.

Командирҙар составы

үҙгәртергә

Командующийҙар:

  • М. А. Муравьёв (1918 йылдың 13 июне — 10 июле, фетнә күтәрә),
  • И. И. Вацетис (1918 йылдың 11 июле — 28 сентябре),
  • С. С. Каменев (1918 йылдың 28 сентябре — 1919 йылдың 5 майы , 29 майы — 7 июле),
  • А. А. Самойло (1919 йылдың 5 — 29 май),
  • П. П. Лебедев (ваҡытлыса вазифаларын башҡарыусы 1919 йылдың 8 — 19 июль),
  • М. В. Фрунзе (1919 йылдың 19 июле — 15 авгусы),
  • В. А. Ольдерогге — (1919 йылдың 15 авгусы —1920 йылдың 15 ғинуары).

РВС -тың ағзалары:

  • Г. И. Благонравов (1918 йылдың 13 июне — 21 июле),
  • П. А. Кобозев (11918 йылдың 3 июне — 25 сентябре),
  • К. А. Мехоношин (1918 йылдың 13 июне —19 авгусы),
  • К. Х. Данишевский (1918 йылдың 11 июле — 7 октябре),
  • И. Н. Смирнов (1918 йылдың 28 августы — 1919 йылдың 1 апреле),
  • А. П. Розенгольц (1918 йылдың 28 августы — 6 декабре),
  • И. Т. Смилга (1918 йылдың 28 окябре. — 1919 йылдың 3 апреле),
  • В. И. Соловьёв (1918 йылдың 17 ноябре — 2 декабре),
  • С. И. Гусев (1918 йылдың 10 декабре — 1919 йылдың 15 июне),
  • М. М. Лашевич (1919 йылдың 23 марты — 16 авгусы),
  • К. К. Юренев (1919 йылдың 16 апреле — 14 авгусы),
  • Ш. 3. Элиава (1919 йылдың 4 — 15 авгусы),
  • К. Г. Максимов (1919 йылдың 5 авгусы — 1920 йылдың 15 ғинуары),
  • Б. П. Позерн (1919 йылдың 4 авгусы — 1920 йылдың 15 ғинуары),
  • Н. И. Муралов (1919 йылдың 19 авгусы — 8 сентябре),
  • П. К. Штернберг (1919 йылдың 4 октябре — 1920 йылдың 3 ғинуары).

Штаб начальниктары:

  • Н. В. Соллогуб (1918 йылдың 26 июне — 10 июле),
  • В. Ф. Тарасов (вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы, 1918 йылдың 10 — 23 июле),
  • П. М. Майгур (1918 йылдың 23 июле — 27 сентябре),
  • А. К. Коленковский (1918 йылдың 28 сентябре — 1919 йылдың 3 апреле),
  • В. Е. Гарф (вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы, 1918 йылдың 3 апреле — 1919 йылдың 2 мая 1919, 1919 йылдың 9 июле — 1920 йылдың 15 ғинуары),
  • П. П. Лебедев (1919 йылдың 2 майы — 8 июле).
Был мәҡәләне яҙғанда, «Гражданская война и военная интервенция в СССР» (1983) энциклопедияһынан мәғлүмәттәр алынды.