Фатимиҙар
Фатимиҙар (ғәр. الفاطميون) династияһы — 909 йылдан 1171 йылға тиклем идара иткән Фатимиҙар хәлифәлеге шиғый (исмәғилиҙәр) хәлифәләре һәм имамдар династияһы. Үҙҙәрен Али ибн Әбү Талип һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманың вариҫтары тип һанайҙар (исеме шунан килеп сыҡҡан).
Фатимиҙар | |
Кем хөрмәтенә аталған | Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы |
---|---|
Нигеҙләүсе | Абдуллах аль-Махди[d] |
Дәүләт | Фатимиҙар хәлифәлеге |
Мәзһәб | Исмәғилилек |
Фатимиҙар Викимилектә |
Фатимиҙарҙың юғары күтәрелеүе бербер ҡәбиләһе Күтәмә халҡы ихтилалы арҡаһында була. Улар имам-мәхди килеүе лозунгыһы аҫтында Африкалағы сөнни Әғләбиҙәр дәүләтен ҡыйратҡан. 910 йылдың ғинуарында исмәғилиҙәр имамы Ғөбәйҙуллаһ мәхди тип иғлан ителә һәм хәлифә титулын ала. Фатимиҙар Төньяҡ Африка, Сицилия, Шам (Левант) ерҙәрен, Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйҙары халҡын үҙҙәренә буйһондороп, барлыҡ мосолман донъяһында хакимлыҡ итеү өсөн көрәште дауам итә.
Фатимиҙар армияһы ялланған һалдаттарҙан һәм мәмлүктәрҙән тора. Фатими хәлифә әл-Ғәдид үлгәндән һуң әйүбиҙәр династияһынан күрд вәзире Сәләх әд-Дин власҡа килеү менән династия йәшәүҙән туҡтай[1].
Фатими хәлифәләр исемлеге
үҙгәртергә№ | Исеме | Тыуған йылы | Идара итеү йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|
1 | Әбү Мөхәммәт Абдулла әл-Мәхди Биллаһ | 909—934 | ||
2 | Әбү-Ҡасим Мөхәммәт Әл-Ҡаим Биамриллаһ | 934—946 | ||
3 | Әбү Заһир Исмәғил ибн Мөхәммәт Әл-Мансур Биллаһ | 914 | 946—953 | |
4 | Әбү Тамим Маадд ибн Исмәғил Әл-Мөизз Лидиниллаһ | 931 | 953—975 | |
5 | Әбү Мансур Низар Ибн Маадд Әл-Азиз Биллаһ | 975—996 | ||
6 | Әбү Али Мансур ибн Низар Әл-Хәким би-Амриллаһ | 985 | 996—1021 | |
7 | Әбү-Хәсән Али Ибн Мансур Әз-Заһир Биллаһ | 1005 | 1021—1036 | |
8 | Әбү Тамим Маадд ибн Али Әл-Мостансир Биллаһ | 1029 | 1036—1094 | |
9 | Әбү-Ҡасим Әхмәт Ибн Маадд Әл-Мостали Биллаһ | 1094—1101 | ||
10 | Әбү Али Мансур Ибн Әхмәт Әл-Әмир Биахкамиллаһ | 1101—1130 | ||
11 | Әбү-Маймун Абдул-Мәжит ибн Мөхәммәт Әл-Хафиз Лидиниллаһ | 1130—1149 | ||
12 | Әбү Мансур Исмәғил Ибн Абдул-Мәжит Әз-Зафир Биәмриллаһ | 1149—1154 | ||
13 | Әбү-Ҡасим Иса ибн Исмәғил Әл-Фәйез | 1154—1160 | ||
14 | Әбү Мөхәммәт Абдулла ибн Йософ Әл-Ғәдид Лидиниллаһ | 1160—1171 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Бибикова О. П. Фатимидов династия . Кругосвет. Дата обращения: 2 июнь 2017. Архивировано 4 июль 2013 года.
- Дафтари Фархад. Исмаилиты : Их история и доктрины = The Isma‘ilis: Their History and Doctrines / предисловие Вилферда Маделунга; перевод Лейлы Р. Додыходоевой при научной ред. О. Ф. Акимушкина[ky]. — М.: Наталис, 2011. — 847 с. — ISBN 58-062-0341-7. — ISBN 978-5-806-20341-1.
- Фатимиды // Исторический словарь. — 2000.
- Фатимиҙар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |