Бәҙәүиҙәр

(Бәҙүәндәр битенән йүнәлтелде)

Бәҙүәндәр ((ғәр. بَدَوِيбәҙәүи, күплектә бәҙәү (بَدْو) йәки бәҙәүинүн (بَدَوِيُّون) — «сүллектә (далала) йәшәүселәр», «күскенселәр») — ғәрәп телендә һөйләшеүсе Яҡын Көнсығыш күскенселәре. Ғәрәп ярымутрауынан, үҙҙәренең тәү төйәгенән, улар башҡа ерҙәргә таралған һәм бөгөнгө көндә Фарсы ҡултығы менән Атлантик океан араһындағы бөтә илдәрҙең сүллектәрендә көн итә.

Бәҙәүиҙәр
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 8 млн. яҡын кеше (2010)
Египет, Израиль, Иордания, Сирия, Ливия, Алжир, Тунис

Тел

ғәрәп

Дин

Ислам, Христианлыҡ

Раса тибы

европеоид, негроид

Туғандаш халыҡтар

ғәрәптәр, туарегтао, берберҙар

Йәшәү сығанаҡтары сикле булған был ҡырыҫ мөхиттә дөйә, һарыҡ, кәзә көтөүе менән утлау эҙләп туҡтауһыҙ сәйәхәт итеү — уларҙың быуаттар дауамында һаҡланып килгән йәшәү ысулы.

Исламға тиклемге осор

үҙгәртергә

Ғәрәп ярымутрауы — бәҙүәндәрҙең тәү төйәге, бынан улар туҡтауһыҙ утлау һәм табыш эҙләнеүҙәрҙә сүллектәренән күршеләге уңдырышлы ерҙәргә тарала. Урта һәм төньяҡ Ғәрәп ярымутрауында бәҙүәндәр бөтә йәшәүсе халыҡтың күпселеген тәшкил иткән.

Бәҙүәндәр үҙҙәренең көтөүҙәре менән сәйәхәт иткән, нәҡ улар дөйәне эйәләштергән, һәм дөйә бәҙүәндәрҙең күсмә тормошонда ҙур роль уйнай башлаған: һөтө һәм ите төп аҙығына әйләнгән, йөнөнән кейем һәм кейеҙ туҡылған, тиреһенән аяҡ кейеме һәм башҡа кәрәк-яраҡ яһалған, хатта тиҙәге әрәм булмаған — уны яғыулыҡ урынына ҡулланғандар. Дөйәлә улар үҙҙәренең милкен һәм ғаиләһен күсергән, сауҙа тауарҙарын сүллектәр аша ташыған. Сүллек аша үткән каруандарҙы улар дөйәләр менән тәьмин иткән, сауҙагәрҙәргә һаҡсы булап ялланған, биләмәләре аша тотҡарлыҡһыҙ үтеү өсөн уларҙан түләү алған, каруандарҙы талаған.

Бәҙүәндәр ҡәбиләләргә ойошоп йәшәгән. Ҡәбиләнең башында аҡһаҡалдар тарафынан һайланған шәйех торған, уның кәңәшсеһе булып аҡһаҡалдар ҡоро — мәжлес хеҙмәт иткән. Ҡәбиләләр ҡәүемдәргә, ҡәүемдәр иһә әһелдәргә бүленгән. Ер, һыу сығанағы, көтөүлек ҡәбиләнең һәм ҡәүемдең дөйөм милке һаналған. Кеше иң беренсе нәүбәттә үҙ ҡәүеменең бер ағзаһы булған, ул үҙ ҡәүеменең һаҡлауы аҫтында булған һәм үҙ ҡәүемен һаҡларға тейеш булған. Ҡәбиләләр араһында утлау һәм һыу сығанағы өсөн ҡан ҡойош, барымталар һәм ҡарымталар — ҡәҙимге күренеш булған.

Нәҡ ошо яулы дәүерҙә бәҙүән шиғриәте үҫеш ала. Бәҙүән шиғыры ҡәбиләнең шанлы яуҙарын, уның батырҙарын данлаған. Шиғриәт оҫталығы ҡыйыулыҡтан кәм баһаланмаған. Шағирҙың абруйы ҙур булған — һәр ҡәбилә үҙенең дошманға әсе һүҙ, ҡәбиләгә һәм уның башлығына данлау йыры һалырҙай үткер телле шағирына ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән. Бәҙүән шиғырҙары быуындан быуынға, телдән-телгә тапшырылып, әлеге көндәргәсә һаҡланған һәм бәҙүәндәр тормошо, тарихы тураһында бәйән итеүсе алыштырғыһыҙ ҡомартҡы булып һанала.

Сүллектәр аша үткән сауҙа каруандары бында сауҙа үҙәктәре үҫешеүенә килтерә. Был юлда ике ҡала — Йәсриб (Мәҙинә) һәм Мәккә бигерәк тә ныҡ үҫеш ала. Айырыуса Мәккә ҙур мәғәнәгә эйә була, бындағы Ҡәғбә, ҡаланың изге урыны, бөтә ҡәбиләләр өсөн ғибәҙәт ҡылыу үҙәгенә әйләнә.

6-сы быуат аҙағында — 7-се быуат башында Яҡын Көнсығышта ике ҡеүәтле дәүләт — Византия һәм Фарсы империяһы хакимлыҡ итә һәм бер-береһе менән туҡтауһыҙ һуғыштар алып бара. Сүллек сиктәрендәге ҡайһы бер бәҙүән ҡәбиләләре был империялар араһында мөһим буфер дәүләттәр нигеҙләй. Шулай, төньяҡ-көнбайыш ҡәбиләләр тарафынан Византияға союздаш булған Ғәсәсин батшалығы, ә төньяҡ-көнсығышта Фарсы империяһына буйһонған Ләхмиҙәр батшалығы нигеҙләнә.

Ғәрәп ярымутрауында барған баҫҡынсылыҡ сәйәсәте дини экспансия менән ҡуша алып барыла. 6-сы быуатта ҡайһы бер ғәрәп ҡәбиләләре христианлыҡ ҡабул итә, һәм епископтың резиденцияһы урынлашҡан Нәджрән ҡалаһы дини үҙәккә әйләнә. Ғәрәп ярымутрауының көньяғында иһә йәһүдилек тарала, һәм Йәсриб (Мәҙинә) йәһүд динле бәҙүәндәрҙең дини үҙәгенә әүерелә. Күпселек ҡәбиләләр шулай ҙа мәжүсилекте һаҡлап ҡала.

Ислам дәүере

үҙгәртергә

7-се быуатта Византия һәм Фарсы империялары үҙҙәрен бер-береһенә ҡаршы туҡтауһыҙ алып барған һуғыштарында тамам көсһөҙләндерә. Ғәсәсиндәр һәм Ләхмиҙәр батшалығы тарҡала, был Хиджазда, Мәккә оазисында төпләнгән ҡөрәйештәр ҡәбиләһенә сәйәси майҙанда алға сығырға мөмкинлек бирә. Исламды нигеҙләүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә Мәккә ҡалаһынан, ҡөрәйеш ҡәбиләһенән була. Ислам ғәрәп ҡәбиләләрен берләштереүсе идеологик сараға әйләнә. Барлыҡҡа килгән ислам йәмғиәте үҙ йоғонтоһон йылдам киңәйтә. Мөхәммәт пәйғәмбәр 630 йылдың аҙағына бәҙүән ҡәбиләләренең күбеһендә исламды таратыуға ирешә.

632 йылда, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үлеменән һуң хәлиф итеп Әбү Бәкер, пәйғәмбәрҙең дуҫы, ҡайныһы һайлана. Әбү Бәкер, ҡыҫҡа ваҡытҡа баш күтәреп сыҡҡан ҡәбиләләрҙе кире берләштергәс, Ғәрәп ярымутрауынан ары баҫып алыу сәйәсәтен башлай, был сәйәсәтте артабанғы хәлифтәр дауам итә. Бәҙүән яугирҙары Урта Көнсығыш һәм Төньяҡ Африкаға баҫып инеүсе мосолман ғәскәрҙәренең төп өлөшөн тәшкил итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар Сүриәне, Фәләстанды, Мысырҙы, Төньяҡ Африканы, Ираҡты һәм Фарсы дәүләтен яулап, ғәйәт ҙур Ғәрәп хәлифәтен нигеҙләй.

