Урыҫ армияһы (реф. тик. Русская армія) — бөтә Рәсәй масштабында 1919 йылда Рәсәй дәүләтенең барлыҡ ҡораллы көстәре менән Юғары башкомандующийы адмирал А. В. Колчактың берҙәм формаль рәүештәге командованиеһы аҫтында булған Аҡтар хәрәкәтенең ҡораллы көстәре.

Урыҫ армияһы
Ғәмәлдә булған йылдары

1919

Ил

Рәсәй флагы Рәсәй

Тип

Ҡораллы көстәр

Численность

яҡынса 300 000 кеше (июнь, 1919)[1]

Дислокация

Рәсәй флагы элекке Рәсәй империяһы территорияһы

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Командирҙары
-

Төҙөлөү тарихы үҙгәртергә

 
«Урыҫ армияһы» гәзитенең логотибы

1918 йылдың 18 ноябрендә Омск ҡалаһына 1918 йылдың 14 октябрендә килгән һәм хөкүмәткә хәрби комиссар сифатында индерелгән А. В. Колчакты Рәсәйҙең Юғары хакимы итеп иғлан иткәндән һуң Аҡтар хәрәкәте ғәскәрҙәренең мөһим үҙгәртеп ҡороуы (реорганизацияһы) уҙғарыла. Колчак шулай уҡ Рәсәйҙең бөтә ҡоро ер һәм диңгеҙ көстәре менән юғары башкомандованиеһын үҙ өҫтөнә ала.

Юғары хаким булараҡ алмирал Колчакты аҡ армияларҙың башкомандующийҙары Рәсәйҙең көньяғында һәм көнбайышында, шулай уҡ Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта таныйҙар; 1919 йылдың май—июнь айҙары сиктәрендә генералдар А. И. Деникин, Е. К. Миллер, Н. Н. Юденич үҙ ирке менән Колчакка буйһондолар һәм рәсми рәүештә Рәсәй территорияһындағы бөтә армиялар өҫтөндә уның Юғары башкомандованиеһын танынылар. Юғары Главком үҙ сиратында главкомдарҙың вәкәләттәрен раҫланы. Юғары хаким приказына ярашлы Миллер һәм Юденич генерал — губернатор статусын алды[2]. Уның ҡарамағында Юғары Главкомдың урынбаҫары генерал А. И. Деникин етәкселегендә Көньяҡ Рәсәй ҡораллы көстәре, Көнсығыш, Төньяҡ һәм Төньяҡ-Көнбайыш фронттары, шулай уҡ хәрби-диңгеҙ көстәре һәм сит илдәрҙә Рәсәйҙең хәрби вәкиллеге була.

«Урыҫ армияһы» атамаһы барлыҡ аҡ фронттарҙың берекмәһе булараҡ нығына, фронттар командующийҙары статусын Юғары башкомандующийҙан формаль рәүештә Төньяҡ һәм Төньяҡ — Көнбайыш армиялары генералдары Юденич һәм Миллер алалар.

Ойоштороу структураһы һәм составы үҙгәртергә

А. В. Колчак үҙенең 1919 йылдың 3 ғинуарындағы бойороғо менән яңы Урыҫ армияһы структураһы һәм составы яғынан Император Николай II Урыҫ армияһына оҡшаш булырға тейеш тип ҡарар итә.

Берҙәм армияның күҙ уңында тотолған структураһы:

  • 150-әр штыклы роталар;
  • батальондарҙың һәр береһе 4 ротанан;
  • 4 батальонда (йәки 16 ротала) 4100 штыклы полктар;
  • дивизиялар 16500 штыклы 4 полктан;
  • 2 дивизияла 37000 штыклы корпустар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Оценка разведки РККА
  2. В. 2020 йыл 6 август архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә