«Берлинды алған өсөн» миҙалы
«Берлинды алған өсөн» миҙалы — СССР дәүләт наградаһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына булдырыла. Миҙал һүрәте авторы — рәссам А. И. Кузнецов .
«Берлинды алған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Венаны алған өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 1 100 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Берлинды алған өсөн» миҙалы Викимилектә |
Награда Бөйөк ватан һуғышының һуңғы этабында нацистик Германияһы баш ҡалаһы Берлинды алыу хөрмәтенә булдырыла[⇨]. Награданың статутына ярашлы, уға Берлинды штурмлауҙа туранан-тура ҡатнашҡан совет хәрбиҙәре, шулай уҡ ошо ҡаланы алған саҡтағы хәрби опрецияларҙың ойоштороусылары һәм етәкселәре лайыҡ була[⇨]. Төрлө сығанаҡтар буйынса, «Берлинды алған өсөн» миҙал менән яҡынса 1 100 000 кеше бүләкләнгән[⇨].
«Берлинды алған өсөн» миҙалы СССР территорияһынан ситтә ятҡан ҡалаларҙы алған өсөн булдырылған ете награданың береһе булып тора[⇨].
Тарихи контекст
үҙгәртергә1945 йылдың 16 апрелендә Берлин операцияһы башлана, ул, тарихсылар баһаһы буйынса, Икенсе донъя һуғышының иң эре һәм мөһим операцияһы була [1][2][3]. Советтар Союзы Маршалы Г. Г. Жуков яҙып ҡалдырған: «Буласаҡ Берлин өсөн алыш бер нәмә менән сағыштырырлыҡ булмаған үҙенсәлекле операция булды. Фронт ғәскәрҙәренә Одерҙан уҡ башлап һәм бик ныҡ нығытылған Берлинға тиклем ҡеүәтле оборона рубеждарының тотош эшелонланған зонаһын бәреп үтергә кәрәк ине. Берлин килеп ингән ерҙәрҙә немец-фашист ғәскәрҙәре төркөмөн тар-мар итергә һәм фашистик Германияның дошман үлемесле көрәш алып барасаҡ баш ҡалаһын алырға кәрәк ине»[4].
Операцияға 1-се Белорус, 2-се Белорус һәм 1-се Украин фронттары, шулай уҡ 18-се һауа армияһы , Днепр хәрби флотилияһы һәм Балтика флотының өлөшләтә көстәре йәлеп ителә [1]. берлин ҡалаһын ингән ерҙәрҙә ҡеүәтле немец оборона ҡоролмалары урынлашҡан. Берлин юлындағы Зеелов бейеклектәре өсөн совет ғәскәрҙәре айырыуса ҡаты алыштар алып бара, бейеклектәр 1945 йылдың 18 апрелендә яулап алына[1][5].
1945 йылдың 25 апрелендә Берлиндың туранан-тура һөжүме башлана; ҡалала ҡаты урам алыштары йәйелә[6]. 30 апрелдә совет ғәскәрҙәре Рейхстагты штурмлай башлай. 2 майҙың иртәһендә Берлин коменданты баш ҡала гарнизонының совет әсирлегенә төшөүе тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя[5]. Шул уҡ көндө сәғәт 15:00-дә ҡалала немецтарҙың ҡаршылашыуы тамамлана[6].
Тарихы
үҙгәртергә1945 йылдың 19 апрелендә Ҡыҙыл армияһы тылы начальнигы генерал А. В. Хрулев, Төп интендант идаралығының техник комитетына СССР-ҙан ситтә ятҡан ҡалаларҙы азат иткән һәм алған өсөн миҙалдар проекттарын эшләргә задание бирә[7][8].
«Берлинды алған өсөн» миҙалының тәүге эскиздары 1945 йылдың 24 апрелендә үк, Германия баш ҡалаһы өсөн алыштар ҡыҙыу барған саҡта, тәҡдим ителә. Дөйөм алғанда, конкурсҡа 116 эскиз тәҡдим ителә. 3 майҙа Техник комитеты граверы В. Н. Андрианов тҡдим ителгән проекттарҙың иң яҡшыларының тәүге өлгөләрен металда эшләй башлай[7][8]. Тарихсы -фалерист В. А. Дуров билдәләүенсә, бик оҙаҡ миҙалдарҙың исемдәре буйынса бәхәстәр бара. «Әммә һөҙөмтәлә славян баш ҡалаларының Гитлер иҙеүенән ҡотолоу хөрмәтенә миҙалдарҙа — „За освобождение“, ә башҡа миҙалдарҙа — „За взятие“» тип яҙыла тигән дөйөм һығымтаға килдек, — тип яҙа тикшеренеүсе[7].