Баҫып алыу барышында бәҙүән ҡәбиләләре яңы биләмәләргә тарала. Берәүҙәре ултыраҡ тормошҡа күсә, ҡалғандары иһә күсмә йәшәү рәүешен һаҡлап ҡала. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Ираҡта һәм Сүриәлә исламға тиклем үҡ бәҙүән ҡәбиләләре йәшәгән була, бында урындағы халыҡ ғәрәп телен әүҙем үҙләштерә. 11-се быуатта бәҙүән ҡәбиләләре Төньяҡ Африкаға баҫып инә. Улар, урындағы бербер ҡәбиләләре менән һуғышып, улар менән ҡатнашып, әкренләп көнбайышҡа табан тарала.

Ғәрәп хәлифәте 9-сы быуат башында уҡ тарҡала башлай. 1258 йылда, ул осорҙағы баш ҡалаһы Бағдад монголдар тарафынан ҡолатылғандан һуң, хәлифәт тамам юҡ ителә.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Яҡын Көнсығышта бер-береһенә бәйле өс төркөм йәшәп килә: күсмә халыҡ — бәҙүәндәр, ултыраҡ крәҫтиәндәр һам ҡалала йәшәүселәр. Бәҙүәндәр башлыса дөйә, һарыҡ, кәзә аҫырау менән көн итә. Бөтә бәҙүәндәр өсөн дөйә — ул иң ҡиммәтле мал. Ул менеп йөрөр өсөн дә, йөк ташыу өсөн дә алыштырғыһыҙ, ул һөт, туҡыма әҙерләр өсөн йөн менән дә тәьмин итә, ул шулай уҡ алып-һатыу өсөн ҡиммәтле тауар. Бәҙүәндәр ер эшкәртеү, аҙыҡ етештереү шөғөлө абруйҙы төшөрә, тип иҫәпләй, шуға ла ғәҙәттә урындағы ауыл һәм ҡала кешеләре менән алыш-биреш яһап, тире, йөн, ит, һөттө иген, хөрмә, ҡәһүә һәм башҡа кәрәкле тауарға алыштыра.

Йыш күсенгәнгә күрә, бәҙүәндәрҙең матди байлыҡтары бик аҙ, төп милке — мал-тыуары һәм йәшәгән сатыры. Был сатырҙар сүллек тормошона бик ныҡ яраҡлаштырылған — кәзә йөнөнән эшләнгән туҡыма шул тиклем беше, хатта ямғыр ваҡытында сатыр эсенә һыу үтмәй. Сүллектәге һалҡын төндәрҙә сатыр эсендә йылы, ә ел ваҡытында иһә бында ышыҡ. Юлға йыйынғанда улар тиҙ йыйыла.

Бәҙүән ирҙәре ғәҙәттә мал ҡарау менән мәшғүл, улар шулай уҡ күсенеү эштәрен үҙ өҫтөнә ала. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә өй эштәрен алып бара, бала ҡарай, кейеҙ туҡый, ҡайһы берҙә кәзә-һарыҡтарҙы ҡарай. Ҡатындар сит кешеләрҙән ныҡ һаҡлана, сатырға яттар килһә, улар сатырҙың ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән өлөшөнә китергә тейеш.

Бәҙүәндәрҙең төп аҙығы — ул яңы һауылған йәки әсегән дөйә һөтө, бынан тыш хөрмә, арпа йәймәһе менән туҡланалар. Аҙыҡтары башлыса дөгөнән, тары ононан була. Ит, ғәҙәттә һарыҡ итен, бәҙүәндәр бик һирәк, байрам тантаналарында йә ҡунаҡ килгәндә генә ашай. Яратҡан эсемлектәре иһә — сәй һәм ҡәһүә.

Ҡунаҡсыллыҡ — бәҙүәндәрҙең иң төп сифаты. Һәр кеше, хатта ул дошман булһа ла, сатыр янына килә икән, тимәк ул — ҡунаҡ. Ҡунаҡты хужа өс көн һәм тағы көндөң өстән бере үҙ сатырында һыйлай, был ваҡытта ҡунаҡҡа бер кем дә бер ниндәй ҙә һорау бирмәй. Ҡунаҡ өсөн хатта һуңғы һарыҡ һуйыла. Бәҙүәндәрҙең төп ҡунаҡсыллыҡ йолаһы — ул ҡәһүә яһау. Ҡәһүә яһау — үҙе бер сәнғәт, ҡунаҡ кешегә ҡәһүәне хужа үҙе бөтә йыйылғандар алдында әҙерләп эсерә. Ҡунаҡ менән хужа әңгәмә ҡора, һуңғы яңылыҡтар тураһында белешә. Тик бирелгән ваҡыт үткәндән һуң ғына мосафирҙың кем икәнлеге һәм ни кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһынала алалар.

Бәҙүәндәр хәҙерге көндә

үҙгәртергә
 
Йәш бәҙүән

Бәҙүәндәр әлеге көнгәсә ҡәбиләләргә, ҡәүемдәргә һәм әһелдәргә ойошоп йәшәй. Ҡәүемдәр һәм әһелдәргә бүленеш ир яғынан туғанлыҡ бәйләнешенә нигеҙләнгән. Ҡәбиләләр башында әле лә, меңәр йылдар элекке кеүек үк, шәйех тора.

Сәғүд Ғәрәбстаны — бөтә ғәрәп ҡәбиләләренең тәү төйәгендә — бәҙүәндәр күпселекте тәшкил итә. Бынан тыш, бәҙүән ҡәбиләләре Кувейтта, Йеменда, Иордания, Сүриә һәм Ираҡтың сүллек өлөштәрендә, Төньяҡ Африканың Судан, Тунис, Марокко, Ливияның көнсығышында, Мысырҙың Синай ярымутрауы, Ливия сүллеге, Израилдең Негев һәм Йәһүд сүллектәре буйлап сәйәхәт итә, бик һирәк Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең сүллектәрендә һәм Яҡын Көнсығыштың башҡа илдәрендә көн итә. Бәҙүәндәрҙең теүәл һаны билдәле түгел, күсмә тормош алып барыуҙары сәбәпле, уларҙың иҫәбен алыу ҙа мөмкин түгел.

Бәҙүәндәрҙең йәшәү рәүеше һәм мәҙәниәте менән таныштырыу бөгөнгө көндә туристик кәсептәрҙең береһенә әүерелгән. Бәҙүәндәр сүллектә сәйәхәт итеүселәргә юл күрһәтеү менән шөғөлләнә, туристарҙы дөйәлә йөрөтә, үҙҙәренең милли аҙығы менән һыйлай, ә уларҙың туҡылған келәмдәре, кескәй шешә эсендә төҫлө ҡомдарҙан эшләнгән дөйә рәсемдәре туристар араһында сувенир булараҡ киң таралған.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Яҡын Көнсығыш илдәрендә автомобилдәр пәйҙа була һәм дөйә һатыу кәсебе килем килтермәй башлай. Күп бәҙүәндәр шунлыҡтан ултыраҡ тормошҡа күсә һәм ер эшкәртеү шөғөлөн үҙ итә. Бынан тыш, ҡайһы бер илдәрҙең хакимиәте бәҙүәндәрҙең ултыраҡ тормошҡа күсенеүенә булышлыҡ итә, бәҙүән ауылдарын һыу менән тәьмин итә.

20-се быуаттың уртаһынан башланған иҡтисадтың юғары тиҙлектә үҫеше, индустриялаштырыу арҡаһында бәҙүәндәр күпләп ҡалаға ынтыла, нефть сәнәғәтендә, төҙөлөштә эшләй.

Бөгөнгө көндә бәҙүәндәр капиталистик тормошҡа яраҡлаша, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, бәҙүән балалары мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында уҡый, дөйәләргә алмашҡа хәҙерге заман автомобилдәре килә.

Шулай ҙа байтаҡ бәҙүәндәр үҙҙәренең күсмә тормошона тоғро ҡалып, сүллектәрҙә иркен сәйәхәт итеүҙе, сатырҙарҙа йәшәүҙе хуп күрә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә