Баймырҙин Рәхмәт Иҙрис улы
Баймырҙин Рәхмәт Иҙрис улы (15 март 1911 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Иҫке Монасип ауылы — 17 март 1980 йыл, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)[1] менән бүләкләнеүсе.
Баймырҙин Рәхмәт Иҙрис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Башҡорт АССР-ы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 15 март 1911 |
Тыуған урыны |
Иҫке Монасип Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 17 март 1980 (69 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРәхмәт Иҙрис улы Баймырҙин 1911 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Иҫке Монасип ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республиканың Бөрйән районы) тыуған. 1920-се һәм 1939—1940 йылдарҙа комсомол эшендә була.
1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. 1945 йылдың ноябрендә демобилизациялана.
Рәхмәт Иҙрис улы 1938 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбен тамамлаған. 1920 йылда Иҫке Монасип ауылы комсомол ячейкаһы секретары, 1931—1935 йылдарҙа К. Маркс исемендәге кәсепселек колхозы рәйесе, 1939—1940 йылдарҙа ВЛКСМ райкомының 1-се секретары. 1940 йылдан 1959 йылға тиклем рәттән (3 тапҡыр) Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәренең Бөрйән Советына депутаты итеп һайлана[2]. 1945 йылдан алып 1948 йылға тиклем район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1948 йылда — Бөрйән район Советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1955 йылда — Сталин исемендәге колхоз рәйесе, 1960—1971 йылдарҙа БАССР-ҙың Урман хужалығы министрлығында эшләй.
1980 йылдың 17 мартында вафат була һәм Иҫке Монасип ауылы зыяратында ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
- «Почёт Билдәһе» ордены (1944 йыл)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970 йыл)[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://1418museum.ru/heroes/2092587/ 2022 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан 2022 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ http://pomnimrb.ru/search?info=770b5451-b85a-11eb-9fce-0025902ab01a
- ↑ Баймурзин Рахмет Идрисович 2022 йыл 27 март архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймурзин Рахмет Идрисович
- Баймурзин Рахмет Идрисович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 85. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.