Гиза пирамидалары

Гизала пирамидалар комплексы — хәҙерге Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирә биҫтәһендәге Гиза яйлаһында урынлашҡан боронғо ҡомартҡылар комплексы. Нил йылғаһындағы иҫке Гиза ҡалаһынан Ливия сүллеге үҙәге йүнәлешенә ҡарай 8 км алыҫтараҡ, Ҡаһирә үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай яҡынса 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡоролмалар Боронғо Мысырҙа боронғо IV—VI династияһы хакимлыҡ иткән дәүерҙә төҙөлгән тип иҫәпләнә (беҙҙең эраға тиклем XXVI—XXIII быуаттар).

Гиза пирамидалары
Рәсем
Дәүләт  Мысыр
Административ-территориаль берәмек Эль-Гиза[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 27 метр
Ил Боронғо Мысыр
 Мысыр
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙан 16 359 гектар
Вид из этого места
Карта
 Гиза пирамидалары Викимилектә

Хеопс (Хуфу) пирамидаһы донъяның ете мөғжизәһенең берҙән-бер ҡалған ҡомартҡыһы. Шулай уҡ Мысырҙың милли байлығы булып тора.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Был Боронғо Мысыр некрополе Хуфу Пирамидаһынан (Бөйөк пирамида һәм Хеопс пирамидаһы булараҡ билдәле), көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай ике йөҙ метр алыҫлыҡтағы бер нисә бәләкәй Хафра пирамидаһынан һәм бер нисә тиҫтә йөҙләгән метр көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай күләме буйынса бәләкәй Менкуара пирамидаһынан, шулай уҡ батшабикә һәм үҙән пирамидалары кеүек билдәле бер нисә рәт ҙурыраҡ пирамида-юлдаштарҙан тора.

Пирамидаларҙың өҫкө йөҙө шымартылған аҡ эзбизташ плита менән ҡапланған. Боронғо Мысыр цивилизацияһы ҡолатылғандан һуң эзбизташты урындағы халыҡ үҙ ихтыяжы өсөн ташып ала

Ҙур Сфинкс комплекстың көнсығыш өлөшөндә йөҙө менән көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан. Күп ғалимдар Сфинкстың Хафра менән портрет оҡшашлығы бар тип иҫәпләүен дауам итә.

Менкаура ерләү ғибәҙәтханаһында ҡулланылған монолиттың ауырлығы 200 тонна баһалана — был Гиза яйлаһында иң ауыры. Менкауара ҡорамының үҙәк капеллаһынан ултырыусы батшаның ғәйәт ҙур һыны — Боронғо батшалыҡ дәүерендә иң ҙуры

Гиза яйлаһының картаһы

үҙгәртергә

Гиза яйлаһында дүрт төп ҡәберлек табылған: көнбайышта, көнсығышта, көньяҡта һәм үҙәк өлөштә

  1. Хеопс пирамидаһы

2. Хефрен пирамидаһы
3. Микерин пирамидаһы
4. Ерләү ғибәҙәтханаһы
5. Кәшәнә
6. Юлдаш-пирамида
7. Үҙәндә ғибәҙәтхана
8. Үҙәндә Микерин ҡорамы
9. I Хетеп-Херес кәшәнәһе
10. I Хенткаус пирамидаһы
11. Батшабикә пирамидаһы
12. Мастабалар
13. Ҙур сфинкс
14. Сфинкс ҡорамы
15. Хемиун кәшәнәһе
16. Пирамидаларҙы өйрәнеү үҙәге
17. Билет һатыу кассаһы

18. Ҡояш кәмәләре табылған соҡор
19. Яңы юл
20. Ҡаяла уйылған кәшәнә
21. Һөнәрселәр ауылы
22. Каир
23. Назлет-әл-самман ауылы
24. Ерләү юлы
25. Микерин каменоломнялары
26. Хәҙерге зыярат
27. Ҡаяла уйып яһалған кәшәнәләр
28. Ҡойма стеналары
29. Ҡаяла уйып яһалған кәшәнә һәм мастабалар
30. Көнбайыш зыярат
31. Көнсығыш зыярат
32. Үҙәктә мастабалар зонаһы һәм ҡаяла уйып яһалған кәшәнә

Хуфу (Хеопс) пирамидаһы комплексы

үҙгәртергә

IV династияның икенсе фирғәүененең Хуфу (Хеопс) пирамидаһы Гиза яйлаһында төҙөлгән иң беренсе һәм иң ҙур пирамида була. Быға тиклем пирамидалар Дахшурала төҙөлгән — унда, атап әйткәндә, фирғәүен Снофру төҙөгән ике пирамида урынлашҡан. Әммә Хуфу Дахшурҙан 40 километр урында тора.

Пирамиданың нигеҙе ҡаяла төҙөлгән, ауыш булмаһын өсөн тигеҙләнгән. Пирамиданың баштағы түбәһе нигеҙенән 146,7 метр булған, ләкин һуңғараҡ түбәһе юҡҡа сыға, һәм хәҙерге ваҡытта бейеклеге 137,3 метр тәшкил итә. 1880 йылға, Кельн соборының ике башняһы төҙөлгәнгә тиклем, Хеопс пирамидаһы донъяла иң бейек ҡоролма булып иҫәпләнә[1].

Иң башта пирамида тур эзбизташы менән көпләнә, нигеҙенең яғы 32,4 метр тәшкил итә. Әммә һуңыраҡ тышлығы тулыһынса тиерлек юғала. Әлеге ваҡытта уның нигеҙенең яҡтары 230,4 метр тәшкил итә, ә нигеҙ майҙаны — 5,4 гектар. Стеналарының мөйөш ауышлығы — 52°52'. Ҡоролмаға яҡынса 2,5 миллион таш блок китә, блоктың һәр күләме 1 куб метрҙан ашыу тәшкил итә. Әммә был пирамиданы Урта быуаттарҙа каменоломня кеүек ҡулланалар, шуның арҡаһында хәҙер блоктарҙың күбеһе юҡ [1].

Пирамидаға тәүге инеү урыны пирамиданың төньяҡ яғында 15,63 метр бейеклектә урынлашҡан. Ләкин әлеге ваҡытта башҡа инеү урыны файҙаланыла, ул төньяҡ яҡтың үҙәгендә тиерлек, алдағыһына ҡарағанда 10 метр түбәнерәк урынлашҡан. Был инеү урынын боронғо юлбаҫарҙар уйып яһаған[1]

Пирамиданың эсендә өс камера бар. Беренсе камераның күләме — 8-гә 14 м, бейеклеге 3,5 метр. Ул нигеҙенән 30 метр самаһы тәрәнлектә урынлашҡан. Ул тамамланмаған. Икенсе камера теүәл түбәһе аҫтында нигеҙенән 20 метр самаһы бейеклектә урынлашҡан. Уның күләме 5,7 метрға 5,2, уның көмбәҙле түшәме 6,7 метрға тиклем бейеклектә. Был «батшабикә кәшәнәһе» тип аталған камера шулай уҡ тамамланмаған. Өсөнсөһө , «батша кәшәнәһе» тип аталған камера, пирамиданың үҙәгенән көньяҡтараҡ урынлашҡан, нигеҙенән 42,3 метр бейеклектә. Уның күләме 5,2 метрға 10,4 м, бейеклеге — 5,8 метр. Башҡа камераларҙан айырмалы рәүештә, ул төҙөлөп бөткән. Стеналары гранит плиталар менән көпләнгән, ентекле шымартылған һәм яҡтары тигеҙләнгән. Түбәһе туғыҙ ауыр монолиттан тора, улар өҫтөндә биш камера урынлашҡан. Өҫтәге камера ҙур таш блоклы ике яҡлы ҡыйыҡтан тора. Был камерала уның көнбайыш яғында көрән-һоро гранит киҫәгенән юнып яһалған буш саркофаг урынлашҡан. Яҙыуҙар юҡ. Бөтә камералар эргәһендә бер-береһе менән коридор һәм шахталар менән тоташҡан бәләкәйерәк камералар («алғы бүлмә») урынлашҡан. Шахталарҙың бер өлөшө тупикҡа алып бара[1].

Ерләү камераһына алып барыусы ҙур галереяның оҙонлоғо 47 метр, бейеклеге 8, 5 метр, ауыш мөйөшө — 26°. Уның стеналары 8 ҡат һалынған эзбизташлы шымартылған плиталар менән көпләнгән, улар йәнәш плиталарҙы 5-6 сантиметрға ҡаплай[1].

 
Хуфу ерләү ҡорамының схемаһы

Хеопс пирамидаһы янында үрге (ерләү) ғибәҙәтхана харабалары һаҡланған, уны 1939 йылда Мысыр археологы Әбү Сейф таба. Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, ҡаҙыу эштәрен француз археологы Жан-Филипп Лауэр тамамлап ҡуя. Тикшеренеүҙәргә ярашлы, ҡорамдың оҙонлоғо 52,5 метр була. Ул тур эзбизташынан ҡорола. Уның ихатаһында граниттан 38 квадрат бағана урынлаша. Изге урын алдында вестибюль урынлаша, унда шундай уҡ ун ике бағана урынлаша. Вестибюлдең ике яғында камералар урынлаша, уларҙа «ҡояш кәмәһе» һаҡлана. Тағы шундай оҡшаш камера түбәнге ғибәҙәтханаға барыу юлынан һул яҡта табылған. 1954 йылда тағы ла ошондай 2 камера табыла, уларҙың береһендә кедр ағасынан яҡшы һаҡланған 36 метр оҙонлоҡтағы кәмә урынлашҡан. Һуңыраҡ уның өсөн пирамида менән махсус павильон төҙөлә[1].

Боронғо тарихсыларға ярашлы, Хеопс пирамидаһы таш диуарҙар менән уратып алына. Уның ҡалдыҡтары һаҡланған. Стена 3 метр ҡалынлығында булған, пирамидаға тиклем ара 10,5 метрға тиклем тәшкил итә[2].

Хеопс пирамидаһының юлдаш-пирамидалары

үҙгәртергә

Хеопс пирамидаһынан көнсығышта 3 пирамида-юлдаш урынлашҡан. Уларҙың урынлашыуы, моғайын, (ғәҙәттә юлдаш-пирамидаларҙы төп пирамиданан көньяҡҡа ҡарай төҙөгәндәр) уларҙың урын үҙенсәлектәре менән аңлатыла. Улар төньяҡтан көньяҡҡа йүнәлтелгән, бейегерәктәре төньяҡтараҡ урынлашҡан. Пирамидалар G1-а, G1-b һәм G1-c кеүек билдәләнә. Беренсе нигеҙҙең яғы 49,5 метрға тигеҙ, икенсеһенеке — 49 метр, өсөнсөһөнөкө — 46,9 м. Улар аҫтында ҡая нигеҙе тигеҙләнмәгән, шуға күрә нигеҙҙәр бөтөнләй үк квадрат түгел. Стеналарҙың ауышы 52°. Пирамидалар көпләнгән. Һәр береһенең эргәһендә таш ҡойма, ерләү ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Һәр пирамидала ерләү камераһы берәү, улар менән йәнәш алғы бүлмәләр урынлашҡан, уларға аҫылынып торған шахта алып бара. Беренсе пирамида эргәһендә «ҡояш кәмәһе» менән камера урынлашҡан [2][3].