«Бөйөк еңеү менән илһамланған рәссамдар үҙҙәренең рәсемдәрендәгителризмдың таянысы булған Берлинды алыу әһәмиәтен мөмкин тиклем сағыуыраҡ күрәһетргә тырышалар инең», — тип яҙа В. А. Дуров[9]. Мәҫәлән, рәссам Е. А. Романов үҙенең эскиздарында элементарҙың береһе итеп «Еңеү» орденын ала[9]. Бер нисә совнт ордендарҙы һәм миҙалдарҙы булдырыуҙа ҡатнашҡан А. И. Кузнецов бер нисә вариант тәҡдим итә. «Проекттарҙың береһендә свастиканы боҙоусы совет һалдатын һүрәтләй, икенсеһендә ашизмға ҡаршы берлектәге көрәштә хәрби хеҙмәттәшлек билдәһе — өс союздаш флагы— уртала совет флагы, ике яҡтан АҠШ һәм Бөйөк Британия флагтары. Аҫтараҡ Гитлер Германияһы баш ҡалаһының капитуляция символы булараҡ арҡыс-торҡос рәүештә асҡыстар урынлаштырылған», — тип Дуров Кузнецовтың эскиздары тасуирлай[9]. Рәссам Киселев Бранденбург ҡапҡалары фонында елберләгән байраҡтар менән үтеп барыусы танкыларҙы һүрәтләгән проекты тәҡдим итә[9].
Һуңғы вариант булараҡ рәссам А. И. кузнецовтың эскиздарының береһе алына. Проектта Д"За взятие Берлина" һүҙҙәре һәм ҡаланың ҡолатылыу датаһы ғына була[9].
Президиумы указы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге указына ярашлы «Берлинды алған өсөн» миҙал «Будапештты алған өсөн», «Кёнигсбергты алған өсөн», «Венаны алған өсөн» миҙалдары менән бер рәттән булдырыла. Документ «СССР Юғары Советының ведомостәре» аҙналыҡ баҫмаһында баҫтырыла (34-се һан, 1945 йыл)[10].
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«Берлинды алған өсөн» миҙалы менән туранан-тура Берлинды штурмлауҙа һәм алыуҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы алған саҡта хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә. Миҙал СССР Юғары Советы Президиумы исеменән частар командирҙары һәм хәрби-дауалау учреждениеларының начальниктары Берлинды алғанда ҡатнашыуын раҫлаған документтар нигеҙендә башҡарыла[10][11].
Миҙал Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты частарындағы яугирҙарға ғәскәри частар командирҙары тарафынан; ә армия һәм флот составы исемлегенән төшөрөлгән кешеләргә бүләкләнеүселәрҙең йәшәү урыны буйынса өлкә, ҡала һәм район хәрби комиссарҙары тарафынан.
[10].
«Берлинды алғанн өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Венаны алған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.[10].
Тасуирламаһы
үҙгәртергә«Берлинды алған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә. Диаметры — 32 мм, теүәл түңәрәк формала[11],[10].
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән. Миҙалдың аверсы, уртаһында «За взятие Берлина» яҙыуы, уның өҫтөндә — биш осло йондоҙ, аҫта имән япраҡтарынан үтрелгән яртылаш таж. Миҙал ситтәре түңәрәк буйлап ҡаймаланған. Миҙалдың реверсында Берлинды алған көнө датаһы — «2 мая 1945 года» - соҡоп яҙылған. Дата аҫтында — биш осло йондоҙ[10][12].
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырылған. Ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк муар таҫма менән уратылған, таҫманың төҫө ҡыҙыл, утаҫма уртаһынан биш буй үтә: өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт-һары (Гвардия таҫмаһы). Ситтәге ҡара буйҙар тар ғына ҡыҙғылт-һары төҫтәге буйҙар менән ҡаймаланған[10][12].
Бүләкләүҙәр
үҙгәртергәТөрлө сығанаҡтарға ярашлы, "Берлинды алған өсөн миҙал менән яҡынса 1 100 000кеше йәки бүләкләнгән; тикшеренеүсе Д. А. Тарас 1 000 090 кеше миҙалға лайыҡ булған, тип һанай[13]. Миҙал менән бүләкләнеүсе хәрбиҙәр араһында — Советтар Союзы Маршалдары Г. К. Жуков[14] һәм И. С. Конев[15].
"Берлинды алған өсөн миҙалының күпселек өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙан һуң тәүге өс йылында тапшырыла. Награданы туранан-тура хәрби часта алыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, хәрбиҙәр демобилизация ваҡытында кәрәкле справка алалар, уның нигеҙендә йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатта уларға миҙал бирелә[8].
1951 йылға тиклем бүләкләнеүсенең вафатынан һуң миҙал һәм уның танытмаһы дәүләткә ҡайтарыла. 1951 йылдың 5 февралендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, «Берлинды алған өсөн» миҙалы һәм уның танытмаһы һаҡлау өсөн бүләләнеүсенең ғаиләһендә ҡалдырыла.
«Аргументы и факты» гәзите журналисты Андрей Сидорчик, һуғыштан һуңғы ваҡытта «элекке һалдат һәм офицерҙарҙан ике мең тирәһенә», миҙалды бик һуң тапшырыу тураһында яҙып сыға. Оборона минстрлығы белгестәре награданы алмаған кешеләрҙе эҙләүен дауам итте. 2003 йылда Әрмәнстандағы Рәсәй илселеге Ереванда йәшәүсе Анатолий Зеленцовҡа «Берлинды алған өсөн» миҙалын тапшырыу тантанаһын үткәрҙе. РККА старшинаһы зеленцов Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша, әммә яуҙа яралана һәм госпиталгә ебәрелә[8].
Геральдик йоғонтоһо
үҙгәртергә2009 йылдың 4 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентының 238-се Указына ярашлы, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы булдырыла, уның таҫмаһы"Берлинды алған өсөн" миҙалдың таҫмаһына оҡшаш[16].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Военный энциклопедический словарь, 2002, с. 148
- ↑ Изотова, Царёва, 2008, с. 274
- ↑ Дуров, 1993, с. 119
- ↑ Изотова, Царёва, 2008, с. 274—275
- ↑ 5,0 5,1 Изотова, Царёва, 2008, с. 275
- ↑ 6,0 6,1 Военный энциклопедический словарь, 2002, с. 149
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Дуров, 1993
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Сидорчик А. Для тех, кто поставил точку. История медали «За взятие Берлина» . Аргументы и факты (9 июнь 2014). Дата обращения: 21 октябрь 2017.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Дуров, 1993, с. 122
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Текст: Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 июня 1945 года «Об учреждении медалей „За взятие Будапешта“, „За взятие Кёнигсберга“, „За взятие Вены“ и „За взятие Берлина“» в Викитеке
- ↑ 11,0 11,1 Царёва, 2010, с. 65—66
- ↑ 12,0 12,1 Царёва, 2010, с. 94
- ↑ Тарас, 2002
- ↑ Жуков Георгий Константинович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 22 октябрь 2017.
- ↑ Конев Иван Степанович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 22 октябрь 2017.
- ↑ Указ Президента РФ от 04.03.2009 N 238 "О юбилейной медали "65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941 - 1945 гг." (вместе с "Положением о юбилейной медали "65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941 - 1945 гг.") . КонсультантПлюс. Дата обращения: 10 август 2017.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Военный энциклопедический словарь. — М.: Издательский дом «ОНИКС 21 век», 2002. — 1432 с. — ISBN 5-329-00712-7.
- Изотова М. А., Царёва Т. Б. Все награды России и СССР. Ордена, медали и нагрудные знаки. Полная энциклопедия орденов и медалей России. — Ростов н/Д: Вадис: М.: РИПОЛ классик, 2008. — 432 с. — (Большой энциклопедический словарь). — ISBN 978-5-9567-0344-1 (Все награды России и СССР).
- Награды Великой Отечественной: альбом / Автор-составитель В. А. Дуров. — М.: Русская книга, 1993. — 130 с. — (Историческая библиотека). — ISBN 5-268-00409-3.
- Тарас Д. Боевые награды СССР и Германии Второй Мировой Войны / Д. Тарас. — М.: АСТ, Мн.: Харвест, 2002. — 144 с. — ISBN 5-17-011487-7 (АСТ).
- Царёва Т. Б. Все награды Второй мировой войны. Ордена, медали и нагрудные знаки / Т. Б. Царёва. — Ростов н/Д: Вадис, 2010. — 480 с. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-9567-0859-0.