1-се Украин фронты
Беренсе Украин фронты — Икенсе донъя һуғышында совет ғәскәрҙәренең оператив-стратегик берекмәһе. 1943 йылдың 20 октябрендә ВГК Ставкаһы бойороғона ярашлы көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә 1943 йылдың 16 октябрендәге Воронеж фронтының исемен үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
1-се Украин фронты | |
Нигеҙләү датаһы | 20 октябрь 1943 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Нигеҙләүсе | Николай Фёдорович Ватутин[d] |
Дәүләт | СССР |
Алдағы | Воронеж фронты[d] |
Башланыу датаһы | 20 октябрь 1943 |
Тамамланыу датаһы | 10 июнь 1945 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 10 июнь 1945 |
Командир | Николай Фёдорович Ватутин[d], Георгий Константинович Жуков һәм Конев Иван Степанович |
1-се Украин фронты Викимилектә |
1945 йылдың 10 июнендә тарҡатыла, уның ялан идаралығы СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәренең үҙәк төркөмө тип үҙгәртелә.
Үткәрелгән операциялар
үҙгәртергә- Киев һөжүм операцияһы (1943 йылдың 3 — 13 ноябре)
- Киев оборона операцияһы (1943 йылдың 13 ноябре — 22 декабре)
- Житомир-Бердичев операцияһы (1943 йылдың 24 декабре — 1944 йылдың 14 ғинуары)
- Корсунь-Шевченков операцияһы ( — 1944 йылдың 24 ғинуары −17 феврале)
- Ровно-Луцк операцияһы (1944 йылдың 27 ғинуары —11 феврале)
- Проскуров-Черновцы операцияһы (4 март — 1944 йылдың 17 апреле)
- Львов-Сандомир операцияһы (1944 йылдың 13 июле — 29 августы)
- Сандомир-Силезия операцияһы (1945 йылдың 12 ғинуары — 3 феврале)
- Түбәнге Силезия операцияһы (1945 йылдың 8 — 24 феврале)
- Үрге Силезия операцияһы (1945 йылдың 15 — 31 мартында)
- Берлин операцияһы (1945 йылдың 16 апрель —8 майы)
- Прага операцияһы (1945 йылдың 6 — 11 майы)
Составы
үҙгәртергәТәүге саҡта:
- 13-сө армия
- 27-се армия
- 38-се армия
- 40-се армия
- 47-се армия
- 60-се армия
- 3-сө гвардия танк армияһы
- 2-се һауа армияһы
Төрлө ваҡытта составына ингән берләшмәләр:
- 1-се гвардия армияһы
- 3-сө гвардия армияһы
- 5-се гвардия армияһы
- 6-се армия
- 18-се армия
- 21-се армия
- 28-се армия
- 31-се армия
- 52-се армия
- 59-се армия
- 1-се танк армияһы
- 2-се танк армияһы
- 4-се танк армияһы
- 6-сы танк армияһы
- 4-се гвардия танк армияһы
- 8-се һауа армияһы
- Поляк Ғәскәренең 2-се армияһы
- «За честь Родины» фронт гәзите, мөхәррире полковник Жуков Семен Иосифович; үзбәк телендә хәбәрсе-ойоштороусыһы булып үзбәк теле — старшина Яҡупов Фатых Илһам улы (1944 йылдан).
Командованиеһы
үҙгәртергәҒәскәрҙәр командующийҙары:
- Армия генералы Ватутин Николай Федорович (октябрь 1943 — март 1944);
- Советтар Союзы Маршалы Жуков Георгий Константинович (март — май 1944);
- Советтар Союзы Маршал Конев Иван Степанович (1944 май — һуғыш аҙағына тиклем).
Хәрби советы ағзалары:
- генерал-лейтенант Хрущев Никита Сергеевич (октябрь 1943 — август 1944);
- генерал-майор, генерал-лейтенант Крайнюков Константин Васильевич (1943 октябрь — һуғыш аҙағына тиклем).
Штаб начальниктары:
- генерал-лейтенант Иванов Семен Павлович (октябрь — ноябрь 1943);
- генерал-лейтенант Боголюбов Александр Николаевич (ноябрь 1943 — апрель 1944);
- армия генералы Соколовский Василий Данилович (апрель 1944 — апрель 1945);
- армия генералы Петров Иван Ефимович (апрель 1945 — һуғыш аҙағына тиклем).
Сәйәси идаралығы начальниктары:
- генерал-майор Шатилов (1944);
- генерал-майор Яшечкин (1945);
Хәтер
үҙгәртергә- Миколинда совет һалдаттарына һәйкәл.