Пирамидалар яҡшы һаҡланған, тик тышлыҡтары юҡ. Пирамидаларҙың Хуфуның ҡатындарына тәғәйенләнеүе ихтимал. Беренсе пирамиданан көнсығыштараҡ тағы бер пирамида төҙөргә уйлағандар, ул ҙур күләмдә булырға тейеш булған, әммә унда хатта ерләү камераһы ла төҙөлөп бөтмәгән. Археолог Джордж Рейснер был пирамиданың батшабикә Хетепхересҡа, Хуфуның әсәһенә тәғәйенләнгән икәнен фаразлай, уның кәшәнәһе таланған. Һөҙөмтәлә батшабикә төньяҡтараҡ ҡаяла уйылған йәшерен кәшәнәлә яңынан ерләнә. Был кәшәнә, Боронғо батшалыҡтың батша ғаиләһе ағзаһының берҙән-бер кеше ҡулы ткймәгән ҡәберлеге була, 1925 йылда Рейснер тарафынан табыла[2].

 
Көнсығыш ҡәберлектәр планы

Көнсығыш кәшәнәләре (мастабалар) Хуфу пирамидаһынан көнсығышҡа табан урынлашҡан һәм уларҙы g 7000 зыяратына индерәләр. Бында Хуфу ғаиләһенең ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ V—VI династияһы ҡанбабалары ерләнгән[4]. Яҡынса 40 мастаба һаҡланған. Хәҙер уларға барыу мөмкин түгел, ә уларҙың табылдыҡтары Ҡаһирәлә Мысыр музейының һаҡлағысында һаҡлана[2].

Көнбайыш ҡәберлек

үҙгәртергә
 
Көнбайыш ҡәбер планы

Көнбайыш ҡәберлектә 100-ҙән ашыу мастаба бар, улар IV—VI династиялар дәүеренә ҡарай[2]. Уларҙың ҡайһы берҙәре мастабаларҙың һаны буйынса, ҡайһы берҙәре — уларҙы өйрәнгән археолог исемдәре менән атала[4].

Гизаның Көнбайыш ҡәберлегендә ерләүҙәр[4]
Исем (инг.) Осор Ҡаҙыу
Excavations Bakr Abu V һәм VI династия (1949-53)
1000 G Cemetery V һәм VI династия Reisner (1903-05)
1100 G Cemetery V һәм VI династия Reisner (1903-05)
1200 G Cemetery IV династия Reisner (1903-05)
G 1300 Cemetery V һәм VI династия Reisner (1903-05)
1400 G Cemetery V һәм VI династияһы Reisner (1903-05
G 1500 Cemetery Reisner (1931?)
1600 G Cemetery V һәм һуңғы династия Reisner (1931)
1900 G Cemetery Reisner (1931)
2000 G Cemetery V һәм VI династия Reisner (1905-06)
G Cemetery 2100 IV һәм V династия һәм һуңғы Reisner (1931)
G Cemetery 2200 иртәнге IV һәм һуңғы V династия Reisner ?
2300 G Cemetery V һәм VI династия Reisner (1911-13)
G 2400 Cemetery V һәм VI династия Reisner (1911-13)
G 2500 Cemetery Reisner
G 3000 Cemetery VI династия Fisher and Eckley Case Jr (1915)
G Cemetery 4000 IV һәм һуңғы династия Reisner Junker and (1931)
G 6000 Cemetery V династия Reisner (1925-26)
Junker Cemetery (Побережье) Һуңғы Боронғо батшалығы Junker (1926-7)
Steindorff Cemetery V һәм VI династия Steindorff (1903-07)
Junker Cemetery (East) Һуңғы Боронғо батшалыҡ Junker

Көньяҡ ҡәберлек

үҙгәртергә
 
Көньяҡ ҡәберлек

Көньяҡ ҡәберлектәге ерләүҙәр II—III династия һәм V—VI династиялар хакимлығы осорона ҡарай[4]. 10-дан ашыу һаҡланған. Уларҡа барыу мөмкин түгел, ә табылдыҡтары Ҡаһирәнең Мысыр музейы һаҡлағысында һаҡлана[2].

Төп ҡәберлек

үҙгәртергә

Батша ғаиләһенең ҡайһы бер ағзаларының ҡәберҙәрен үҙ эсенә ала. IV һәм V һәм һуңыраҡ династияларға ҡарай[4].

