Ғәрәп хәлифәлеге

(Ғәрәп хәлифәте битенән йүнәлтелде)

Ғәрәп хәлифәлеге (ғәр. خلافة إسلامية‎ — Ислам хәлифәлеге‎) — VII—IX быуаттарҙа мосолман яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, хәлифәләр идара иткән теократик Ислам дәүләте. Боронғо Русь сығанаҡтарында уны Һәжәриҙәр батшалығы (царство Агарянское) һәм Исмәғил батшалығы (царство Измаильтянское) тип атап, шул ваҡыттағы батшалыҡтар (империялар) исемлегенә индергән.

Ғәрәп хәлифәлеге
Нигеҙләү датаһы 632
Рәсми тел Ғәрәп теле
Донъя ҡитғаһы Азия, Африка һәм Европа
Эра Урта быуаттар
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1517
Урынлашыу картаһы
Ғәрәп Хәлифәлегенең үҫеше
Ғәрәп Хәлифәлеге 750 йылда

Мәҙинә өммәте

үҙгәртергә

Хәлифәлеккә нигеҙҙе VII быуатта Көнбайыш Ғәрәбстандағы Хижаз төбәгендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр төҙөгән мосолман өммәте һала. Яулап алыу һуғыштары (ғазауаттар) һөҙөмтәһендә ҙур дәүләт барлыҡҡа килә. Уға Ғәрәбстан ярымутрауы, Ираҡ, Иран, Кавказдың күп өлөшө, Каспий диңгеҙе буйҙары, Урта Азия, Сүриә, Фәләстин, Мысыр, Төньяҡ Африка, Пиреней ярымутрауының күп өлөшө, Синд инә.

Хәлифәлек (ғәр. خليفة‎ — Khalīfah — «вариҫ», «вәкил») — хәлифә титулын да, улар идара иткән дәүләтте лә аңлата.

Ғәрәп хәлифәлеге, һәм унан һуңғы бер нисә быуат көнбайыш тарихнамәһендә Исламдың алтын быуаты тип атала.

Ғәҙел хәлифәт (632—661)

үҙгәртергә

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң 632 йылда Ғәҙел хәлифәт төҙөлгән. Уға дүрт Ғәҙел Хәлифә: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан һәм Али ибн Әбү Талип етәкселек иткән.

Дәүерҙәре

үҙгәртергә

Ғәрәп хәлифәлеген төп өс дәүергә бүлеп ҡарарға була:

Баш ҡалаһы үҙгәреп торған:

Төп мәҡәләләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә