Баязит  — ғәрәптәрҙән инеп, төрки телле халыҡтар араһында таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Баязит башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, ир балаларға ҡушылған мосолман исеме. «Матур», «шәп» мәғәнәһен аңлата[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Баязит Дим (Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24 ғинуар 1909 йыл — 10 октябрь 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).

Баязит Бикбай — (9 ғинуар 1909 йыл — 2 сентябрь 1968 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, драматург. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1939) ордендары кавалеры.

Баязит I Йәшен Баязит I (ғосм. بايزيد اول‎ — Bâyezid-i evvel, төр. Birinci Bayezid, Yıldırım Bayezid; яҡынса 1357—1403) — Ғосман империяһы солтаны, 1389—1402 йылдарҙа хакимлыҡ итә.

Баязит Рәмзи улы Байназаров (17 ғинуар 1980 йыл — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009), Бөрйән районы Яуымбай ауылында тыуған.

Фамилияларҙа үҙгәртергә

Баязитов Сынтимер Биктимер улы (рус. Баязитов Сынтимир Биктимирович; (13 июнь 1965 йыл) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. 2019 йылдан Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры; 2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002

Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (2 ноябрь 1939 йыл) — комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).

Баязитов Мөхәммәтсафа Атаулла улы (21 апрель 1877 йыл — 26 декабрь 1937 йыл) — дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Нур» гәзитен нәшер итеүсе, Ырымбур дини мосолман йыйылышының (Ырымбур мосолман диниә назараты) һуңғы мөфтөйө. Рәсәйҙә беренсе рәсми мосолман ойошмаһы рәйесе — мөфтөй күҙәтеү, мәсеттәр төҙөү, никах теркәү, мөлкәт бүлеү, мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен дөрөҫ үтәлешен тикшереү эше менән шөғөлләнә. Репрессияланған, үлгәндән һуң аҡлана.

Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы.

Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (4 июнь 1951 йыл) — театр актёры. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).

Топонимикала үҙгәртергә

Баязит (рус. Баязитово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.

Баязит — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл.

Баязит — Силәбе өлкәһендәге ауыл.

Баязит — Ҡурған өлкәһендәге ауыл.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