Баймырҙа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Башҡорт, фарсы телдәрендә — бай + мырҙа, изге мырҙа. Бай һүҙе (боронғо төрки телдән) мал-мөлкәтле, хужа, әфәнде, юғары дәрәжәле кеше, изге мәғәнәләрен белдерә. Мырҙа — түрә, батша балаһы, аҡ һөйәк; ҡусты.[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Баймырҙа Бикҡужин (рус. Биккузин Баймурза) (? — 26 апрель 1945 йыл[2]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡылыссыһы.

Фамилиялар

үҙгәртергә

Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы (1913—1948) — лётчик, гвардия майоры (1943), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Баймырҙин Хәмит Хәйервара улы (1955 т.) — педагогия фәндәре докторы, профессор.

Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы (1953 т.) — педагогия фәндәре докторы, профессор.

Баймырҙин Ринат Маргис улы — артист. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).

Баймырҙин Рәхмәт Иҙрис улы (15 март 1911 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Иҫке Монасип ауылы — 17 март 1980 йыл, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)[3] менән бүләкләнеүсе.

Баймырҙин Ривал Рәхмәт улы (11 февраль 1949 йыл) — педагог, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, РБ мәғариф алдынғыһы.

Баймырҙин Ғәлимырҙа Әҙелмырҙа улы (1897 йыл, Бөрйән районы, Тимер ауылы — 1969 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[4]

Баймырҙина Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы (23 ғинуар 1954 йыл) — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006).

Баймырҙина Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы' (25 ноябрь 1916 йыл — декабрь 1972 йыл) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963).

Топонимикала

үҙгәртергә

Баймырҙа (рус. Баймурзино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Баймырҙа(рус. Баймурзино) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл.

Баймырҙа (рус. Баймурзино) — Башҡортостандың Мишкә районындағы ауыл.

Баймырҙа (рус. Баймурзина) — Рәсәй Федерацияһы Пермь крайының Октябрьский ҡала округы биләмәһенә ҡараған ауыл.

Баймырҙа (рус. Баймурзино) — бөткән ауыл. 2005 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында булған.

Баймырҙа ауыл СоветыБашҡортостан Республикаһының Мишкә районындағы муниципаль берәмек.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ


  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
  2. Донесения о потерях
  3. https://1418museum.ru/heroes/2092587/ 2022 йыл 23 июнь архивланған.
  4. https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/баймурзин-галимурза-адилмурзович/ 2022 йыл 25 июнь архивланған.