Төп ҡәберлек[4]
Номер Ерләнгән
G 8172 (LG 86) Nebemakhet
G 8158 (LG 87) Nikaure
G 8156 (LG 88) Persenet
G 8154 (LG 89) Sekhemkare
G 8140 Niuserre
G 8130 Niankhre
G 8080 (LG 92) Iunmin
G 8260 Babaef
G 8466 Iunre
G 8464 Hemetre
G 8460 Ankhmare
G 8530 Rekhetre
G 8408 Bunefer
G 8978 I Khamerernebty

Хафра (Хефрен) пирамидаһы комплексы

үҙгәртергә
 
Хефрен пирамидаһының арҡыры киҫелеше

Хафра (Хефрен) фирғәүене пирамидаһы Хеопс пирамидаһынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай алыҫлыҡта урынлашҡан. Пирамиданың баштағы бейеклеге 143,9 метр тәшкил итә, ул Хеопс пирамидаһынан 3 метрға ҡалыша. Әлеге ваҡытта пирамиданың бейеклеге 136,4 метр тәшкил итә. Хефрен пирамидаһы стенаһының ауышлығы ҙур (52°20') һәм нигеҙенең оҙонлоғо әҙ (башта 215,3 метр, әлеге ваҡытта — 210,5 метр), был Хеопс пирамидаһына ҡарағанда уны визуаль бейек итеп күрһәтә. Бынан тыш, ул некрополдең иң юғары нөктәһендә урынлашҡан, шуға күрә тағы ла бейегерәк күренә[5].

Хефрен пирамидаһының ике инеү урыны бар, улар төньяҡ стенала урынлашҡан. Береһе нигеҙ кимәлендә, икенсеһе — 15 метр бейеклектә. Икенсе сығыу урынынан туранан-тура ерләү камераһына сығырға мөмкин. Беренсе инеү урынынан туннель 10 метр аҫҡа китә, һуңынан тигеҙ участка урынлаша, ә артабан коридор өҫкә китә һәм төп коридор менән тоташа. Түбәнге коридорҙа шулай уҡ ҙур булмаған тармаҡ бар, ул тамамланмаған камераға алып бара[5].

Ерләү камераһы пирамиданың күсәре эргәһендә урынлашҡан. Ул көнсығыштан көнбайышҡа табан 14,2 метрға һуҙылған,а камераның киңлеге 5 метр, бейеклеге — 6,8 метр тәшкил итә. Түшәме көмбәҙле. Камерала емерелгән ҡапҡасы менән шымартылған граниттан саркофаг урынлашҡан[5].

Хафраның ерләү ҡорамы пирамиданан көнсығышҡа ҡарай ярайһы уҡ алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙҙең эраның XVIII быуатында әле уның торошо яҡшы була, әммә һуңыраҡ урындағы халыҡ уның стеналарының ташын ташып ала. Емереклектәренә ҡарағанда 145 метрға 45 метр майҙанда махсус гранит террасала урынлашҡан. Эсендә биш намаҙ уҡыу йорто, шулай уҡ ихата бар, ихатала Хафра һүрәте менән 12 һын урынлашҡан. Ҡорамдың ҡабырғаларында «ҡояш ҡайыҡтары» өсөн 5 камера табылған[5].

 
Хафра пирамидаһы комплексын реконструкциялау

Ерләү еренән киңлеге 5 метр булған таш юл китә, ул «Гранит ғибәҙәтхана» исеме аҫтында билдәле Түбәнге ҡорамға алып бара. Ул хәҙерге күҙәтеү террасаһы алдында Ҙур Сфинкстан көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан. Уның формаһы ҙур мастабаға оҡшаған. Ҡорамдың күләме 45 метрға 45 метр, бейеклеге — 12 метр. Уның үҙәк залында алебастр һәм һәүерташтан яһалған Хафраның 23 статуяһы, граниттан 16 бағана урынлашҡан. Ҡорамда ике инеү урыны бар, уның һәр береһе эргәһендә икешәр ятыусы сфинкс урынлашҡан[5].

Хефрен пирамидаһы тирәләй стена урынлашҡан. Ҡаҙыныу эштәренә ярашлы уның ҡалынлығы 3, 4 метр, пирамидаға тиклем ара 10, 1 метр тәшкил итә[5].

Хафра пирамидаһынан көньяҡта ҙур булмаған пирамида-юлдаш урынлашҡан. Уның ер өҫтө өлөшө һаҡланмаған, әммә нигеҙенең ҡалдыҡтары һәм көпләү плиталарының һыныҡтары буйынса уның нигеҙенең яғы 20, 1 метр, ә стеналарының ауышы — 52°20' . Пирамиданың ер аҫты камераһы һаҡланған. Шулай уҡ талаусылар уйған туннель һаҡланған. Был пирамидала, моғайын, Хафраның ҡатыны ерләнгән[5].

1881 йылда пирамиданан көнбайышҡа ҡарай шулай уҡ боронғо пирамида төҙөүселәренең торлаҡтарының емереклектәре табылған. Унда һәр береһе 26 метрға 3 метр булған 91 бина урынлашҡан[5].

Менкаур (Микерин) пирамидаһы комплексы

үҙгәртергә
 
Микерин пирамидаһының арҡыры киҫелеше

Өс бөйөк пирамидаларҙың иң тәпәше, фирғәүен Менкаураның пирамидаһы некрополдең көньяҡ-көнбайышында Хуфу һәм Хафра пирамидаларынан байтаҡ алыҫта урынлашҡан. Нигеҙенең яғы 108, 4 метр, бейеклеге башта 66 метр булған, хәҙер — 62 метр. Уның өстән бер өлөшө ҡыҙыл асуан гранит плиталар менән көпләнгән, өҫкө өлөшө аҡ тур эзбизташынан, ә түбәһе, күрәһең, шулай уҡ ҡыҙыл гранит плиталар менән көпләнгән. Шаһиттарҙың һүҙҙәре буйынса, ул XVI быуатта уҡ ике төҫлө булған, әммә һуңыраҡ мәмлүктәр тарафынан таланған. Әлеге ваҡытта ҡом өйөмдәре аҫтында тышлығының аҫҡы өлөшө генә һаҡланып ҡалған[6].

Пирамидаға беренсе инеү урынының нигеҙендә оҙонлоғо тәүҙә 60 метр булған, әммә һуңыраҡ уның дәүмәле күпкә арта. Ерләү камераһы башта нигеҙенән алты метр түбәнерәк урынлаша, әммә һуңыраҡ ул түбәнерәк урынлаштырыла[6].

Пирамида төҙөү өсөн Хеопс һәм Хефрен пирамидаларына ҡарағанда ҙур күләмле таш блоктар ҡулланылған. Төҙөлөштө тиҙләтеү өсөн блоктар ентекле эшкәртелгән. Әммә фирғәүен төҙөлөш тамамланғанға тиклем вафат булған — уның үлеме мәлендә пирамиданың бейеклеге 20 метрға етә (граниттан көпләнеүе кимәленә тиклем). Инглиз египтологы И. Е. С. Эдвардс бөтә был пирамиданы көпләү өсөн ҡыҙыл гранит ҡулланылырға тейеш була, әммә Менкаураның вафатынан һуң, алмашсыһы, фирғәүен Шепсескаф тәүге планды үҙгәртә тип фараз итә[6].

Алдағы пирамидаларҙан айырмалы рәүештә, Микерин пирамидаһы ҡаялы нигеҙҙә түгел, ә эзбизташ блоктарҙан төҙөлгән яһалма террасала төҙөлгән. Ерләү камераһының күләме 6,5 метрға 2, 3 метр, бейеклеге 3,5 метр. Камераның түшәме ике блок ярымдан тора, улар аҫҡы яғынан яртылаш арка кеүек юнылған. Ерләү камераһы һәм уға алып барыусы коридор шымартылған гранит менән көпләнгән. Эске биналарҙың схемаһы ҡатмарлы, сөнки төҙөлөш ваҡытында баштағы планға өс үҙгәреш индерелгән. Баштағы ерләү камераһы һәм уға алып барыусы коридор баҫҡыс ярҙамында инеү коридоры менән тоташҡан[6].

Ерләү камераһында саркофаг була, әммә уны ташығанда ул океанда бата. Уның тасуирламаһы һәм һүрәте һаҡланған. Ул базальттан яһалған, уның өҫтө рельеф менән ҡапланған булған. Ғалимдар уйлауынса, был саркофаг һуңғы дәүергә ҡарай — күрәһең, Боронғо батшалыҡ ваҡытында талауҙарҙан һуң һаҡланып ҡалған мумияны яңы саркофагҡа һалалар[6].

Пирамидаларҙың тирә-яғындағы төҙөлөштәр насар һаҡланған, уларҙың емереклектәре ҡом аҫтында ҡалған. 1755 йылға ҡараған Ерләү ҡорамының тасуирламаһы бар, ул ваҡытта ул яҡшы торошта була. Уға ярашлы ҡорам майҙаны 45 метрға 45 метр тәшкил итә. Ҡорамдың яртыһын ихата биләй, икенсе яртыһында культ оҙатыу ҡоролмалары һәм келәт биналары урынлаша. Көнсығышҡа ҡарай ярты саҡрымда Түбәнге ҡорам урынлаша, уның күләме лә яҡынса шулай уҡ була. Уҙғарылған ҡаҙыу эштәренә ярашлы был ҡорам VI династияһы хакимлығы ваҡытында тергеҙелгән һәм ҙурайтылған. Ерләү камераһынан Түбәнге ҡорамға шымартылған эзбизташ плиталарҙан юл алып бара, уның бер өлөшө әлеге ваҡытҡа тиклем һаҡланған[6].

Микерин пирамидаһының көньяҡ өлөшө эргәһендә, ҡойма артында, яҡшы һаҡланған пирамида-юлдаштар урынлаша. Иң ҙуры уларҙың — көнсығыш пирамида. Нигеҙенең яғы 44,3 метр, бейеклеге 28,3 метр тәшкил итә. Башта ул гранит менән көпләнгән, ул ҡайһы бер урында һаҡланып ҡалған. Икенсе һәм өсөнсө урында һикәлтәле. Улар тамамланмаған һәм уларға «ысын» пирамида ҡиәфәте бирергә планлаштырғандар тип фараз ителә. Уларҙың яғы 31,5 метр, бейеклеге 21,2 тәшкил итә[6].

1837 йылда пирамиданың көнсығышында граниттан эшләнгән саркофаг табыла — урта өлөшөндә ағас табут фрагменттары һәм кеше һөйәктәре табыла. Көнбайыш пирамидала ерләү камераһы тамамланмаған. Һәр пирамида эргәһендә ерләү ҡорамы урынлашҡан, улар бөтәһе лә бергә таш стена менән уратып алынған. Рейснер фаразлауынса, көнсығыш пирамидала Менкаураның төп ҡатыны, Хамерернебти ерләнгән[6].

Ҙур Сфинкс комплексы

үҙгәртергә
 
Ҙур Сфинкс һәм Сфинкс ғибәҙәтханаһы

Ҙур Сфинкс Хефрен пирамидаһынан көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан. Һын Хеопса һәм Хефрен пирамидалары кеүек үк шул уҡ материалдың берҙәм киҫәгенән юнып эшләнгән, кеше башы менән ятҡан арыҫланды кәүҙәләндерә. Уның алғы тәпәйҙәренән ҡойроғона тиклем оҙонлоғо 57,3 м, бейеклеге — 20 метр тәшкил итә. Нигеҙендәге, һындың аяғындағы яҙыу, Сфинкстың фирғәүен Хафра бойороғо буйынса төҙөлгәнлеген раҫлай, ә йөҙөнөң һыҙаттары фирғәүендең үҙенең йөҙ һыҙаттарын ҡабатлай. Әлеге ваҡытта һын ныҡ зыян күргән, бигерәк тә уйымдар менән киртләсләнгән йөҙө ныҡ зарарланған[7].

Сфинксты даими ҡом ҡаплаған, шуға күрә уны әленән-әле ҡаҙырға тура килә. Һуңғы ваҡытта был 1920 йылда эшләнә. Бынан тыш, һын шунда уҡ өлөшләтә тергеҙелә һәм ҡом өйөмөнән һаҡлаусы ҡойма менән уратып алына[7].

Статуянан алыҫ түгел Сфинкс ҡорамы урынлашҡан, ул XX быуатта ғына табыла[5].

Пирамидаларҙы төҙөү

үҙгәртергә

Әйтелгәнсә, пирамида төҙөү өсөн 2,5 тонна ауырлыҡтағы блоктар пирамидаға яҡын карьерҙарҙа ярайһы уҡ йомшаҡ нуммулит эзбизташтарҙан ҡырҡылған һәм төҙөлөш урынына һөйрәп алып киленгән. Ә юғарыға пандустар һәм , күрәһең, блоктар ярҙамында күтәрелә[8]. Пирамидаларҙың тышҡы көпләнеүе тығыҙ һәм аҡ тур эзбизташынан әҙерләнгән. Яҡшы тигеҙләнгән блоктар төҙөлөш иретмәһенең йоҡа ҡатламы менән беркетелгән, ә блоктың эске һалыуына ярайһы уҡ ҡалын ҡатлам ҡойолған.

Һаҡланғанлығы

үҙгәртергә

XIX быуаттың 1-се яртыһында Мысырҙың наместнигы Мәхәммәт Әли 1831—1869 йылдарҙа Мысыр төҙөлөш эштәренең баш инженеры Линан де Бельфонға һуғарыуҙы үҫтереү өсөн Нилда дамбалар төҙөлөш материалдарына бер нисә пирамиданы, әгәр кәрәк булһа, хатта бөтәһендә һүтеп алырға тәҡдим итә. Линан де Бельфон тәҡдимде кире ҡағып тормай, был осраҡта паша уның менән бәхәсләшеп тормаясағын аңлай, тик ул эштәрҙе башҡарыуҙы башҡа берәүгә тапшырасаҡ— бының урынына ул бындай проекттың тулы финанс нигеҙһеҙлеген күрһәткән ентекле иҫәп-хисапты бирә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Некрополь Гиза
  • Пирамида менән яҡтан шыма
  • Африкала объекты юнеско бөтә донъя мираҫы исемлеге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Замаровский В. Их величества пирамиды. — С. 279—284.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Замаровский В. Их величества пирамиды. — С. 284—286.
  3. Lehner M. The Complete Pyramids. — P. 116.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Porter, Bertha and Moss, Rosalind, Topographical Bibliography of Ancient Egyptian Hieroglyphic Texts, Statues, Reliefs and Paintings Volume III: Memphis, Part I Abu Rawash to Abusir. 2nd edition (revised and augmented by Dr Jaromir Malek, 1974. Retrieved from gizapyramids.org 2008 йыл 11 октябрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Замаровский В. Их величества пирамиды. — С. 286—291.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Замаровский В. Их величества пирамиды. — С. 291—295.
  7. 7,0 7,1 Замаровский В. Их величества пирамиды. — С. 296—299.
  8. Рег Кокс, Нейл Моррис. Великая пирамида в Гизе // Семь чудес света. — М.: БММ АО, 1997. — С. 4. — ISBN 5-88353-014-1.
  • Замаровский В. Их величества пирамиды / Пер. со словацкого О. И. Малевича. Послесл. Н. С. Петровского. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1981. — 447 с. — (По следам исчезнувших культур Востока).
  • Lehner M. The Complete Pyramids. — London: Thames & Hudson, 1997. — 256 p. — ISBN 0-500-05084-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә