Черке́стар (үҙатамаһы: адыгэ) — адыгей халыҡтарының бер төрө, нигеҙҙә Ҡарасай-Черкес Республикаһында йәшәйҙәр. Һандары яҡынса 61 мең кеше. Ҡабарҙы һәм адыгейҙар кеүек үк үҙҙәрен боронғонан «адыгэ» тип атап йөрөтәләр. Шулай уҡ Яҡын Көнсығыш илдәрендә лә йәшәйҙәр. Унда улар XIX быуат урталарында күсенергә мәжбүр булалар. Черкес атамаһы менән унда барлыҡ адыгейҙар, абхаздар атала, ҡайһы саҡ, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙы ла берләштерелә.

Черкес
Үҙ атамаһы

адыгэ

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 61 мең
Ҡарасай-Черкес Республикаһы, Краснодар крайы, Ставрополь крайы

Тел

ҡабарҙы-черкес һәм урыҫ теле

Дин

Ислам

Туғандаш халыҡтар

кабарҙы, адыгэлар

Григорий Гагарин. 1839—40 йылдарҙағы черкес кенәзләгенең кәңәшмәһе